05.04.2011 Гүзәл Шакирова:«Һәр көндө бай йөкмәткеле итеп йәшәргә, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, гел алға атларға»
Башҡорт ҡыҙҙарының бөтә күркәм сифатына эйә уҡыусым Гүзәл Шакированың тормош девизы тап ошондай. Ул – Мәсетле районы һылыуы. З. Биишеваның Емеше, Гөлбикәһе, Зәлифәһе, А. Пушкиндың үле батша ҡыҙы, Татьянаһы, Л. Толстойҙың Наташаһы кеүек классик образдар йоғонтоһонда, ғаилә һәм мәктәп тәрбиәһендә әҙәпле, матур холоҡло, рухлы ҡыҙ булып буй еткерҙе.
Шәп математик, иң күп китап уҡыусы, йырсы, бейеүсе, мандолина, ҡумыҙ сиртеү оҫтаһы тик «бишле»гә өлгәште. Олимпиадалар призеры, «Урал батыр» эпосының 2500 юлын ятлап, республика конкурсында ике йыл рәттән дипломға лайыҡ булды. Ышаныслы һәм ярҙамсыл дуҫ булып танылды. Бәйләм бәйләүгә, йорт, баҡса эштәренә маһир ҡыҙ аш-һыу әҙерләргә лә ярата. Тәмлекәстәр бешереп, дуҫтарын, оло йәштәге өләсәһен һыйлап ҡыуандыра, уға гел ярҙамға ашыға.
Әле ул Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетын тамамлау алдында. Биш йыл «Шатлыҡ» бейеү ансамблендә шөғөлләнде. Баш ҡалала үткән күп сараларҙа ҡатнашты. Етди һәм тырыш ҡыҙ, Алла бирһә, диплом алғас, тыуған яҡтарына ҡайтырға ниәтләй. Халыҡ яҙмышына борсолоп: «Яҡташтарымдың бәхетле, етеш тормошта йәшәүендә минең дә өлөшөм булһа ине», – ти ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашы Гүзәл Шакирова.
С. МӨХӘРРӘМОВА,
Йонос урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Мәсетле районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары