18.02.2015 Төркиәгә путевканы кем отто?
Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарын дәртләндереү маҡсатында ойошторолған «Йәшлек»-фараз» конкурсына был тиклем дә күп хат килеүен көтмәгәйнек. Уҡыусыларыбыҙ көтөлмәгәнсә әүҙемлек күрһәтте – почта килгән һайын 50-ләп купон алған саҡтар ҙа булды. Гәзитебеҙ менән дуҫлыҡҡа хыянат итмәгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Дөйөм алғанда, редакция 500-ҙән ашыу хат алды. Конкурс иғлан ителеү менән оло йәштәге инәй-бабайҙарҙан гәзитебеҙҙең тиражын фаразлаған купондар килә башлағас, тәллә беҙҙе тик хаҡлы ялда булғандар ғына уҡыймы икән, тип аптырап та ҡалғайныҡ. Һуңынан йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткәс, шиктәребеҙ юйыла төштө.
Ниндәй генә тиражды фаразламаған уҡыусыларыбыҙ. 6 меңдән алып 78 меңгә тиклем һандарҙы атаусылар ҙа бар. Шулай ҙа күбеһе 8 мең тиражында туҡталғайны. Хаттарҙан күренеүенсә, «Йәшлек»-фараз»ды гәзитте даими алдырып уҡып барғандар көтөп ала һәм улар халыҡты ылыҡтырырҙай ошондай конкурстарҙы күберәк үткәреүҙе һорай. Ысынлап та, бәйге гәзит һәм баҫмабыҙҙы алдырып уҡыусылар араһында ниндәйҙер бер бәйләнеш ролен дә үтәй.
«Йыл да гәзитегеҙгә яҙылам һәм купонды тултырып ебәрһәм, өмөтөм аҡланмай ҙа ҡуя. Шулай ҙа тағы ебәрергә булдым. «Йәшлек»тән бер ҙә айырылғы килмәй, тиражы ғына кәмей, шул эсте бошора. Баҫмағыҙҙы килендәр менән бергә яратып уҡыйбыҙ», – тип яҙа уйында даими ҡатнашыусыбыҙ, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан матбуғат ветераны Сәғүрә Фәйзуллина. Гәзитебеҙҙең яҙмышына битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Өмөтөгөҙ һүрелмәһен, һеҙгә лә уңыш йылмайыр әле, иң мөһим бүләк – аҙна һайын «Йәшлек» килеүе, Сәғүрә апай. Ана бит, Ишембай районының Маҡар ауылынан Азат Ишҡолов: «Донъя гел үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, «Йәшлек» менән 80 йәшкә тиклем йәшәйбеҙ. Унһыҙ донъя йәмһеҙ», – тип яҙа. Хәйбулла районының Байғусҡар ауылынан Роза Баймырҙина әйтеүенсә, оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаман да тормоштарын матбуғатһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайҙар икән. «Иптәшемә – 82, үҙемә 77 йәш. Бабай менән 58 йыл бергә йәшәйбеҙ. Бер ҡасан да гәзиткә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Әбейҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырһам, иң беренсе «Йәшлек»те алып бөтәләр», – тигән ул. Әхирәттәрегеҙҙе лә гәзиткә яҙылырға өндәгеҙ һуң, тип әйтке килә авторға. Беҙҙең конкурсҡа битараф ҡалмай, дәртләнеп китеп, яҡынса тиражды яҙып ебәргән Роза инәй үҙе лә дәртле, йәш күңелле, ҡартлыҡты сигендереп йәшәгән уҡыусыбыҙҙыр инде, тип уйланыҡ. Әбйәлил районының Иҫке Балапан ауылынан Йәүрә Хәйбуллинаның: «Йәштәр гәзитенә яҙылмаған йылыбыҙ юҡ. Быйыл яҙҙырып уҡыуыма 40 йыл, шуға күңелем йәштәрҙеке кеүек йәп-йәш», – тигән һүҙҙәрендә хаҡлыҡ барҙыр, күрәһең. Уның баҫмабыҙҙа «Уңышлы булыу серҙәре», «Үҙеңде тап» тигән рубрикалар аҫтында яҙмалар күргеһе килә икән. «Шундай темаға мәҡәләләр конкурсы булһа, тағы ла яҡшы булыр ине. Һәр кем бәхет, уңыш юлына үҙенсә юл һала», – тигән фекерҙәрен дә еткергән ул. Ошо уҡ райондың Ишкилде ауылынан Зариповтар баҫмабыҙҙың һәр һанын ҡәҙерле ҡунаҡтай көтөп ала икән. «Артабан да матур хикәйәләр, уҡымлы мәҡәләләр баҫылһын, кроссвордтарға, сәйәси темаға күберәк урын бирелһен, ауыл хужалығы, шәхси ихата күберәк яҡтыртылһын. «Йәшлек»тең тиражы республика күләмендә 50 мең дана булырға тейеш тә бит. Халыҡ шул тиклем әҙ яҙыла», – тип урынлы кәңәштәрен дә, борсолоуҙарын да еткергән. Ысынлап та, подписка өсөн хаҡтың ҡапыл күтәрелеүе тиражыбыҙҙа ла кире сағылыш тапты. Хаҡтарҙы ауыҙлыҡлау беҙҙән генә тормай шул. Кәйефебеҙе төшөрмәйбеҙ, бер кемде лә көсләп яҙҙырмайбыҙ. Сөнки, ниндәй генә ҡатмарлы осорҙа йәшәмәйек, иҡтисадыбыҙ көрсөк кисерһә лә, тоғро уҡыусылары йәшәтә «Йәшлек»те.
«Гәзиттең тиражы кәмеүе күңелде ҡыра бер аҙ. Әле үҙем купон тултырам, бер генә лә әҙ итеп яҙғы килмәй, кәмендә 15 – 20 мең итеп күрһәтке килә бит... – тип ысын күңелдән беҙҙең өсөн борсолоп яҙа Благовар районының Ямаҡай ауылынан Мәрзиә Батыраева. – «Терһәгебеҙҙе тешләргә яҙмаһын», – тип мөрәжәғәт итеүегеҙ бик хаҡлы. Күбебеҙ мыжыҡҡа ғына түгел, ә манҡортҡа әйләнеп бара. Хатта, мәктәп ябылғас, «Ниңә ул гәзит-журналдарға яҙылаһың һуң?» – тип һорап аптыратыусылар ҙа табылды. Әлбиттә, мәктәп гөрләп торғанда, уҡыусыларыма гәзит тураһында һөйләй, бергәләп уҡый, дәрестә ҡуллана торғайным. Хәҙер ғаиләм, үҙем өсөн яҙылам». Дөрөҫ эшләйһегеҙ. Рухи аҙыҡ кемдер өсөн түгел, үҙегеҙ өсөн.
Стәрлебаш районының Яңы Николаевка ауылынан Сәлимә Сураҡованың мәрхүм ата-әсәһе лә ғүмер буйы гәзитебеҙҙән айырылмаған. «Хәҙер был традицияны беҙ дауам итеп, гәзитте алып ҡыуанабыҙ. Ауылда ул тик беҙгә генә килә», – тигән.
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
http://www.yeshlek-gazeta.ru/main/konkurstar/6412-125712411241.html
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары