«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Әҙәбиәт » Бойоҡ күҙҙәремә йәш эркелде…



20.10.2014 Бойоҡ күҙҙәремә йәш эркелде…

һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе замандың тын тартышына ғәйәт һиҙгер булды.

Йөрәктән сығып, йөрәккә етмәй,
Йырҙар аҙаша.
Мостай КӘРИМ.

Бойоҡ күҙҙәремә  йәш эркелде…Ағайыбыҙ, шиғриәттә булһынмы, сәсмә әҫәрендәме, донъялыҡта йәшәү асылы, ғәмәлдәребеҙҙең мәғәнәһе, мәңгелек үлсәме һәм ваҡыт ҡәҙере тураһында йыш уйланған. Мәңгелек юлында кеше ғүмере, иртәнсәк яралып, кис юғалған күбәләк ғүмере менән берҙер. Һәм мәңгелектең башланғысы ҡайҙа ла, ахыры ҡайһы тарафтарҙа? Мәскәү вуздарының береһендә беҙгә һабаҡ биргән Пуховский атлы ҡарт профессор мәңгелек төшөнсәһен ошолай ябай ғына аңлатҡайны: «Йәйге тып-тын аяҙ төн. Кешеләр кәмәлә диңгеҙгә сыға. Диңгеҙ күккә барып олғаша. Асман йондоҙҙарға күтәрелә. Йондоҙҙар иһә мәңгелеккә китә. Ә мәңгелек кешеләргә әйләнеп ҡайта. Кешеләр диңгеҙгә сыға…» Күҙ алдына килтерҙегеҙме? Мостай Кәрим ижадындағы фәлсәфиәт, бәлки, баш ҡала профессоры һыҙған виртуаль әйләнеш менән ауаздаш та түгелдер, әммә һүҙ оҫтаһы һәм фекер эйәһе замандың тын тартышына ғәйәт һиҙгер булды.
Мәғлүмдер, Мостай ижады, ғөмүмән алғанда, көр тауышлы, оптимистик кәйефле ижад. Уның шиғырҙарында һәм поэмаларында, драмаларында һәм публицистикаһында һеҙ ваҡ-төйәкте сәбәп итеп йәш түгеүҙе, уҡыусы йөрәген тырнарға тырышыуҙы тапмаҫһығыҙ.

«Кеше көслө. Ҡулда тота олонон ул / Был йыһандың. Кеше көслө» тип һәр ваҡыт тәҡрарлай килер булды ша­ғир. Мостай Кәрим өсөн төҫһөҙ үә эҙһеҙ шәүләләр юҡ. Уның ижадына төйәкләгән шәхестәр илһөйәрлектә ирлек күрһәтә, мөхәббәтте сөсөләндермәй, ер һөрөүҙе йыр яҙыу дәрәжәһенә ҡуя, һәр ҡайһыбыҙға тәбиғи булырға тейешле намыҫты күҙгә төртөп күтәреп йөрөмәй.

Бөгөнгө һүҙ даирәһен ҡыҫа төшөп, Мостайҙың шиғриәтен генә күңел күҙе алдынан үткәргәндә (ә маңлай күҙе менән уны байҡап сығыу мөмкин түгел), әсәй-атайҙарыбыҙға, үҙебеҙгә, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә, аяҙ көндәрҙән бигерәк, йонсоу төндәрҙә йәшәргә тура килгәнлеген аңлап, шағир йөрәгенең ҙурлығына хайран ҡалаһың.
Һәр кемгә үҙ осоронда йәшәү яҙмышы төшә. Сәйәси мауығыуҙа йә көнитмеш рәүешендә төрлөбөҙ төрлөсә булһаҡ та, уңышҡа ҡыуана, бәлә килгәндә ҡайғырыу сифаттарыбыҙ бер үк. Ел-дауыллы, бөйөк, ҡанлы эпитеттары менән билдәләнгән егерменсе быуат Мостай Кәримде яу, юғалтыуҙар, табыштар, тәрән кисерештәр аша шағир яһаған. Уның тормошоноң һәр мәле ил һәм халыҡ тормошо менән үрелеп барһа, әҫәрҙәре халҡының йөрәк ҡағышы ине. Вафатынан бер йыл алда ағайҙың башҡорт һәм рус телдәрендә «Оҙон юл» («Долгая дорога») тип аталған шиғырҙар йыйынтығы сыҡты. Китапты остазыбыҙҙың шиғриәттәге ижадын бер ни ҡәҙәр йомғаҡлауы тип иҫәпләргә лә, фани донъяла ҡалғандарға васыят итеп ҡабул ҡылырға ла булалыр. Йәнә лә иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: шағир ижадының тәүге осорҙарынан ҡәләм тота алған һуңғы көндәренә тиклемге арауыҡта уның уй-кисерештәре ниндәй үҙгәрештәр үткәреүен апаруҡ асыҡ күрәһең.

Шағир, ҡайһы ғына ҡәүем вәкиле булмаһын, әгәр тотош кешелек ғәмдәре менән йәшәһә, донъя гражданы тигән яуаплы вазифаны үтәй. Ҡитғаларҙың һәр ҡайһыһына аяҡ баҫып, тиҫтәләрсә илгә сәфәр ҡылыуы сәбәпле генә түгел, әммә Мостай Кәрим ҡараштарының киңлеге, фекерләү ҡоласы йәһәтенән ысындан да донъя улы ине. Бәлки, шуғалыр, егерменсе быуат аҙағына ҡарай Ер шары күсәренең ҡыйшайыуын һәм ҡотоп­тар­ҙың алмашыныуын ул һыҙланыуын йәшермәй күҙәтә килде. Туҡһанынсы йылдар уртаһында, үҙем дә йөрәкте усҡа йомарлап йөрөгән ваҡытта, ағайға: «Ошондай аңҡы-тиңке саҡта халыҡҡа яҙыусы һүҙе кәрәк тәһә, ниңә өндәшмәйһегеҙ?» – тип үпкә белдереүемдең әҙәпһеҙлек булғанлығын һуңыраҡ аңланым. Әйтерһең, туҡһанынсы йылдар башында, Башҡортостан дәүләтселеген яңыртыбыраҡ ҡо­рор­ға тип зыу килгәндә халыҡ шағирының депутаттар алдындағы сығыштарын тыңламағанмын да, хәбәрселәргә биргән интервьюларын уҡымағанмын. Ошо осорҙарҙа, әйткәндәй, Мостай ағай сәйәси тормошҡа иғтибарын уғата көсәйткәйне. Ләкин шағирҙарға уны админис­тратив алымдар йә ихтыяри саралар менән үҙгәртеү мөмкинлектәре бирелмәгән. Мостай Кәримдең, шартлы рәүештә алғанда, һикһәненсе йылдар аҙағынан һуңғы көндәренә ҡәҙәре ижады арта барыусы хафаланыу, әрнеү, юғалтыуҙар хәсрәте ме­нән тулы. Әүәлдән йы­йыла килгән борсолоулы уйҙары ла, бәлки, һулҡылдап тулышҡан эрен шикелле, ошо йылдарҙа һытылып сығыуға сәбәп тапҡандыр?

… Яңыса китте имандар,
ғәмәлдәр.
Хөкөм итә көн һөсләткән
әҙәмдәр:
Йәнәһе, беҙ йәшәгәнбеҙ
кирегә,
Һис бер эшебеҙ етмәгән
еренә.
Беҙ ярһыған яҙҙар,
имеш, – яҙ түгел,
Беҙ наҙлаған һөйөү
наҙы – наҙ түгел.

Кешеләрҙең күпселеге тормоштағы кәмселектәр өсөн ғәйепте бүтәндәрҙән эҙләй. Һәр ғәмәлдең сәбәбен иң тәүҙә үҙеңдә күрергә тырышырға кәрәк тә бит. Мостай ағай, дәүләт һәм йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, ижтимағи тормош ҡанундарын яҡшы белгән кеше булһа ла, ерҙә дауыл ҡуптарылыуында ла, күктә йондоҙҙар боларыуында ла, публицистик пафосҡа бирелеп, кемгәлер ғәйеп таҡмай. Илебеҙ ҡоролошоноң тыштан килгән яуһыҙ ҡыйралып төшөүен иҡтисад закондары аңлата алһа, күңелдәрҙәге тутыҡтың ҡайһы арала хасил булыуын ниндәй дәлилдәр менән нигеҙләргә? Беҙ кем инек һәм кем хәленә ҡалдыҡ? Күрмәгән-белмәгән ниндәй көстәр беҙҙе үҙебеҙ ҙә танымаҫлыҡ итеп үҙгәртте? Кисә генә «илем», «Ватаным» тип анттар килтереп йөрөгәнебеҙ ниңә шул арала һөйкөмһөҙләнде? Дуҫтан яҙыу ауыр, йәрһеҙ ҡалыу – ҡара ҡайғы, илеңдән йөрәгеңде айырыу – фажиғәлер. «Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә, / Кәмһетәләр һине, изгебеҙ. / Былай булғас, йә баламы һиңә, / Йә бәләме һиңә инде беҙ?»

Ирмен тигән ир иле өсөн имгәк булып йәшәргә тейеш түгел. Был – бәхәсһеҙ әхлаҡ бурысы. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә тәүҙә иркә балалар ишәйә башланы, унан ирмәктәр үрсене, тора-бара иҫәүәндәр менән ҡулдаш булдыҡ, хәҙер иһә донъя иҫәр­ҙәргә ҡалып бара. «Берәү һата һинең иманыңды, / Берәү тарта алтын сәсеңдән, / Берәү рәхәт таба күҙҙәреңдән / Сәсрәп сыҡҡан тоҙло йәшеңдән”. Үкенесле, әммә йәмғиәттең рухи зәғифлеге, яман шеш һымаҡ, уны иҙә, тарҡата, серетә бара һәм әлегә уның сәләмәтләнеү билдәләре күренмәй.

Шағирҙың һуңғы йылдарҙағы бойоҡлоғон һәм ошо кәйефтең уның шиғырҙарында ла ҡайтауаз алыуын һикһәненсе йылдар урта­һында ҡустыһы Ильястың, туҡһанынсы йылдың майында әсәһе Вазифа инәйҙең ва­фаты, аҙағыраҡ хәләле Рауза Һәүбән ҡыҙының оҙай­лап ҡаты сирләүе һәм ахырҙа китеп барыуы менән аңлатырға тырышыу хәлде ябайлаштырыу булыр ине. Әлбиттә, был хәтлем юғалтыуҙарҙы үлсәр һәм ауырлығын самалар әмәлдәр юҡ. Мостай ағайҙың йөрәгенә дошман минаһының ярсығы тейә яҙып үткән. Тыныс тормоштағы төрлө миналар иһә шағирҙың йөрәген күп мәртәбә телгеләгән. Быуат аҙағы яҡынлашып, бөйөк ил харабаларында, бер-береһенең боғаҙынан алып, мөлкәт, хакимлыҡ бүлешеү башланғас, уйыбыҙға «ниңә шулай?», «был кешеләр ҡайҙан килгән?» һымағыраҡ яуапһыҙ һорауҙар таш булып ятты. Матбуғатта ғүмере ваҡытынан алда өҙөлгән кешеләр тураһында хәбәрҙәр күбәйҙе. Гүйә ки Ватаныбыҙ өҫтөнә бығаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ҡара яу ябырылды. «Көнгә сыҡһам, өрә-өрә / Эттәр ҡамай, / Төнгә инһәм, берәм-берәм / Шиктәр талай. / Йылдар түгел, көндәремде / Кәкүк һанай, / Баш осомда, ҡоҙғон булып, / Әжәл янай».

Глобаль фажиғә шарттарында тыуған трагик шиғырҙарҙы Мостай Кәрим ижадының ҡайһы кәштәһенә һалырға? Ғөмүмән, ижтимағи, әхлаҡи трагедия ши­ғыр юлдары бу­лып формалашҡанда, ул әҫәрҙәрҙе шағир шәхесенә генә ҡайтарып ҡал­дырыу дөрөҫмө икән? Ошон­да­йыраҡ бихисап һорау­ға яуапты уның ижадын фәнни талаптар­ға нигеҙләнеп өйрәнеүселәр бирер, әл­биттә. Һеҙҙең хәбәрсегеҙ иһә шағирҙың ауыр мәлдәрҙә тыуған ҡайһы бер әҫәрҙәрен бизмәндең аҡыл тәрилкәһенән хис яғына күсереп һалып ултыра, улар­ҙы маңлай күҙе менән түгел, бәлки күңел күҙе менән уҡый. «Донъя сирле. Кемдер унан /Биҙеп китә,/ Бар өмөтөн, тапап-тапап, / Иҙеп китә»., Һәм йәнә лә: «Әүлиәләр ҡайҙа? Кемгә / Баш эйәләр? / Хәмер эсеп, зина ҡыла/ Әүлиәләр. / Донъя сирле. Белеп булмай / Ни яҙаһын; / Кем һуң уҡыр был донъяның / Йыназаһын?»

Мостай ағайҙың олоғайғас яҙған шиғырҙарында моңһоулыҡ мотивтары өҫкәрәк сыҡһа ла, ул әҫәрҙәр шағир рухының һыныуын күрһәтмәй. Ул осорҙағы төшөнкөлөк бүтән шағирҙарҙың ижадында ла үҙен ныҡ һиҙҙер­ҙе. Ләкин Мостай Кәрим шәхсән кисерештәрендә лә ватансылыҡ тойғоһона тоғро ҡалды. Ҡарт яугир йөрәге ҡан һауҙы, ул уның уртына тулды, ләкин шағир сәсәп барыуын һиҙҙермәҫкә тырышты. Ағайҙың юғалтыуҙар, сирҙәр менән өндәшмәй-һыҡранмай көрәшеүен беҙ күреп йөрөнөк, ләкин ҡәҙерле кешегә ярҙамыбыҙ уның хәлен белешеүҙән үтмәне. Бары аҙаҡ, ошо ауыр осорҙа яҙыл­ған шиғырҙары баҫылып сыҡҡас ҡына, ата арыҫландың Ватаны, халҡы, уның рухы өсөн ни ҡәҙәре лә ауыр йөк, тәрән уйланыуҙар, шик-шөбһәләр менән йәшәгәнлеген аңлай төштөк. «Бешеп үткәс кенә, дауыл йыға/ Игендәрҙе. / Нығып еткәс кенә, ҡайғы бөгә/ Күп ирҙәрҙе».

Халҡың исемеңде телдән төшөрмәгән был көндәрҙә йөрәктә – дәрт, күңелдә күтәренкелек булырға тейештер ҙә бит, әммә күҙҙәребеҙҙе әсе йәштәр ҡырҡа. Заман, ил, яҙмыш өсөн хафаланыу, үкенеү, һағыныу йәштәре...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға