26.05.2016 Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам
Элек-электән ысын башҡорт үҙенең ете быуын нәҫелен мотлаҡ белергә тейеш булған. Улар хаҡындағы мәғлүмәт ҡасандыр телдән-телгә күсеп килһә, хәҙерге ваҡытта шәжәрәләр ҡулъяҙма йәки баҫма рәүештә һаҡлана. Унда ата-бабаларыбыҙ исемлеге генә түгел, ә тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, ауыҙ-тел ижады тураһындағы мәғлүмәт тә тупланған. Әгәр ҙә беҙ ошоно онотһаҡ, ул ата-олатайҙарыбыҙҙы, быуындар буйлап һаҡланып килгән тарихыбыҙҙы ғына түгел, үҙеңде лә ихтирам итмәүҙе аңлата. Үткәнеңде белеп кенә киләсәккә ышаныс менән атлап була.
Ә бөгөнгөнө алғанда, үҙ быуыны тарихын белергә теләгән кешеләрҙең һаны арта барыуы, шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы, битараф булмауы ҡыуандыра. Әгәр ҙә ошо эш дауам итһә, халҡыбыҙ киләсәгенең яҡты буласағына өмөт итә алабыҙ, милләтебеҙ ҙә йәшәйәсәк.
Бынан тыш, күп ауылдарҙа шәжәрә байрамдары үткәрелә. Был изге байрам туғанлыҡ тамырҙарын, ауыл халҡының дуҫлығын нығыта. Уларҙы ойоштороу, тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу ҙур хөрмәткә лайыҡ. Йәш быуынға халҡыбыҙҙың йолаларын тапшырыу байрамы ла ул.
Ағас тамырһыҙ, кеше тарихһыҙ булмай, тигән боронғолар. Был фекер менән килешмәй булмай. Ысынлап та, тамырын тойған ағас ҡына ышаныслы үҫә ала. Кешенең янында ла туғандары булыуы бик мөһим.
Үҙемде бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки минең һәр саҡ янда булыр, ярҙам ҡулы һуҙыр туғандарым бар.
Нәсимә КӘРИМОВА,
Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы
сәнғәт гимназия-интернатының 10 “Б” класы уҡыусыһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары