RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәйек!

08.01.2015 Һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәйек!

Һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәйек!Фотолағы матур ҡыҙҙың исеме – Розалия Шәғәлина. Ул, Белорет районының Үткәл ауылында йәшәүсе йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп, 1994 йылдың 6 сентябрендә донъяға килгән.
Булыр бала биләүҙән, тигәндәре шул инде. Розалияны беҙ бәпес сағынан уҡ артист тип беләбеҙ. Ата-әсәһе мәҙәниәт йортонда эшләгәс, ҡыҙыҡай сәхнәлә үҫте, тиһәң дә хата булмаҫ.
2000 йылда биш йәшлек ҡыҙыҡай Өфөлә уҙғарылған «Башҡортостан йондоҙсоҡтары» конкурсында 1-се урын яуланы. Ул 2013 йылда баш ҡалала үткән «На крыльях таланта» бәйгеһендә лә юғары титул алыуға өлгәште. Шул уҡ йылда Болгарияла халыҡ–ара бейеү фестивалендә лә 1-се урын алды.
2014 йылда Ҡазан ҡалаһында үткәрелгән "Морозко – 2014" балалар һәм үҫмерҙәр ижады буйынса Бөтә Рәсәй асыҡ фестиваль-конкурсында 1-се урынға сыҡты.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡайҙа ярыш-фестиваль, байрам концерты – Розалияны тап шунда табырға мөмкин. Тамашасы һөйөүен ул көслө алҡыштар аша ҡабул итә. Был ғына түгел, ул оҫта итеп шиғыр ҙа яҙа. Әлегә үҙем өсөн генә тиһә лә, ижад емештәре интернет селтәрендә ярайһы уҡ танылыу тапты. Үҙе әйтеүенсә, тормошҡа дәрт, көс өҫтәгән иң яратҡан шөғөлө – бейеү. Бигерәк тә башҡорт халыҡ бейеүҙәрен үҙ итә.
Таланты кешеләр бар яҡтан да талантлы. Розалия менән һөйләшкәндә, һәр һүҙен ҡабаланмай, уйлап, аҡыллы фекер йөрөтә. «Кешеләрҙә барыһы ла оҡшай. Бөтәһен дә насар тип әйтә алмайым. Һәр кемдә ниндәйҙер яҡшы сифаттар бар. Шулай ҙа алдашыуҙы, көнләшеүҙе, ике йөҙлөлөкте яратмайым”, – ти ул.
– Хоҙай биргән ғүмеремде лайыҡлы итеп уҙғарырға теләйем. Һәр көндөң ҡәҙерен, тәмен тойоп йәшәйһе ине. Атай-әсәйем, ағайым һәм туғандарым миңә көс һәм дәрт, илһам ҡанаты өҫтәй. Аллаһы Тәғәлә бер кемгә лә күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡ бирмәй, һәр кемдең үҙ юлы бар. Шул юлды табып, тормоштоң яҙыҡ юлына баҫмай, татыулыҡта, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйек, – тигән фекерҙә Белорет ҡыҙы.

Рүзидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.

Дуҫтар! 2015 йыл килеп етте һәм беҙҙең матур ҡыҙҙар конкурсы артабан да дауам итәсәк. Быйылғы бәйге бер аҙ икенсе төрлө итеп үткәреләсәк – был турала ошо арала айырым хәбәр итербеҙ. “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдәрҙе күҙәтеп барығыҙ.
Фотоларҙы, үҙегеҙ хаҡындағы яҙылған хәбәрҙәрҙе төркөмдөң диуарына, «Йәшлек» гәзите сәхифәһенә йәки Айбулат Ишназаровҡа ебәрегеҙ. Һеҙҙең менән яҙышыу мөмкинлеге (асыҡ “личка”) булһын.
"Йәшлек" гүзәле – 2015" конкурсы” төркөмөнөң адресы –https://vk.com/ye02guzel
Беҙҙең рәсми төркөм – “Йәшлек гәзите проекты” https://vk.com/yeshlek02 адресы буйынса урынлашҡан. Унда республика буйынса яңылыҡтар ҡуйыла, аралашырға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә

03.06.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Бүләк тапшырылды. Ә конкурс дауам итә


Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

30.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Финат ЗАМАНОВТЫ оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ!


Тотоп һөйөрлөк кенә!

30.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Тотоп һөйөрлөк кенә!


Дыуан ҡыҙы Айһылыу Шәрипованы оло еңеүе менән  ҡотлайбыҙ!

Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам


Ололарҙы ололайыҡ,  кеселәрҙе кеселәйек!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Ололарҙы ололайыҡ, кеселәрҙе кеселәйек!


Башҡорт киноһы үҫешһен

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Башҡорт киноһы үҫешһен


Телебеҙҙән оялмайыҡ!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Телебеҙҙән оялмайыҡ!


“Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт “Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй…”


Мин сәләмәт тормош яҡлы!

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин сәләмәт тормош яҡлы!


Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...


Үҙебеҙ һайлаған юл

26.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Үҙебеҙ һайлаған юл


Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Тамырҙарымда башҡорт ҡаны аҡҡаны менән ғорурланам

Улар алдында баш эйәбеҙ

13.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Улар алдында баш эйәбеҙ


Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Мин – россиянмын!

10.05.2016 - Конкурстар » Йәмғиәт Мин – россиянмын!


Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!

19.04.2016 - Конкурстар » Йәшлек гүзәле Гөлнур Зиннәтова - еңеүсе!


Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Кешеләрҙең тәнен генә түгел, күңелен дә дауалаясаҡ ҡыҙ

Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары

08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары


Һылыу ҙа, һәләтле лә беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары!