RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Мин нисек итеп яңы йылды ҡаршыланым..

10.12.2011 Мин нисек итеп яңы йылды ҡаршыланым..

«Мин нисек Яңы йыл ҡаршыланым» конкурсында ҡатнашырға булдым. Бәлки, бәхет миңә йылмайыр?
Медицина училищеһын тамамлап, фельдшер һөнәрен үҙләштереп, тәүҙә Күгәрсен районының Аҙнағол һәм Дауыт-ҡайып ауылдарын, ә һуңынан Сапыҡ һәм ҡаран ауылдарын хеҙмәтләндерҙем. Фельдшер булып 1977 йылдан 1983 йылға тиклем эшләнем. Әлеге мажаралар нәҡ шул осорҙа булды. 1983 йылда медицина университетына уҡырға инеп, уны уңышлы тамамланым. Әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районының 174-се дарыуханаһы мөдире булып эшләйем.

Хәтимә инәй ләүкәнән осҡан…

Хәтимә инәйҙең балалары иҫке мунсаһын ни сәбәп менәндер төшкә тиклем булдыра алмағандар, төштән һуң ғына тоҡандырып ебәрәләр. Мунса әҙер булғас, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр инеп сыға.
Хәтимә инәй гел генә мунсаның аҙағында инергә ярата икән, ниһайәт, киске 10-да уға ла сират етә.
Мин үҙемсә Яңы йыл өҫтәле әҙерләп йөрөй инем, Хәтимә инәйҙең ейәне йүгереп килеп инде, хәле бөткән:
− Гөлшат Фәсхетдиновна! Зинһар, тиҙ генә беҙгә килеп, өләсәйемә ярҙам итегеҙ! Уның хәле насар.
− Нисек ауырый өләсәйең, бөгөн генә күрҙем, бик матур кейенеп, кемгәлер китеп бара ине?
− Былай шәп кенә йөрөй ине лә ул. Мунсаға киткәйне, унда ләүкәнән осҡан, осоп төшкәс, осаһын йыртҡан. ҡыҫҡаһы, өләсәйемдең йәрәхәтенән ҡаны туҡтамай.
Мин килгәндә инәй шок (шаңҡыған һымаҡ) хәлендә ине. Бейектән тәгәрәп төшкәс, ныҡ ҡурҡҡан, өҫтәүенә, ҡан юғалтҡан, ҡан баҫымы түбән төшкән.
Бер нисә укол һалдым, ә йәрәхәтенән ҡаны һаман туҡтамағас:
− Инәй! Әйҙә, йәрәхәтеңде тегәйем, − тим.
− ҡуй, балам! Кәрәкмәй, былай шәбәйер әле. Етмәһә, бик йәш күренәһең, яңылыш шунда минең ярау иткән урынымды ла тегеп ебәрһәң, мин ҡайһылай йәшәрмен?
− Хәтимә инәй! Хафаланма! Мин һинең йәрәхәтеңде мап-матур итеп тегәм, бүтән ағзаларыңа теймәйем. Риза булмаһаң, район үҙәгенә алып барам.
Ярты рюмка араҡыға әҙерәк валерьянка тамыҙып эсергәс, өгөт-нәсихәт иткәс, инәй яраһын тегергә рөхсәт итте.
Ә һуңынан мине хатта дәртләндереп ебәрҙе:
− Балам! Юҡҡа хафаланғанмын икән! ҡулың тылсымлы икән, ауыртыуҙы ла һиҙмәнем. Ҙур рәхмәт һиңә!
Мин инәйҙең йәрәхәтен теккәндә сәғәт телдәре теүәл 12-не һуҡты.

Яңы йылда – «кендек апайы»

Беҙ бер нисә йәш ғаилә 1983 йылды бергә ҡаршыларға һөйләшеп, өҫтәл әҙерләнек.
Сәғәт 11-се тирәһе ине, күрше ауылдан бер урыҫ ағай шаҡый:
− Доктор! Ғәфү итегеҙ һеҙҙе байрамда борсоғаныма. ҡаланан ҡыҙыбыҙ байрамға ҡайтҡайны, әллә нишләп ҡапыл ғына эсе ауыртып китте. Һуҡыр эсәккә приступ булып, шартлап ҡуймаһын, тип хафаланам, барып ҡарамаҫһығыҙмы икән?
ҡыҙының исеме Люда икән, ҡарағас та, бер нисә минуттан уның әсә буласағын аңланым.
Ауырлы булыу буйынса уның бер ниндәй ҡағыҙы ла юҡ, бер ҡайҙа ла иҫәптә тормаған. Кейәүгә бармаған ҡыҙ. Тәбәнәк буйлы, йыуантыҡ кәүҙәле ҡыҙҙың ауырлы икәнен хатта әсәһе лә белмәгән икән.
Сәғәт 12-не һуҡҡанда зәңгәр күҙле малай тыуҙы, ә мин «кендек апайы» булдым. Люда 15 минут самаһы ойоп алды ла, тотондо аҡырып иларға:
− Кәрәкмәй миңә бала! Мин уны ҡарай алмайым, әйҙә юҡ итәйек! Доктор, һеҙ бер кемгә лә һөйләмәгеҙ! Һеҙ генә шаһит. Бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, аҡса бирербеҙ. Атай менән әсәйҙе һөйләмәҫкә күндерәм, улар мине аңлар.
Әлбиттә, бөтәбеҙ ҙә өгөт-нәсихәт уҡығас, Людабыҙ тынысланды. Уның атаһы менән киттек «Ашығыс ярҙам» машинаһын сыҡырырға. Ул заманда бөтә ауылға бер телефон, ул − конторала. Контораның асҡысын эҙләп, әле берәүгә, әле икенсегә барабыҙ, таба алмай, йоҙаҡты емереп индек.
Бәйләнеш насар, буран сығып тора, саҡ шылтыраттыҡ. «Ашығыс ярҙам» машинаһы юлда боҙолоп, икенсе машина ебәрҙеләр.
ҡыҫҡаһы, мин Люданы таңғы сәғәт 5-се яртыла район дауаханаһының бала табыу бүлегенә оҙаттым.
Люданың атаһы мине ат менән үҙемә килтергәндә, ут коридорҙа ғына яна ине, ипләп кенә түргә үттем, ирем менән улым иҙрәп йоҡлай, ә ҡунаҡтар таралышҡан.
Яңы йылды кешесә байрам итә алмаһам да, кәйефем шәп ине, ни өсөн тигәндә, зәп-зәңгәр күҙле Ваня исемле сабый­ға ғүмер бүләк иттем.
Әйткәндәй, мин алты йыл фельдшер булып эшләү осоронда ете балаға «кендек инәйе» булдым. Һорашып торам, барыһы ла һау-сәләмәт. Ваням − Ырымбур өлкәһендә, ә алтыһы − Күгәрсен районында.
Бәләкәй кендек ҡыҙым Резеда Фәтҡуллина өсөн ныҡ хафаланғайным. Ваҡытынан алда тыуҙы, ауырлығы бик бәләкәй ине. Ә шулай ҙа сос, теремек булып үҫеп китте, өс айҙа иптәштәрен ҡыуып етте.
Фельдшерҙың эше тынғыһыҙ, яуаплы, шул уҡ ваҡытта маҡтаулы.
Гөлшат ҡАРАНАЕВА.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!