RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

04.09.2010 Рухи күперҙәр

Рухи күперҙәр Гәүһәр Батталова ижад иткән фильмдар: «Мин үлмәнем, башҡорттарым!» Салауат батыр Юлай улының тормошона һәм ижадына арнала, «Тыуған яҡҡа ҡайтыу» Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тормошон һәм рухи юлын барлай, «Йөрәк» шағир Рәшит Назаровтың даһи асылын һәм бөйөклөгөн раҫлай. Автор өсөн ил яҙмышы – ир яҙмышы. Ир-азаматтар илде хәл иткес юлдарға сығара һәм заман упҡындары аша үткәрә.

Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәшит Назаров... Был өсмөйөштә башҡорт рухының яҙмышы сағыла. Был өсмөйөштә – илаһи ауаздашлыҡ, бер-береһенә ялғанған күңел баҫҡыстары, заман дауылдары аша бер-береһенә ҡор­шалған рухи күперҙәр...
Салауат Юлаевтың яҙмышы тураһында Рогервик төрмәһе кенәгәһенә теркәлгән яҙма «Совет Башҡортостаны» гәзитендә баҫылған көндә бөтә башҡорт илен бер тойғо, бер шаңдау урап алды: «Юҡ, мин үлмәнем, мин тере, башҡорттар!» Был парадокс – батырҙың Балтик ярҙарынан быуаттар аша килеп еткән сәләме халҡының күңеленә зар булып түгел, йыр, оран булып ҡағылды, хәтер усағындағы ҡуҙҙары дөрләп китте. Бығауланып киткән батырының ҡайтыуын ике быуат тешен ҡыҫып көткән илде ниндәй­ҙер тылсымлы шатлыҡ солғаны: «Мин үлмәнем, мин ҡайтырмын, башҡорт иле!» Гүйә, илдә меңәрләгән Салауат тауыш бирҙе: «Мин тере, тере, тере!..»
Гәүһәр Батталованың фильмы «Мин үлмәнем, башҡорттарым!» тип атала. Әҫәр аша Салауат батырҙың шиғырҙары, йырҙары бөтә илгә тарала. Салауаттың Башҡортостан күңеленә күмелгән тауышы гөл булып шытып сыға, уның мәҙәни, әҙәби офоҡтарын киңәйтә... Халыҡ хәтерендә йәшәгән Салауат – илдә иң көслө баһадир, рух ҡаһарманы. Батырҙың образын башҡарыусы Эльбрус Ниғмәтуллин – «Донъяла иң көслө кеше» титулын алған егет, бөгөнгө башҡорт бәһлеүәне. Уның мөһабәт һыны, аҡыллы ҡарашы, сабыр хәрәкәттәре батырҙың бөркөт саңҡыуындай ялҡынлы шиғыр юлдарын бөгөнгө Башҡортостан тәбиғәтенә, Уралтау буйҙарына тарата, ҡайтара, һеңдерә төҫлө...
Салауат образы Эльбрус Ниғмәтуллинға – башҡорт егете данын күтәргән замандашыбыҙға – бик йәтеш тура килә. Сөнки Хоҙай биргән һәләтен үҫтереп, донъя батыры булып танылыу – ул үҙе салауатлыҡ, үҙе батырлыҡ. Фильм авторы башҡорт егеттәрен үҙ тәбиғи һәләтен асырға, маҡсаттарына ирешеп йәшәргә өндәй, илен-халҡын ҙурлап һәм күтәреп йәшәргә саҡыра. Йәштәрҙе теремек, йүнсел, илһөйәр рухлы булып йәшәргә әйҙәгән фильм – Салауат рухлы, ауазлы әҫәр. Рухи күперҙәр
Гәүһәр Батталованың икенсе эше Әхмәтзәки Вәлидигә бағышлана. Арҙаҡлы юлбашсыбыҙ һәм ғалимыбыҙ ҡалдырған рухи күпер заман дауылдарында сыныға. Ил улдарының юлын быуған, йәнен ҡыйған тоталитар режим үҙенең ҡорбандарына мәкерле ярлыҡтар тағып, ялған мөһөрҙәр баҫып ҡалдырған. Уларҙың исемен ишетеү менән һырт йөндәрен ҡабартып, нәфрәт төкөрөктәрен сәсеүселәр әле лә осрай. Манҡортлоҡ менән ағыуланған ҡәүемдең күңел күҙе лә һуҡырая. Әммә үҙ асылынан, рухынан тайпылмаған халыҡтың күңеле һиҙгер – ул иле өсөн янып йәшәгән һәр йөрәктең ялҡынын тоя, иле өсөн башын һалған һәр батырҙың йәнен үҙ йәненә яҡын ҡуя. Рухи күперҙәр
Әхмәтзәки Вәлиди – егерменсе быуат башындағы башҡорт милли хәрәкәте юлбашсыларының береһе, Төркиәлә эмиграцияла оло ғалим булып танылған белем эйәһе. Уның сит илдәге тормошо тыуған Башҡортостанына арнал­ған, тыуған Уралына уҡталған. Арҙаҡлы башҡорттоң «Тыуған яҡҡа ҡайтыу» хыялы телеэкран аша Гәүһәр Батталованың фильмдар теҙмәһендә тормошҡа аша төҫлө. Был хыялдың төпкөлөндә ятҡан бер мөғжизә хаҡында «Янсыҡ» әҫәрендә бәйән ителә. Зәки Вәлиди ҡатыны Нәфисәне ил сиге аша алып сыға алмай, йөрәгенә ҡан һауып, Төркостан сүллегендә ҡалдырып китергә мәжбүр. Сабыйын юғалтҡан, ирен билдәһеҙлеккә оҙатҡан башҡорт ҡатыны, ҡомға һеңгән һыу тамсыһылай, тормош төпкөлөнә бата... Вәлидиҙең яҙмыш океаны буйлап бата-ҡалҡа йөҙөп киткән яңғыҙ елкәненә «Хәйерле юл» тигән һүҙҙәр яҙылған. Нәфисәһенең һуңғы бүләген – ошо илаһи һүҙҙәр сигелгән янсыҡты ҡуйынына тығып, бер Хоҙайға өмөтләнеп юлға сыға ул. Хоҙай уға башҡорттоң һынмаҫ рухын, эшһөйәрлек, аҡыл, зиһен бирә. Янсыҡҡа сигелгән «Хәйерле юл» менән ул һәр таңын ҡаршылай, һәр эшен башлай. Телевизион фильм авторы ҡатмарлы юлдар үткән оло яҙмыштың төп доғаһын – мөхәббәт, тоғролоҡ һәм өмөт менән яҙылған «Хәйерле юл» фатихаһын бөгөнгө көнгә, бөгөнгө тамашасыға еткерә. Гәүһәр Батталова Әхмәтзәки Вәлидиҙең төҫө, вариҫы, дауамы булған балалары Иҫәнбикә менән Сүбидәй Туғандар, уҡыу­сылары һәм арҡадаштары менән әңгәмә-хәтирәләр аша ғалимдың «Хәйерле юл» буйлап «Тыуған яҡҡа ҡайтыу» сәфәрен бойомға ашыра.
Рухи күперҙәр
Иле өсөн рухи күпер булып йәшәгән, көрәшкән, ижад иткән шәхестәребеҙҙең береһе егерменсе быуат аҙағында башҡорт шиғриәтен Шәреҡ көмбәҙендә балҡытҡан Рәшит Назаров булды. Гәүһәр Батталова ижад иткән «Йөрәк» телевизион ҡиссаһы – йөрәген йондоҙ итеп йыһан түренә сөйгән ғорур шағирға бер мәҙхиә. Ул – халҡының улы: һәр килгән ҡәүемгә ерен биргән, йырын бүлгән, телен телгән ябай, бер ҡатлы, әммә саф күңелле башҡорттоң йөрәге лә күккә ынтылған шағир йөрәге булып ҡала – «...тик ул инде бейегерәк!..»
Рәшит Назаровтың яҙмышы – халҡының һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә. Елеп барған ҡанатлы толпар кинәт туҡтаны, йөрәк ярғыс итеп кешнәп ергә ауҙы. Уны яман күҙҙәрҙән ышыҡларлыҡ аҡ сатырҙар ҡора алмауыбыҙ үкенесле. Әммә шағир-толпар йәшенгән ҡыуышҡа юл асыҡ ине. Уның һыҙылып янған йөрәгенә ил-йорттан сәләм-хәбәр ташыусылар булды. «Йөрәк» телефильмында Рәшит Назаров телгә килә, үҙен йыһанға олғаштырған илаһи шиғырҙары аша иле менән һөйләшә, халҡының рухи күпере өҫтөндә йөрәк-йондоҙон элеп ҡуя.
Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Рәшит Назаров ҡойған рухи күперҙәрҙе – быуаттан-быуатҡа олғашҡан ил юлын һәм ир юлын һүрәтләгән телефильмдарҙы ижад иткән талантлы тележурналист Гәүһәр Батталованың был мөҡәддәс бурысты уңышлы атҡарыуы оло маҡтауға лайыҡ.

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһы экранына сыҡҡан теле­фильм­дар араһында бигерәк тә тарихи-документаль һәм нәфис-документаль жанрҙағылары үҫеште. Архив материалдарынан бер ни тиклем кәртә алынып, ысынбарлыҡта булған хәл-ваҡиғаларҙы һөйләргә мөмкинлек асылып, илдә башҡорт тарихына ҡарата ирекле идеологик атмосфера булып алған алтын дәүерҙең емештәре халыҡҡа бик танһыҡ. Тарихты һәр яҡлап өйрәнеү һәм күрһәтеү мөмкинлеге – ысын ватансылдар өсөн бик бәрәкәтле ижад осоро. Тарих – көҙгө. Тарих үҙ биттәрен асҡан һайын, кеше, көҙгөгә ҡарағандай, үҙ-үҙенә ситтән ҡарай һәм халҡының бөйөк үткәненә, арҙаҡлы шәхестәренә, һәләтле халыҡ ижадына һоҡлана. Иң мөһиме – милләтенең юғары рухы, саф күңеле, илһөйәр булмышы үҙгәрешһеҙ ҡалыуын күрә.
Башҡортостан телевидениеһының алтын фондына ингән яңы осор фильм­дары араһында Гәүһәр Батталованың сценарийы буйынса төшөрөлгән бер нисә телевизион ҡисса халыҡҡа үҙ тарихын һәм рухи күперҙәрен барларға форсат асҡан профессиональ журна­листик хеҙмәт өлгөһө булып тора.

Сәрүәр СУРИНА,
Башҡортостан телевидениеһы комментаторы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!