27.01.2012 «Аҡыл көсөм, рух ныҡлығым Алсы, халҡым, минең дә!»
Тыумай ҡалған тыуыр йәндәр илай
Йәйгә танһыҡ ҡанып
өлгөрмәне,
Хәҙер ямғыр – «ҡарлы күҙ»
инде.
Туғай тулып ҡаҙҙар
ҡаңғылдаша,
Себештәрҙе һанар көҙ инде.
Йылмайыуҙар хәҙер
йыйнаҡланған,
Күпкә етдиләнгән йөҙ инде.
Һөйләр һүҙҙәребеҙ
тыйнаҡланған,
Сәстәр көмөшләнгән беҙ инде.
Емеш өлгөртөргә көстө түккән
Төҫтәребеҙ юйып, уңып
ҡалдыҡ.
Ләкин үткәндәр һис
үкендермәй,
Киләсәккә лайыҡ орлоҡ һалдыҡ.
Ә һин әллә күтәрергә ҡурҡтың
Еңел түгел тормош ғәмдәрен.
Ынтылдыңмы әллә татырға
тип
Был донъяның барлыҡ
тәмдәрен?
Йәйҙәреңдән үтеп көҙөңдә лә
Йәшел көйө һинең йәмгенәң.
Тыуыр йәндәр ғүмер
даулағанда
Нисек түҙҙе һинең йәнгенәң?!
Тыумай ҡалған тыуыр
йәндәр илай,
Яҡты донъяларға тыумағас...
Һиңә ғүмер ниңә бирелде һуң,
Күптәр өсөн йәшәр булмағас?
Мин – фәйләсүф
Мин фәйләсүф хәҙер,
Күптән бағып
Күңел күҙем менән Күктәргә,
Тоғро юлды Күктәр күрһәтерен
Мин һөйләргә тейеш күптәргә.
Күккә бағып үҙ күңелеңдә
Һорауҙарға яуап табырһың.
Аҙашҡандар һиңә эйәрерлек
Ер йондоҙо булып янырһың.
Күктәр көсөн инҡар итә
ҡалһаң,
Гәлсәр яҙмыш сыңлап
ватылыр.
Белеп йәшә!
Һинең был ғүмерең
Киләсәктең ғәзиз хаҡылыр.
Аҫыл сифат
ҡырыҫ Урал тәбиғәте,
Аттар йөрөй тибендә...
Талымһыҙлыҡ – аҫыл сифат
Бирелмәгән тигенгә.
Нәҫел тотор шул сифатҡа
Эйә, халҡым, үҙең дә.
Тоҡом йәйер сер асҡысы
Һаҡлап тотҡан динеңдә.
Илде, телде яҡлар көрәш
Шундай киҫкен бөгөн дә.
Аҡыл көсөм, рух ныҡлығым
Алсы, халҡым, минең дә!
Мәккәм юлы
Ниндәй ҡөҙрәт мине бар яһаны,
Һулышымды өрҙө тыныма?
Ғүмер тигән көрәш
юлын биреп,
«ҡылысым»ды һалды ҡыныма?
Ниндәй көс ул, мине
ышандырып,
Етәкләне ғүмер буйына?
Ниндәй ҡеүәт ғаләм
төпкөлөнән
Тәрәнлеген уйҙы уйыма?
Һынауҙарын һалып
сыныҡтырҙы,
Ихтыярым ҡойҙо һыныма?
Алып сыҡты Мәккәле юлына,
ҡәләмемде бирҙе ҡулыма?
Тоғро йәрем
ҡайғыла ла, шатлыҡта ла
Һиңә һыя бар серҙәрем.
Рәхмәт әйтәм Хоҙайыма –
Һине бирҙе, насип йәрем.
Ауыр саҡта бүтән түгел,
Яурыныңды һин терәнең.
Һис ҡурҡманың, тоғро дуҫым,
Яҙмыш йөгөн тиң һөйрәнең.
Асылыңдан алыҫлашмай,
Минең менән һин үҙең бул.
Үҙлегемде һиндә таптым,
Һинең янда мин үҙем ул.
Хоҙай насип әйләһәсе
Тормошобоҙҙоң тәмдәрен
Бергә-бергә тиң татырға
Хыянатһыҙ, тоғро йәрем.
Фирҙәүес ЯҡШЫБАЕВА.
Баймаҡ районы,
Сәйғәфәр ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары