17.05.2011 Әкиәттә хикмәт күп
Зөлфиә Күскилдина балалар тормошондағы ябай ғына ваҡиғаларҙы әкиәткә әйләндерә
Башҡорт халыҡ ижадында әкиәт ҙур урын алып тора. Ғалимдарыбыҙ уларҙы жанр-тематик яҡтан дүрт төргә бүлеп йөрөтә: хайуандар тураһында әкиәттәр бик күп, тылсымлы әкиәттәргә лә байбыҙ, батырҙар хаҡындағылары ла иҫ китмәле, тормош-көнкүреш әкиәттәре лә бик ҡыҙыҡлы. Уларҙы мин башланғыс кластар өсөн үҙем төҙөгән дәреслектәргә лә индергәнмен. Китаптарҙы төҙөгәндә халыҡ ижадының ана шул иң аҫыл өлгөләрен йыям, шулай уҡ балалар яҙыусыларының әҫәрҙәрен туплап барам.
Зөлфиә Күскилдинаның "Аҡбуҙат" журналында сыҡҡан әкиәт, хикәйәләрен дә уҡып, дәреслек өсөн папкама йыйып барҙым. Уның 2006 йылда сыҡҡан "Чикмаликтың хәрефтәре" тигән тәүге китабы ҡыуаныслы асыш булды: балалар әҙәбиәтенә талантлы әкиәтсе килеп инде. Үҙем башланғыс синыфтарҙа уҡытып киткән уҡытыусы булараҡ, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһынан талантлы уҡыусы сығыуына шатландым. Башҡорт әҙәбиәте һәм теле уҡытыусыһы Мәликә Ғибәт ҡыҙы Йосопова гел генә Зөлфиәнең бер шиғырын һөйләй ҙә йөрөй торғайны. "Күрәһе ине Ерҙең йөҙөн, ап-аҡ болоттарға ултырып", – тип башлана ул шиғыр. "Яҙыусы сығыр был баланан", − тип ҡыуана ине Мәликә Ғибәт ҡыҙы. Зөлфиә уҡытыусыһының өмөтөн аҡланы − "Тәмле Яңы йыл" тигән икенсе китабы республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Мине был яңылыҡ бик шатландырҙы, сөнки балалар яҙыусыларына бындай иғтибар һирәк эләгә. Зөлфиә Күскилдинаны премияға нәҡ "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы тәҡдим итеүе һис осраҡлы түгел, сөнки кескәйҙәрҙә әҙәби-әхлаҡ тәрбиәләүҙә уның әҫәрҙәренең әһәмиәте бик ҙур.
"Тәмле Яңы йыл" йыйынтығында бәләкәстәргә бер тынала уҡырлыҡ ҡыҫҡа, ләкин тос йөкмәткеле әкиәттәр тупланған.
Автор жанр булараҡ башҡорт халыҡ әкиәттәрен, шулай уҡ донъя һәм рус, башҡорт балалар классиктарын ныҡлап өйрәнгән. Ул үҙе лә китабының баш һүҙендә: "Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында уҡыным. Унда ла халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәндем, "Урал батыр" эпосы буйынса диплом эше яҙҙым", − ти бит.
Зөлфиә Күскилдинаның әҫәрҙәрендә, башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге кеүек, батырҙар ҙа, тылсым да етерлек. Хайуандар, ҡош-ҡорттар кешесә һөйләшә. Улар заманса итеп хәҙерге заман балаларына тәғәйенләп яҙылған. Әкиәттәре күңелдә яҡтылыҡ ҡалдыра. Сөнки уларҙа изгелек яуызлыҡты һәр ваҡыт еңә килә. Миҫал өсөн "Батыр хәрефтәр батшалығында", "Оҙонҡул", "Күңелдәге компас", "Моңдоң көсө", "Икмәк көсө" һәм башҡа әкиәттәрҙе килтерергә мөмкин.
Интернет, компьютер менән бәләкәстән мауыҡҡан балаларҙы китап һүҙенә ылыҡтырыу бик ауыр хәҙер. Әкиәт жанры уларға барыһынан да яҡыныраҡ. Ләкин бында өгөт-нәсихәт, нотоҡ уҡырға ярамай. Автор, балаларҙың үҙе кеүек, фантазияға бай. Уның күңелендә сабый ултыра, ана шул сабый бәләкәстәргә хикмәтле ваҡиғалар аша тәғәйен генә фекерҙе кинәйә һәм образлылыҡ аша әйтеп бирә. Ә уҡыусы һығымтаны үҙе яһарға, фәһем алырға тейеш булып сыға. Йәш яҙыусының оҫталығы был осраҡта ярылып ята. "Хикмәтле һаҡал", "ҡышын бешкән еләк", "Тылсымлы сәскә", "Тунын һатҡан ҡуян", "Йәйғорло туп" һәм башҡа әҫәрҙәрендә Зөлфиә Күскилдина балалар тормошондағы ябай ғына ваҡиғаларҙы әкиәткә әйләндерә. Кескәйҙәр үҙҙәре лә шундай бит: тормошто әкиәт итеп ҡабул итә, шуға ла улар әкиәт тыңларға йә уҡырға ярата. Беҙ, педагогтар, дәреслектәр төҙөгәндә быны һәр ваҡыт иҫтә тотабыҙ.
"Тәмле Яңы йыл" китабы мине тағы шуныһы менән ҡыуандырҙы: унда ата-әсәгә, өләсәй-олатайға һөйөү тәрбиәләгән әҫәрҙәр байтаҡ ҡына. Тыуған илгә һөйөү ғаиләнән башланғанын автор бәләкәстәргә әкиәттәр ярҙамында аңлата. Мине айырыуса балалар әҙәбиәтендә атайҙарға арналған әҫәрҙәр аҙ булыуы борсой. Зөлфиә Күскилдинаның "Атайымды яртыға бүләйек", "Шәжәрә тәмлеме?", "Атайым-атаҡайым" әкиәттәре әсәй менән бергә атайҙы ҙурлауы менән әһәмиәтле. "Әсәйҙең ҡанаты аҫтында", "Кәзә бәрәстәре аш бешергән", "Алтынайҙың ҡоймағы", "Кәбеҫтә" һәм башҡа әҫәрҙәр ғаиләгә һөйөү тәрбиәләй.
Мин һәр дәреслектә тыуған ергә, тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында әкиәттәр индерәм. З. Күскилдинаның бөгөн бик актуаль булған экология темаһына "Урмандың күҙ нуры", "Икмәк валсығы", "Тылсымлы сәскә", "Баҡса һылыуҙары" кеүек әкиәттәре дәреслектәргә индерерлек кимәлдә яҙылған.
Райондарҙа йөрөгәндә, Зөлфиә Күскилдинаның әҫәрҙәрен балаларҙың сәхнә әҫәре итеп уйнағанын да күргәнем бар. Кескәйҙәр өсөн пьесалар бик аҙ булғанға күрәлер, автор китабына "Икмәк валсығы" һәм "Кәбеҫтә" тигән бик ҡыҙыҡлы әкиәт-пьесаларын да индергән.
З. Күскилдинаның "Башҡорт телен өйрәнәбеҙ" телепроектына яҙған сценарийҙары буйынса ҡуйылған тапшырыуҙарҙы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайым. Был тапшырыуҙарға ла бит яҙыусылыҡ оҫталығы талап ителә. Уның сценарийҙары буйынса әҙерләнгән "Башҡорт аты", "Батырҙар", "Урал тауҙары", "Арҡайым", "Алпамыша батыр", "Аҡъял батыр" һәм башҡа бик күп тапшырыу миниспектаклдәр рәүешендә эшләнгән һәм улар шуның менән тамашасыны йәлеп итә лә инде.
Бөйөк педагог В. Сухомлинский: "Матурлыҡ һиҙгер намыҫ тәрбиәләй. Бала саҡтан уҡ… кеше эстетик ҡиммәттәрҙе үҙләштерергә өйрәнергә тейеш", − тип яҙған. Зөлфиә Күскилдинаның башҡорт теленең бөтә мөмкинлектәрен файҙаланып ижад ителгән әкиәттәре лә, ысын матур әҙәбиәт булараҡ, йәш быуында халҡыбыҙҙың быуаттар буйы килгән аҫыл сифаттарын тәрбиәләүе һәм, замандың ҡараңғы яҡтарына ҡарамай, ҙур шәхестәр үҫтереүгә йүнәлтелеүе менән әһәмиәтле.
Алтын ҙур булмай, тигәндәй, күләме яғынан әллә ни ҡалын түгел "Тәмле Яңы йыл" китабын, педагог булараҡ, юғары баһалайым. Ул республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ.
Фәниә СЫНБУЛАТОВА,
педагогия фәндәре кандидаты,
Башҡортостан Республикаһының
мәғарифты үҫтереү институты доценты.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары