29.11.2011 Мәскәй әбей мажараһы
Былтыр мин Яңы йылды ғаиләм менән ҡаршыланым. Бик тә ҡыҙыҡ үтте. Сәғәт 12-лә өҫтәл артына ултырып, тәүҙә Президентыбыҙҙың һүҙҙәрен, теләктәрен тыңланыҡ, ә һуңынан бер-беребеҙгә теләктәр, ҡотлауҙар әйттек. Һуңынан бала-саға шыршы янында шиғырҙар һөйләп, ҡыш бабайҙан бүләк алды.
Бер аҙ өҫтәл артында ашап-эсеп алғас, әсәйем иҫке кейемдәрҙе, тундарҙы, битлектәрҙе килтереп сығарҙы. Оҙаҡ уйлап тормайынса, мин − мәскәй әбей, әсәйем − төлкө, ә еңгәм ҡуян булып кейенеп, күршеләргә инеп киттек. Беҙ ингәндә уларҙа ла шау-гөр килешәләр ине.
Тик… көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы күргәс, бөтәһе лә шымып ҡалды. Уларҙы Яңы йыл менән ҡотланыҡ, теләктәребеҙҙе әйттек. Ә үҙебеҙгә битлектәрҙә эҫе, көлкө килә, нимә эшләргә лә белмәйбеҙ. Улар беҙҙе бейергә саҡырҙы, бер өлкән ағай гармунда уйнай. Күршеләрем беҙҙе белә алмай баштарын ҡатырып бөттө. Беҙҙең ғаилә башҡа йылдарҙа улай йөрөмәгәс, тегеләр башына ла килтермәй. Шулай итеп, йырлап-бейеп күңел асып алғас, хушлашып, «оҙон юлға» сыҡтыҡ. Тик улар беҙҙе оҙатырға тип ҡапҡа төбөнә сыҡты һәм беҙҙең ҡайҙа инеп китеүебеҙҙе ҡарап торорға булды. Ә беҙ нимә эшләргә белмәйбеҙ, әгәр өйгә инһәк, улар беҙҙе таныясаҡ. Шуның өсөн тыҡрыҡтан ҡар ярып, һуҡмаҡ һалып, бата-сума саҡ-саҡ баҡса башына менеп, артҡы яҡтан ҡайтып индек. Үҙебеҙ көләбеҙ, үҙебеҙ илар сиккә еткәнбеҙ. Сөнки бик ныҡ өшөнөк. Ә күршеләребеҙгә килгәндә, улар беҙҙе танымаған.
Икенсе көндө, йәғни 1 ғинуарҙа иртә менән күрше апай килеп инде. «Кисә беҙгә әллә кемдәр инде. Үҙҙәре мәскәй әбей, төлкө, ҡуян булып кейенгән. Йырлап-бейеп күңел асып алғас, хушлашып, баҡса башына менеп киттеләр. Унда нимә эшләйҙәрҙер, аңламай ҙа ҡалдыҡ!» − тип беҙгә яңылыҡтарын һөйләй башланы. Ә беҙ инде белмәмешкә һалыштыҡ та ҡуйҙыҡ. Ул сығып киткәс, рәхәтләнеп көлдөк. Бына шулай иҫтәлекле булып ҡалды ул ҡуян йылы!
Унан башҡа тағы ла яҡшы хәбәр яҙмаҡсымын. Хәҙер ике-өс йыл инде Яңы йыл байрамы алдынан ( 20 декабрҙән) ауыл хакимиәте ярҙамы менән Әрмет ауылы халҡы бик ҡыҙыҡлы эшкә тотона. Ауылыбыҙҙа − ете урам, ауылдаштарым йыйылышып, һәр урамда бер-ике урында ҡарҙан бейек тау, ҙур итеп төрлө-төрлө йәнлектәр, ҡыш бабай менән ҡарһылыуҙы боҙҙан яһап ҡуя. Уларҙы төрлө матур төҫтәргә буяп, биҙәлгән шыршы тирәһенә ултырталар. Тик быларҙы эшләр өсөн ҡарҙың күп яуыуы кәрәк. 29 декабрҙә 8 − 9 ҡышҡы әкиәт майҙансығы әҙер була. Шуныһы ҡыуаныслы − майҙансыҡтарҙы эшләргә бер кешене лә мәжбүр итеп сығармайҙар. Ә һәр кеше − бала-саға, апай-ағайҙар, хатта олатай-өләсәйҙәр ҙә үҙҙәре дәртләнешеп сыға. Былтыр мин дә ҡаланан, уҡыған ерҙә аңлатма яҙып, ошо матурлыҡты күрергә тип ҡайттым. Тикшереү комиссияһын ҡаршы алырға сыҡҡас, шул тиклем күп кешене күреп, шаҡ ҡаттым! Унда берәүҙәр – ҡуян, икенселәре – айыу, өсөнсөләре арыҫлан, сысҡан, төлкө булып кейенгән. ҡарһылыу менән ҡыш бабай ҙа ситтә ҡалмаған. Бергәләшеп йырлап-бейеп күңел астылар. Ошо көндөң кисендә комиссия ағзалары бөтә майҙансыҡтарҙы тикшереп, баһа биреп, ниндәй урам нисәнсе урын алғанлығын билдәләй. Ауылдаштарымдың оҫта ҡулдары тыуҙырған матурлыҡты һөйләп бөтөрөрлөк түгел! 30 декабрҙә йыл һайын ауылыбыҙҙа байрам концерты уҙғарыла. Унда ошо майҙансыҡ хужаларын ҡотлап, бүләктәр бирәләр. Бына ошолай ауылым халҡының бер-береһен хөрмәтләп, ошо конкурста ҡатнашыуына бик шатмын!
Ул ғына ла түгел, 31 декабрҙә көндөҙгө сәғәт икенән һуң был майҙансыҡтарҙа бик күп кеше йыйылып, шаярышып, йырлап, бейеп күңел аса. Бөтә ауыл балалары ла ҡышҡы каникулдарын ошо майҙансыҡтарҙа үткәрә. Кискеһен өлкәндәр ҙә сығып, тауҙа шыуа. Бына ошоларҙы күреп, күңел күтәрелә.
Диана РӘХМӘТУЛЛИНА.
Ишембай районы,
Түбәнге Әрмет ауылы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары