09.03.2012 УЛАР ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ҮТҺӘ ЛӘ ҺЫЛЫУҠАЙ
Бына инде быйылғы “Һылыуҡай” конкурсы ла үтеп китте, уның еңеүселәре лә билдәләнде. Быйыл был матурлыҡ бәйгеһенә 20 йыл тулды. 1992 йылда сибәркәйҙәр беренсе тапҡыр сәхнәгә сығып, бар һәләтен күрһәтеп, матурлыҡтары менән тамашасыларҙы һоҡландырғайны. Ошо ике тиҫтә йыл эсендә 250-нән ашыу ҡыҙ “Һылыуҡай” исеме өсөн көрәшеп, шуларҙың егермеһе быға лайыҡ булды. Бөгөн беҙ шул сибәркәйҙәрҙе иҫебеҙгә төшөрөп һәм уларҙың ҡайһы берҙәренең конкурстан һуң тормоштары нисек үҙгәргәнен яҙып үтергә булдыҡ.
Дилбәр ДӘҮЛӘТОВА, “Һылыуҡай – 2007”, 1-се урын:
− “Һылыуҡай” тауына үрмәләүем бик иртә башланды. 15 йәшемдә генә “Әбйәлил һылыуҡайы” конкурсында ҡатнашып, гран-при яуланым. Шунан һуң үҙемде республика кимәлендә һынап ҡарарға булдым. Өфөгә килеп, һайлап алыу турының өс этабын да үттем. Ләкин ул ваҡытта, йәшең бәләкәй, икенсе йылға килерһең, тип ҡайтарып ебәргәйнеләр. Шул тиклем күңелем төшкәйне, хатта үҙемә, башҡа бында килмәйем, тип һүҙ ҙә биргәйнем. Әммә, күп тә үтмәй, яҙмыш мине тағы ла Өфө менән бәйләне. Гимназияла үткән “Мисс гимназия” конкурсында ҡатнашып, гран-при яулауым тағы ла көс өҫтәне. Һәм икенсе тапҡыр “Һылыуҡай”ҙың һайлап алыу турын үтеп, 1-cе урын алдым.
Конкурстан һуң гимназияла үҙемдең студиямды астым, ҡыҙҙарға матурлыҡ серҙәрен төшөндөрөү эшен башланым. “Тамыр”ҙа “Артылыш” программаһын алып барыу менән бер рәттән, Айгөл Илгиз ҡыҙы етәкселегендә мода күрһәтергә лә йөрөнөк. Әлеге мәлдә БДПУ-ла белем алам. Телевидениела эшләү, юрист һөнәре лә мине бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Киләсәктә ҡайҙа эшләргә күҙ күрер әле.
Сәлиә ҡУЖӘХМӘТОВА, “Һылыуҡай – 2003”, гран-при:
− Еңеүемә туғыҙ йыл үтеп китһә лә, был бәхетле минуттар яңы ғына булған һымаҡ, әле һаман күҙ алдымда. Күпме репетицияға йөрөнөк, күпме әҙерләндек. Һәр ҡыҙ беренсе булырға хыялланды, тырышты. Репетицияларға йөрөгәндә үк бер-беребеҙҙе ҡараштырҙыҡ, кемдең еңәсәген дә төҫмөрләнек. Миңә үҙемдең тырышлығым, ныҡышмалығым ярҙам итте, тип уйлайым. Шулай уҡ “Биҙәктәр” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөү, баскетбол, аэробика менән шөғөлләнеү ҙә мөһим роль уйнағандыр.
Конкурста ҡатнашыу оло тормош тәжрибәһе булды. Бик күп яңы ҡыҙыҡлы кеше менән таныштым, үҙ-үҙемә ышанысым артты, төрлө саралар ойоштороу һәләтемде лә астым. Күп тә үтмәй, мине Республика халыҡ ижады үҙәгенә эшкә алдылар. Иң башта унда йәштәр ижады буйынса әйҙәүсе методист булһам, һуңынан төбәк һәм милли бәйләнештәр бүлеге рәйесе вазифаһын башҡарҙым. Шулай уҡ бер нисә йыл “Урал моңо”, “Һылыуҡай” кеүек конкурстарҙың кураторы ла булдым.
Бөгөн икенсе юғары белем алам – БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында юрисҡа уҡып йөрөйөм. Ике йыл инде кейәүҙәмен. Ғаилә ҡорғас, элекке эш урынымдан китергә тура килде. Сөнки төнгә тиклем саралар үткәреү, командировкаларҙа йөрөү тыныс ғаилә тормошона ҡамасаулай ине. Хәҙер ЗАГС-та эшләйем һәм бының менән бик ҡәнәғәтмен. Киләсәктә кәмендә өс балаға әсәй булырға теләйем.
Миңә хәҙер, тағы ла берәй матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнаш, тиһәләр, баҙнат итмәҫ инем, моғайын. Башҡорт ҡыҙҙарына хас булған һыҙат – тыйнаҡлыҡ ҡамасаулайҙыр.
Таңсулпан СИРАЖЕТДИНОВА, “Һылыуҡай – 2007”, гран-при:
− “Һылыуҡай” конкурсы минең өсөн старт программаһы булды. Артабан матурлыҡ бәйгеләрендә йыш ҡатнаша башланым һәм еңеүҙәр оҙаҡ көттөрмәне. “Мисс Евразия” һәм “Мисс Башҡортостан”да – 1-се урын, “Мисс Европа плюс”та – “Знойная красавица”, “Мисс Русское радио”ла “Мисс YES” номинацияларында еңеүсе булдым. Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡып йөрөгән саҡта клиптарҙа төштөм, йырҙар яҙҙырҙым, телевидениела ла үҙемде һынап ҡараным, модель агентлыҡтарының етәксеһе лә, үҙемә лә модель булып эшләргә тура килде. ҡыуаныстар ғына түгел, ауырлыҡтар ҙа етерлек ине. Мәҫәлән, рус бәйгеләрендә милләтемде оҡшатманылар. Уларҙың шарттары буйынса ябыҡ, оҙон буйлы блондинкалар ғына еңеүсе тажын кейергә лайыҡ. Ә мин башҡорт ҡыҙҙарының да сибәр, төрлө һәләткә эйә икәнен иҫбат итергә тырыштым. Улар “юҡ” тип әйткән һайын, сәмләндем.
Бөгөн 5-cе курста уҡыйым, икенсе юғары белем алырға хыялланам. Киләсәккә пландарым күп, ләкин әлегә улар сер булып ҡалһын.
Гөлнур ҡАРАБУЛАТОВА, “Һылыуҡай − 2008”, гран-при:
− “Һылыуҡай” конкурсында БДУ-ның журналистика бүлегенең беренсе курсында уҡығанда ҡатнашҡайным. Был еңеү бала саҡтағы хыялым ине. Бәйгелә бик күп дуҫ таптым, улар менән бөгөн дә бәйләнеште өҙмәйем. Конкурсҡа тиклем “Рәсәй” каналында хәбәрсе вазифаһын башҡарҙым, бәйгенән һуң шул урынымда эшләүемде дауам иттем. Беренсе сессиямды “бишле”гә тапшырҙым да, БДУ-нан китеп, тулыһынса сәнғәт донъяһына сумдым. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт академияһында әҙерлек курсында уҡый башланым. Башҡа матурлыҡ конкурстарында ҡатнашманым. Сөнки бер ҡасан да үҙемде модель итеп тойғаным булманы. “Һылыуҡай”ҙан һуң тағы ла йыл ярым телевидениела эшләп, сәнғәт, мәҙәниәт, Башҡортостан шоу-бизнесы тураһында репортаждар төшөрҙөм, академияла уҡыным, йырҙар яҙҙырҙым. Һуңынан төрлө мәктәп, студияларҙа латин-америка бейеүҙәрен өйрәттем, бер аҙҙан үҙемдең “ART SALSA” бейеү мәктәбен дә асып ебәрҙем. Джаз, рок музыканттары менән дә танышып, бергә эшләргә лә тура килде. Бөгөн үҙемдең “Лас эстреллас” тигән төркөмөм бар.
“Урал моңо − 2010” конкурсында – өсөнсө урын, “Йәшлек-шоу − 2007”-лә – “Йыл асышы” номинацияһында еңеүсе, “Йәшлек шоу − 2008”-ҙә – иң яҡшы RNB проект һәм 2009 йылда “Йыл йырсыһы” ла булдым. Ҙур еңеүҙәр, асыштар күп тир, көс түгеүҙән килә, тиҙәр. Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Еңеүҙәрем булһа ла, бының менән генә сикләнмәйем, артабан үҫеү, ижадымды камиллаштырыу өсөн көн дә эшләйем.
Айгөл СИРАЖИТДИНОВА, “Һылыуҡай − 2001”, 1-се урын:
− “Һылыуҡай − 2001” конкурсында 1-се урын алдым. Бынан һуң донъям тулыһынса үҙгәрҙе, тип әйтһәм, хата булмаҫ. Үҙемде башҡаса тойҙом, төҫ-ҡиәфәтемә күберәк әһәмиәт һәм ваҡыт бүлә башланым. Конкурсҡа тиклем – бер, ә бәйгенән һуң бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Таныштарым мине еңеүгә килгәнсе алабарман малайға оҡшаған, ауыр музыка яратҡан, үҙенең рок-төркөмө булған ҡыҙ тип белә. Был ваҡытта Земфираның, ВИА Чаппа төркөмөнөң ижадын үҙ итә инем. Бәйгенән һуң тормоштоң башҡа яҡтары асылды. Модель булып эшләй башланым, башҡорт эстрадаһы менән ҡыҙыҡһынып, бер ҙә уйламаған ерҙән башҡортса йырлап алып киттем. Төҫ-ҡиәфәтемә иң башта ҙур әһәмиәт бирһәм дә, аҙаҡтан бынан һыуындым. Моделдән алып режиссер тормошона үрләгәндә йөҙҙөң матур булыуы иң мөһиме түгел икәнен аңланым. Сөнки ҡайһы саҡ кешеләр һинең эске донъяңа ҡарамай, ә тик гүзәл төҫ-ҡиәфәтеңде генә күреп, күбеһенсә уға ғына әһәмиәт бирә. Уҡыуымды тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә урынлаштым. Республика халыҡ ижады үҙәгендә режиссер булдым. Бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙемде һынар өсөн Мәскәү ҡалаһына юлландым. Унда төрлө шоу-программаларҙа алып барыусы булырға тура килде. Шулай итеп, үҙемдең бәләкәй саҡтағы йырсы, ижади эш менән шөғөлләнеү һәм күренекле кеше булыу хыялын ғәмәлгә ашырҙым. Ләкин күккә күтәрелгән һайын тағы ла юғарыраҡ үрмәләргә теләйһең, ҡояшҡа үрелеп, уны тоторға тырышаһың. Бына шунда ҡайһы берәүҙәр бешә лә инде. Күптәр, билдәлелектең бер баҫҡысына еткәс, юғалып ҡала, нимә эшләргә белмәй, берәүҙәр “йәшел йылан” менән дуҫлаша, икенселәр наркотик менән булыша, өсөнсөләр иһә иҫ-аҡылын юғалта. Шөкөр, үҙемә дөрөҫ юл табыуға өлгәштем – юғарыға күтәрелеү юлын Аллаға табыныуҙа таптым. Күптәр минең Хоҙайға ышанып, мосолман ҡанундарына таянып йәшәүемде, шул уҡ ваҡытта шоу-бизнес менән шөғөлләнгәнемде бигүк аңлап етмәй, быны дөрөҫ түгел тип иҫәпләй. Минеңсә, ислам ҡанундарын үтәп йәшәгән кеше, киреһенсә, ҡанатлана, иркенерәк һулыш ала, уға яңынан-яңы офоҡтар асылып тора. Бөгөнгө ижадым төрлө сүптәрҙән, ҡаптарҙан арынып, ысынында ла изге нур менән бөркөлә башланы.
Әлфиә Ғималова, “Һылыуҡай − 2005”, 3-сө урын:
− “Һылыуҡай” бәйгеһенә яңылыш ҡына, көтмәгәндә килеп эләктем. Дуҫ ҡыҙым менән һайлап алыу турына уға иптәшкә генә барғайным, уны алманылар, ә мин үтеп киттем.
Конкурс мине тулыһынса үҙгәртте. Баҫалҡы, оялсан ғына ҡыҙыҡайҙан үҙ-үҙенә ышанған, көслө рухлы кешегә әйләндем. Этикет ҡағиҙәләре, визаж һәм хореография дәрестәре бәйгелә генә түгел, ябай тормошта ла кәрәк булды.
Бәйгенән һуң төрлө ҡалаларҙа үткәрелгән сараларҙа ҡатнаштым. Һуңынан Айгөл Үтәгәнова асҡан “Һомай” матурлыҡ студияһына саҡырҙылар. Бында беҙ уҡытыусы булып эшләп, ҡыҙҙарға матурлыҡ дәрестәре үткәрҙек, тәжрибәбеҙ менән бүлештек һәм улар менән бергә төрлө күргәҙмә, концерттарҙа сығыш яһаныҡ. Был ысынында бәхетле ваҡыттар ине…
БДУ-ның журналистика бүлеген тамамлағас, дәүләт хеҙмәтенә эшкә индем, кейәүгә сыҡтым, ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Бәләкәсем тап миңә оҡшаған: бейергә, йырларға әүәҫ, көҙгө алдынан китмәй. Бәлки, киләсәктә ул да “Һылыуҡай” булыр. Тиҙҙән икенсе юғары белем аласаҡмын. Конкурста ҡатнашмаһам, тормошом бөтөнләй икенсе ҡоролор ине. Хәҙер шуны уйлайым да, ярай әле теге ваҡыт дуҫ ҡыҙым менән һайлап алыу турына барғанмын, тигән һығымтаға киләм.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары