13.05.2016 Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам
«Ата-бабам күптән донъя ҡуйған,
Көл-тупраҡҡа инде әйләнгән…
Әммә йәнем мең-мең быуат аша
Улар рухы менән бәйләнгән!» – тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев. Эйе, нисәмә йыл, быуат үтеп китһә лә, ата-бабаларыбыҙ рухы мәңгегә йөрәктәрҙә һаҡлана килгән.
Урал! Ниндәй изге, күңелгә яҡын ер! Аллаһы Тәғәләнән ҙур бүләк булып ҡалдырылған илаһи Урал ере! Ғорур сая тауҙар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, зифа ҡайындар – һинең тәбиғәтең, ғәзиз төйәгем, бер һүҙ менән генә әйтеп үтерлек түгел, уны йыр ғына көйләй алыр…
Татлы солоҡ балы, шифалы, тән һәм күңел йәрәхәттәрен дауалаусы ҡымыҙ – бындай милли ризыҡтар тик һиндә генә бар, ғәзиз еркәйем! Һыҙылып аҡҡан ҡурай моңо ғына ни тора! Үлгәндәрҙе терелтер, яралыларҙы шәбәйтер ошо изге моң көпшәһе. Туған-тыумасаны йыйған шәжәрә байрамдары, кейеҙ баҫыу, ҡаҙ өмәһе, туй йолалары, һабантуйҙар үтә ҡыҙыҡ һәм фәһемле лә. Тыуған ауылым, атай йорто, йүгереп йөрөгән һуҡмаҡ юлдарым… Тәүге тапҡыр тәпәй баҫып, көндәремдең иң яҡтыларын һиндә ҡаршыланым. Бынан тыш, ҙур бүләк итеп, тылсымлы ҡораллы ла иттең мине, Уралым! Ул да булһа – туған әсә телем, башҡорт теле…
Сеү… Мин Уралдың тауышын ишеткәндәй булам… Эйе, Урал тауышы. “Юҡ, мин ышанмайым! Шулай яратҡас, һөйгәс, ни өсөн һуң мине һаҡламайҙар? Ни өсөн мин үҙемде кәмһетелгәндәй тоям? Ҡайҙа юғала бара тел асҡыстары, ата-бабаларығыҙ ҡалдырған ҡиммәттәр, йола-кәсептәр?” – тип ыңғырашты ла тынып ҡалды ул.
Миндәге ғәмһеҙлек бөттө, хәсрәтем ҡуҙғалды. Уйлана биргәс, һорауҙың ысынлап та урынлы булыуына төшөндөм. Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар күҙ алдында шиңә бара, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡылар онотола килә һәм, һыуҙар кәмегән шикелле, туған телебеҙ ҙә ҡорой. Был бик аяныслы.
Милли батырыбыҙ, бөйөк Салауат еребеҙ, халҡыбыҙ азатлығы өсөн үҙен аямай һуғыша. Бының өсөн уны язалап, мәңгелеккә һөргөнгә оҙаталар. Аяуһыҙ йәлләт язаларын татыған мәлдә Салауат үҙе тураһында уйлағандырмы? Рухи аҙыҡ ҡалдырыусы, халыҡ күңеленә нур сәсеүсе сәсәндәребеҙ, шағирҙарыбыҙ тырышып-тырмашып бушҡа ғына ижад иткәнме ни? “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” – тип кешеләр күңеленә аҡ юл ярыусы Аҡмуллабыҙ юҡҡа ғына ғилемгә өндәгәнме ни? Әлбиттә, юҡ! Салауат та, Аҡмулла ла – барыһы ла киләсәк быуын тураһында уйлаған. Уларҙың юлын дауам итеүселәр беҙ, киләсәк быуын, зәңгәр күк аҫтында, тыныс ерҙә бәхетле тормошта йәшәһен өсөн бар көсөн һалып көрәшкән. Ә беҙ уларҙың өмөтөн аҡлайбыҙмы һуң? Минеңсә, юҡ… Донъяның әлеге хәлен күрһәләр, уларҙы, киреһенсә, һары һағыш сорнап алыр ине…
“Кеше ҡайҙалыр ашыға, уҫаллана, йөҙҙәрендә яуызлыҡ уты уйнай”, – тигән һүҙҙәрҙе өләсәйемдән йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, күбеһе тыуған иленән ҡасып, сит ерҙәргә ашҡына. “Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” мәҡәле был хәлгә тап килеп кенә тора. Ниңәлер бәндә, бәхет эҙләп, алыҫтарға талпына. Ләкин яңы атҡан таңды тыуған төйәгеңдә ҡаршылау, меңләтә бәхет бит ул. Шулай сит ерҙәргә барып, үҙ теленән яҙғандар бихисап. Ҡатнаш ғаилә ҡороу арҡаһында башҡорт ҡаны сит ҡан менән ҡатнаша. Был осраҡта тел генә түгел, тарих та онотола. Тел – ул тылсымлы ҡорал. Тел бөтһә, халыҡ та юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Ә беҙ яйлап шуға барабыҙ ҙа.
Башҡорт теле бөтөнләй юғалғандай кеүек. Беренсенән, ғаиләлә бала тыуып, теле асылыу менән, ата-әсә уны үҙҙәренә сит телдә өндәшергә өйрәтә. Был – ҙур хата. Сөнки тәрбиәнең башы – ғаиләлә. Сабый саҡтан сит телгә һөйөү уянһа, үҫкәс, туған телен өйрәнеүгә теләк бер ҙә булмаясаҡ. Икенсенән, мәктәптәрҙе лә әйтеп үтергә кәрәктер. Башҡорт балалары башҡорт илендә иң тәүгеләрҙән булып үҙ телен өйрәнергә тейеш. Тик ниңәлер уҡыу йорттарында рус теле һәм әҙәбиәтенә бихисап дәрес бүленә, хатта берҙәм дәүләт имтиханында ла уҡыусылар тап ошо фәндән балдар мөһим тип һанай. Ә башҡорт теле дәрестәре күп осраҡта аҙаҡҡы урындарҙы биләй. Шуға күрә лә йәштәр күберәк рус телендә аралаша. Ниңә әле һин үҙ телеңдә һөйләшмәйһең, тиеүгә тиңдәштәремдең: “Был бит заманса күренеш. Башҡалар русса һөйләшкәндә, уларҙан артта ҡалырға йыйынмайым. Мин бер кемдән дә кәм түгелмен!” – тигән яуабы телде мыҫҡыл итеүҙе аңлата. Ә телеңде мыҫҡыллау – үҙ-үҙеңдән көлөү. Йәштәрҙең белемһеҙлеге лә шунан килә. Балалар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күбеһе һүҙҙәрҙең асылын аңламай. Боронғо халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары һаҡланмай. Артабан да шулай барһа, милләтебеҙ бөтөнләй юҡҡа сығасаҡ. Тик быны аңламауыбыҙ икеләтә үкенесле.
Эште ваҡытында башламау һуңлау тигәнде аңлатмай. “Ҡалған эшкә ҡар яуыр”, – тигән боронғолар. Туған телгә, тыуған илгә һөйөү хисен арттырыу ҙур көс талап итмәй. Бының өсөн бары тик ҙур теләк һәм берҙәмлек кенә кәрәк. Минең уйлауымса, был проблеманың хәл итеү юлын мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре һанын арттырыуҙан башлау мөһимдер. Шулай уҡ һәр бер ҡалала, уҡыу йорттарында башҡорт теле менән бәйле ойошмалар, түңәрәктәр асыу кәрәк. Уларҙың фәһемле булыуы мөһим. Боронғо халыҡ йолаларының нисек башҡарылыуын һөйләү генә түгел, ә уларҙы күрһәтеп, уйын формаһында, йәйләүҙәрҙә, тәбиғәттә үткәреүе балаларҙың күңелендә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Ошолар телебеҙ үҫешенә ҙур йоғонто яһауына ышанам. Шулай уҡ хыял тоҡсайында Башҡорт халыҡ университетында уҡып сығыу теләге йәшәй. Ләкин бындай уҡыу йорто, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә юҡ. Йолалар, тел, музыка, бейеү, тарих һәм башҡа кафедралар булып, унда уҡыһам, минән дә бәхетлерәк кеше булмаҫ ине!
Барыһы ла – беҙҙең ҡулда. Тик беҙ генә киләсәк тарихты төҙөйбөҙ. Башҡорт моңон, телебеҙҙе юғалтһаҡ, донъябыҙҙан ни ҡалыр? Киләсәгем матур, милләтем һәм телем – башҡорт, динем – ислам, ырыуым – Ҡыпсаҡ булып ҡалһын өсөн йәнемде, ҡулдан килгәнсә бар көсөмдө һаласаҡмын. Алдағы тормошомда ниндәй генә хәл-ваҡиғалар көтһә лә, тамырҙарымдан башҡорт ҡаны аҡҡанда, бирешмәйәсәкмен! Азатлыҡ һәм тыуған ер хаҡын һаҡлап ҡалдырырға тырышасаҡмын.
“Сая бөркөт күктә осҡанда,
Һуҙылып аҡҡан саҡта ҡурай
моңдары,
Салауат рухлы уландар тере
саҡта,
Мәңге һөйләр башҡорт телкәйе!
Мәңге йәшәр башҡорт илкәйе! ” – тигән уйҙарым дөрөҫ булыр тигән ниәттәмен.
Теле барҙың – иле бар, тигән ата-бабаларыбыҙ. Ошо еремдән атлап йөрөгән сағымда, ҡапыл абынһам да: “Мин – башҡортмон! Беҙ бирешкәндәрҙән түгел!” – тип, күкрәгемде ҡағып, мәңге бөтмәҫ юлымдан атлауымды дауам итермен...
Гөлдәниә АҘНАБАЕВА,
Кинйә Арыҫланов исемендәге
9-сы башҡорт гимназияһының
11-се класс уҡыусыһы.
Мәләүез ҡалаһы.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары