21.12.2010 Зөлфиә Камалова: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан»
Һәр кеше үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнергә тейеш. Бындай дәртле кешеләргә тормош йәмлерәк тә, ҡыҙығыраҡ та күренә.
Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ Зөлфиә Камалова – тап шундайҙарҙан. Ул – бейеүсе. Алсаҡ йөҙлө һылыуҙан ыңғай энергия бөркөлөп торғандай.
Зөлфиә Ейәнсура районының Урта Муйнаҡ ауылында 1989 йылдың 3 декабрендә донъяға килгән. Ауылда 6-сы синыфты уҡып бөткәс, Өфө ҡалаһына күсә. 2008 йылда М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһын тамамлап, әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында 3-сө курста белем ала. Был юлды һайлауҙа атаһы һәм әсәһе ярҙам иткән.
Тиктормаҫ ҡыҙ бәләкәй саҡтан уҡ бейергә ярата. Әсәһе: «Тәпәй баҫҡандан бейей инде», – ти, шаяртып. Ысынлап та, бейемәгән көнө юҡтыр уның. Хатта киләсәген яратҡан шөғөлөнән тыш күҙ алдына ла килтерә алмай. Ә бөгөн университеттың «Кружева» ансамблендә төрлө милләт бейеүҙәрен башҡарыуҙа ҡатнаша, думбырала уйнай, үткәрелгән бөтә саралар эсендә ҡайнай.
Буш ваҡытын да файҙалы үткәрә: башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының әҫәрҙәрен ярата. Ял көндәрендә ғаиләһе менән ауылға туғандарына ҡайтып тора. Ә былай, дөйөм алғанда, буш ваҡыты юҡ тиерлек: уҡыуҙан сығыу менән репетицияға йүгерә, унан ҡайтып дәресенә тотона. «Ошолай күңелле мәшәҡәттәрҙә йәшәүемә сикһеҙ шатмын», – ти үҙе.
Хыялы – белемен камиллаштырып, киләсәктә иң яуаплы, иң изге уҡытыусы һөнәренә эйә булыу. Балаларҙы уҡыуҙа ғына түгел, сәнғәттә лә үҫтереү маҡсатына ынтылыу – уның өмөтө.
Зөлфиәнең тормош девизы: «Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан». Әгәр кеше әҙерҙе генә көтә икән, эше лә ырамаҫ, килеп тә сыҡмаҫ. Киреһенсә, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа ирешеп, бал ҡортолай тырышһаң, барыһы ла тейешенсә булыр, тигән уйҙа егәрле ҡыҙ.
Эльмира ИШЕМОВА,
БДУ студенты.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары