RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

20.12.2011 Ике тапҡыр Яңы йыл

Беҙҙең туғандарыбыҙ Рафаэль ҡәйнеш, Зинфира килен Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Һәм бына уларға ҙур шатлыҡ өҫтәп, Яңы ҡаланан, Кама йылғаһына яҡын ғына ерҙән, дүрт бүлмәле фатир асҡысы тотторҙолар. Күсенеү мәшәҡәттәре бөткәс, өй туйлау мәсьәләһе килеп баҫа. ҡунаҡҡа Башҡортостандағы туғандар саҡырыла, көнө лә билдәләнә − 1991 йылдың 31 декабре. Ул ваҡытта кеҫә телефоны юҡ, бөтә нәмәне лә хат аша белешәбеҙ. Беҙ ҙә Мәләүездә йәшәүсе балдыҙҙар менән хат аша килештек тә, 31 декабрҙә Шиш­мәнән «Өфө − ҡаҙан» пассажир поезына ултырып, юлға сыҡтыҡ. Ә балдыҙҙар шул уҡ поезға Өфөнән ултырыр­ға тейеш. Поезд ҡуҙғалып, күпмелер ваҡыт үткәс, балдыҙҙарҙы эҙләп, вагондар буйлап киттем. Бер, ике, өс вагон үтәм − балдыҙҙар юҡ бит, исемдәрен әйтеп йөрөп сыҡтым − юҡтар. Ярай, бәлки, Яр Саллы ҡалаһына барып еткәс осрашырбыҙ, тип купеға кире ҡайттым, ҡатыным, Эльмира ҡыҙым менән алдағы осрашыуҙар тураһында һөйләшә-һөйләшә, тәгәрмәстәрҙең бер туҡтауһыҙ «туҡ-туҡ» тигән тауышына ойоп, ваҡыттың үтеүен һиҙмәй ҡалғанбыҙ.
Һәм бына беҙ Яр Саллы ҡалаһында. Сәғәт киске 10-дар тирәһе, ә беҙҙең Башҡортостан Яңы йыл ҡаршыларға әҙерләнә. Көткән, төшкән кешеләр таралышып бөттө. Беҙ генә тороп ҡалдыҡ, балдыҙҙар юҡ. Нимә эшләргә? Беҙ бит ҡәйнештәрҙең яңы адресын белмәйбеҙ?! Һалҡын ел ныҡ итеп иҫә башланы, аптырап, вокзалға индек. Бер кем юҡ тиерлек. Йүнле кеше Яңы йыл өҫтәле тирәһендә әйләнә, ултыр инде хәҙер вокзалда. Шул ваҡыт бер милиционер беҙҙең янға килде һәм һеҙ Башҡортостандан түгелме, башҡортса һөйләшәһегеҙ, берәй ярҙам кәрәкмәйме, тип һораша башланы. Бөтәһен дә һөйләп бирҙек. Ул (исемен онот­ҡанбыҙ), берәй нәмә уйларбыҙ, тип китеп барҙы. Шулай нимә эшләргә белмәй, ултырабыҙ, булған кешеләр ҙә таралышып бөттө. Шул ваҡыт теге милиционерыбыҙ килеп сыҡты һәм беҙҙе үҙҙәренең бүлмәһенә саҡырҙы. Ваҡытҡа ҡараһам, сәғәт 12 тулып ҡына килә, беҙҙә − Башҡортостанда Яңы йыл етә, тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Тиҙ генә сумаҙандан күстәнәстәр алып, шарапты асып ебәр­ҙем. Ул да шуҡ булып сыҡты, стакандарын сығарып ултыртты. Шулай итеп, беҙҙеңсә Яңы йылды ҡаршы алдыҡ. Ә иң ҡыҙығы алда буласағын әле беҙ белмәй ҙә, уйламай ҙа инек.
Милиционер дуҫыбыҙ (ул дуҫҡа әйләнде), әле беҙҙә Яңы йылға тағы ике сәғәт бар, бәлки, Яңы йылды туғандарығыҙҙа ҡаршыларһығыҙ, тигәс, ҡатыным, әллә шатлыҡтан, әллә шул тиклем күп кисерештәрҙән, ә ул ваҡытта ҡатыным бәләкәй улыма ауырлы ине, һуштан йығылмаһынмы? Нимә булды инде, тип ҡыҙым менән йүгергеләйбеҙ ҡатын янында. Милиционер ҙа, ҡәйнештең исем-шәрифен, тыуған йылын һораш­ҡас, ҡурҡышынан ҡайҙалыр шылтыратырға тотондо. Күпмелер ваҡыт үткәс, таптым бит туғандарығыҙҙың адресын, тип ҡысҡырып ебәрмәһенме! Беҙгә йән керҙе, өмөт уянды… Тик Яңы ҡалаға нисек барып етергә? Бында тағы беҙҙе сюрприз көткән икән. Милиционер, үҙемдең машинам менән алып барып ҡуям, етәксем менән генә килешәм дә, тигәс, шатлыҡтан ҡыҙым менән бейейбеҙ, ура ҡысҡырабыҙ, рәхмәттәр уҡыйбыҙ.
Һәм бына беҙ Яңы ҡалала, ҡәйнештәрҙең ишеге төбөндә баҫып торабыҙ. Эстә тауыштар ишетелә. Байрам итәләр. Сәғәт 12 тула, ҡаҙан, Мәскәү ваҡыты менән. Шылтыратабыҙ. Асалар. Инәбеҙ. ҡараһаҡ, балдыҙҙар ултыра. Тиҙерәк-тиҙерәк, тип ҡысҡырышалар. Тиҙ генә сисенешеп, милиционер дуҫыбыҙҙы ла алып, табынға ултырабыҙ. Кремль куранттары 12-не һуға. Күҙҙәребеҙҙе йомабыҙ, теләктәр теләйбеҙ. Ур-ра, Яңы йыл!
Шулай итеп, беҙ Яңы 1992 йылды ике тапҡыр ҡаршы алдыҡ.
Һуңынан аңлаштыҡ. Балдыҙҙар Яр Саллыға 30 декабрҙә барған, беҙгә яңылыш 31-е тип яҙып ебәргәндәр икән.

Рәмис МУСИН.
Шишмә районы,
Түбәнге Хәжәт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!