RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Ярлыҡауға лайыҡ түгел

06.01.2012 Ярлыҡауға лайыҡ түгел

Яңы әҙәби премияға йомғаҡ киләһе айҙа яһаласаҡ

Теүәл бер йыл элек «Йәшлек» Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән берлектә ҡабатланмаҫ талантлы шағир, драматург Рәмил ҡолдәүләт исемендәге әҙәби премия булдырғайны. Йәш таланттарҙы асыу, башҡорт әҙәбиәтенә халыҡта һөйөү уятыу һәм тәрбиәләү – уның маҡсаты.
Йыл буйы баҫмабыҙҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булмаған ижадсыларҙың әҙәби әҫәрҙәре донъя күрҙе. Гәзит битендә уҡымлы хикәйәләр, хисле нәҫерҙәр, үҙенсәлекле шиғырҙар баҫыла килә. Жанрҙа ла, темала ла сикләү булманы. Йыл аҙағында бәйгеселәр бигерәк әүҙемләшеп китте, шунлыҡтан, әҙерләнеп тә, баҫылып өлгөрмәгән ижад емештәре күп редакция папкаһында.
Башта, премия йыл аҙағында, абруйлы жюри һәм ойоштороусылар фекеренә таянып, иң шәп әҙәби әҫәр авторына биреләсәк, тип билдәләһәк тә, хаттар күп килеү сәбәпле һәм ойоштороусыларҙың теләген иҫкә алып, бәйгене бер-ике айға оҙайтырға булдыҡ. Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы февраль айында булыр тип торабыҙ. Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе Мирхәт Зиннәт улы Рәжәпов, төп бүләк – ноутбук еңеүсене көтә инде, тип хәбәр итте. Дәртләндереү бүләктәре лә ҡаралған. Тимәк, бәйге дауам итә, шәп әҫәрҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

Мөхәрририәт.

Ул кисте, көтөлмәгән мәшәҡәттәр арҡаһында, ҡайтыр юлға һуң ғына сыҡтым. ҡайҙа әле ул мәлдә хәҙерге ялтлап ятҡан асфальт, ҡайҙа, гөжләшеп, теге яҡҡа ла, был яҡҡа ла елеп уҙған төрлө автобустар. Бары сана юлы ғына. Ошо бормаланып ятҡан аҡ һуҡмаҡ буйлап миңә егерме бер саҡрымды тәпәйләйһе. Әйтеүе анһат, ә бара башланыңмы...
Шулай ҙа атлауы еңел, күңелгә рәхәт ине. Сәбәбе: мин бөгөн, ниһайәт, хыялымда йөрөткән күптәнге маҡсатыма ирешә алдым. Оло ҡыйынлыҡтар аша булһа ла. Хәйер, беҙҙең илдә теләк-маҡсатына еңел генә ирешеүселәр, ғөмүмән, бармы икән? Булһа ла, бик һирәк кенәлер. Ябай кешеләр араһында тиеүем инде... Ярай, нисек кенә булмаһын, әллә ҡасанғы эшем эш булды, шуныһына шөкөр.
Уйҙарымды ат бышҡырған тауыш бүлдерҙе. Мин, һәр йәйәүле һымаҡ, артыма боролоп ҡарай һалдым. Шыма ҡар өҫтөндә ярылып ятҡан юлдан ерән ҡашҡа ат егелгән ылау килә ине. Бирҙе бит Хоҙай! Бына-бына бар донъяны үҙ ҡосағына аласаҡ ҡараңғылыҡта, төртәләнеп, һөрлөгә-йығыла барғансы текә генә ултырып ҡайтыуың бары хыял ғына һымаҡ тойолған мәлдә... Ултыртһа ярай ҙа...
− Әссәләмә-ғәләйкү-үм, юлсы! − Киң терәкле эш санаһында ҡуҡырая биреп ултыр­ған ҡыҙыл йөҙлө ҡарт әллә ҡайҙан уҡ сәләмләп тауыш бирҙе. Ихлас күңелдән. Күрше ауыл татары икән.
− Вәғәләйкүм-әссәләм, ағай!
− Әйҙә йәбеш, һәләк йәтеш тап булдың, − кәпәс ҡолаҡсындарына ҡылау ултырған бабай хатта ҡыуанып киткәндәй итте, – яңғыҙым эс бошоп бара ине әле.
Эс бошоп бара ине, тип ул хаҡлы әйтә. Үҙем дә яңғыҙ көйө санала йөрөргә яратып етмәйем − күңелһеҙ. Йәнәшәңдә хәбәр тоғон бушата барырлыҡ әңгәмәсе иптәшең булһын ул. һөйләшеп килгәндә, шул уҡ тиҙлек менән барыуға ҡарамаҫтан, юл да ырай кеүек, ваҡыттың да үткәне һиҙелмәй.
Күпереп ятҡан бесән өҫтөнә менеп ҡунаҡлай һалдым, һеңеп төшөрмөнмө тиһәм, аҫта тулы тоҡтар булып сыҡты. Бына ни сәбәптән ситәнгә ҡунған ата күркәләй ҡуҡырайып килә ылау хужаһы. Мин дә ҡуҡырайҙым. Былай ҡулайыраҡ та икән. Ат еле ныҡ ҡына бәреүгә-бәрә, әммә уныһына ғына түҙерлек.
− Тирмәндән ҡайтып киләм, энем, − күңеле күтәренке хужа шунда уҡ һүҙ башланы, һуҡмышыраҡ икән. Уның һүҙ артынан кеҫәгә кермәҫ әҙәм икәнлеге күренеп тора. Телсән халыҡ затынан бит: беҙҙеке уйлағансы, ул һүҙен бөтөрә.
− Ниңә улай алыҫтан?
− Һорама ла, ҡыҫыҡ тирмәненең башына етеп, әрәм иттеләр. Хәҙер, ана, ер аяғы ер башы ергә, район үҙәгенең үҙенә йөрөргә тура килә. ҡалай итәһең, икмәк ашағы килә − йөрөйһөң. Илле саҡрымдан ашыу ара! Көнөнә урарға кәрәк. Уныһы ла һәр саҡ килеп сыҡмай, һәптәнләйһең шунан фатир эҙләп. Ярай әле үҙемдең ызнакум бар. Баш терәр урыны булмағандар төндө, өшөп-туңып, асыҡ һауала үткәрә. Эсәләр, һуғышалар. Әле яңыраҡ берәүҙе һуйып ҡуйҙылар. Сиратҡа талашып. Бәләкәс кенә өс сабый етем ҡалды. Ошо булдымы эш? ҡыҫыҡ тирмәненең кемгә зыяны тейгәндер? Уны ботарлап ташлау кемгә ниндәй файҙа килтергәндер? һис баш етмәй. Ю-юҡ, беҙҙә тәртип тигән нәҫтә булманы ла, булмаҫ та. Ысын. Ябай хеҙмәт кешеһен бер тин шайы күрмәйҙәр...
Дилбегәне һирәк-һаяҡ ҡына ҡаҡҡылап ҡуйған ылау хужаһы шул рәүешле, йәшәйешкә зарланып, һөйләне лә һөйләне. Уның күпселек һүҙҙәре бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға ине. Йәғни, уҡытыусылар әйтмәксе, ул мине йәлеп итә лә, ҡыҙыҡһындыра ла алмай. Сөнки халыҡ телендә йөрөгән һүҙҙәрҙең бындайҙарын көн дә ишетәм. Тормошто ла күреп торам. Ысынлап та, ошо пенсия йәшендәге бабайҙы сатнама һыуыҡтарҙа илле саҡрым ер йөрөтөп ҡуймаҫ өсөн күп тә кәрәкмәй бит. Бары ике-өс ауылға булһа ла бер тирмән төҙөп ҡуйыу етә. Түрәләрҙең ошоно ғына белмәүе мөмкин түгел. Шулай ҙа төҙөмәйҙәр.
Минең, өндәшмәй, битараф ҡиәфәттә килгәнемде бабай аңлап алды, буғай, шунда уҡ һүҙ йүнәлешен үҙгәртә һалды. Отҡор икән.
− Үҙең һуң, үҙең ни йомош менән йөрөп ятаһың, − тип ҡыҙыҡһынды ул башта, − ҡараңғыға ҡалып? Кем балаһы булаһың? ҡайһы ауылдан? Ә-ә, һаҡмар буйы егете икән­һең. Мөғәллимһеңме әллә? Түгелһеңме? Былай культурный күренәһең. Әллә яҙышаһыңдамы? Әйтәм, бит уҡымышлы кеше һымаҡһың...
Инде ҡарт мине төрлө һорауҙары менән күмеп ташланы, уларының күпселегенә ул үҙе үк яуап биреп тә ҡуя. ҡыҙыҡ кеше. Миңә бары «эйе», «юҡ» тип, йә эйәк ҡағып, йә баш сайҡап бараһы ғына. Рәхәт. Күп һөйләргә яратмағас ни. Башҡаларҙы тыңларға әүәҫмен. Тәбиғәтем менән шулаймын. Әлбиттә, һүҙҙәренең тыңларлығы булһа.
Беҙ ҙур булмаған ауылдың зыяратына яҡынлашҡанда бабай өс тапҡыр «ҡолһыуалла»ны уҡып, битен һыпырҙы, һуҡмыш булһа ла, иманы юҡ түгелдер. Миңә, партия ағзаһы булған кешегә, уның әлеге Аллаһы Тәғәләне ололау ғәмәле сәйерерәк тойолдо, ләкин өндәшмәнем. Теге, ахыры, уйҙарымды белеп алды:
− Юл оҙон, өшөмәҫ өсөн илле грамм ғына төшөргәйнем, − тип аҡланғандай итте. – Ялбарыуҙарың ихлас күңелдән икән, бының ғына зыяны юҡ, туғаным. Әллә үҙең дә берәй­ҙе кәгәһеңме? Күңеллерәк булып ҡалыр ине.
− Юҡ, ағай, − тәҡдимдән итәғәтле генә баш тарттым, − кискелеккә йыйылышҡа бараһы. Ҙур түрәләр килергә тейеш.
− Оло түрәләр, тиһеңме? − Юлдашым кинәт тоҡанып киткәндәй итте лә, шулай уҡ ҡапыл һүнде. − Улайһа, ҡыҫыҡ Тирмәне хаҡында һүҙ ҡуҙғатып ҡара әле, бәлкем хәл итерҙәр, ә? − Уның ошо бәләкәй генә үтенесенең тормошҡа ашырына ышанмағанлығы күренеп тора ине.
− Самалап ҡарарбыҙ...
− Беләһеңме, туғаным, ошо ҡәберлеккә ҡағылышлы бик ҡыҙыҡлы, әллә ҡыҙғаныслылыр ҙа бер тарих бар, − тип ҡуйҙы бабай, күпмелер ваҡыт һүҙһеҙ килгәндән һуң, − бәлки, хәбәрҙарһың да...
Бындайын, әлбиттә, иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай.
− Юҡ. Ишеткәнем юҡ, белмәйем дә, − ти һалдым. Сөнки был ауылға, уның зыяратына ҡағылышлы ул-был хәбәр ишеткән юҡ ине. ҡолаҡтарым ҡарпайҙы.
− Эй-йе, әлеге хикмәтле хәл был ауылдың ғына түгел, ә яҡын тирә кешеһен дә тетрәткәйне ваҡытында. Теләгең булһа, һөйләйем. Ысынлап та, фәһем алырлыҡ тарих. − Юлдашым миңә боролоп ҡараны. Уның ошо тарихты шул тиклем һөйләгеһе килгәне сырайына бәреп сыҡҡан. Мин: «Кәрәкмәй, һөйләмә», − тиһәм, ул сырай хәҙер генә һытылып китәсәк.
− Әлбиттә, − тинем ихлас күңелдән, − фәһемле тарих һәр саҡ ҡыҙыҡлы бит ул. Хәлдәрҙең хикмәтлеһе кемде ҡыҙыҡһындырмай?
− Әйткәндәй, минең исемем – Мөхәмәтшафиҡ. Шафиҡ тип кенә әйтһәң дә була. Шулай ҙа яҙғаныңда, Мөхәмәтшафиҡ ағай һөйләне, тип яҙырһың. − Йүнсел бабай шунда уҡ аҡ ҡағыҙға әллә төшә торған, әллә юҡ тарихҡа авторлыҡ хоҡуғын да нығытып ҡуйҙы. Афарин!
− Ярай, ағай, шулай итермен. − Мин сараһыҙҙан тыя алмаҫ йылмайыуымды күрһәтмәҫ өсөн башымды ситкә борҙом.
Шафиҡ ҡарт фекер туплағандай бер аҙ ултырғандан һуң:
− Һа-ай, туғаным, ул заманда-ар! − тип һуҙа ҡуйҙы. − Онотолмаҫ замандар! Нимәләрен генә күрһәтмәне ул беҙҙең быуынға.
− Эйе, һеҙҙең йәшлек йылдары замананың шауҡымлы ла, ялҡынлы ла сағына тура килгән. Уның ҡарауы, оноторлоҡ түгел, иҫләрлеге, һөйләрлеге бар, – бабай­ҙың һалпы яғына һалам ҡыҫтырып ебәрҙем.
− Бына быныһын хаҡ әйттең, энем. − Бабай ысын йөрәктән ҡыуанып китте, − эргәңдә аңлы кеше булғанында һүҙ һөйләүе үҙе бер кинәнес бит ул.
Мин өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем.
− Шулай, алман тиле ябырылырҙан алда беҙҙе − хәтһеҙ генә Туймазы татарын – ошо яҡтарға, Башҡорт иле төпкөлдәренә, күсерергә тотондолар, − тип хикмәтле тарихын башланы Мөхәмәтшафиҡ. − Әллә күсерҙеләр, әллә ҡыуып ебәрҙеләр – уныһына беҙҙең баш етмәй ине. Сталин әйткән икән, тимәк, шулай кәрәк. Ул мәлдә үҙем ошолай уйлай инем, хәҙер икенсе төрлөрәк фекерҙәмен: беҙҙе күсермәгәндәр ҙә, ҡыумағандәр ҙа, ә, тыуған үҫкән ерҙәребеҙҙән айырып, һөрөп ебәргәндәр. Буш ятҡан ерҙәрҙе үҙләштерер өсөн, башҡорт менән татарҙы аралаштырыр өсөн. Империяның борон-борондан килгән политикаһы!
Башта икешәр-өсәр ғаилә итеп ауыл һайын бүлгесләп ултыртҡайнылар. Әммә ләкин беҙҙең халыҡ айырым-айырым йәшәй алмай, дүрт-биш йыл үтеүгә бер ауылға туплана һалып алдыҡ. Был тәңгәлдә һуғыш тыуҙырған буталсыҡ ығы-зығының да «файҙаһы» теймәй ҡалмағандыр. Илең йәшәү менән үлем араһында торғанда беҙҙә кем ҡайғыһы? Тыныс мәл булғанда быға юл ҡуймаҫтар ине, тип уйлайым. Тупландыҡ, сөнки күмәгеңә еңелерәк тә, күңеллерәк тә бит ул. Әйтергә кәрәк, башҡорттарҙың да төрлөһө булды: кемдер беҙҙе йәлләп, эскерһеҙ, асыҡ күңел менән ҡабул итһә, кемеһелер, килмешәккә һанап, ҡырын ҡараны. Шулай ҙа асыҡтан-асыҡ яманлыҡ ҡылып йөрөүселәр булманы, шөкөр. Һәр кем хәленсә кәсеп итеп, донъя бөтәйтеп, йәшәй башланыҡ. Бындағы ҡырҙар­ҙың иркенлеге, сөм ҡара тупраҡтың уңдырышлығы беҙҙе хайран ҡалдырҙы. Сат йәбештек. Ләкин, һәр кем кеүек, арабыҙҙа ерҙе үҙ итмәүселәр ҙә табылды. Улар ауыр эштән ҡурҡа ине. Исем-шәрифен атап тормайым инде. Хәйер, барыһын хәтерләмәйем дә шикелле. Яҡшы кешеләр генә хәтерҙә ғүмерең ахырынаса ҡалыусан бит ул, ә ямандары... Ямандарын хәтер этәрә, булмыш ҡабул итмәй.
Ана шундайҙарҙың береһе (әлеге лә баяғы, исемен атамайым, иҫән туған-тыумасаһы бар, уҡыһалар, үпкәләрҙәр. Мөғәмбәр тип кенә атайыҡ та ҡуяйыҡ) ғаиләһен арлы-бирле урынлаштырҙы ла, күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Ул сәйер Хоҙай бәндәһе кәрәкле ҡағыҙҙарын нисек юллап алғандыр, ҡайҙалыр сығып китергә уға кем рөхсәт иткәндер? Ә бит беҙҙең ишеләргә ул осорҙа закон ҡаты булды: рөхсәтһеҙ ярты аҙым да яһарға ярамай. Ул ғынамы, алты айға бер, тейешле урынға барып, теркәү яңыртырға бурыслы инек. Мотлаҡ. Тәртипте һанға һанамайһың икән, ғәзиз башыңды Себергә оҙатыуҙары ла бар. Әйтәм бит, тәртип ифрат ҡаты ине. Ә теге ыжлап та бирмәй, сыҡты ла китте. Китеүе-китеү, иң аптыратҡаны шул булды: бер йыл тигәндә ул ҡабат ҡайтып төштө. Иҫән-һау, ағзалары теүәл. Үҙенә бер ни ҙә булманы, ғәжәп. Ул хатта ҡайҙа йөрөгәнлеген дә йәшереп торманы. Тауҙар араһында ятҡан Тажикстанда кәсеп итеп йөрөйөм, тине. Тик барыбер кәсебенең ниҙән ғибәрәт икәнлеген аныҡ ҡына әйтеп еткермәне. Бары, күкрәген кирә биреп, йәннәт баҡсаһында эшләйбеҙ, тип кенә ҡуйҙы.
Мөғәмбәр беҙ, ҡараға батҡан ауыл кешеләре, кеүек фәҡир түгел ине, ярайһы ғына дәүләт туплап ҡайтҡайны. Күрше-тирәһенә мул ғына күстәнәс, кескәйҙәргә хатта кейем-һалым да таратты. Әйтергә кәрәк, һаран булманы. Йәйге кистәрен ир-ат уның өйө алдындағы бүрәнәлә гәпләшеп ултырыр ине. Эйе-эйе, әлегә осон-осҡа ялғай алмаған күскенселәр көллөһө лә фатирҙа торғанда уның шәхсән үҙ өйө булды, һатып алды. Аҡсаһы мул ине шәт.
Беҙ, ярым-яланғас малайҙар ҙа, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар ишетеп ҡалмаҡҡа, атай-ағайҙар тирәһендә ураңғылана торғайныҡ. Ауыл ирҙәре Мөғәмбәр алып ҡайтҡан гәзит ҡағыҙына урап махорка тарта, ә тегенең үҙ махоркаһы. Ул эре итеп туралған йәшел япраҡтарҙы төрөп һура. Их, ул тәмәкенең татлы еҫтәре-е! Әле булһа һауала эленеп тора һымаҡ, һуңға табаныраҡ мин шуға иғтибар иттем, айырым ләззәт менән төтөн йотоп алғандан аҙаҡ Мөғәмбәрҙең тышҡы ҡиәфәте генә түгел, холоҡ-фиғеле лә үҙгәрә лә китә. Йомоғораҡ әҙәм күҙ алдында кинәт алсаҡланып йор һүҙҙәр һөйләргә тотона, шаярта-көлдөрә. Тағы ла, өлкәндәр юғында ғына, хуш еҫле тәмәкеһен беҙгә лә тарттыра. Үҙем дә, ул мәлдә ун йәшлек үҫмер, «ауыҙ итеп» ҡараным. Бер тапҡыр ғына. Башҡаса уға әйләнеп тә ҡараманым. Ни өсөн тигәндә, башта, эскә һурам, тип сәсәп үлә яҙһам, аҙаҡ, йоҡларға ятҡас, күҙемә әллә ниндәй ҡурҡыныс йән эйәләре күренеп, һаташып-баҫлығып сыҡтым. Йоҡо йоҡо булманы. Әсәйем менән атайым хафаланып бөттө. Әлеге мәхшәр өс көн, өс төн дауам итте. Һуңынан, баш-күҙ алып, аяҡҡа баҫҡас, теге тәмәкене тағы тартҡы килеп тик тора. Тартманым. Үҙемсә ихтыяр көсө етерлек булғандыр. Башҡа малайҙар тарта ине. Тарталар ҙа иҫерә лә китәләр. Ни ҡыланғандарын үҙҙәре белмәйҙәр.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: ауыл ирҙәре йыш ҡына төшөрөп алып, барыһы яратҡан: «ҡасан ҡайтырбыҙ илгә» йырын йырлап күңел асҡанда, йә һуғышҡанда, еңелдән булмаған мәғшиәттең сәбәпсеһе һанап, ҡатындарын түпәләгән саҡта Мөғәмбәр хәмерҙе ауыҙына ла алманы. ҡыҫтаһалар ҙа, ныҡ торҙо. Ниндәйҙер кинәйә менән көлөмһөрәп, ул: «Минең иҫерткесем бына ошо тәмәкелә», − тип кенә ҡуйыр ине. Мәрәкә кеше. Ваҡыт үтеү менән ирҙәр уның һурғанын «нахуш тәмәкеһе» тип атай башланы. Уныһы мәғжүн сәскәһенән эшләнә, имеш. Мин әлеге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен үҫә төшкәс белдем. Ул яман, йәғни насар тәмәке тигәнерәк төшөнсәне бирә икән. Ана шул нахуш тәмәкеһен тартып, малайҙар тинтәкләнеп йөрөй торғайны. Хәҙер килеп шуныһы сәйер: ошо хәлде күрә тороп атай-әсәйҙәр Мөғәмбәргә һүҙ әйтмәне. Әллә унан ҡурҡалар ине, әллә башҡа сәбәбе булдымы, кем белһен. Хәйер, Мөғәмбәр яҡындарына ғына түгел, барлыҡ ауылдаштарына ла ҡарата үтә ябай, миһырбанлы һәм йомарт ине. Әйтәм бит, һаранлыҡтың унда «һ» хәрефе лә булманы. Торғаны изге йән инде. Үҙем уның кешегә ҡарата бер ауыр һүҙ әйткәнен хәтерләмәйем. Бәлки, шуға күрә ара боҙорға теләмәгәндәрҙер. Нисек итеп изгене йәберләмәк кәрәк?
Шулай ҙа изге йәнгә лә, ризаһыҙлыҡ белдереп, ауыр һүҙ әйтеүсе табылды. Ул да булһа ауыл муллаһы ине. Бөтәһе үҙ иткән Мөғәмбәрҙе мулла асыҡтан-асыҡ яратманы. «Шул шайтан ризығыңды имдереп, бала-сағаны аҙҙыраһың. Ярамай икәнлеген белә-тора, − тип орошҡаны хәтерҙә. − Һинең тәмәкең тәмәке түгел бит ул, ә нәғеҙ бер ыу. Бигерәк тә нығынып етмәгән ыуыҙ тән өсөн. Тәнен генәме, йәнен дә ағыулайһың бит һин малайҙар­ҙың! Һуң булмаҫ элек аҡылыңа ҡайт! Юғиһә...» Нәғеҙ ыу тип мулла хаҡты әйткәндер. Сөнки нахушты мулыраҡ һурып ташлаған бер нисә малай, ағыуланып, йәшәү менән үлем араһында ятты. Хатта шунан һуң да Мөғәмбәргә тел тейҙереүсе булманы, аптырарһың.
Тажик тарафтарына өсөнсөмө, дүртенсеме тапҡыр (аныҡ ҡына хәтерләмәйем) сәфәр ҡылып ҡайтҡандан аҙаҡ ана шул нахушы Мөғәмбәрҙең үҙ башына етте шикелле. Көндәрҙең береһендә уны йәнһеҙ килеш таптылар. Был мәлдә инде нимес менән оло яғалашыу бара ине. Йәнә бер ғәжәп хәлде әйтеп үтәйем: һуғыш башланып, бөтә ир-ат тиерлек ил һаҡларға китеп бөткәндә Мөғәмбәр нисектер фронтҡа алынмай ҡалғайны. Бына бер утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ йән! Ауылда бары ҡыҙ-ҡатын да, малай-шалай, ҡарт-ҡоро. Ир тип әйтерлек теге алтмыш йәштәге мулла ғына. «Нахушын артығыраҡ һурып ташлаған, шунан үлгән», − тине ул мәйетте һуңғы юлға әҙерләгәндә. Ә ҡатыны һығылып төштө: «Имам ағай, ирем бер ҙә генә үлгән кешегә оҡшамайсы. Ана ҡарағыҙ, төҫө үҙгәрмәгән, тәне ҡатмаған. Йылмайып ҡына ятҡандай. Әллә ерләүҙе кисектереп торайыҡмы? И Аллам!» Ләкин яуап ҡәтғи булды: «Нисек инде үлмәгән? Кисәге көндән бирле һулыш алмай йәнһеҙ ятҡан үлмәгән буламы? Юҡ, хәҙер үк ер ҡуйынына тапшырабыҙ. Мәрхүмде көттөрөп һалып ҡуйыу − ҙур гонаһ, мөҙҙәтендә ерләү − беҙҙең бурыс. Уның тәғәйен урыны хәҙер әхирәттә». Мулла ныҡ торҙо.
Мөғәмбәрҙе ер ҡуйынына әлеге шул йәш-елкенсәк менән ҡарт-ҡоро тапшырҙы, һайыраҡ булһа ла, ҡәбер ҡаҙҙыҡ, мулла бабай ҡушҡанса ләхетен дә алдыҡ. Көс-хәлебеҙсә инде. Ә көскенәбеҙ ана торһон. Аслыҡ ҡырҡа. Әле хәтеремдә: ләхет ябыуын ҡарағас ярҡаларҙан әҙерләнек. Ныҡ итеп. Ауыл ҡарттарының: «Ниндәйҙер бер бөткән тәмәкесегә ҡарағас әрәм итмәгә. Уҫағы ла ярар ине», − тип һуҡранғаны иҫтә ҡалған.
Хикмәтле лә, һиҫкәндергес тә хәл Мөғәмбәрҙе ерләп ҡайтҡандың иртәгеһенә булды. Ул йылды емеш һәләк уңғайны. ҡәберлек тирәһендә еләк йыйған ҡыҙҙарҙың, ер аҫтынан килгән ниндәйҙер тауышты ишетеп, ҡоттары осҡан. Шунда уҡ тупланыша һалып, малайҙар ҙа барҙыҡ. Эйе, теге үҙе сәйер, үҙе шомло тауыш ысынбарлыҡ ине. Ул тап Мөғәмбәрҙең сөм ҡара тупраҡлы ҡәбере тәңгәленән килә. Кемдер ҡысҡырған һымаҡ та, нимәнеңдер гөп-гөп иткәне лә ҡолаҡҡа салынып ҡала. Был хаҡта беҙ, йүгерешеп ҡайта һалып, муллаға еткерҙек. Ә ул ғәжәп тыныс тауыш менән: «Аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ бында, балалар, − тине, − Мөғәмбәр ағайығыҙҙан сөъәл һорауы алалар. Яуап бирә алмай икән, гөпөлдәтеп туҡмайҙар. Ул меҫкен инәлеп ҡысҡыра. Бары шул ғына. Гонаһтары күп ине шул фанилыҡта мәрхүмдең... Иманығыҙҙы юғалтһағыҙ, теге донъяла һеҙҙең менән дә шул булыр. Аслан араҡы эсмәгеҙ, тәмәке тартмағыҙ. Бигерәк тә нахуш тәмәкеһен. Ул гонаһ шомлоғо нәмә рухты һындырып, иманды ҡаҡшата. Уны таратыусыға ярлыҡау юҡ». Мулла бабай шулай итеп беҙҙең дә ҡотто алып ҡуйҙы.
ҡәбер янында баштарҙы һәлендереп, өндәшмәй, оҙаҡ ҡына торғандан һуң таралыштыҡ. Ауылға етәрәк ҡаршы килгән Мөғәмбәр ҡатыны: «Хәҙрәт, әллә ҡаҙып ҡарайыҡмы? Тереләй күмгәнбеҙҙер ул», − тиеүенә лә имам-хатип аныҡ яуап бирҙе.
«Зыяратты ҡаҙып, гонаһҡа батаһыңмы? Әруахтар рухын бимазалап, сөъәлдәрен яңыртаһыңмы? Юҡ, булмай! Әйтәм бит, иреңдең гонаһтары ауыр булған, шунлыҡтан яуапты ла ныҡлап алалар», – тигән хөкөм сығарҙы ул. Ахыры, яҙмышына буйһонған тол ҡатын башҡаса һүҙ көрәштереп маташманы. Шулай ҙа уны, төн ҡараңғылығына ышыҡланып, ҡәберлеккә барған, тинеләр. Теге шом тулы ауаздарҙы үҙ ҡолаҡтары менән ишетер өсөн барҙымы ул, әллә тауыш биргән ирен ҡаҙып сығарырға уйланымы, уныһы беҙгә билдәһеҙ ҡалды.
Мин, ишеткәндәремә ышанырғамы, юҡмы, тип шаңҡыған көйө байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ултырҙым.
− Һөйләгәндәремдең мәғәнәһенә төшөнәһеңме, энем? − Мөхәмәт­шафиҡтың һорауы мине асылыма ҡайтарҙы.
− Төшөнәм дә, юҡ та кеүек, − тинем, башҡаса яуап таба алмайынса, – тимәк, Мөғәмбәр наркотик һатып, аҡса һуҡҡан. Бөтөн шикле эштәрен ҙур аҡса ярҙамында еңел генә хәл иткән. Тик бына ул мәлдә аҡсаға һатылыу тигән төшөнсә булдымы икән? Коррупцияны әйтәм?
− Кәррүпцийә ул, туғаным, борон-борондан килә. Батшалар заманынан. Юҡ, хатта фирғәүендәр осоронан.
− Шулай уҡмы икән?
− Был иҫбат ителгән тарихи факт.
− Мин иман һаҡсыһы – мулла кешенең һушын юғалтып ятҡан әҙәмде тере көйө ергә күмә алыуына ышанмайым...
− Быныһы, әлбиттә, бәхәсле мәсьәлә. Әммә ләкин мин бит ер аҫтынан килгән ауаздарҙы үҙ ҡолағым менән ишеттем. Башҡаса дәлил килтерә алмайым.
− ҡот осҡос яза.
– Ә кешеләрҙе нәшә менән ағыулау, башҡаларҙың сәләмәтлеге хаҡына мал туплау ҡот осҡос түгелме ни? Мөғәмбәрҙең үҙе борхотҡаны әллә ни ҡурҡыныслы булмаһа ла, уның тауҙар араһында ҡыҙыл мәктән етештергәне яман нәмә, тиҙәр. Әфйунмы шунда. Әфйун тырнағына бер ҡаптыңмы...
− Шулай ҙа хөкөм итергә ине.
− Ил яҙмышы, донъя яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған саҡта уның менән кем булашып йөрөһөн, үҙең уйлап ҡара.
− Эйе шул.
Ошо урында ауыр һәм оҙайлы тынлыҡ урынлашты, икебеҙ ҙә үҙ уйҙарыбыҙға сумдыҡ. ҡайһы аралалыр бар донъяны ҡаплап алған ҡараңғылыҡта бары аттың һирәк-һаяҡ бышҡырып ҡуйыуы, лерт-лерт юртҡаны, сана табандарының моңло һыҙғырыуы ғына ишетелә. Алда бейек кенә тау төҫмөрләнде. Мин сананан төштөм. Арыған атҡа еңелерәк булһын, тип. Өшөп ойой башлаған аяҡтар шунда уҡ яҙылып китте, бөтә тәнем буйлап йылылыҡ таралды.
− Бына хәҙер кәрәк ине шул ысул, – тип ҡуйҙы Шафиҡ бабай, мин ҡабат урыныма менеп ултырғас, – нәшә менән сауҙа иткәнлеген белеп ҡалыу менән хәшәрәтте юҡ ит тә ҡуй. Ул яуызлыҡ менән башҡаса көрәшеү юлын күрмәйем. Әле бит ул ағыуҙы тәмәке генә итеп тартмай­ҙар, тамырҙарына ҡаҙайҙар. Ә уны таратыусылар миллионлап табыш ала. Кеше хәсрәтендә! Йән тетрәткес!
− ҡаты кеше булған икән.
− Нимә?
− Мулланы әйтәм.
− Ә-ә, эйе, ҡаты ҡыланған, уныһы факт, әммә ғәҙел. Ошонан, һинең ғәзиз балаңды, күрәләтә ағыулап, әжәл ҡосағына этәрһәләр, ни эшләр инең?
Өндәшмәнем. Сөнки Шафиҡтың был һүҙҙәренә яуап эҙләп аҙапланыу кәрәкмәй ине.
− Был осраҡта, туғаным, шуныһы фәһемле: иҫкелек ҡалдығы һаналған ауыл муллаһы асылда иң алдынғы ҡарашлы кеше булған түгелме?! − Ылау хужаһы тағы телгә килде. Был юлы ул элек һөйләгәндәренә йомғаҡ яһай кеүек тойолдо. − Ни өсөн тигәндә, башҡалар теге яуызға ҡарата битараф ҡалған мәлдә, ул бер үҙе көрәшкә сыҡҡан. Мулла шунда уҡ аңлап алған: теге, нәшә тигәнең таралып китһәме... Шуға күрә яуызды тамырынан, юҡ, шытып килгәнендә үк йолҡоп ташларға теләгән һәм теләк-ниәтенә ирешкән. Ул быны, күрәһең, башҡаларға һабаҡ булһын өсөн дә эшләгәндер. Минеңсә, хәҙрәттең, уны таратыусыға ярлыҡау юҡ, тигән һүҙҙәрендә оло мәғәнә йәшеренгән. Мин үҙем башта уны Хоҙай ярлыҡауы хаҡында һүҙ йөрөткәндер, тип уйлай инем. Һуңынан, байтаҡ йылдар үтеп, башҡа бер аҙ аҡыл керә башлағас, төшөндөм: мулла үҙе кеүек үк әҙәми зат ярлыҡауын күҙ уңында тотҡан, имеш.
– Һәм хөкөмһөҙ яза ойошторған. Йәғни самосуд.
− Эйе, хөкөмһөҙ яза. Әммә ғәҙел яза. Мөғәмбәрҙәр, ысынлап та, ярлыҡауға лайыҡ булырға тейеш түгел.
− Ә выждан?
− Мин уйлайым, ул выждан ғазабы кисермәгәндер. Уның бит берҙән-бер дөрөҫ юл һайлағанлығына тамсы ла шиге булмаған. Дөрөҫлөгөңдә шигең юҡ икән, выждан ғазабы ла юҡ. Һин беләһеңме, йәннәт баҡсаһы, тигәне, асылда, Мөғәмбәрҙең үҙе өсөн генә ысын йәннәт булған. Уның ише йәннәттең кемгә хәжәте?
Алда емелдәшкән ауыл уттары күренде.
− Бына, туғаным, насип иткәс, һин ҡайтып та еттең, ә миңә әле, һи-и-и, бараһы ла бараһы. Ярай, иҫән бул.
– Һау булығыҙ, Шафиҡ ағай. Рәхмәт.
Мин сананан төшөп ҡалдым. Беҙ айырылыштыҡ. Йөк өҫтөндә ҡуҡырайып ултырған оло кешенең, атына һүҙ ҡуша-ҡуша, ҡараңғылыҡ ҡосағына инеп юғалғанын оҙаҡ ҡына ҡарап торҙом.
Эңер һалҡынлығы үҙенекен итә: табан аҫтында ҡар көн үҙәгендәгегә ҡарағанда ҡатыраҡ та, уҫалыраҡ та шығырлай. Ул атлаған һайын гүйә: «Яр-лы-ҡау юҡ! Яр-лы-ҡау юҡ!» − тип киҫәтә ине.
Иҙрис НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!