RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.03.2012 Хужа беҙҙең арала

«Таш туҫтаҡ»
Беҙҙең ауылдағы һәр нәҫелдең, һәр араның тик уларға ғына хас ҡушаматтары бар.
Бер йыл, шулай, Байсауыл тауы өҫтөндә «сөңкә» ҡушаматлы Илһам ағай бесән сапҡанда яңылыш Әжекәй ауылынан килен булып төшкән Сайма еңгәнең сабынына барып сыҡҡан. Теге әрләшергә тотонған. Тик «сөңкә» тигән һүҙҙе онотҡан да ҡуйған. Уларҙың ауылында сөңкәне таштуҫтаҡ тип әйтәләр икән.
− Таш тустак, таш тустак, нигә минең бакуйны чабасың? − ти икән был. − Күрмисеңме, күрәш күз?
Шулай итеп, «сөңкә» Заһитовтар көтмәгәндә «таш туҫтаҡ»ҡа әйләнде лә ҡуйҙы.

«Аждаһа»

Ауылыбыҙҙың алдынғы комбайнсыһы, Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены кавалеры Әүбәкер ағай бер нисә егет менән Әй йылғаһында йылым менән балыҡ һөҙөп йөрөй икән. Дөрөҫөрәге, ул үҙе һыуға төшмәй, балыҡ биҙрәһе менән иптәштәренең кейемдәрен генә тотоп йөрөй. Бер саҡ йылымсылар метр ярымлыҡ йәйенде һөйрәп сығара. Ғүмерендә ошондай балыҡты күрмәгән Әүбәкер ағайҙың ҡото оса. Ул:
− Аждаһа, аждаһа! − тип һөрән һала ла, тулы биҙрә балыҡты, иптәштәренең кейемдәрен быраҡтырып, ауылға һыпырта. Бүтән бер ваҡытта ла Әй буйына аяҡ баҫманы Әүбәкер ағай.


«Үлән бөкө»

«Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында эшләп йөрөгән йылдар. Бер көн бүлмәмә әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Сабир Шәрипов килеп инде лә, урам яҡҡа ҡараған тәҙрәгә күрһәтеп:
− Ана, күрәһеңме, ҡуйы үлән араһында бер егет йоҡлап ята. Ул минең бүлектән Хәмит Зарипов (исем-шәрифе үҙгәртеп алынды). Эргәһендә башланған «ярты»һы ла тора. Һин бында яңы кеше, бик танып бармайҙар. Пинжәгеңде кей ҙә, сығып, араҡыһын алып ин.
Мин ни, «һайт» тигәнгә «тайт» тип торам. Йәйге көн шаҡтай эҫе булыуға ҡарамаҫтан, пинжәгемде яурынға һалдым да Матбуғат йорто алдындағы бәләкәй баҡсаға сыҡтым. Ысынлап та, ундағы ҙур ғына ҡара таш алдында Хәмит хырылдап йоҡлап ята. Янында − үлән бөкө менән тығылған саҡ ҡына башлан­ған араҡы шешәһе. Үлән ҡуйы булып үҫкәс, үткән-һүткән кеше уны күрмәй. Мин алан-йолан ҡарандым да, шешәне ҡуйынға тығып, редакцияға күтәрелдем. Ул арала күрше бүлмәнән сәнәғәт бүлеге мөдире Аҫылғужа Баһуманов та ишекте асты һәм беҙ буштан килгән әмер ашын түңкәреп тә ҡуйҙыҡ. Иркенләп һөйләшеп кенә ултыра инек, эске телефон шылтыраны һәм гәзиттең баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев мине үҙенә саҡырып алды. «Китте баш, ҡалды муйын һерәйеп», − тинем дә хужаға йүгерҙем. Эш ваҡытында бүлмәләрҙә табын ҡороусыларҙы ене һөймәгәнлеге тураһында миңә һөйләгәйнеләр инде. Һиҙеп ҡалһа, кемдең кемлегенә ҡарамай, шелтә лә бирмәй, эштән ҡыуа ла сығара икән.
Индем баш мөхәррир бүлмәһенә. Ул миңә күтәрелеп ҡарамай ғына яҙыуын дауам иткән арала:
− Йә, мырҙам, ни менән шөғөлләнәһең әле? − тип һорай һалды. «Ятып ҡалғансы, атып ҡал!» − тинем дә «һайрай» башланым:
− Айлыҡ, перспектив пландар өҫтөндә тир түгәм әле, − тим күҙ ҙә йоммай, − әлегә тиклем пландар төҙөп өйрәнмәгәс, ауырыраҡ бирелә. Иптәштәрҙән дә һораштырам. Былай, ярҙам иткеләйҙәр.
− Хуш, ә командировкаға сығырға уй юҡмы?
Мин ҡалҡынып ҡуй­ҙым. Тимәк, беҙҙең мутлыҡты белмәй абзый.
− Өйрәнелгән эш бит. Хәҙерҙән үк әҙер.
− Ярай, − ти Абдулла Ғиниәт улы, алтын тирәсле күҙлеген күтәрә биреп йылмайып, − юғиһә беҙҙең ҡайҺы бер журналис­тарыбыҙ, командировка тиһәң, сәстәре үрә тора, ҡобаралары оса, бармаҫ өсөн мең сәбәп таба. Әләйһәң, иртәгә Зәкәриә машинаһында Виноградов менән Илешкә барып, ураҡҡа әҙерлекте ҡарап ҡайтығыҙ. Бер юлы башҡа материалдар тураһында ла онотма!
Мин, еңел ҡотолғаныма ҡыуанып, һалдаттарса боролдом да осҡан ҡоштай сығып киттем.
Йылдар үтте. Бер көн Журналистар союзы идараһы бүлмәһенә, иғәнә түләргә тип, Абдулла Ғиниәт улы үҙе килеп инде. Ул хәҙер пенсияла, иркенләп һөйләшергә лә ваҡыты байтаҡ.
− Теге саҡта, − тип һүҙ башланым, − мине пландар тураһында ғына һөйләшергә саҡырмаған­һығыҙҙыр бит, берәй ғилләһе булғандыр?
− Бар ине шул,− тип кеткелдәп көлдө Абдулла ағай. − Минең кабинеттың тәҙрәһе лә урам яғында бит. Мин дә һинең иҫереп йоҡлап ятҡан Хәмиттең араҡыһын сәлдереүеңде ҡарап торҙом. Кем менән эскәнең дә сер түгел. Мине, ни тип алдатыр икән был, тип саҡырҙым үҙеңде, ә һин матур әкиәт һөйләп сығып киттең.
− Ниңә ул саҡта мине эштән ҡыуманығыҙ? Ул яҡтан һеҙ теҙгенде ҡаты тота инегеҙ...
− Беренсенән, һеҙ өсөгөҙ ҙә редакцияның тотҡаһы булдығыҙ. Икенсенән, әзмәүерҙәй өс егеткә башланған ярты нимә инде ул, хатта йөҙөңә лә сыҡмағайны, ә теге егет йөҙ грамдан тәгәрәп йоҡлап китте һәм мин уны икенсе көндө үк эштән ҡыуҙым. Һиңә лә бер кәңәшем бар: табын ҡорор алдынан шуны онотма − кем менән, ҡасан, ни өсөн, күпме?
Бына хәҙер сирек быуаттан ашыу шул хәҡиҡәтте онотҡаным юҡ: кем менән, ҡасан, ни өсөн, күпме?

Ризван Хажиев.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!