14.11.2014 “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тәжрибә мөһим”
Шулай тип иҫәпләй бер юлы ике вузда белем алыусы Сибай ҡыҙы Руфина Исхаҡова
Руфина менән таныштырғанда, ғәҙәттә, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, бал бейеүҙәре буйынса республика турнирҙары призеры, волейбол буйынса Сибай ҡалаһы чемпионы булыуын өҫтәп ҡуялар. Әйтерһең дә, башҡа ғәжәпләнерлек нәмә юҡ инде был һылыу ҡыҙҙа: ул ике юғары уҡыу йортонда уҡый. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында юрист һөнәрен үҙләштереп, быйыл диплом алһа, Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын ике йылдан тамамлап, профессиональ бейеүсе буласаҡ.
Тынғыһыҙ ҡыҙҙы ата-әсәһе алты йәшенән бейеү түңәрәгенә биргән. Бына шулай сәнғәт донъяһы менән яҡындан таныша башлаған. Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡығанда балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамлай, шулай уҡ гитарала уйнарға өйрәнә. Ғәҙәттә, ата-әсәләр, музыка мәктәбендә шөғөлләнгән балаларҙың мәктәптә белем алыуға ваҡыты етмәй, тип борсола. Руфина иһә мәктәптә лә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
– Бейеүҙе бик ныҡ яратһам да, мәктәптә уҡығанда, етди һөнәр һайларға кәрәк, тип ҡарар иттем. Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен ярата торғайным, бәләкәй синыфтарҙан олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Шуны иҫәпкә алып, СиБДУ-ның юридик факультетына уҡырға индем, – ти ул.
Әлбиттә, башҡа йүнәлеште һайлаһа ла, яратҡан бейеүҙәрен ташламай, университет, ҡала кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Икенсе курсты тамамлағас, күңелендә шик ярала: “Бәлки, буласаҡ һөнәремде икенсе өлкәлә һайлап, яңылышамдыр?” Ҡыҙ, уйланғандан һуң, бейеү буйынса яңынан уҡырға инергә ҡарар итә. Шулай Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһына барып юлыға. Бында, Руфинаның бер юғары белем алыу йортонда уҡыуын иҫәпкә алып, ситтән тороп уҡыу бүлеген тәҡдим итәләр. Бындай боролошҡа әҙер булмаһа ла, ҡыҙ, әсәһе менән кәңәшләшкәндән һуң, тәҡдимгә ризалаша.
– Юрист һәм бейеүсе, ысынлап та, төрлө донъя кешеләре. Миңә ике өлкәне әлегә тиклем берләштерергә тура килгәне юҡ. Әммә икеһе лә берҙәй оҡшай һәм киләсәктә, бәлки, ике өлкәлә лә хәҙерге кеүек эшләй алырмын, тип ышанам. Әлбиттә, әлеге ваҡытта бейеү ваҡытымды күберәк биләй. Алты йәштән сәхнәгә сығып, тамашасыларға шатлыҡ өләшеү, аҙаҡ уларҙың алҡыштарын ишетеп һөйөнөү – бик татлы, бәхетле кисерештәрҙең береһе ул. Мин был тойғоһоҙ йәшәй алмайым, – ти ҡыҙ, кисерештәре менән бүлешеп.
Алдынғы һәм өлгөр студент еңеүҙәре, ҡаҙаныштары менән туҡталып ҡалмай, һәр ваҡыт алға ынтыла. Ғөмүмән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыу – уның өсөн үҙ-үҙен һынау, яңы мөмкинлектәрен асыу рәүеше. “Еңеүҙәрҙән бигерәк, тупланған тәжрибә ҡиммәт”, – ти ул. Әлеге ваҡытта Руфина Исхаҡова “Сибай йондоҙҙар ҡабыҙа” тип аталған вокал-хореография конкурсының икенсе этабына әҙерләнә. Ҡыҙ өсөн был ҙур һынау булмаҡсы, сөнки үҙ сығышында ҡатмарлы хореографик элементтарҙы ҡулланырға теләй. Бер рәттән, юридик факультеттың дипломын алырға әҙерләнә.
Өлгөр кешеләргә хас тырышлығы, сәмлелеге менән алдырған Руфинаның алҡыштарға күмелер көндәре алда әле. Ҡайһы юлды һайлаһа ла, унан уңышлы барырына тамсы ла шик юҡ.
М. АСҠАРОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
23.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 20-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
13.05.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 19-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
29.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 17-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
25.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 16-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
15.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 15-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары
08.04.2016 - Конкурстар » "Ҡәйнәм-ҡайным - алтын ҡаҙнам" Гәзитебеҙҙең 14-се һанында сыҡҡан балалар һәм уларҙың дуҫтары