02.03.2012 Хужа беҙҙең арала
«Еңгәңде, матайҙы, гармунды берәүгә лә бирмәйем»
Энгель ҡустым, киленде бала табыу йортона ебәргәс, икенсе көн Бикбулаттан Мораҡҡа барырға берәй транспорт эҙләй икән. Миңнулла ағайыма барған:
– Ағай, матайыңды биреп тор әле, Мораҡҡа осоп ҡына барып киләйем. Кәләш тә, бәлки, бәпәйләгәндер, – тигән.
Миңнулла ағай әйтә ти:
– Юҡ, ҡустым, еңгәңде, матайҙы, ишеү гармунды берәүгә лә бирмәйем. Бәпәйләһә бәпәйләгәндер, иллә-мәгәр һиңә тәпәйләргә тура килер.
Хәҙер беҙҙең ауылда берәй нәмә һораһалар, еңгәңде, матайҙы берәүгә лә бирмәйем, тип көләләр.
«Гөлиәһе тағы кем була?»
Энгель ҡустым килен менән сабыйын бала табыу йортонан алып ҡайтҡан. Баланың тәпәйен йыуырға туғандар, ҡоҙа-ҡоҙасалар йыйылған. Хәмит ағайым алдан төшөрөп килгән бәпес йыуырға. Әҙерәк ултырып ҡунаҡ булып алғас, икенсе бүлмәнән баланың илаған тауышы ишетелгән.
«Гөлиә уянды», «Гөлиә илай», − тип атаһы менән әсәһе теге бүлмәгә йүгергән. Аңҡы-тиңке булып ултырған Хәмит ағайым аңламай:
– Гөлиәһе тағы кем була? – тип һораған, аптырағас.
«Өрөктө мин үҙем дә бик яратам»
Басира инәйем рамаҙан айында ауыҙ асырға әбейҙәрҙе саҡырған. Сәй эсергә тәм-томдо тәрилкәләргә һалып алдан әҙерләп ҡуйған. Сөнки ярҙам итергә кешеһе юҡ. Ул үҙе генә йәшәй. Тәм-том һалынған тәрилкәләрҙең ҡайһыһын шкафҡа, һыймағандарын мейес башына ла ҡуйған. Тәүҙә аш ашағандар. Әбейҙәр ашап-эсеп, доғаларын уҡып, рәхмәт әйтеп таралышҡан. Басира инәйем һауыт-һаба йыйыштыра башлағас, мейес башындағы тәрилкәләрҙе күреп ҡалған да:
– Уй, Хоҙайым, өрөктәремде өҫтәлгә ҡуйырға онотҡанмын бит, – тип ҡысҡырып ебәргән. Шунан, үҙен йыуатып, – эй, ярар инде, өрөктәрҙе мин үҙем дә бик яратам, – тип әйтеп ҡуйған.
Хәҙер шул ваҡиғаны иҫкә алып, Басира инәйем, өрөктө мин үҙем дә бик яратам, тип һөйләп көлә.
Дәмилә КИЛСЕНБАЕВА.
Мәләүез ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары