22.03.2011 Уларҙың тормошто яратыуына, ихтыяр көсөнә ҡарап өлгө алырлыҡ
Республика халыҡ ижады үҙәгендә күреү һәләте насар булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлыҡ конкурсы үтте
Матурлыҡ конкурсы тигәндә, күҙ алдығыҙға нимә килә? Йәш һылыу ҡыҙҙар, матур кейемдәр, дефиле артынан дефиле, артыҡ аҡыл талап итмәгән конкурстарҙыр, моғайын. Матурлыҡ конкурстарының күбеһе, ысынлап та, шундай. Шуға ла Республика халыҡ ижады үҙәгенең Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһы (ВЭГУ) менән берлектә күреү һәләте насар булған ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Супер-леди» конкурсы ойошторасағы тураһында ишеткәс, аптырап та ҡалғайным.
Был конкурстың бүтәндәрҙән айырылып тороуы сәхнәгә бер-бер артлы 11 конкурсант сығып теҙелгәс тә һиҙелде. Уларҙың байтағы пенсионер апайҙар ине. Әйткәндәй, дәртенә, әүҙемлегенә күҙ һалғанда, улай тип уйламаҫһың да. Спорт менән шөғөлләнәләр, бассейнға йөрөйҙәр, тегәләр, сигәләр, бәйләйҙәр, сәхнәлә йәштәр кеүек өйрөләләр. Беҙгә, йәштәргә, уларға ҡарап өлгө алырлыҡ.
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусылар ете конкурста һынау тотто. Һәр конкурс бында тап улар өсөн ҡулайлаштырып уйланылған. Был йәһәттән ойоштороусыларҙың эштәренә бик яуаплы ҡарап, ентекле әҙерләнгәндәре күренеп тора. Алып барыусылары ла һайлап ҡуйғандай – Гүзәл Вәлиуллина менән Евгения Шумахер йомшаҡ, яғымлы тауыштары, йор һүҙҙәре менән конкурсанттарҙы дәртләндереп кенә торҙо. ҡатнашыусылар үҙҙәре лә бик дәртле. Тәү ҡарашҡа күреү һәләте насар тип уйламаҫһың да. Был турала тик уларҙың инвалидтар ойошмаларына йөрөүҙәре генә һөйләй. Ә таланттары! Ғәҙәти бәйгеләрҙә бары тик бер генә ижади конкурс булһа, бында айырым бейеү конкурсы һәм ижади бәйге бар ине. Нисек әҙерләнеп өлгөргәндәрҙер, әммә сығыштары бик шәп булды. Ниндәй генә сығыштарҙы күрмәне бында тамашасы – сиған һәм испан бейеүе лә, Арлекиндың яҙмышы менән күңелсәк клоундың тормошо ла, «Ете ҡыҙ бейеүе» менән вальс та, моңло һәм дәртле йырҙар ҙа, тәндәр земберләп китерлек шиғырҙар ҙа әсир итте.
Үҙҙәре әҙерләп алып килгән аш-һыу менән таныштырыу конкурсы өйҙә йөрөү өсөн костюмда дефиле конкурсы менән берләштерелгәйне. Бында апайҙарҙың фантазияны бик оҫта эшкә егеүе күренде. Матур кейемгә матур һүҙҙәр тапҡандар. Әҙерләгән аҙыҡтарын ауыҙҙан һыуҙар килерлек итеп биҙәгәндәр. Бәғзеләре кейемдәрен дә үҙҙәре теккән.
Конкурста тағы шул күҙгә ташлана – бында ҡатнашыусылар еңеү көҫәп килмәгән. Иң мөһиме – ҡатнашыу, аралашыу, үҙ көсөңдө һынау, күңел матурлығын күрһәтеү. «Дефиле һымаҡ конкурстар тәүге планға ҡуйылмай. Беҙгә күреү һәләте насар булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ өлгөһөндә нисек матур итеп тормош көтөргә, ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, рух ныҡлығына, ихтыяр көсөнә таянып, ғаилә ҡарарға, ижади яҡтан үҫергә өйрәтә алыуы, тәжрибә менән уртаҡлашыуы мөһим. Конкурсты беҙ реабилитация конкурсы тип атайбыҙ. ҡулымдан килһә, бындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәр береһе тураһында роман яҙыр инем. Уларҙың һәр береһенең матур ғаиләһе бар, лайыҡлы балалар тәрбиәләйҙәр. Ғаиләлә береһе генә, йә икеһе лә инвалид булғандар араһында балалары ҡаралмаған, йә ниндәйҙер проблемалы булғандары бик һирәк, хатта юҡ, тип әйтә алам. Балаларын уҡытырға, тәрбиәләргә тырышалар, улар ҙа бәләкәйҙән ярҙамсыл булып үҫә. Шуға ла урамдан үтеп барғанда уларға, бахыр һуҡыр ҡатын, тип ҡарамаһындар ине. Ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған, тормошта үҙ эштәрен ғорур алып барған, ысынлап та, көслө кешеләр улар. Бына тигән ашнаҡсылар, бына тигән оҫта тегеүселәр бар улар араһында. Шундайҙары бар – күрмәһә лә, тегә, бәйләй, бисерҙан төрлө әйберҙәр эшләй. Шул тиклем ихластар, аралашыуға асыҡтар, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышалар», – конкурсты ойоштороусыларҙың береһе, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Фәниә Мәжит ҡыҙы Нәбиуллина ла ошо хаҡта һөйләне.
Конкурс тамамланыу менән баһалама ағзалары урындар билдәләү өсөн айырым бүлмәгә таралышҡас, Республика халыҡ ижады үҙәге янындағы инвалидтарҙың ижад йортона йөрөүселәр тамашасыларға үҙҙәренең концертын тәҡдим итте. Ә мин тәүҙән үк иғтибарымды йәлеп иткән Ольга апай янына йүнәлдем. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Йылы ҡарашлы апай йомшаҡ тауышы менән һүҙ башлаһа, уны тыңлап ҡына ултырғы килә. Уның күҙ менән проблемалары бәләкәй саҡтан уҡ килә, 12 йәшенән күрмәй башлай. Әммә ул бирешмәй, медицина училищеһына уҡырға инә. Дауаханала эшләй, ғүмерен бала табыу йортонан килгән ауырыу балаларҙы ҡарауға бағышлай. 2007 йылда күреү һәләте тағы ла насарая, операцияға ризалашырға мәжбүр була. Тик ул уңышһыҙ үтә, бер күҙе урынына донорҙың күҙ яҫмығын ҡуялар. ҡатынды бер нәмә лә һындыра алмай. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һуҡырҙар үҙәгенә йөрөй. «Бында иң оҫта алып барыусыға әүерелде, моңло тауышы менән тамашасыларҙы әсир итә лә ҡуя, матур итеп бейей ҙә», – ти уның тураһында Ольга Осинцева. Конкурсҡа күлдәген дә үҙе теккән ул. Бейеүен дә үҙе әҙерләгән. Әммә Өфөгә килгәс, йәһәт кенә номерҙы алмаштыралар. Күптән таныш булған бөтөнләй күрмәүсе Олег менән вальс бейергә булалар. «Беҙ бер-беребеҙҙе күрмәһәк тә, һәр хәрәкәтебеҙҙе тоябыҙ, һүҙһеҙ, хатта ҡарашһыҙ аңлайбыҙ», – ти ул.
Шулай итеп, конкурс һөҙөмтәләрен белер мәл дә етте. Тәүге урында – Благовещен ҡалаһынан Марина Иванова. Икенсе урын да – ошо уҡ ҡаланан Надежда Пушкаревала. Өсөнсө урынды Бәләбәй ҡалаһынан Альбина Сәйфетдинова алды. Бер кем дә бүләкһеҙ, иғтибарһыҙ ҡалманы. Донъяны күңел күҙҙәре менән күрә белеүсе оптимист, шаян, талантлы апайҙарға ҡарап һоҡланып, үҙем өсөн ниндәйҙер һығымталар яһап, ҡайтырға юлландым.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары