06.01.2012 Шыршы артынан
Был хәл Күгәрсен районының Үрге Бикҡужа ауылында булды. Яңы йылды һәр ваҡыт йәшел, ҡупшы шыршы менән ҡаршылай инек. Ул йылда ниңәлер әсәйҙәребеҙҙең ваҡыты булманымы, башҡа сәбәпме, шыршыны үҙебеҙгә алып ҡайтырға тура килде.
Беҙ тигәнебеҙ, ике ғаилә балалары: күрше Мәрзиә апайҙың Ғаяз, Ильяс исемле улдары һәм Вәсилә апайым менән мин. Атайҙарыбыҙ бер йылдараҡ вафат булды. Әсәйҙәребеҙ – алдынғы һауынсылар. Бер көндө йыйылып, шыршыға киттек. Ғаяз балта алды. Тәүҙә Ағиҙел йылғаһы аша сығырға кәрәк. Уға килеп етеп, боҙға аяҡ баҫыуыбыҙ булды, Ильяс ҡыуышлыҡҡа төшөп китте. Бәхеткә күрә, һыуланып өлгөрмәне. Һөйрәп сыҙарҙыҡ та, йылғаның ҡалған яғын имен генә сығып еттек. Хәҙер бейек Батыросҡан тауына менергә кәрәк. ҡар арыу ғына ҡалынайған. Ярай әле ҡаты, соҡор-тишектәр яһап, аяҡтарҙы тығып, көскә менәбеҙ. Өҫкә күтәрелгән һайын, ел көсәйә. Һыуыҡ битте семетә. Ололар алдан бара, беҙ − арттан. Тауҙың яртыһына еткәс, Ильяс арыны, мыжый башланы. Ғаяз уны ҡайтарып ебәрҙе. Беҙ юлды дауам иттек. Үҙебеҙ өҫкә менәбеҙ, үҙебеҙ артҡа әйләнеп, Ильястың йылғаны сыҡҡанын күҙәтәбеҙ. Ул ҡайтыу яғына бик шәп атлай. Беҙ тау башына менеп еткәндә, ул өйҙә ине инде. Әҙерәк тын алғас, шыршылар үҫкән яҡҡа йүнәлдек. Бында ҡар билдән тиерлек. Саҡ ҡына барабыҙ ҙа сумабыҙ. Ғаяз, егет кеше булып, алдан бара. Уға бигерәк ауыр. Тирләп бөттөк.
Тырышҡан − ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Шуның шикелле, көс-хәл менән шыршылар рәтенә килеп еттек. Үҙебеҙсә һайлап, ҡупшы ғына шыршыларҙы ҡырҡып алдыҡ. ҡулдарҙа шыршы булғас, хәл инеп китте. Әйтерһең дә, өйҙә шыршы биҙәргә йөрөйбөҙ. Ә бит әлеге үткән юлдан кире ҡайтаһы бар. Көрт йырып, ҡарға бата-сума үткән юлға ҡарайбыҙ. Башҡа таҡырыраҡ юлды эҙләйбеҙ. Һәм беҙ тау аҫтынан урап Һирәт утары аша ҡайтырға булдыҡ. Һирәткә тиклем барып етһәк, ҡалған яғын ат юлынан ҡайтабыҙ, йәнәһе. Бәхеткә күрә, берәй атлы ла осраһа! Әгәр алда нимә күрәсәгебеҙҙе белһәк, билләһи, килгән юл асфальт булыр ине.
Тағы ла көрт йырып, Ғаяз алдан бара. Уның эҙҙәренә баҫып, мин киләм. Иң арттан − шыршы тотҡан апайым. ҡар бында тағы ла ҡалыныраҡ булып сыҡты. ҡайһы бер урында аяҡ үрләмәй. Ярты юлға еткәс, бөтөнләй хәл бөттө. Ни алға, ни артҡа барырлыҡ түгел. Эңер төшә башланы. Мин иларға тотондом. Апайым: «ҡотҡарығыҙ!» − тип ҡысҡыра. Тау-урман араһында кем беҙҙе ишетһен! Һирәткә алыҫ. ҡыш көнө беҙҙән башҡа урман араһында кем йөрөһөн инде. Ултыра торғас, өшөттө, ойота башланы. Шулай ҙа ниндәйҙер көс табып, урыныбыҙҙан ҡуҙғалдыҡ. Шыршы ҡайғыһы китте! Бер шыршыны ташлап киттек. Берәүһен алмашлап һөйрәйбеҙ. Һөйрәйбеҙ тигәс тә, мин иҫәпкә бар − һанға юҡ. Апайыма йәбешмәй, үҙем атлағас та еткән. Килә торғас, Ғаяздың галушы төшөп ҡалған. Эҙенә баҫып килгәс, тотондо мине әрләргә. «Шуны ла һиҙмәй киләһең. Күҙең ҡайҙа ҡарай?». Өндәшмәйем. Илар инем, хәлем юҡ!
ҡояш ҡаршылағы тау артына йәшенгәндә беҙ ат юлына аяҡ баҫтыҡ. Их, шунда белһәгеҙ, нисек шатланғаныбыҙҙы! Алтын тапҡанбыҙмы ни! Хәл алырға ваҡыт юҡ, тиҙерәк яҡтыла ҡайта һалырға кәрәк. Бейәләй-быймаларыбыҙ боҙ кеүек ҡатҡан, салбарҙарыбыҙ туңған. Таҡыр юлдан ҡайтыу яғына һыпыртабыҙ. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Ағиҙелгә килеп етһәк, ни күрәбеҙ, боҙ өҫтөнә һыу − шәре сыҡҡан. Нимә эшләргә?! Бына был ваҡытта илаһаң да була. Йылға аша ғына ауыл уттары яна, ә беҙ − был яҡта. Һирәткә барып булмай. Унда урыҫтар йәшәй. Баяғы шикелле, артҡа ла юл ябыҡ, алға ла юҡ!
Нимә булһа ла булыр, тип, йылға аша сыға башланыҡ. Һыуһыҙ ҡатыраҡ боҙға баҫа-баҫа шым ғына киләбеҙ. ҡайҙа унда һөйләшеү! Хатта тын да алмайбыҙ һымаҡ. Был юлға ҡарағанда, көрттән барыр инем, тип уйлайым. Эстән генә Ильястан көнләшәм, ул күптән йылы өйҙә, сәй эсеп, карауатҡа менеп ятҡандыр инде. Ниңә генә уның менән ҡайтманым икән, тип үҙемде әрләйем.
Йылғаны сыҡҡансы, шыбыр тиргә баттыҡ. Ярға, ҡаты ергә аяҡ баҫыу менән ҡарға яттыҡ. Байтаҡ ваҡыттан һуң ауылға йүнәлдек. Беҙгә ауылдың икенсе осона ҡайтырға кәрәк.
Ауыл урамына ингәс, хәл инде. Арыу-талыу ҡул менән һыпырып ташлаған кеүек юҡҡа сыҡты. Иң мөһиме − ике ғаиләгә бер шыршы бар. Иң ҙур шатлыҡ шул булғандыр. Урамдан үткәндә, шыршыны күтәреп, башты юғары сөйөп үттек. Шулай булмай ни, беҙ бит Яңы йыл биҙәге артынан үҙебеҙ барҙыҡ. Йөҙҙәребеҙҙә шул тиклем бәхетле йылмайыу, ә йөрәк шатлыҡтан дарҫлап тибә. Күпме һынау, ҡаршылыҡтар аша тапҡан шыршыбыҙ беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк ине.
Өйгә нисек ҡайтҡанбыҙ, әсәйҙәрҙән эләктеме икән, уныһы иҫтә ҡалмаған. Яңы йылды нисек ҡаршылағанды ла иҫләмәйем. Уныһы ул ваҡытта мөһим түгел ине.
Бик күп йылдар үтһә лә, ошо бала саҡ хәтирәһе күңелдә нығыраҡ һаҡланған. Әгәр балаларыбыҙ бөгөн ҡар кисеп алыҫҡа – шыршыға барған булһа, сәсем «үрә» торор ине.
Шуғалыр ҙа, һәр Яңы йылға шыршыны иптәшем менән алдан уҡ хәстәрләп ҡуябыҙ.
Балалар ҙа байрамды шыршыһыҙ үткәреүҙе күҙ алдына килтермәй. ҡупшыҡайҙы алып ҡайтҡас, күмәкләшеп биҙәйбеҙ. Ә иртәгәһенә ҡыш бабай шыршы төбөнә бүләктәрен ҡалдырып китә.
Миләүшә ИСХАҡОВА.
Мәләүез районы,
Йомаҡ ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары