RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

27.01.2012 Еңеүсе – Ғафуриҙан!

«Йәшлек»тең 2012 йылға тиражының күпме буласағын фаразлаған конкурсҡа йомғаҡ яһалды
Бер нисә йыл рәттән үткәрелеп килгән «Йәшлек»-фараз» конкурсы тағы бер мәртәбә уның гәзит уҡыусылар араһында танылыу яулауын, беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың дәртле лә, ҡомарлы ла булыуын күрһәтте. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан 500-гә яҡын хат алдыҡ. Йәштәр баҫмаһы булыуына ҡарамаҫтан, 2012 йылға тиражыбыҙҙы яҡынса билдәләп ебәреүселәр араһында мәктәп уҡыусыһынан алып 85 – 90 йәшлек инәй-бабайҙарға тиклем булыуы баҫмабыҙҙың һәр ҡатлам уҡыусы араһында ла популяр булыуы тураһында һөйләй. Уларҙың «Йәшлек»-фараз»дың купонына ҡушып ебәргән хат-сәләмдәрендә баҫмабыҙға ҡарата ихласлыҡ бөркөлөп ята. Уҡыусыларыбыҙҙың эскерһеҙ фекерҙәрен, уй-теләктәрен ишетеп, ысын мәғәнәһендә «Йәшлек»тең тоғро дуҫтары менән күҙмә-күҙ осрашҡандай булдыҡ.
Баҫмабыҙҙы үҙ итеп, яҡын күреп быйыл да беҙҙең менән ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Ана бит, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңылыҡтарҙан артта ҡалыуҙы яратмаған 81 йәшлек Зөһрә Шөғөрова, «Йәшлек»-фараз»ға ҡушып, шиғри сәләмен дә ебәргән.
«Йәшем 81-ҙе үтте,
«Йәшлек»те гел алдырам.
Күҙҙәрем насар күрһә лә,
Уҡыйым тип ҡаңғырам.

Уҡып торам, йыйып барам,
Йыртырға ла йәлләйем.
Ниңә шулай яратамдыр –
Сәбәбен һис белмәйем.

Фараз отһам, «Йәшлек»тәрем
Килерһегеҙ өйөмә.
Үҙегеҙ ҙур бүләк булып
Минең тыуған көнөмә», –
тигән ул.
Өфөнән Мәйсәрә Аҡъегетова ла, подъездағы почта йәшнигенән гәзите юғалып торһа ла, быйыл да «Йәшлек»һеҙ ҡалмаған. «Киоскынан булһа ла яратҡан гәзитемде алып уҡыйым», – тип яҙа пенсионер. Беҙҙең яҡынса тиражды ла дөрөҫ фаразлаған.
«Тормошомдо «Йәшлек»һеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Гәзитегеҙҙе йыл да алдырам. ҡыҙыҡлы мәҡәләләрегеҙҙе, хикәйәләрегеҙҙе, фәһемле рубрикаларығыҙҙы уҡып барам. Һеҙҙән күңелдәргә ҡанат ҡуйырлыҡ, дәртләндерерлек, уйландырырлыҡ мәҡәләләр көтөп ҡалам», – тип яҙа хатында Учалы районының Һәйтәк ауылынан пенсиялағы уҡытыусы Ләлә Фәррәхова.
Әллә үткән «Йәш­лек»­-фараз»да еңеүсебеҙҙең Бөрйәндән булыуы сәбәпсе булдымы, был бәйгелә бигерәк тә бөрйәндәр әүҙем ҡатнашты. Бөрйән районының Байназар мәктәбенән Гөлшат Салауатова етәкселегендәге IX «Б» синыфынан 14 кеше беҙҙең баҫмаға яҙылған. Әйткәндәй, мәктәп уҡыусылары «Йәшлек»тең тиражы 16 меңгә етәсәген дә яҡынса дөрөҫ күҙаллаған.
Ошо уҡ райондың Мораҙым ауылында ла баҫмабыҙҙың әүҙем уҡыусылары йәшәй икән. Бына нимә тип хәбәр итә хат ташыу­сы Фирүзә Тулыбаева: «Йәшлек» гәзитен йыл да алдырып уҡыйбыҙ. Фәһемле, тос фекерле гәзиткә ярҙам итеп, үҙ ауылымда 50 дана «Йәшлек»кә яҙҙырҙым».
Афарин, бөрйәндәр!
Ваҡытлы матбуғат сараларын даими яҙҙырып уҡыған халыҡтың фекере бер: гәзит-журналдар – рухи аҙыҡ сығанағы, күңел ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүсе, яңылыҡтар­ҙы, республикала проблемаларҙы яҡтыртыусы сығанаҡ. Глобаль интернет селтәре баҫмаларға ихтыяжды кәметә тиһәк тә, был хата фекерҙе инҡар итергә мөмкин. Сөнки гәзит уҡыусыларҙың квитанцияларынан күренеүенсә, 2 – 3 мең һумға гәзит-журналдарға яҙылыу­сылар бар.
Тиражыбыҙҙы бер нисә һанға ғына яңылышып фаразлаған Ғафури райо­нының Сәйетбаба ауылынан Рәүф Сираев та «Йәшлек»тең тоғро дуҫтарының береһелер, тибеҙ. Тап ул, тираждың яҡынса күпме буласағын дөрөҫ яҙып, «Йәшлек»-фараз» еңеүсеһе исемен яуланы.
Гәзит уҡыусыбыҙҙы республикала яратып уҡыған баҫмаһынан шәп бүләк – инструменттар йыйылмаһы көтә.
Редакция коллективы төп еңеүсебеҙ яҙған тираждан саҡ ҡына ҙурыраҡ һандарҙы күрһәткән Баймаҡ районының Иҫәндәүләт ауылынан Мәҙинә Илбулованы электр сепараты, Бөрйән районының Байназар ауылынан Замир менән Илмир Вәлиевтарҙы, Илнар Исламғоловты кеҫә телефондары, Өфө ҡалаһынан Мәйсәрә Аҡъегетованы термопот менән бүләкләргә ҡарар итте. Шулай уҡ 16238 тиражына яҡын һандарҙы яҙып ебәргән 50 уҡыусыбыҙ ҙа бүләкһеҙ ҡалмаясаҡ.
Зөһрә ЙӘһҮҘИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!