26.02.2011 Ҡыштың иң һалҡын көнөндә «Йәшлек»тәр быйылғы уңышҡа нигеҙ һалды
«Йәшлек»-фараз» конкурсында абсолют еңеүсе Рафаил ағай Ишһаринды ҡотларға барҙыҡ
Быймалар кейҙергән юл
Үткән аҙнаның башында уҡ шәмбе, йәкшәмбелә ҡыш үҙенең асыуын күрһәтәсәген, сатнама һыуыҡ буласағын белеп, был ял көндәрендә өйҙә генә ултырырға ниәтләгәйнек. Тик журналисты аяҡтары ашатыуы билдәле бит инде. Эшебеҙ шул – 40 градус тирәһенә етеп килгән һалҡын көндә бөтөн редакция коллективы менән Стәрлебаш районына командировкаға йүнәлдек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, йүнле хужа этен дә тышҡа сығармаҫлыҡ бер көн ине ул. Шулай ҙа күңел таңдан алып күтәренке булды, ни тиһәң дә, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫына, 2011 йылдың тәүге ярты йыллығына тиражды теп-теүәл билдәләп, «Йәшлек»-фараз» уйынында еңеп сыҡҡан Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында йәшәүсе Рафаил Ишһаринға вәғәҙә иткән бүләкте тапшырырға ниәт. Абсолют еңеүсегә тәғәйен бүләк шул – редакция коллективы хужаның йортона барып, бер көн буйы хужалыҡ эштәрен башҡарырға ярҙам итә.
Мәктәпте тамамлап, БДУ-ның журналистика бүлегенә уҡырға ингәс тә, өләсәйем миңә һәйбәттән быйма баҫтырғайны. Йәнәһе, яратҡан ейәнсәрен өшөп-туңып юлда йөрөү көтә. Уны ҡалаға көсләп-көсләп биреп ебәрҙе һәм ҡап-ҡара быйма әллә нисәмә йыл балконда тик ятты. Ана шул быйма иҫкә төштө бит! Стәрлебашҡа командировкаға быйма кейеп, өләсәйемә мең рәхмәт уҡый-уҡый, юлға сыҡтым. Коллегаларым да бик ҡалын кейенгән, Рафаил ағай урманға һунарға алып сыҡһа ла, бирешмәҫкә оҡшап торалар! Алдан уҡ әйтеп ҡуяйым – Түбәнге Аллағыуатта урман әллә ни булмай сыҡты, һунар тураһында һүҙ ҙә юҡ.
Иртән һауа температураһы 35 – 37 градус тирәһе һыуыҡ ине. Юл буйы машинаның борт компьютерынан күҙәтеп барабыҙ – һал-ҡыыын... Температура 28-ҙән дә күтәрелмәй.
«Йәшлек» киләсәккә юл һалды
Күтәренке күңел менән Түбәнге Аллағыуатҡа барып еткәндә, төш тә етмәгәйне әле. Хужаның уңғанлығы – ҡапҡа төбөнән, хужабикәнең булдыҡлылығы тупһа төбөнән билдәле, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр – Рафаил ағайҙың йорто алды матур итеп көрәлгән булып сыҡты. Беҙ шундуҡ: «Их, беҙгә эш тә ҡалмаған, ахырыһы, бында», – тип аптыраша уҡ башланыҡ. Ихласлап өйгә саҡырған хужалар – Рафаил ағай менән Гөлсирә апайҙың йортона үтеп ингәс тә, тәүге һорауыбыҙ шул булды – нисек итеп тиражды шул тиклем теп-теүәл күҙалларға мөмкин? Баҡтиһәң, Рафаил ағай «Стәрлебаш Вангаһы»ның үҙе булып сыҡты, ул быға тиклем дә «Йәшлек»-фараз» конкурсында ҡатнашҡан һәм һәр ваҡыт тиерлек еңеүҙең эргәһендә генә булған. Стенала «Йәшлек»тән алынған диплом да элеүле тора, Рафаил Ишһариндың ошо конкурста еңеүселәрҙең береһе икәнлеген иҫбатлай. Әммә был тиклем теүәл итеп күҙаллауы беренсе тапҡыр. «Йәшлек» тарихында ла был «премьера» – Рафаил ағайға тиклем бер кем дә буласаҡ тиражды ул тиклем дөп-дөрөҫ фараз итә алманы. Ә Рафаил Ишһарин 16150 дана тип фаразлаған һәм был, ысынлап та, тап шулай килеп сыҡты!
– Фаразлаусы үҙем булһам, республикала барған бөтә конкурстарҙы күҙәтеп, мине шунда ҡатнашырға дәртләндереп тороусы – Гөлсирә апайығыҙ, – ти Рафаил Ишһарин. – Ултырып уйланым, төрлөсә фаразланым. Көҙөн халыҡтың аҡсаһы аҙыраҡ була, балаларын уҡытырға ебәрәләр бит, тимен. Шулай ҙа тиражды бөтөнләй кәметеп тә ебәрге килмәй – ни тиһәң дә, «Йәшлек»тең абруйы көслө, халыҡ яратып уҡый. 16149 тип яҙырға ла йыйынғайным, тик: «Гәзитебеҙ пар ҡанатлы булһын!» – тип тағы ла берҙе өҫтәнем. Тиражды яҙҙым да, онотмаҫ өсөн үҙемә лә теркәп ҡалдырып, хатты редакцияға ебәрҙек (әйткәндәй, Рафаил ағай һандар, факттар менән эш итергә бик ярата, уның махсус кенәгәһе лә бар, шунда бик күп нәмәләрҙе теркәп барып, балаларына еткерә, һығымталар яһап, йәштәргә аҡыл бирә).
– Хатты ебәргәс, өмөтләнеп көтәбеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Гөлсирә апай. – Тиражды күҙәтеп барам, их, етмәй генә шул бабайым яҙған һанға! Бер заман гәзиткә яҙылыу ваҡытын оҙайтыуҙары хаҡында хәбәр иттеләр, күңелгә йылы инде. Почтала ҡатындар менән гәп һатып торғанда, «Йәшлек»те алып ҡараһам, тиражы 16150 тип яҙылған! ҡыуанысымдың иге-сиге булманы, подписканы оҙайтмаһындар ине, тип теләй-теләй өйгә елдерҙем. Шөкөр, был юлы еңеү тап беҙҙең ғаилә бәхетенә тейҙе!
Шул тиклем ихлас ҡыуанған Рафаил ағай менән Гөлсирә апайҙың хужалығы ҙур ғына булып сыҡты, улар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, төрлөһө төрлө яҡҡа таралған балаларын ял, байрам көндәрендә бергә туплап, гөрләтеп йәшәй. Картуф баҡсалары ла ҙур ғына. Беҙҙең өлөшкә шул баҡсала ҡар тотоу эше төштө. Ҙур ғына көрәктәрҙе алып, картуф баҡсаһында эшкә керештек. Эшләгән кеше һалҡынға бирешеп тормай инде – рәхәтләнеп ҡар көрәйбеҙ, Рафаил ағайҙың улы Рәмзил Ишһарин менән беҙҙең баш мөхәррир Артур Дәүләтбәков иң алдан барһа, сәркәтибебеҙ Ләйсән Мөлөкова, ҡарҙы тупраҡ күренгәнгә тиклем көрәргә маташып, арттараҡ ҡалды. Рәхәтләнеп кенә фотоға төшөрөргә лә мөмкинлек юҡ, фотоаппарат туңа ла ҡуя.
– Буранлап яуған бөтөн ҡар һеҙҙең баҡсала ҡалһа, күршеләр нимә эшләй инде? – тип шаяртам. Ни тиһәң дә, үҙем бындай эштә тәүге тапҡыр ҡатнашам һәм ҡар тотоу тураһында уҡып ҡына белә инем.
– ҡыҙым, был донъяла һәр кемдең өлөшөнә төшкән көмөшө, бер ваҡытта ла кеше нәмәһенә хужа булып булмай, – ти Рафаил Ишһарин.
Ғөмүмән, беҙҙең еңеүсе йор, тура һүҙле һәм иҫ киткес аҡыллы кеше булып сыҡты. Гөлсирә апай менән татыу ғаилә ҡороуҙарына быйыл 40 йыл тулған. Дүрт балаға ғүмер биреп, һәр береһен аяҡҡа баҫтырып, ейән-ейәнсәрҙәренең дә шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп йәшәйҙәр. «Бәхетһеҙҙәр генә төрлө-төрлө, ә бәхетлеләрҙең бөтәһе лә бер иш», – тип әйткән боронғо бер аҡыл эйәһе. Был һүҙҙәр менән тулыһынса килешәм. Тормошта осратҡан бәхетле ғаиләләрҙең бөтәһе лә бер иш – көслө зат үҙ урынында, гүзәл ҡатын-ҡыҙ үҙ өлөшө менән бәхетле. Ишһариндар ҙа шулай уҡ – Рафаил ағай ныҡлы ғаилә башлығы, һәр һүҙен уйлап ҡына әйткән аҡыллы ир. Ә Гөлсирә апай, тәү ҡарашҡа ябай ғына ауыл ҡатыны булыуына ҡарамаҫтан, ысын мәғәнәһендә «мозговой центр», идеялар биреүсе, кәрәк ерҙә тормош иптәшен күтәреп ебәреүсе ипле зат. Шундай матур ғаиләләр менән аралашыуы беҙгә, йәштәргә, үҙе бер тормош мәктәбе ул.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙ арала картуф баҡсаһында эште тамамланыҡ. Буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалынды, тимәк. Хәҙер рәхәтләнеп мунса инәһе һәм кисен, клубҡа барып, Түбәнге Аллағыуат халҡы менән осрашыуҙа ҡатнашаһы ғына ҡалды.
Һалым түләргә теләмәүселәр тоҡомо
Ғөмүмән, Аллағыуат ауылы халҡы ябайҙан түгел. Улар һалым түләүҙән ҡасып йөрөгәндәр иҫәбенән. Әлбиттә, был һүҙҙәр бөгөн шаяртыу ғына. Шулай ҙа Аллағыуаттың тарихы хаҡында аҡҡа ҡара менән: «Ауылға ХVIII быуаттың 70-се йылдарында Аллаҡеүәт ҡарт нигеҙ һалған. Ул быға тиклем Салауат ҡалаһы тирәһендә йәшәгән һәм, Стәрлетамаҡ тракты төҙөлгәндән һуң, ҙур һалым түләүҙән ҡасып, Ашҡаҙар буйына килеп йәшәй башлаған», – тип яҙылған. Бөгөн Аллағыуатта Аллаҡеүәт ҡарттың тоҡомо – ейәндәре ҡолһары, Ишһары, ҡолкилде, Рәжәбтең нәҫелдәре йәшәй.
ҡыҫҡаһы, ауылдың тарихын өйрәнә-өйрәнә, клубҡа халыҡ менән осрашыуға барҙыҡ. Ашҡаҙар буйында йәшәгәнгәме, Аллағыуат ауылы халҡы үҙендә моңдо ла, дәртте лә берҙәй туплаған булып сыҡты. ҡотлауҙар, фекер алышыуҙарҙан һуң концерт башланды. Ана шунда күренде лә инде Түбәнге Аллағыуат халҡының булмышы, таланты. Владик Бикташев «Бейеш»те башҡарыу өсөн сәхнәгә сыҡҡас, янымда ултырған халыҡ: «Беҙҙең ағайға микрофон кәрәкмәй ул, артыҡ була», – тип бышылдағайны, был һүҙҙәр ысын мәғәнәһендә дөрөҫ булып сыҡты. Бер кешегә шул тиклем моңдо һәм шул тиклем матур көслө тауышты Хоҙай нисек йәлләмәй биргәндер?! Мәктәп уҡыусыһы ғына булыуына ҡарамаҫтан, үҙен республикала ла танытып өлгөргән үҫмер-музыкант Роберт Мәүлетҡоловтың үҙе ижад иткән көйҙәрен башҡарыуы күңелдең ете йоҙаҡ артында йәшеренгән ҡылдарын да сиртеп ебәрҙе. Уның сығышы һәр ваҡыт көслө алҡыштарға күмелә икән. Ғәмүмән, егет ҙур өмөттәр уята, беҙ ҙә Робертҡа уңыштар ғына теләйбеҙ.
Әлбиттә, «Йәшлек» үҙе лә таланттарға бай. Үҙ хәбәрсебеҙ Сибәғәт Рахманғолов Түбәнге Аллағыуат халҡына үҙе яҙған йырҙарын бүләк итте. Ә инде гәзитебеҙҙең дуҫы, сканвордсы Илдар Ғәбитов йор һүҙҙәре менән күңелдәрҙе күтәреү генә түгел, хатта фокустар ҙа күрһәтеп, барса халыҡты таң ҡалдырҙы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайһы бер коллегаларыбыҙҙың таланттарын ябай эш көндәрендә үҙебеҙ ҙә белеп бөтмәйбеҙ. Ана шундай матур осрашыуҙар ваҡытында инде күптән белгән кешеләр бөтөнләй икенсе яҡтан асыла, камиллаша. Тимәк, бындай сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ һәм уларҙы артабан да үткәреп торорға кәрәк.
«Гәлсәр һандуғас» телефестивале еңеүсеһе, республиканың йәш, талантлы йырсыларының береһе Зилиә Бәхтиеваның сығышы осрашыуға айырыуса йәм өҫтәне. Халыҡ Зилиәне сәхнәгә ҡат-ҡат сығарып йырлатты, уның йырҙарына ҡушылып йырламаған кеше ҡалмағандыр.
«Бер осрашыу үҙе бер ғүмер» тигән һүҙҙәрҙең тәрән мәғәнәһен шунда аңланыҡ – осрашыуға килгән халыҡтың ихласлығы, үҙешмәкәр артистарҙың таланты һоҡландырырлыҡ, фәһем алырлыҡ. Әлбиттә, бындай осрашыуҙарҙы ойоштороусылар ҙа кәрәк. Шундай кешеләр булмағанда, бер кемде лә туплап булмай. Ошо урында урындағы ауыл хакимиәте башлығы Зифа ҡолһаринаның, мәҙәниәт йорто директоры Ғәтиә Бикташеваның тырышлығын, халыҡты туплау, матур осрашыуҙар ойоштороуға һәләтен билдәләп үтергә кәрәк.
Түбәнге Аллағыуат ауылына почта ваҡытында килә. Һәр хәлдә, шәмбе көн «Йәшлек»те сәғәт ике тулырға биш минут ҡалғас уҡ почтальон Гөлфиә Ильясова таратып сыҡты. Уның әйтеүенсә, ауылда иң күбе район гәзитен алдырһалар, икенсе урынды «Йәшлек» бер кемгә лә бирмәй. Ауылда ғына түгел, районда ла республика гәзит-журналдары араһында «Йәшлек» лидер булып тора, тип әйтеү һис арттырыу булмаҫ.
«Йәшлек» бүләк иткән бәхет
– 43 йыл буйы колхозда ҡара таңдан дөм-ҡара төнгә тиклем эшләп, бындай бүләк, дипломдар алғаным юҡ ине әле! – тине «Йәшлек»-фараз» конкурсының еңеүсеһе Рафаил Ишһарин. – Рәхмәт «Йәшлек»кә, ябай халыҡты күрә белгәне, ҙурлағаны өсөн! Бөтә гәзит уҡыусыларға ла әйткем килә: яҙылығыҙ үҙебеҙҙең матбуғатҡа, был тормошта бәхетегеҙҙе һынап ҡарарға тартынмағыҙ – конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнашығыҙ. Бер осрашыу үҙе бер ғүмер бит, ошолайтып байрамдар ойоштороуға ни етә?!
Лилиә СИРАЕВА.
Руслан ҒӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары