RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –

14.05.2011 «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –

атаһының был һүҙҙәре Артур ҡунаҡбаев өсөн тормош принцибына әйләнде
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» –– Балалар, киләһе аҙнала беҙ класс менән Мәрйәм Бураҡаева инәйегеҙ эшләп йөрөгән Иҫәнғол башҡорт гимназияһына экскурсияға барасаҡбыҙ. Беҙгә унда күстәнәс алып барырға тура килер – бәләкәй генә концерт әҙерләйек. Һеҙҙең бит һәр берегеҙ ҙә йыр-бейеүгә маһир. Бына Юлиә Йәнбулатова башҡорт милли бейеүен башҡарыр, Роберт Тимеров менән Рөстәм Илтенбаев шиғыр һөйләр. Ә һин, Артур, әлбиттә, йырларһың. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ, – тип уҡытыусы үҙенең икенсе класс уҡыусыларына өндәште.
Һәр яңылыҡты эләктереп алырға ғына торған балаларға ни, әйт кенә, ырғып сығырға әҙерҙәр. Һәр береһе кемуҙарҙан үҙенең концерт номерҙарын тәҡдим итә башланы. Шуныһы ғәжәп, ун дүрт баланың береһе лә ситтә ҡалманы. Ә кластың солисы – оҫта йырсы Артур ҡунаҡбаев, матур түңәрәк күҙҙәрен тағы ла түңәрәкләндереп:
– Апай-апай, мин «Порт-Артур»ҙы йырлармын, – тип, түҙем­һеҙләнеп ҡулын күтәрҙе.
– Ярай, Артур, йырларһың «Порт-Артур»ҙы. ҡул сабып һораһалар, тағы ла берәй йыр йырларһың. Иртәгә репетиция үткәреп алырбыҙ, балалар, барығыҙ ҙа әҙерләнеп килегеҙ, йәме?!

Бер аҙнанан Иҫәнғол гимназияһы уҡыусылары бәләкәй Артурҙың йырын ҡат-ҡат алҡышлап ҡаршы алды.

***
Иҫәнғол балалар музыка мәктәбе. Баян уҡытыусыһы Сәлих Сәйәхов, уҡыусыһының теория, ғәмәли дәрестәрен уңышлы ғына үҙләштереүен күреп, эстән генә һөйөнөп ҡуйҙы: «Был бала өмөтлө күренә. Нығыраҡ шөғөлләнергә кәрәк. Өйгә эштәрен дә тырышлыҡ менән башҡарып барһа, киләсәктә унан ысын баянсы сығасаҡ».
Тик үҫмер балаларҙың күңеле көндәлек ауыр, бер төрлө эштән тиҙ екһенә. Берсә спорт түңәрәктәренә күңеле тартыла Артурҙың, берсә бейеүгә – ул уҡыған мәктәптә бит уҡыусылар­ҙың халыҡ бейеүҙәре ансамбле уңышлы ғына эшләп килә. Ә баянда уйнарға өйрәнеү өсөн көн дә һис юғында бер-ике сәғәт шөғөлләнергә кәрәк. Бер төрлөлөктән ялҡа башлаған Артур бер көндө ата-әсәһенә башҡаса музыка мәктәбенә йөрөмәйәсәге тураһында белдерҙе. Көтөлмәгәнлектән аптырап ҡалған атаһы, улын ҡаршыһына ултыртып, етди һөйләшеп алырға мәжбүр булды:
– Улым, беләһеңме, егет кеше ҡасан үҙен ысын егет тип һанай? Башлаған эшен аҙағына тиклем алып барып еткергәндә. Ә һин ярты юлда туҡтап ҡалмаҡсыһың. Үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө күрһәтәһең бит былай итеп. Әйҙә, ауыр булһа ла, баян класын тамамлайыҡ инде. Аҙаҡ рәхмәт уҡыр­һың үҙеңә. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, улым.

Атаһының дәлилдәре артабан егеттең тормош принцибына әйләнде.

***
– Артур, мәктәпте тамамлағас, әйҙә, МВД-ның Юғары мәктәбенә уҡырға барайыҡ. Унда минең юғары чиндағы олатайым эшләй, беҙгә ярҙам итер. Уны тамамлаһаҡ, теләгән ергә эшкә урынлаша аласаҡбыҙ. Кәрәк икән, хатта Өфөнөң үҙендә лә ҡалырбыҙ.
– Ә унда ниндәй имтихандар бирергә кәрәк икән? – тип ҡыҙыҡһынды Артур дуҫының көтөлмәгән тәҡдиме менән. Сөнки әлегә тиклем үҫмерҙең уйында хирург булыу теләге артист булыу теләге менән көрәшә ине. Әле килеп уның алдында өсөнсө юл асылырға тора. Әлбиттә, дуҫы менән бергә уҡығыһы килә килеүен, тик милиционерлыҡ тураһында быға тиклем ике ятып, бер төшөнә лә ингәне юҡ ине. Нишләргә?

Тик дуҫының тәҡдименән үҫмер тиҙ һыуынды. Уның бит киләсәккә үҙ пландары бар.

***
– Атай-әсәй, мин Өфөләге сәнғәт академияһының әҙерлек курсына йөрөргә булдым, – унынсы класта уҡып йөрөгән улдарының был һүҙе Рауил Ғибәт улы менән Гөлшат Рәис ҡыҙын һиҫкәндереп ебәрҙе.
– Тәки артист булырға булдың инде, улым, ә? Башҡа һөнәр­ҙәр күңелеңә ятмаймы ни? – тип һорарға мәжбүр булды атаһы.
– Ә ниндәй бүлеккә бармаҡсыһың һуң? – Әсәһенең был һорауына Артурҙың яуабы бер ине:
– Вокалға...
– ҡуй, улым, вокал бүлегенә барһаң, гел генә классика йырлата башлаһалар, тауышың боҙолор. Унда уҡығандар шулай ти бит. Ә һинең тауышың шул тиклем үҙенсәлекле, матур. Һиңә актерлыҡҡа уҡыу яҡшыраҡ булыр ул...
Балаһын әсәһенән дә яҡшыраҡ тойған һәм белгән кеше бармы икән был донъяла? Гөлшат Рәис ҡыҙы ла улының булмышын йөрәге менән һиҙҙе. Бөгөн иһә күҙ ҡараһына дөрөҫ юл һайлауҙа ярҙам итә алғанына һөйөнөп бөтә алмай әсә.

***
Үҙе уҡытҡан уҡыусыларының киләсәген дөрөҫ күҙалларға өйрәнгән тәжрибәле уҡытыусы Фәрдүнә ҡасим ҡыҙы ҡасимова Артурға ла үҙ кәңәшен бирҙе:
– Артур, Мәскәүгә, Щепкин институтына, уҡырға ебәреү өсөн Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы студенттар төркөмөн йыя. Һин шунда бар, үкенмәҫһең. Мәскәү Мәскәү бит инде. Унда уҡытыу кимәле лә, шарттар ҙа икенсе. Һинең шунда уҡыуыңды бик тә теләр инем...

Уҡытыусыһының кәңәшен тыңлап, Артур бер нисә айҙан һуң үҙе кеүек үк һәләтле йәштәр менән бергә Мәскәүҙә уҡый ҙа башланы. 27 егет һәм ҡыҙҙан торған буласаҡ актерҙар төркөмө, биш йыл буйы бер ғаилә булып, сит ҡалала икенсе әсәйҙәренә әүерелгән Рәсимә Миңнебулат ҡыҙы Ураҡсина етәкселегендә актерлыҡ һөнәрен үҙләштерҙе, Мәскәүҙең күргәҙмә залдары, театрҙары, музейҙары, ғөмүмән, илебеҙ баш ҡалаһының мәҙәни тормошо менән яҡындан танышты һәм ҡайнап йәшәне.

***
– Балалар, шөкөр, хәҙер һеҙ дипломлы, Мәскәү дипломына эйә булған йәш белгестәр, өмөтлө актерҙар. Мин үҙемдең миссиямды үтәнем тип уйлайым: һеҙҙең барығыҙҙы ла иҫән-һау, имен-аман көйө Башҡортостанға, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығына, атай-әсәйҙәрегеҙгә алып ҡайтып тапшырам. Һеҙҙең барығыҙға ла рәхмәт – үҙегеҙҙе бик матур тоттоғоҙ, тырышып уҡынығыҙ, Башҡортостандың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнегеҙ. Артабан да шулай матур булығыҙ, тырышып ижад итегеҙ. Республика тамашасылары һеҙҙе көтә. – ҡайтыр юлға сығыр алдынан Рәсимә апайҙары тотҡан был телмәр­ҙән барыһының да күңеле йомшарып, иләҫләнеп китте. Тәьҫирләнеүсән ҡыҙҙар, әлбиттә, күҙҙәренә йәш алды. Егеттәрҙең күңеле болоҡһоно. – Әйҙәгеҙ, балалар, Аллаға тапшырып, ҡуҙғалайыҡ.

Тек-тек, тек-тек, тек-тек... Поезд тәгәрмәстәренең бер көйгә текелдәүенә ҡушылып, Артурҙың күңелендә яңы йыр тыуҙы. Эстән генә көйләп, ул биш йыл эсендә бер туғанға әүерелгән иптәштәренең алһыуланған йөҙҙәренә, нур сәсеп торған күҙҙәренә ҡараны. Уларҙы Артур хәҙер ярты һүҙҙән генә түгел, ярты ҡараштарынан да аңлай. Белеп, күреп, һиҙеп тора: беренсенән, барыһы ла тыуған еренә аяҡ баҫыуҙарын түҙем­һеҙләнеп көтһә, икенсенән, «щепка»ларҙы, ә уларҙы шулай тип кенә йөрөтәләр бит, өлкән ағайҙары-апай­ҙарының нисек ҡаршы алыуы, ниндәй ролдәр тәҡдим итеүе, ғөмүмән, киләсәк борсолдора. Ни тиһәң дә, уларға бит республикала ҙур өмөт бағлайҙар. Башҡорт драма театрына йәштәр яңы һулыш өрөргә, яңы ағым алып инергә, нур бөркөргә тейеш, тип ҡарайҙар.

***
– Артур, һине режиссер үҙенә саҡыра, – тип килеп әйтеүҙәренә егет режиссер бүлмәһенә ыңғайланы. Айрат Әхтәм улы Әбүшаһманов бик етди кеше бит ул, ни әйтерен алдан әйтеп тә, һиҙеп тә булмай, шунлыҡтан Артурҙың күңеленә әҙерәк шом төштө. Ниңә саҡыра икән? Репетиция ваҡытында берәй нәмәне оҡшатмаған булһа, хәҙер бөтөрөп ташлар инде.
– Ә-ә, Артур, әйҙә, үт, – тип, режиссер ултырғысҡа ымланы ла, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙар өйөмөнән бер папка алып, егеткә һуҙҙы. – Мә, танышып сыҡ. Зәки Вәлиди роленә илтифатлыраҡ бул.
Артур яңы пьесаны уҡып сыҡты. «Эйе-е-е, ауыр ғына тема. Ниңә әле Айрат Әхтәм улы Вәлиди роленә иғтибар бүлеүемде айырып һораны әле? Әллә? – Артур үҙ уйынан үҙе ҡурҡып ҡуйҙы. – ҡуй, булмаҫты. Вәлиди ролен тәҡдим итергә ул бик бешеп етмәгән бит әле. Дүрт йыллыҡ ҡына актерлыҡ стажы менән ундай ҙур ролгә баҙнат итеүе, ай-һай... Әлбиттә, ул уйнаған трагик та, комик та ролдәр хәҙер ике тиҫтәгә етеп киләлер инде, әммә бындайын башҡарып сыға алмаҫ ул...»

Егеттең уйҙары раҫ килде: режиссер уға нәҡ Зәки Вәлиди ролен тәҡдим итте. Шундай ҙур роль йөкмәтеүҙәренә йәш артист, бер яҡтан, ҡыуанырға тейеш тә бит, тик үтә лә яуаплы, етди роль икеләтә яуаплылыҡ талап итә бит. Һаман да шул бер уй – башҡарып сыға алырмынмы, тигән уй егеттең мейеһен бырауланы. Режиссер, уның уйҙарын үтә күргәндәй, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп нығытып ҡуйҙы:
– Булдыра алаһың! Был һинең ҡулыңдан килә!

***
– Бис! Афарин! Маладис!
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына йыйылған халыҡ аяҡ үрә баҫып сәхнәләге артистар­ҙы алҡышлай. Режиссер төп ролде башҡарыусы Артур ҡунаҡбаевты ҡат-ҡат алға сығарып, тамашасылар алдында баш эйҙерә. Төп алҡыштар тап уға, Зәки Вәлиди ролен бына тигән итеп башҡарыусы Артурға, бит. Үәт, егет, исмаһам. Уның өмөтөн аҡланы. Тимәк, егеткә артабан да ҙур ролдәрҙе ышанып тапшырырға була. Афарин!

Артур өсөн тамашасыларҙың алҡыштары ҙур бүләк булһа, тамашанан һуң пьесаның авторы Нәжиб Асанбаев олатайҙың рәхмәт әйтеп, арҡаһынан һөйөүе икеләтә бүләккә әйләнде. Ә залдан уға өмөт ҡатыш ҡурҡыу менән ҡарап ултырған атаһы менән әсәһенең ҡараштары һәм йөҙҙәре һаман да күҙ алдында.

***
– Рамаҙан, улым, кил әле, әҙерәк кенә яратып алайым. Һағынып ҡайттым бит үҙеңде.
Йәш ярымлыҡ Рамаҙан иһә, атаһы янына йүгереп килеп бер һөйҙөрә лә үҙ бүлмәһенә, уйынсыҡтары янына инеп китеү яғын ҡарай. Ул хатта ата-әсәһенән айырым йоҡлауҙы ла хуп күрә. Әлбиттә, уның бит үҙ бүлмәһе, үҙ карауаты, өҫтәле бар. Ул унда бөтөнләйе менән үҙе хужа. Теләһә – ятып аунап ала, теләһә – велосипедта йөрөй, атында «саба».
– Рамаҙан, улым, кил әле, берҙе генә яратып алайым...

Эштән арып-талып ҡайтҡан йәш атай ғаиләһендә күңеленә ял табып, көс алып, илһамланып, иртәгеһенә тағы ла яратҡан эшенә, театрына, ижадташ дуҫтары янына йүнәлә. Йүнен тура килтереп, эстрада сәхнәһенә сығып, яратҡан тамашасылары менән йыр аша ла аралашып ала. Һағынып ауылына ҡайт­ҡанында баянын ҡулына алып моңлана. Эйе, атаһы хаҡ булған: егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!

zaliya
18 мая 2011 10:31: zaliya
love молодец