RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

06.01.2012 Бурандарҙы яра-яра...

«Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсы еңеүсеһе, етмеш ете йәшлек Мәрйәм Вәлитова хәтирәһендә дезертирҙың ысын исемен ни өсөн яҙмаған?
Бурандарҙы яра-яра...
Юлда буран шаярып торһа ла, еңеүсебеҙгә еңел генә, мажараһыҙ-ниһеҙ генә барып еттек. Донъяның илаһи мәле, бар ғаләм аҡҡа ҡойонған, сафлыҡ та, күҙ ҡамашыр аҡлыҡ та. Шаярған буранды ҡыш бабайҙың елгән санаһының еле тип ҡабул иткәнгәме, күңелдә байрам рухы хөкөм итә.
Еңеүсебеҙ Мәрйәм апай беҙҙе ихлас ҡаршы алды, һағынып көткән ҡунаҡтары булып сыҡтыҡ. Самауыры ҡайнаған, ҡоймағы ҡойолған, эҫе мейес эсендә тауығы ҡурылған, салаттары әҙерләнгән... Күстәнәс тотоп барып, үҙебеҙ һыйланып ҡайттыҡ. Беҙҙең килерҙе белеп, Мәрйәм апай­ҙың бер нисә өй аша йәшәгән апаһы – туҡһанды ҡыуған Тәғлимә инәй ҙә килеп етте. Күҙе насарыраҡ күрһә лә, хәтере шәп, зиһене яҡты. Ә һикһәнде тултырып килгән Мәрйәм апайҙың үҙе хаҡында әйтәһе лә түгел, йәш килендәрең ары торһон, йүгереп йөрөп табынын да әҙерләй, эш араһында хәтирәләргә лә төшөп китә, бөгөнгө заман хаҡында фекере менән дә уртаҡлаша. Икеһе лә ғүмер буйы балаларға белем биргән. Тәғлимә инәйҙең ярты быуат ғүмере мәктәптә, балалар араһында үтһә, Мәрйәм Ғәлимйән ҡыҙының мәғариф өлкәһендәге стажы – ҡырҡ ике йыл. Хәҙер улар уҡыусыларының уңыштарына ла ҡыуана, үҙҙәре лә замандан артта ҡалмаҫҡа тырышып, үҙҙәренсә әүҙем тормош алып бара.
– «Йәшлек»те «Ленин­сы» заманынан алдырабыҙ. Йәш саҡта унда мәҡәләләрем дә сыҡҡыланы. Ауыл йәштәренең нисек йәшәүе хаҡында мәғлүмәт биреп торҙом. Нефть техникумында уҡығанда яҙғандарым «Черниковский рабочий»ҙа ла баҫылды. БДУ-ла уҡығанда әҙәбиәткә, телгә иғтибарым тағы артты. Матбуғат саралары менән күпмелер булһа ла бәйләнешем булып торҙо, тип әйтмәксемен.
Мәрйәм апай заманында «Йәшлек»тә үткәрелгән «Тарих яҙыр инем ташына» исемле викторинала ла еңеүсе булған. Бүләк итеп ебәрелгән китапты ҡәҙерле ҡомартҡы күреп һаҡлай. Быйыл «Йәшлек»тә баҫылған сканвордты сисеп, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналынан ҡотлау сәләме алып ҡыуанған. Әле беҙ килеп төштөк күстәнәстәр менән.
– Хәҙер бит тормош етеш, күтәренеп килмәһәгеҙ ҙә ярар ине, балаҡайҙар. Мин бит был хәтирәмде еңер өсөн яҙманым, – тип әйтһә лә, йөҙөнөң балҡып китеүенә иғтибар итһәң, күстәнәс бер кемдең дә кәйефен ҡырғаны юҡ әле.
– Яҙған ризыҡ теште һындырып булһа ла инә, ти бит. Тимәк, һеҙгә яҙған, бик яратып ҡабул иттек ғибрәтле лә, фәһемле лә мәҡәләгеҙҙе, – тим.
Гәзит уҡыусы иҫләйҙер, унда һуғыш осоронда утынға барып аҙашҡан ҡыҙ бала янына Хызыр Ильяс килә. Тик һуңынан уның һуғыштан ҡасып йөрөгән бер бәндә икәне билдәле була.
– Яңыраҡ дауаханала ятып сыҡтым, шунда ваҡыт күп булғас, хәтирәләргә төшөп киткәнмен. Яҙып һалдым.
– Мине нишләптер телгә алмаған, өйҙә инем әле, кейәүгә сыҡмағайным, – тип һүҙгә ҡушыла инәй кеше. Мәрйәм апай, мәҡәлә бөтөн һәм аңлайышлы булһын өсөн һәр деталде телгә алыу мотлаҡ түгел, тип аңлатып та, киләһендә үҙеңде лә яҙырмын, тип йыуатып та ҡуйҙы.
– Абдулла тигән дезертир әҙәм ысынлап та булғанмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Бар ине, беҙҙең баҡса артында йәшәне. Бында мин уның исемен башҡараҡ алдым, балалары иҫән.
– Мәҡәләлә әсәйегеҙ, Хызыр Ильяс осрағас, балам, бәхетле булырһың, тип юрай. Нисек һуң, бәхетлеһегеҙме? – тип һорайым.
Мәрйәм апай оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы ла былай тип ҡуйҙы:
– Дөйөм рәүештә уйлаһаң, барыбер бәхетлемендер, тим. Илемә тырышып хеҙмәт иттем, уҡытыусылыҡ һөнәрен яратып башҡарҙым. Дауаханала ятҡанда көн дә балаларым килеп торҙо. Нимә кәрәк, тип өҙөлөп, тик ауырыма, беҙҙең бәхеткә оҙаҡ йәшә, тип кенә торалар. Аҙна һайын Өфөнән ул-ҡыҙҙарым, ейән-ейәнсәрҙәрем ҡайтһа, өйөм гөрөлдәп торған күгәрсен ояһына оҡшап китә. Бәхет инде был. Тик тормош иптәшем ошо көндө күрә алманы. Заман сирен еңә алмай китеп барҙы. Бына шуға йөрәгем һыҙлап ҡуя... Өлөшкә төшкән ҡайғы-хәсрәттәрҙе лә күрергә яҙҙы инде, шөкөр, ошо апайымдар, туғандар менән бергә еңергә яҙҙы, ауырына түҙергә тура килде...
Сәйе тәмле, һыйы туҡлыҡлы ине апайҙың. Инәлтмәнек, оялманыҡ, өлкән апайҙар ҡулынан сәй яһата-яһата һыйландыҡ. Күңеле матур кешеләр менән ризыҡ та татлыраҡ шул.
– Килтергән күстәнәстәр менән кемдәрҙе һыйлаясаҡһығыҙ? – тип һорап ҡуйҙы Юлай.
– Балалар ҡайтасаҡ. Күрше-күлән һәр шатлыҡты уртаҡлашып тора, уларға ла тәмләтермен. Күстәнәс ғүмерҙе оҙайта бит.
Сәй эскәндә һуғышта вафат булып ҡалған атаһы хаҡындағы оҙон тарих һөйләне Мәрйәм апай. Ә Тәғлимә инәй апай онотоп киткән саҡтарҙа айырым исемдәрҙе, атамаларҙы төҙәтеп ултырҙы. Хәтере лә – шаҡ ҡатырлыҡ инде.
Тарих, ысынлап та, ғибрәтле ине. Хикәйәгә шәп сюжет тип, күңелгә һеңдереп ултырҙым. Күпме ауырлыҡ, рәнйеү күреп үҫкән быуын. Илгә бар йәндәре менән тоғро булып, һуңғы һулышын бирерҙәй булып хеҙмәт иткән көслө кешеләр, тип уйлап ҡуйҙым. Әле беҙ уңыш серен эҙләйбеҙ, нишләп Рәсәй алға китмәй, сәскә ата алмай, тип баш ватабыҙ. Мин ошо изге күңелле әбекәйҙәргә ҡарап, уның сере ябай, тип кенә ҡуям: илеңде ярата белергә кәрәк!
Уҡытыусы-ветерандың хәҙерге йәштәр хаҡындағы фекере лә уйландырҙы.
– Хәҙерге йәштәрҙе рухһыҙлыҡта, тормошҡа еңел-елпе ҡарашта булыуҙа ғәйепләйҙәр. Дөрөҫ түгел ул, һеҙ улар менән эс-бауырына төшөп һөйләшеп ҡарағыҙ, шул тиклем аҡыллы һәм зирәк үҫеп килеүсе быуын. Урамда йөрөгән алкаш, асарбаҡ тигәндәре менән дә күңел биреп әңгәмә ҡорһаң, уларҙың да күңеле буш түгеллеге беленә. Хәҙерге заман кешеһендә мәғәнә бар ул, тик мәрхәмәтле иғтибарыбыҙҙы ғына йәлләйбеҙ, – дөрөҫ бит әйткәндәре апайҙың.
ҡайтырға сыҡҡанда Тәғлимә инәй, киләһендә беҙгә килегеҙ, тип ҡалды. Мәрйәм апай, уның өсөн гәзиткә яҙырға ла кәрәк бит, тигәс, мин таҡмаҡ әйтермен, шундай ҙа бәйге була торғайны түгелме һуң, тип йылмая замана әбейе. Ишектән сығыр саҡта туҡһанды ҡыуған уҡытыусы, йөрөгән юлдарығыҙ уң һәм имен булһын, тип доға уҡып, хәйер ҙә таратты. Их, ошо ағинәйҙәрҙе, торғаны менән иман һәм изгелектән генә ҡойолғандар бит! Тап улар милләтте йәшәтә лә инде.
Буран шаярыуынан туҡтамаған әле. Беҙҙе оҙатырға сыҡҡан еңеүсебеҙ бер аҙ уйланып торҙо ла:
– ҡартлыҡ – кеше ғүмеренең, нисек йәшәүенең һөҙөмтәһе ул. Бөгөн үҙемде бәхетле тоям икән, тимәк, юҡҡа йәшәмәгәнмен, – тип ҡуйҙы. – Шулай ҙа бала саҡтағы ауырлыҡтар, йәшлектәге йән әрнетер хәлдәр иҫемә төшә лә йоҡоларымды осора, күңелемде һыҙлата. Күпме хәтирә яңырттым, үткәндәремә урап ҡайттым... Ғүмер юлын үтеүе еңел генә түгел. Ә буран ҡотора ла үтә ул. Күңелемә күпме шифа, дауа алып килдегеҙ, балалар, рәхмәт.
Ихлас теләктәр теләп хушлаштыҡ та, буранды йыра-йыра алға ынтылдыҡ. Алда күпме үтелмәгән юлдар, йылдар бар. Аҡ буранға төрөнөп, беҙ күҙенән юғалғансы ҡул болғап ҡалды Мәрйәм апай.

Мөнир ҡУНАФИН.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!