11.12.2010 Пластилин
Витя үҙҙәренән әллә ни алыҫ булмаған музыка ҡоралдары һатылған магазинға барырға әүәҫләнеп алды. Көн һайын булмаһа ла, юҡ-юҡта аяҡтары шул яҡҡа китә лә бара. Бушты-бушҡа ауҙарып магазин ҡыҙырып йөрөгән малай түгел дә ул, һәр береһенең үҙенә генә хас айырым моңо булған бихисап балалайка, скрипка, баян, гитараны күрер (бәлки, ишетер) өсөн генә бара шикелле… Тик магазинда улар өнһөҙ генә торорға тейеш икән. Шул ҡоралдарҙың моңон моң итергә тейеш оҫталар бында нисек түҙәлер, Витя аңламай. Улай үтә, былай һуғыла ла сәсен ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ артҡа йыйып бәйләгән дәү һатыусы ағай торған прилавка янына килә. Тәүҙә «хужа»һына баҙнатһыҙ ғына ҡараш ташлағандан һуң шунда өҫтә сөйҙә элеүле торған ете ҡыллы гитараға тилмереп текләп тора. Аҙаҡ аҫтына йәбештерелгән яҙыуҙы уҡый, әллә яттан әйтә. 87 һум 20 тин. Тәрән көрһөнә. Шунан теге ағай:
– Аңлайым хәлеңде, дуҫ, тик бер нисек тә ярҙам итә алмайым… Мин дә һиндәй саҡта гитара тип өҙөлөп-йолҡола инем. Үтә ул, минеке үтте, – тип әйткәнгә тиклем был тирәнән китергә тырыша. Бигерәк тә ошонда, магазинда, күңелеме, нимәһе эстән үтенеп-инәлеп гитара таптыра, бөтә булмышын арбаған теләк бармаҡ остарына тиклем үтеп тарала. Тик быны ағай аңларлыҡ түгел шикелле. Хәйер, атаһы менән әсәһе төшөнмәгәнде ни эшләп ул аңларға тейеш...
Өлкәндәрҙең бөтә нәмәне лә үҙҙәренә нисек ҡулай, шулай хәл итә торған сәйер ғәҙәте булыуын Витя үҙ елкәһендә татығаны бар. Гитара алып биреүҙәрен үтенгәс, әсәһе: «Еңел-елпе менән башыңды ҡатырма», – тип тыйҙы ла ҡуйҙы. Ул ни өсөндөр Витяны киләсәктә бары тик рәссам тип кенә күрә. Үҫкәс, хатта тотош донъяға билдәле булып китер, тип хыяллана.
Бер яҡтан уға аптырайһы ла түгел. Бәләкәй сағынан буяу-ҡәләмдәр, пластилин тип йәне сыҡҡас, мәлендә машинаһын да, автомат-пистолетын да эшләп зыҡ ҡупҡас, нисек кәрәк шулай килтереп сығарып «тас та тос» килеп кемгәлер атыпмы, «дрррр…» тип дырылдап ике-өс машинаны хәрәкәт иттерепме мәж килгәс, Витя үҙе ғәйеплелер. Хәҙер шул һәләтен әсәһе тырышып-тырышып үҫтереп маташа. Улын махсус мәктәптә уҡыта. Үҙеңә оҡшамағандан нисегерәк ҡотолорға икәнен асыҡ белгәнгә, ололарҙың, үҙ туғыҙын туғыҙ итергә тырышып, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә өйрәтеп йонсотоуына ҡарата ризаһыҙлығын белдерергә бик үк ашыҡмай былай. Ара-тирә танау ҡанатҡылап, күҙ төбөн күгәртеп, тәртипте аҡһата төшөп, мәктәп директорына атай-әсәйҙе саҡырттырырға була ла баһа. Тик бөгөн-иртәгә генә түгел. Башҡаһынан баш тартһа ла, балсыҡтан әүәләүгә өйрәнеү дәрестәрен ҡалдырғыһы килмәй… Етмәһә, әсәһен дә бик көйҙөргөһө килеп тормай. Унан башҡа ла ҡайғыһы башынан ашҡан уның. Атаһы ваҡыт-ваҡыт уларҙы ҡалдырып сығып киткеләй. Тик ни өсөндөр аҙналап, айлап юғалып торған саҡтарынан һуң ҡайтып килһә, әсәһе ҡараҡай ғына ирен гел кире ҡабул итә. «Атайың бит», – тип, аҡланғандай әйтеп ҡуя.
ҡалын һары сәсле, олпатыраҡ кәүҙәле мөләйем әсәһенең янында ҡыҫығыраҡ күҙле ҡарағусҡыл йөҙлө атаһы нисектер тағы ла ябығыраҡ, тәбәнәгерәк күренгәнгәме, улар әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Икеһе ике милләттән булыуы ла, бәлки, иғтибарҙы йәлеп итәлер, ҡатыны – рус, ире кореялы булған ғаиләләр гел осрап тормай бит.
Витя көҙгөлә үҙенең сағылышын күргән һайын гел эргәһендә булған дәү кәүҙәле әсәһенә тартмағанын, ә йөрөмтәл атаһына нығыраҡ оҡшай төшкәненә күнә бара. ҡалай итәһең, кореялы икән, тимәк, кореялы инде. Уның хәҙер ҡайғыһы икенсе: бына инде өс-дүрт ай тирәһе үлеп гитарала уйнағыһы килә. Ә уныһы ҡыйбат. 87 һум да 20 тин. Һәйбәт эштә эшләгән өлкәндәрҙең бер айлыҡ эш хаҡы самаһы. Тимәк, үҫкәс, мотлаҡ шундайыраҡ өлкәндәрҙең берәүһе булырға кәрәк… Тик ҡасан үҫә әле ул… Оҙаҡ, бик оҙаҡ икәнен белә. Күнгеһе килмәй. Көткөһө лә килмәй…
***
Атаһы менән әсәһе бер айға ял итергә шифаханаға йыйындылар.
– Витя! Бына һиңә 90 һум, – тине әсәһе сығыр алдынан, аҡсаны улының ҡулына тоттороп. Гел өсәрлектәр ине, – көн һайын өс һумға нимә теләйһең, шуны алып ашарһың, тик, ҡара уны, тәмле-татлыны артыҡлап ташлама…
Артабанғы күрһәтмәләр малайҙың бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты. Үҙенә генә ишетелгән айырым-айырым бәйләнешһеҙ һүҙҙәрҙе бәйләп маташа ине ул.
Беҙ микән ҡасанғы таныштар…
Бар микән йыһанда тауыштар…
Атаһы менән әсәһенең артынан ишек ябылғас ҡына иҫенә килгәндәй булды. Ысынлап та яңғыҙ ҡалғанын аңланы. Тәүҙә ни эшләргә белмәй, бер аҙ ыуаланды.
Ике ҡулын да тәрән кеҫәләренә батырып, стенаға һөйәлде. Етеүерәк сәсе маңлайына төшөп, өйкөм-өйкөм булып уҡмашыбыраҡ торһа ла, ҡапысыраҡ йәшкелт күҙҙәрен ҡапламай. Ныҡ ҡымтылғандан тағы ла нәҙегәйеп киткән ирендәре ситенән һарҡып сыҡҡан нурҙар шул күҙҙәрҙә арбатҡыс осҡонсоҡтарҙы тоҡандырып, һирәгерәк керпектәре аша йыйнаҡ тура танауы буйлап текә эйәгенә ҡарай кире ҡыуалап төшөрә кеүек.
ҡалғылағаны бар ошолай итеп Витяның өлкәндәрһеҙ, өсәр көнләп, аҙналап. Ә инде теүәл бер айға тәүләп ҡалыуы.
Үҫмер ҡапыл урынынан ҡубып, сервант алдына килгәндә быялаларҙа сағылған нурҙар ҙа әллә ҡояштан, әллә малайҙан ине…
Витя сервант кәштәләрендәге төрлө сувенирҙарҙы вайымһыҙ күҙҙән үткәрҙе. Бөтәһе лә таныш уларҙың. Формаһының ниндәй булыуына ҡарамай, һәр береһе үҙенә күрә нәзәкәтле лә, түгел дә кеүек. Хәйер, әсәһе «уларҙы аңларға кәрәк» ти бит. Ул бар диҡҡәтен һалып тағы күпмелер текәлеп торорға көс тапты. Бер ни ҙә төшөнмәне. Шуға үҙен әле аңлар йәшкә етмәгән тип иҫәпләне. Бер айҙан атаһы менән әсәһе яңыларын алып ҡайтасаҡ. Ниндәйерәк булыр икән улары? Малай күҙалларға тырышты. Әсәһе үҙе яратҡанды, үҙе оҡшатҡанды алып ҡайтыр инде, атаһы ҡаршы килмәҫ. Уға, ни, ул сувенирҙар булды ни, булманы ни, барыбер. Ундай-бындай ҡыйғыпырға ҡатын-ҡыҙ ғына ҡыҙығырға тейеш, ти бит…
Витя ла бит ирҙәр затынан, тимәк, уға ла барыбер булырға тейеш, шуға ла ул буласаҡ сувенир тураһында оҙаҡлап баш ватып тормаҫҡа булды.
Ынтылып, аҡсаны сервант кәштәһенең төбөнәрәк, кеше күҙенә салынмаҫтайыраҡ итеп һалды. Улар бер йомарламдай пластилин ятҡан гәлсәр һауыт артына тура килде. Пластилинды, күрәһең, әсәһе иҫтәлек урынына ҡалдырған.
Витя үрелеп йомарламды алды. Креслоға барып ултырҙы. Тәүҙә усында еңелсә генә ҡыҫҡылап-ҡыҫҡылап алды. Пластилиндың йылыныуҙан йомшара төшкәнен тойҙо. Бер киҫәктәй йолҡоп алғас, ҡалғанын өҫтәлгә ырғытты. ҡулындағыһын әүәләргә тотондо. Оҙаҡ этләнмәне, тумалаҡты ялпайтты ла, урта билдән ҡыҫып нәҙегәйткәс, бер яҡ осон оҙонайта биреберәк тартып һуҙып ҡуйҙы. Тырнаҡ остарын батырып тиҙ-тиҙ сыймаҡлағас, эшләгәненең гитара икәне төҫмөрләнде. Шуны әйләндергеләп-әйләндергеләп ҡарап ултырҙы ла кире йомарланы. Көрһөндө.
Пластилин үҫмерҙең тилбер бармаҡтары араһына ҡыҫылып, гитара формаһын тамам юғалтты ла бер нисә секундтан өҫтәлдәге киҫәк эргәһенә ырғытылды.
Бөтә нәмәне лә эшләп була ошо пластилиндан, тик моңдо моң итерлек ҡылдарҙы ғына килтереп сығара алмай, ҡәһәрең.
…
Әллә әсәһе ҡалдырған баяғы 90 һумға сығып гитара алырға ла ҡуйырғамы?
Ул сағында бер ай буйы нисек йәшәр? Асыҡмаҫмы?
Үҫмер эстән генә ҡырҡ тапҡыр һорағандыр шулай үҙенәнме, кемдән, тик ул ҡолаҡ һалырҙай, тыңларҙай әҙер яуап булманы. Ысынлап та, япа-яңғыҙ ҡалған икән, ышанырҙай бер кеме лә янында юҡ. Нисек йәшәргә икәнен дә, тимәк, үҙе генә хәл итергә тейеш. Ысын ирҙәрсә, үҙенә генә таянып, атаһы өйрәткәнсә… Хәйер, атаһы түгел, күберәк әсәһе шулай өйрәтә шикелле. Ярай, уныһы бик мөһим дә түгел. Тәүәккәлләргә лә ҡуйырғамы? Нисек тә түҙер әле, берәй әмәлен табып йәшәр, өйҙә бөтөнләй ашарға юҡ түгел дә инде. Әҙ-әҙләп бешерһәң, яңғыҙына бер айға түгел, ике айға ла еткерергә булыр, бәлки.
90 һум байтаҡ аҡса бит әле, башҡаһына түҙер ҙә, бер ай буйы һөтһөҙ, ҡаймаҡһыҙ ни эшләр? Үҫмер икеләнде.
Булмаҫ, ҡаймаҡһыҙ түҙһә лә, һөтһөҙ булдыра алмаҫ… Бик үк яратмаһа ла, һөтһөҙ торғандарын бер ҙә хәтерләмәй. Ә шулай ҙа, бәлки… Витяны елкендергән тәүәккәл уй күңеленән тағы йүгереп үткәндә: «Икмәкте ҡалай итергә? – тигәне туҡтатты. һөтһөҙ ҙә, ҡаймаҡһыҙ ҙа барыбер йәшәп булалыр, ә бына икмәкһеҙ мөмкин түгел.
Малай өҫтәлдә ятҡан пластилин киҫәген тағы ҡулына алды. Ул ныҡ һыуыҡ тойолдо. ҡатҡан, тимәк. Йомшартып маташманы. Кире ырғытты.
Гитарала уйнағыһы килә уның. Теләр-теләр ҙә, кеше шулай теләмәҫ. Витяның был торошона бер ҙә күнгеһе килмәй. Әсәһенең: «Кешелә бер хыял булырға тейеш, хыял тормошҡа аштымы, ул хыял булыуҙан туҡтай», – тиеүе менән дә килешкеһе килмәй. ҡасан да булһа туҡтар булғас, кәрәкмәй ҙә. Гитара кәрәк. Гитара булыуҙан туҡтамаясаҡ…
Үҫмер тамам буталды.
Уйлап-уйлап, осона сыға алмаҫын аңлағанда төн ныҡлап ҡуйырғайны. Урын һалып торманы, креслонан диванға ғына күсеп ятты. Шуның япмаһын еткән тиклем тартып ябынғандан һуң урынды оҡшатмай бер нисә тапҡыр әйләнеп-тулғанһа ла торманы, күҙ ҡабаҡтары ауырайып ойоп бара ине ул. Йоҡо аралаш тышта шыптырлап ямғыр яуғанын шулай ҙа аңғарҙы үҫмер. Ярата шулай таңға Ленинградты йыуып-таҙартып ҡуя торған төнгө ямғырҙарҙы…
Өшөп уянғанда таң әллә ҡасан атып, сәғәт әллә күпме зыңғырлап иҙәнгә ҡолап төшкәйне инде. Аяҙыған. ҡояш та тәҙрә аша шаян ҡарай кеүек. Тик был йортта уға яуап итеп йылмайыусы ғына табылманы. Витяға бит өлкәндәрһеҙ тәүге көндөң ниндәй булыуы түгел, шул көндөң нисек үтеүе күпкә мөһимерәк.
Бүлмәне рәтләп маташманы. Ул башындағыһын тәртипкә килтерә, ритмға һала ине:
Беҙ микән ҡасанғы таныштар…
Бар микән йыһанда тауыштар…
Шуны танау эсенән мыңғырлап ҡабатлаған ыңғайы йыуынғанында теш пастаһының раковина ситендә сайылмай ҡалғанына ла, иҙәнгә һыпырылып төшкән таҫтамалдың аяғына эләгеп тибелеп киткәненә лә, ванна бүлмәһенең уты һүндерелмәүенә лә иғтибар итмәне. Курткаһын кейгән ыңғайы серванттағы аҡсаны йомарлап алған саҡта, яңылыш ҡағылғандан гәлсәр вазаның матур зыңлап киткәненә генә һиҫкәнә биреберәк торһа ла, туҡтаманы, ботинкаһын ҡабалан эләктереп, ишекте шатыр-шотор асып япты.
Шулай сығып китте. Күтәрмәнән төшкәндә, бер ботинкаһының бәйләнмәгән ебен шәйләне. Уның баҫҡан һайын тупһаларға ҡағылып-ҡағылып китеүен мәҙәк күргәндән, аяҡтарын тағы ла ынтылыбыраҡ баҫҡыстарҙы ашатлатты. Подъезд ишегенә еткәс, ғәҙәтенсә өҫкә күҙ ташланы. Шулай әсәһен күрә торғайны. Бөгөн күрмәне. Әсәһенең өйҙә юҡ икәнен иҫенә төшөрҙө. Моңайып өлгөрҙө. Шул арала ни өсөндөр танау тирәһе ҡысытҡандай итте. һөртмәк булды. ҡулы менән битен һыпырғанда ниндәйҙер ҡытыршы нәмәләр сикәһен килешһеҙ һыҙып үтте. Усына күҙ һалды. Ундағы өсәр һумлыҡтарҙы күргәс, тиҙ генә ҡулдарын кеҫәһенә йәшерҙе. Аҡсаларҙы ысҡындырманы, киреһенсә, усын нығыраҡ йомдо.
Урамдан үткәндә унда-бында осраған бәләкәй күләүектәргә баҫмаҫҡа тырышты. Ботинкаһын йәлләмәй ҙә ул, һөйрәлеп килгән баяғы бау йәл…
Бәйләнмәгәс, тегеләй-былай ырғаңлап килгән көсөк кеүек күренә ул. Әйтерһең дә, хужаһының ниәтен хуплап-йөпләп: «Ал шул, бөгөн ал», – тип ҡабатлай… Үҫмер ҡолаҡ һалырҙай яғымлы, әммә ышаныслы тауышта өндәшә ине был баумы, көсөкмө, нисек кенә булһа ла, икеләнеүҙәрен юҡҡа сығарғандай, ҡәтғи ҡарарға килтерә алды.
«Бөгөн алырға!.. Бөгөн генә!.. Башҡа ундай мөмкинлек эләкмәйәсәк. Тәүге өс һумды тотондоңмо, 87 һум ҡала тигән һүҙ, ул сағында 20 тин етмәйәсәк. Иртәнән һуңды әйтеп тораһы ла түгел…»
Музыка ҡоралдары һатылған магазин алдында тапанған малайға күптәр сәйерһенеп ҡараш ташлаһа ла, әллә ни иғтибар итеп торманылар. Бары аҡ шарфын муйынына килешле ураған бер һаҡалтай ир йораты ғына: «Бик иртә килгәнһең, брат, 11-ҙә генә асыла бит был магазин», – тип киҫәтеп үтеүҙе кәрәк тапты.
Күпме торғандыр, ниһайәт, малай зарығып текләп торған ишекте затлы кейемдәге ханым аса башланы. Витя уны таныны: винил пластинкалар һатылған бүлектәге иң сибәр һатыусы апай ул. Уның артынан эскә ынтылғайны, тегеһе ризаһыҙлығын белдермәй ҡалманы: «Таң менән беҙҙе баҫмаҡлай башлаһаң, ҡылаһың инде», – тип ауыҙ эсенән мыңғырланы ла, тороп тор әҙерәк, тип, Витяның мороно төбөндә генә ишекте шапылдатып ябып инеп китте.
Үҫмер, албырғабыраҡ ҡалһа ла, үпкәләмәне. «Бөгөн минең һеҙгә нисегерәк килгәнемде белһәгеҙ, былай һөйләшмәҫ инегеҙ», – тип уйланы. Күбенә түҙгәс, әҙенә генә сыҙарға булып, тағы ла рөхсәт иткәндәренсә көтөп торорға булды. Тик сығып: «Ин инде, мөмкин», – тип уны саҡырманылар. Әйтерһең, уның донъяла барлығын оноттолар. Малай көтә-көтә көтөк булһа ла, инергә баҙнат итмәй тора бирҙе.
Бер ағай менән апай көлөшә-көлөшә магазин ишеге артында юҡ булғас, уларҙы берәү ҙә ҡыуып сығармағандан башҡаларға ла ярай икәнен төшөнгән малай ҡыйыуһыҙ ғына ишек тотҡаһына тотондо. «Инһәм, ҡыумаҫтармы?» – тип бер аҙ икеләнеп торҙо ла ишекте этте. Ул нисектер еңел асылды. Хатта артыҡ еңел. Әйтерһең дә, малайҙы ниндәйҙер көс үҙе эскә этеп индерҙе.
Ул туп-тура теге кәштәгә ҡарай атланы. Уның артында торған дәү һатыусы ағай уға ҡарап һүрән йылмайҙы. Шунан, боролоп, малайҙың зарығып ҡараясаҡ гитараһына күҙ ташланы ла:
– Аңлайым хәлеңде, дуҫ. Мин дә һиндәй саҡта гитара тип өҙөлөп-йолҡола инем. Үтә ул, – тине.
Беренсе тапҡыр Витяға был һүҙҙәр мәҙәк тойолдо. Ирен ситтәренән һарҡып сыҡҡан шаян нурҙар күҙҙәрендәге тере осҡонсоҡтарҙы сәсрәтеп өрөп тоҡандырғандай уйнатып үтте. Усында йомарланып бөткән ҡағыҙ аҡсаларҙы прилавкаға һалды. Аҡсаларға ҡарамаҫҡа тырышты. Уға бер ай йәшәргә кәрәк буласаҡ. Бер ай…
Аптырап ҡалған һатыусы бер гитаранан ҡарашын алмаған малайға, бер прилавкала өйөлөп ятҡан аҡсаларға ҡарап торҙо ла, ни эшләргә белмәй ыуаланғандан һуң, устарына төкөргәндәй итеп шапылдатып алды ла баяғы аҡсаларҙы яҙып-һыпырып торған ыңғайға һанарға кереште.
– Өс һум, алты һум, туғыҙ һум… һикһән ете һум, туҡһан һум, – тине бер аҙҙан нисектер ышанысһыҙ ғына. Йәнәһе, «ысынлап та алаһыңмы, кире уйламаҫһыңмы?»
Витя егеттәрсә уға һирпелеп ҡараны ла ҡарашын йәнә гитараға күсерҙе. Гитара сөйҙән ысҡындырылып алдына һалынғанда үҫмер ныҡ тулҡынлана ине, йөрәге сығырынан сығып дарһылдап типкәнен бөтә магазинда ишетәләр кеүек тойолдо. Шулай ҙа гитараға сат йәбешмәне, үҙен тотто ул, тыштан сабырлыҡ күрһәтергә көс тапты.
Хыялы тормошҡа ашты! Бына ул гитара! Бына алдында ята!
ҡалған аҡсаны иҫәпләп торған дәү һатыусы ағай ҡәнәғәт ине былай, һүҙен һүҙ иткән был үҫмергә ҡарата ихтирамы бермә-бер артҡайны. Тәүҙә 2 һум 80 тинде матурлап малайға тотторҙо, шунан ҡәҙерләп кенә алып гитараны һондо.
Шунда әллә үҫмерҙең бармаҡтары яңылыш ҡағылды, әллә һатыусы ағай юрый сиртеп өлгөрҙө, гитара ҡылдары зыңлап китте.
Үҫмер аңғарҙы, пластилиндан бер нисек тә эшләп булмаған, әммә Витяға шул тиклем таныш, яҡын зың ине ул…
* * *
Йылдар үткәс, ҙур танылыу яулағас, Виктор интервью бирәсәк.
– Бала сағығыҙҙа һеҙҙең яратҡан уйынсығығыҙ?
– Пластилин.
– Унан нимә килеп сыға торғайны?
– Бөтәһе лә…
Тимәк, бөтәһе лә…
Рәмилә ТОРОМТАЕВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары