RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

06.01.2012 Яңы йылда бүләк… ҡыҙ

2010 йылды күмәкләп, ғаилә менән оҙатырға йыйындыҡ. Беҙ 2011 йылдың ғинуар айына бәпес көтә инек. Яңы йыл алдынан һәр ваҡыт икенсе йылға эш ҡалдырмаҫҡа тырышаһың. Ирем менән, бәләкәскә тип, үҙебеҙҙең йоҡо бүлмәһенә обой йәбештерә башланыҡ. 26 декабрь кисендә йәбештереп бөттөк һәм ауырып та киттем. Төндә ирем дауаханаға алып барҙы. Иртәгәһенә, 27 декабрҙә, көндөҙгө сәғәт дүртенсе яртыла ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Туғандарым бик ныҡ шатланды. Сөнки өйҙә ике улыбыҙ үҫеп килә. Тәүҙә сабый тыуыуына ышанмағандар, сөнки бәпесте Яңы йылдан һуңға көткәйнеләр.
Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Бергә ятҡан ҡатындар берәм-берәм ҡайта башланы. Беҙҙең дауахана өс ҡатлы бинала урынлашҡан, беренсе ҡатында ауырлы ҡатындар ята, улар ҙа ҡайтып китте. Ә беҙ, бала тапҡандар – икенсе ҡатта. 31 декабрҙә, шулай итеп, ике ҡатҡа бер булып, ҡыҙым менән тороп ҡалдым. Дежур шәфҡәт туташтары, миңә күңелһеҙ булмаһын тип, телевизор индереп ултыртты. Әсәйем, туғандарым cәғәт һайын шылтыратып тора, мине йыуаталар: «Яңы йылға һиңә ҡыш бабай ҙур бүләк − ҡыҙ бүләк итте», – тип. Улар шылтыратҡан һайын илайым. Иламаҫҡа тырышам, әммә күҙҙән йәштәр үҙҙәренән-үҙҙәре аға ла аға. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, әммә таҫтамал һығып алмалы булды. Шул тиклем күҙ йәше буламы икән?
Бында тағы ла иң ныҡ шатланғаны апайымдың ҡыҙы Гүзәл менән улы Айнур булғандыр. Сөнки улар алдан Яңы йыл ҡаршыларға өй һорап йөрөй ине. Уларға ла байрамды ҡаршыларға өй булды. Иремдең һөйләүе буйынса, йәштәр шәп байрам иткән, эсеп түгел, сөнки улар икеһе лә һау-сәләмәт тормош алып бара. Мунса яҡҡандар, ниндәй генә салат әҙерләмәгәндәр. «Иртәнсәк эштән ҡайтһам, һыуытҡыс, өҫтәл тулы аҙыҡ, билмән, салаттан алып ҡыҙыл балыҡҡа тиклем. Әллә нисә көн һыйландым», − тип көлә.
Яңы йылды, шулай итеп, мин – дауаханала, ирем – дежурҙа, ике улым апайымдарҙа ҡаршы алдыҡ. Нисек Яңы йылды ҡаршылайһың, йыл буйы шулай буласаҡ, тиҙәр. Ә беҙҙең, киреһенсә, йыл буйы ғаилә менән бергә булдыҡ, бер ҙә айырылманыҡ һәм һәр ваҡыт шат, көләс йөрөнөк.
Быйыл беҙҙең бәләкәсебеҙ – Зиләгә бер йәш тула. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ бөтәһе лә Яңы йылға беҙгә килергә булды. Ике байрам бергә үтәсәк, Алла бирһә.
Тағы бер Яңы йыл тураһында яҙмаҡсымын.
Бәләкәй саҡта бөтә балалар ҙа ҡыш бабайҙың барлығына ышана. Беҙ төрлө миҫалдар килтереп аңлатып ҡараһаҡ та, ҙур улым Айгиз ышанмай.
31 декабрҙә һәр ваҡыт Яңы йыл ҡаршылағас, балалар йоҡларға ята, ә беҙ ошо төндә шыршы төбөнә ҡыш бабайҙың бүләген һалабыҙ. Ә иртәнсәк балалар йоҡоһонан тороу менән шыршы төбөнә йүгерә. Был юлы ла бүләктәр алып ҡайттым да, урамда боҙоҡ ултырған машина эсенә һалып торҙом. Ваҡытлыса. Ул йылды бик күп ҡунаҡ килгәйне. Көнө буйы йүгереп йөрөп, бүләк һалырға онотоп, Яңы йылды ҡаршыланыҡ та, ятып йоҡланыҡ. Иртәнсәк бәләкәс улым Фәнзил бөтәбеҙҙән дә алдан тороп, шыршы төбөнә йүгергән, ә унда ҡыш бабайҙың бүләге юҡ бит инде. Эргәмә килгән дә илап тора. Мин йүгереп тышҡа сығып киттем. Сыҡһам… шундай матур итеп ап-аҡ ҡар яуған. Кире индем дә, тиҙ генә ҡағыҙ менән төҫлө ҡәләм алып: «Бүләгегеҙ машина эсендә», – тип яҙҙым һәм балалар күрмәгәндә генә шыршы төбөнә ырғыттым. Үҙем, белмәмешкә һалышып: «Бәлки, ҡыш бабай берәй яҙыу ҡалдырғандыр, әйҙә эҙләп ҡарайыҡ», − тигән булып, шыршы төбөн ҡарай башланым. Миңә балалар ҙа ҡушылды. Аталары ҡағыҙҙы табып алып, тегеләргә ҡысҡырып уҡый, үҙе миңә аптырап ҡарай. Уға күҙ ҡыҫтым да, әйтәм: «Әйҙәгеҙ, кейенәйек тә, күмәкләшеп сығып ҡарайыҡ!». Сыҡтыҡ, балалар, ҡыуанышып, бүләктәрен алды ла, ҙур улым: «Эй, әсәй, атай, һеҙ һалғанһығыҙ, мин беләм!» − ти. Мин: «Әгәр беҙ һалһаҡ, эҙебеҙ булыр ине, ә бында әле беҙ һалған эҙҙән башҡа бер ниндәй ҙә эҙ юҡ», − тим. Ул ҡарап-ҡарап торҙо ла, ауыр көрһөнөп: «Точно ҡыш бабай бар икән», − тип ҡуйҙы. Ә аталары: «Ысы-ы-ы-ын, дә-ә-ә», − тип һуҙҙы. Ә мин, эстән генә, төндә ҡар яуыуына, улымды, хатта иремде лә, ҡыш бабай булыуына ышандыра алыуыма ҡыуандым.

Нурзилә САФИНА.
Күгәрсен районы,
Мораҡ ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!