26.05.2016 Мин сәләмәт тормош яҡлы!
Һәр замандың үҙ заңы бар. XXI быуатты мин, юғары технологиялар мәле, тип билдәләр инем. Сөнки беҙҙе яңынан-яңы техник мөғжизәләр уратып алған, киләсәкте уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Уйлауымса, әгәр дөрөҫ, урынлы файҙалана белгәндә, уларҙың ыңғай яҡтары ла бик күп: кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ табыу, белемеңде арттырыу, алыҫтағы дуҫтар, туғандар менән аралашыу, төрлө проекттар эшләү.
Тик был әйберҙәрҙең һәм технологияларҙың насар яҡтары ла бар. Дуҫтар менән аралашыуҙы телефонға текләүгә алмаштырҙыҡ. Компьютер алдында ултырыу ҙур зыян килтерә: ата-әсәләр менән аралашыу боҙола, уҡыу кимәле төшә, сәләмәтлек ҡаҡшай.
Ошо проблемалар үҫмәһен өсөн балаларҙы кесе йәштән үк физик яҡтан тәрбиәләү кәрәктер, тип уйлайым. Шуға ла спортты үҫтерергә тейешбеҙ.
“Сәләмәтлек – ярты бәхет”, – тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Дәрестәрҙән һуң спорт залында күнегеүҙәр эшләү йәиһә саф һауала саңғыла шыуыу арыуҙы бөтөрөп кенә ҡалмай, ә көс һәм яҡшы кәйеф тә бүләк итә. Мин спорт менән шөғөлләнеүҙең бары тик ыңғай яҡтарын ғына күреп, уны һайланым. Ул кешелә көслө рух, оптимизм, ихтыяр көсө, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләй. Күнекмәләр, ярыштар ваҡытында башҡалар менән аралашыу яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра, тәжрибә бирә, яңы таныштар, дуҫтар осратаһың. Бөгөн күптәр сәләмәт тормош яҡлы. Шуға ла спорт менән шөғөлләнеүҙе йәшәү рәүеше итеп алырға тигән фекерҙәмен.
Спортсы кеше ваҡытын буш үткәрмәй, ул күпме файҙалы эш эшләп булғанын аңлай. Ә инде төрлө иҫерткес эсемлек, тәмәке тураһында һүҙ ҙә юҡ! Уҡыусыларҙың һаулығын һаҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн программалар эшләүен теләйем.
“Айыҡ ауыл” проектының уңышлы яҡтарын күреп, “Сәләмәт ауыл” программаһын тәҡдим иткем килә. Айыҡ ауылдарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу һәм эсеү ҡәтғи тыйылһа, сәләмәтендә иһә һәр ай бер спорт төрөнә арналып, халыҡты йәлеп итерлек ярыштар үткәреләсәк: эстафеталар, марафондар, флешмобтар һәм башҡалар.
Йәйге каникул ваҡытында уҡыусыларҙың ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәреү өсөн мәктәптәрҙә “Йәйге класс”ҡа йәлеп итеү – ҙур теләгем. Ошо программа буйынса эшләгән мәктәп йәйен уҡыусылар өсөн хеҙмәт һәм ял лагерын асасаҡ. Унда урмансыларға ярҙам итеп, йәш үҫентеләр ултыртыу, урмандарҙы, йылға-күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу, райондың тәбиғәт һәйкәлдәрен өйрәнеү, походтарға сығыу, йылға буйлап йөҙөү ойоштороласаҡ.
Шулай уҡ тағы ла бер ҙур проект булдырырға теләйем. Күренекле спортсы, билдәле табип, психолог, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһынан торған команда ойошторорға һәм улар райондар буйлап эскелек, наркомания, тәмәкенең зыяны һәм спорттың яҡшы яҡтары тураһында лекциялар уҡырға, төрлө осрашыу үткәрергә тейеш буласаҡ. Уның һөҙөмтәһе булып йәштәрҙә киләсәккә яҡты ҡараш тыуҙырыу, күңелдәренә оптимистик рух һалыу, киләсәктә үҙ милләтеңә кәрәкле кеше итеп тойоу, яңы технологияларҙы дөрөҫ файҙалана белгән шәхес булып үҫеү өсөн ынтылыш тыуырға тейеш.
Спорт – ул сәләмәтлек, хәрәкәт, матурлыҡ, тормош. Ул бер урында торғанды яратмай. Мөғжизә көтөп түгел, ә үҙ көсөңә таянып, күп эшләргә кәрәк икәнен һәр кеше аңларға тейеш. Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда!
Айһылыу ШӘРИПОВА,
республика лицей-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы.
Дыуан районы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары