27.01.2012 «Тыңла, Күк, һуңғы йырымды…»
Көнгә нөктә ҡуйыр
өсөн
Мендәргә һалдым
башымды.
Күңел дә Мәңге
Бушлыҡҡа,
Төн тыуған ергә
ашҡынды…
Күҙ сығарырға
тырышып,
Иртән төҙәтәм
ҡашымды.
Ағыуға иҙеп ашайым
Хоҙайым биргән ашымды.
Шуға ҡар ҡуна сәсемә,
Һуңдыр инде үҙгәрергә.
Тәңрем, һәр бәндәң өйрәнгән
Күңелдәге иҫке кергә…
* * *
Һуңғы үрҙе артылғанда
Башыма кейгән тажымды
Мин ырғытырмын күктәргә:
Ишет, Күк, саф һағышымды!
Йондоҙ булғың килһә әгәр,
Атыла белергә кәрәк.
Быҫҡып ҡына яныуҙары
Күпкә, күпкә еңелерәк…
Тыңла, Күк, һуңғы йырымды!
Һуңғы йырым – һуңғы һағыш.
Ул булыр һинең хаҡыңда –
Шулай ҡушҡан миңә яҙмыш…
* * *
Һинең янға төштәремдән
Тағы ҡайтып өлгөрмәнем.
Тулы ай янған төндәрҙә
Ғәфү ит һин мине, йәнем.
Мин белгәнде белһәң әгәр,
Аңлар инең был һағышты.
Әйтмәҫ инең: “Төнөн тәнең
Тағы ҡурҡыныс һаташты!..”
Тик был серҙе белеү өсөн
Тамуҡҡа инергә кәрәк.
Минең арттан атлауыңа
Түҙә алмаҫ минең йөрәк…
* * *
Китәм, китәм мәңгелеккә,
Кире әйләнеп ҡайтмаҫҡа,
Был Хоҙай төкөргән ергә
Башҡаса аяҡ баҫмаҫҡа.
Булһа булһын алда Бушлыҡ –
Мин бит үҙем һайлап алам.
Күптән аҡылдан яҙһам да,
Мин үҙ аҡылымда ҡалам.
Бар күперҙәрҙе яндырып,
Мин һаман да алға барам.
Тик тороп ҡалған ер өсөн
Һулҡылдап та һыҙлай ярам…
* * *
ҡара ҡанатымды йәйеп,
Ергә ташлайым күләгә.
Ерҙә балаһы янында
Әсә ҡанлы йәшен түгә.
Йәш һылыу ҡыҙҙар Иблистең
Әйләнгәндәр ялсыһына.
Ә болоҡһоған күңелем
Саф йөрәктәрен юҡһына.
Сихырсылар ай нурынан
Тылсымлы кейемдәр тегә.
ҡара ҡанатымды йәйеп,
Ергә ташлайым күләгә…
* * *
Был донъялағы нәфрәттән
Аҡылдан яҙған Хоҙай.
Беҙҙең изге мөхәббәтте
Хаҡ ҡорбан тиеп һорай.
Юҡ, Тәңре, алтын сәсенең
Бирмәм хатта бөртөгөн.
Иртәгә мөхәббәт үлһә,
Беҙ ҙә үлербеҙ бөгөн.
ҡан һәм күҙ йәштәре менән
Биҙәлгән һөйөү юлын
Барыбер бергә үтербеҙ.
Күңел наҙ менән тулы…
* * *
Фәрештәнең күҙ йәштәре
Йөрәгемә үтмәҫ бысаҡ.
Бөтә бурыстарҙы түләр
Һәм таштарҙы ырғытыр саҡ.
Итегемә ятыр өсөн
Көтә мине юл туҙаны.
Ялған тәңре күкрәгенә
Мин үҙем хәнйәр ҡаҙаным…
… Думбыра көйөнә һалып,
Мин яҙырмын яңы йыр.
Уға һинең шат көлөүең
Һәм минең һағышым һыйыр…
* * *
Булһа әгәр ике ҡояш,
Йөрөр инем ғорур ташлап
Ике күләгә.
Күҙемде шар асыр инем,
Әгәр ҙә кеҫәмдә ятһа
Ике иртәгә…
Булһа әгәр ике ҡояш,
Береһен атыр инем.
Күләгәләрҙең береһен
Баҙарҙа һатыр инем.
Ике иртәгәнең миңә
Һуҡыр тиндәй кәрәге.
Береһен ҡаршы алырға
ҡыймай ҡайсаҡ йөрәгем…
* * *
Дуҫым тәҙрәмде шаҡыны,
Шат йылмайҙы ул миңә:
“Ғәфү ит, төнләтеп килдем,
Һин индерсе өйөңә!”
Асманым мин тәҙ(е)рәмде,
Ишегемде бикләнем.
ҡорҙом бар ҡорғандарымды,
ҡылысты әҙерләнем.
Аптыраманым дуҫымдың
ҡып-ҡыҙыл күҙҙәренә,
Ят тауыш менән әйтелгән
Бик сәйер һүҙҙәренә.
Уның бик һуң килеүенә
Аптыраманым хатта.
Шомға һалды тик – йәшәйем
Мин туғыҙынсы ҡатта…
Морат СОЛТАНОВ.
Октябрьский ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары