08.01.2011 Гүзәлдәрҙең-гүзәле – Баймаҡ һылыуы Гөлназ
«Йәшлек» гүзәле – 2010» конкурсы, шулай итеп, аҙағына яҡынлашты. Гәзит биттәрендә әленән-әле республикабыҙҙың иң һылыу ҡыҙҙарының һүрәттәре сыға торҙо. ҡыҙҙар айырыуса йыл аҙағында әүҙемләшеп китте, әммә хаттары, бик һуң килеү сәбәпле, гәзит биттәрендә баҫыла алмай ҡалды.
Әйҙәгеҙ, конкурста ҡатнашҡан һылыуҙарҙың исемдәрен иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: Әлиә ҡараҙбаева (№ 47, 27 апрель), Илгизә Муллабаева (№ 60, 25 май), Гөлгөнә Атауллина (№ 10, 3 август), Рәлиә Сәхибгәрәева (№ 13, 14 август), Гөлшат Ғәйетбаева (№ 20, 7 сентябрь), Алһыу Фәхретдинова (№ 22, 14 сентябрь), Светлана Бикҡужина (№ 31, 19 октябрь), Гүзәлиә ҡазыева (№ 40, 23 ноябрь), Гөлназ Ғөбәйҙуллина (№ 46, 14 декабрь), Зөлфиә Камалова (№ 48, 21 декабрь). ҡыҙҙарҙың һәр береһе сибәрлеге, һөйкөмлөлөгө, яғымлылығы менән иғтибарҙы йәлеп итерлек. Әммә тышҡы матурлыҡтары менән генә түгел, ә тормош девиздары, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа, маҡсаттарына ҡыйыу ынтылыштары менән дә һоҡландырырлыҡ улар. Шуға ла еңеүсене һайлауы жюриға еңелдән булманы. Бәхәсләшеп тә бөттөләр хатта. Һайлай торғас, дүрт ҡыҙҙы – Гөлназ, Әлиә, Зөлфиә һәм Гөлшатты финалға үткәрергә булдыҡ. ҡыҙҙар редакцияға килеп, фотоға төштө, гәзитебеҙҙең махсус бүләктәре – «Йәшлек»тең логотибы төшөрөлгән футболкалар, календарь, блокнот, ручкалар менән бүләкләнде. Әммә, еңеүсе берәү була һәм гәзитебеҙҙең быйылғы тәүге һанында сыҡҡан өйҙәребеҙҙә эленеп торасаҡ календарҙа ла бер генә ҡыҙҙың фотоһы урын алды. Һәм ул һылыуҡай – Баймаҡ районы ҡыҙы Гөлназ Ғөбәйҙуллина.
Гөлназ – бик әүҙем ҡыҙ. Ул дуҫ-иштәре менән аралашырға ла, бер юлы ике ерҙә белем алырға ла, «Һылыуҡай» студияһына йөрөргә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә. Көн һайын физик күнекмәләр эшләргә тырыша, бадминтон уйнарға ярата. ҡыҙ тормошон сәхнә менән бәйләргә теләй. «Сәхнә тап минең донъям кеүек, үҙемде унда иркен тотам. Академияла көн һайын этюдтар күрһәтеп, унда төрлө образдарға инеүебеҙ ҙә ошо тормошто нығыраҡ аңларға ярҙам итә, сәхнәгә булған һөйөүемде тағы ла нығыта», – ти ҡыҙ.
Сәнғәт донъяһына уны әсәһе йәлеп иткән, ҡыҙын туғыҙ йәшендә музыка мәктәбенә фортепиано класына уҡырға алып килгән. Өс йыл унда уҡығандан һуң, Гөлназ мәктәпте ташларға ла уйлап ҡуя, әммә бөтә ихтыяр көсөн йыйып, уҡыуын дауам итә. Һәм 7-се синыфта үҙ алдына ҡуйған маҡсаты – сәнғәт училищеһына уҡырға инеү теләген бойомға ашыра. «Сулпан», «Шаян» бейеү ансамблдәрендә лә шөғөлләнеп, төрлө яҡлап һәләтен үҫтерергә тырыша. ҡыҙыҡһыныуҙары сәнғәткә генә ҡайтып ҡалмай уның – философия, психология фәндәрен дә теләп өйрәнә.
Конкурста ҡатнашҡан бүтән ҡыҙҙарыбыҙ ҙа күптәргә өлгө булырлыҡ. Әүҙем, сибәр ҡыҙҙарҙың яуланаһы үрҙәре алда әле.
2010 йыл гүзәлен һайланыҡ – конкурс тамам. Әммә был ярыш тамам тигән һүҙ түгел әле. Һеҙҙән 2011 йылда ла хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары