19.07.2011 Ат ҡәҙерен белмәгән Юлда илай ултырыр...
Бөрйән районында республикабыҙҙа йылҡысылыҡты үҫтереүгә арналған семинар-кәңәшмә, ҡымыҙсылар конкурсы үтте
Ике мең йыл элек ҡытай тарихсыларының береһе: «Аттың арҡаһы − дәүләт нигеҙе ул», − тип яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, тормошобоҙҙо атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Айырыуса башҡорттар өсөн ул иң тоғро юлдаш һаналған, Әнүр Вәхитовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, ат башҡорттоң таянысы ғына түгел, ә ҡанаты ла булған. Үткән быуатта уларҙы ауыл хужалығында, армияла «ҡорос аттар» алмаштырһа ла, спортта, туризмда аттарҙың роле артҡандан-арта. Шулай уҡ крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтарҙа ла атһыҙ кеше ике ҡулһыҙ кеүек. Деликатес ите, шифалы ҡымыҙы өсөн дә халыҡ рәхмәтле был малҡайҙарға. Бер һүҙ менән әйткәндә, етеш йәшәйем, яҡшы эшләйем тигән тырыштар өсөн йылҡысылыҡ потенциалы тулыһынса баһаланып етмәгән бик перспективалы йүнәлеш булып ҡала. Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә тап ошо хаҡта һүҙ барҙы. Бөрйән районында үткән был мөһим сарала шулай уҡ республика ҡымыҙсылары конкурсы еңеүселәре лә билдәләнде, малсыларҙың тәүге ярты йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды.
Һандарҙа йәшәйешебеҙ сағыла
Семинар-кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, министрлыҡтың башҡа хеҙмәткәрҙәре, район ауыл хужалығы идаралыҡтарының баш зоотехниктары, хужалыҡ етәкселәре ҡатнашты.
Улар малсылыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһағанда, республикала, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, бөтә ауыл хужалығы продукцияһының әҙерәк етештерелеүен билдәләне. Мәҫәлән, йыл башынан 862,6 мең тонна һөт, 129,4 мең тонна ит, 622,7 млн дана йомортҡа етештерелгән. Быйылғы күрһәткестәрҙең түбәнерәк булыуының төп сәбәбе, әлбиттә, былтырғы ҡоро йәй. Крәҫтиәндәрҙең бәкәленә һуҡҡан ҡоролоҡ арҡаһында ҙур хужалыҡтар ҙа, айырым ғаиләләр ҙә ҡышҡылыҡҡа етерлек күләмдә аҙыҡ әҙерләй алманы. Шул сәбәпле хужалыҡтарҙа, мәҫәлән, аттар һаны ғына егерме процентҡа кәмегән! Быйыл иһә йәйҙең ямғырлы ла, ҡояшлы ла килеүе хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртергә форсат бирәсәк, тип ышана ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре.
Семинар-кәңәшмәлә йылҡысылыҡты үҫтереү перспективаларына айырым иғтибар бүленде. Башҡортостанда әлеге ваҡытта 10 тоҡомло йылҡысылыҡ хужалығы һәм өс йылҡы үрсетеү заводы, яҡынса 230 ҡымыҙ фермаһы бар. Дөйөм республика «өйөрө»ндә биш меңдән ашыу һауын бейә иҫәпләнә, йылына йәмғеһе 2,4 мең тонна ҡымыҙ етештерелә.
− Продуктив йылҡысылыҡты үҫтереүҙә ҙур үҙгәрештәр буласаҡ, − тине Азат Йыһаншин, − тәү сиратта башҡорт тоҡомло аттарҙың иҫәбен, ҡымыҙ һәм йылҡы итен етештереүҙе арттырыу планлаштырыла, аттарҙы тәрбиәләүҙе, ашатыуҙы ойоштороуҙы ла яңы кимәлгә күтәрергә кәрәк.
Әйткәндәй, һуңғы егерме йылда шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында йылҡы һаны 16 меңдән 83 меңгә тиклем артһа ла, аттарҙың дөйөм һаны өстән бер өлөшкә, шул иҫәптән ауыл хужалығы предприятиеларында дүрт тапҡырға кәмегән. Ләкин барыбер Башҡортостан аттарҙың иҫәбе буйынса илдә алдынғылар сафында (2010 йылға тиклем республикабыҙ беренсе урында ине, быйыл, Саха Республикаһынан ҡалышып, икенсе урынды биләй). Йылҡы ите, ҡымыҙ етештереү буйынса ла Рәсәйҙә беренселек беҙҙә. Әммә был тынысланырға форсат бирмәй, сөнки күрше өлкәләрҙә йәшәүсе дәғүәселәр үксәгә баҫа.
Киләсәк – ғаилә һөт-тауар фермаларында
Бер үк эшмәкәрлек − йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән шәхси хужалыҡтар һәм ауыл хужалығы предприятиеларының эше табыш күләме буйынса ғына айырылмай. Мәҫәлән, шәхси хужалыҡтар өсөн бер нисә атты ҡарауы ауырға төшмәй, ә эре хужалыҡтарға йышыраҡ тәүәккәлләргә тура килә: дәүләттең мөнәсәбәте лә, хеҙмәт коллективының тырышлығы ла, хатта күк канцелярияһының көндәлек кәйефе лә һөҙөмтәгә ҙур йоғонто яһай.
– ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ, эшкәртеү өлкәләренә, ғаилә һөт-тауар фермаларын ойоштороуға иғтибар йүнәлтергә кәрәк, – тине Азат Йыһаншин. – Бөгөн, бәлки, был өлкәлә эшләү ҡатмарлы һәм табышһыҙ күренер, ләкин бер нәмәгә ҡарамай алға атлағандар ғына ауырлыҡтарҙы үтеп, еңеүгә өлгәшә.
Министр урынбаҫары «Иҙел» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын миҫалға килтерҙе. Вәзирә Муллаҡаева етәкләгән был предприятие «Агросәнәғәт комплексын үҫтереү» милли проекты сиктәрендә асылған. Халыҡтан һөт, тире йыйыу ойошторолған, һуғым цехы бар, шулай уҡ ҡурғашлы ауылындағы цехта иттән ун һигеҙ төрлө ярымфабрикат эшләйҙәр. Һөт буйынса мөдир Юлай Йосопов менән лаборант Айһылыу Ғафарованың әйтеүенсә, халыҡтан йыйылған һөт юғары сифатлы, был йәһәттән һөт тапшырыусыларға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә юҡ. Эшһөйәрҙәр коллективы быйыл грант отоп, һөттө пастеризациялау һәм ҡапсыҡҡа тултырыу ҡорамалдарын һатып алған, киләһе аҙнала уларҙы сафҡа индерәсәктәр. Күп райондарҙа халыҡ шәхси хужалыҡта етештерелгән итен, һөтөн ҡайҙа тапшырырға белмәй аптырай, ә бына Вәзирә Кәлимулла ҡыҙы һис тә ҡурҡып тормаған, тәүәккәлләп, үҙ эшен асҡан.
Шәрифулла ҡолһариндың ҡымыҙ фермаһының эшмәкәрлеге лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бында һигеҙ кеше эшләй, ун ике бейә көнөнә алтышар тапҡыр һауыла (бөтәһе утыҙ һигеҙ бейә). Гөлназ ҡолһаринаның һүҙе буйынса, һәр бейәнән яҡынса 3 − 4 литр һөт һауыла. Етештерелгән ҡымыҙ Шүлгәнташ мәмерйәһенә юлланған туристарға һатыла, артыу түгел, етмәй ҡала. «ҡалатау» крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләгән Зәһүрә Усманова, һауынсының бер ҡуллап йылдам һауғанын күҙәтеп тороп, мин үҙем ике ҡуллап һауам, тине:
− Биҙрәне ҡулыма эләм дә, утыҙ секунд эсендә 1 – 1,5 литр һөттө һауып та алам. Шулай итмәһәң, бейә һөтөн биреп бөтмәй ҙә ҡуя.
ҡымыҙы ла ҡымыҙы!
Зәһүрә апай ҡымыҙсылыҡ менән ун йыллап шөғөлләнә, уға ҡыҙҙары Гөлсәсәк менән Гөлисә, ҡустыһы Ғариф ярҙам итә. Улар етештергән ҡымыҙҙы шишмәләр генә түгел, Өфө ҡалаһынан да килеп алалар. ҡымыҙ конкурсы мәлендә лә (унда утыҙҙан ашыу хужалыҡ үҙ продукцияһын килтергәйне) Усмановтарҙың ҡымыҙы «һә» тигәнсе бөттө. Дөрөҫөн әйткәндә, шифалы эсемлекте тәмләп ҡараусылар бар конкурсанттарҙың да һауыттарын тиҙ бушатты. Шуға ла конкурста еңеүселәрҙе билдәләүе, ай-һай, еңелдән булмағандыр. Шулай ҙа абруйлы жюри уларҙың исемдәрен атаны. Иң-иң тәмле ҡымыҙ Йылайыр районында йәшәгән Марат Абдуловта икән. Крәҫтиән-фермер хужалығын ул ун дүрт йыл элек ойошторған. Марат Хөрмәт улының хужалығында алты тиҫтәгә яҡын ат, шул иҫәптән 27 һауын бейә иҫәпләнә. Аграр университетта зоотехник белемен алған улы Фәрит тә, атаһынан күрмәксе, ҡымыҙсылыҡ эшенә тотонған.
− Минең тәжрибә юҡ, беренсе генә йыл эшләйем, әлегә өс кенә бейә һауыла, ҡалғандары тай-тулаҡ, − тип яратҡан шөғөлө хаҡында бер тынала һөйләне йәш егет. − Атайым менән бергә эшләйбеҙ инде, унан күп нәмәгә өйрәнәм. Семинарға ҡымыҙыбыҙҙы яҡларға һауынсыбыҙ Гөлсинә Торошеваны килтерҙек. Шөкөр, һәр кемдән тик юғары баһа ишеттек. Был − барыбыҙҙың да еңеүе. Сөнки ҡымыҙҙың сифаты көтөүсенән башлана. Ул бейәләрҙе үлән яҡшы үҫкән туғайҙарҙа көтһә, сәскәләрҙең, шифалы үләндәрҙең хуш еҫе ҡымыҙға ҡушыла. Унан һуң сифат һауынсыларға ла бәйле. Уларҙың ялҡауы килеп, елен төбөн һауып бөтмәй икән, иң ҡуйыһы, тәмлеһе ҡалды, тигән һүҙ. Һөттөң таҙалығы ла бит һауынсының бөхтәлегенән тора.
Йылайыр районында йәшәүсе Фирғәт Әбсәләмов, мин Абдуловтарҙың ҡымыҙын ғына яратып эсәм, башҡаларҙыҡын саҡ ҡына тәмләнем, тип яҡташтарын йәнә маҡтап ҡуйҙы.
Икенсе урын Баймаҡ районының «Байҡара» агрофирмаһына бирелде. Ишмырҙа ауылында шифалы эсемлектең унлап төрөн етештерәләр. ҡымыҙ етештереү буйынса технолог Әҡлимә Әфләтүнованың ҡулынан еләк, сейә, ҡара ҡарағат ҡушылған һаумал ҡымыҙҙы һәр кем телен шартлата-шартлата эсте.
– Өҫтәлдәрендә әллә күпме ҡымыҙ ҡалды, их, ҡорһаҡҡа башҡа һыйманы, − тип үкенде бер егет.
Өсөнсө урынды Бөрйән районының «Үрнәк» муниципаль ауыл хужалығы предприятиеһы яуланы. Призлы урын тәтемәһә лә, продукцияларына «бишле» билдәһе ҡуйып, ойоштороусылар башҡаларҙы ла бүләкләне: кемгә – эйәр, кемгә көнкүреш техникаһы эләкте.
– ҡымыҙсылыҡ, ысынлап та, бик табышлы эш ул. Тик барыһы ла быны һаманғаса белеп, аңлап бөтмәй, − тине Ғафури районының ветеринар станцияһы етәксеһе Фаил Зәйнетдинов, семинарҙан алған тәьҫораттары менән бүлешеп. – Мәҫәлән, беҙҙең районда тик Яңы Бурлы ауылында ғына ике кеше ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә: Мырҙағоловтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығы һәм Венера Фәхретдинова. Шулай уҡ Сәйетбабала кәзә ҡымыҙы етештерәләр. Был, әлбиттә, бик аҙ.
− Беҙҙең районда дүрт хужалыҡта ҡымыҙ етештерелә, – тип һүҙгә Шишмә районының баш зоотехнигы Рәис Ғатауллин ҡушылды. – Һәр хужалыҡта 12 – 15-әр бейә һауалар. Иң көслө хужалыҡ Күсем ауылындағы Йосоповтарҙа. Йылҡысылыҡҡа таянғандар киләсәктә отасаҡ, бына күрегеҙ ҙә тороғоҙ.
Белгестәр әйтеүенсә, биш йыл элек ҡымыҙ республиканың ни бары 27 районында етештерелһә, быйыл 45 районда ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Тимәк, был өлкәнең тағы ла үҫеренә шик юҡ. Сарала ҡатнашыусылар ҙа шул уҡ фекерҙә ҡалды. Шүлгәнташ мәмерйәһенә барғандан һуң Бөрйән районының киләсәге туризмда һәм йылҡысылыҡта икәненә тағы бер инанып, Ғәҙелгәрәй мәктәбе хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле аш-һыуҙан, бөрйәндәрҙең ҡунаҡсыллығынан, күргәҙмәләрҙән ҡәнәғәт ҡалып, таралыштылар. Һәр кем үҙе менән Бөрйәндән яҡшы тәьҫораттар ғына түгел, әллә күпме яңы идея, план алып ҡайтты, уларҙы бойомға ашыраһы ғына ҡалды. Ә башланған эш − ярты эш.
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары