«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Әҙәбиәт » ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘ



17.10.2014 ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЙЫРҘЫ ЙЫРЛАП БАРАСАҠБЫҘ

Бейеш”те халыҡ шағирының шәхсән үҙ йырылай күргәне.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына – 95 йыл.

Хәләлбикәһе Рауза ханым йырлар­ға яратҡан “Бейеш” моңо Мостай Кәримде ғүмер буйы оҙата килгән. “Был йыр – минең йырым. Үҙемдеке. Тәү ишеткәндә үк түгел, ә уның икенсе тапҡыр, йәғни минең өсөн тыуған мәленән алып рухым уға сат йәбеште, ғүмерлеккә хужа булды. Ҡайҙа ғына, кем генә йырламаһын, тик минең өсөн генә яңғырай ул. Һәм, остоғон да ҡалдырмай, йөрәгемә һеңдерәм. Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (“Бейеш”. – 4-се том, 311-се б.).
Оло яуҙа ауыр яра алыуы арҡаһында хәл өҫтөндә йөрөгән Мостафа Сафа улын кәләше Рауза менән бергә күптәнге дуҫы, күренекле драматург Мөхәммәт Хәйҙәров үҙенә, Учалылағы Өргөн ауылына саҡырып, ҡатыны Ғәйниямал менән кәзә ҡымыҙы эсереп, тәрбиәләй. Шағир үҙе әйтеүенсә, аҙна-ун көн үтеүгә, тыны иркенәйеп, теҙ быуындары нығына төшөүгә кәләше уны Биргетауға әйҙәй. Яралы фронтовик бик ырата алмай. Рауза иһә алғараҡ сыға ла кинәт “Бейеш” йырын башлап ебәрә. Шағирға электән үк таныш был йыр кәләше башҡарыуында өр-яңы йөкмәтке алғандай, өр-яңы моң менән һуғарылғандай тойола: “Ни мөғжизә был?! Шул уҡ йыр. Беренсе нотаһынан уҡ тамаҡҡа төйөр тығылды, тәндәр сымырлап китте”, – ти ул үҙе лә. Сөнки ҡаяға килеп ҡунған зәңгәр ҡош булып тойол­ған Раузаһының йырлауы уның зиһенен ала, ерҙән айырып, рухын күктәр менән ҡауыштыра. Ысынлап та, мөғжизә хасил була. Шул йыр тыуҙырған мөғжизәне шағир үҙе бына нисек тасуирлай: “Моң саҡырыуына, моң бойороғона буйһоноп, мин үргә үрләйем. Шул арала зәңгәр ҡош (йәғни Раузаһы – Ә. С.), йырын бүлмәй генә, тағы ла бейеккәрәк осоп ҡуна. Миңә яңы дәрт өҫтәлә, дарманым арта. Йырға эйәреп барғанымда, яңы һулышым асыла. Мин инде үҙемдән дә йәшерәкмен. Донъям хөр, тәҡдирем хәүефһеҙ, ҡот китмәҫ, йот килмәҫ. Әйтерһең, артымда һуғыш та, ғазаптар ҙа, әжәл янауы ла булмаған” (шунда уҡ, 314-се б.). Инде тауҙың түбәһенә менеп еткән йырсы ҡошсоҡтоң, Рауза­һы­нан, алыҫ Рурҙа ҡойолоп, Днепрола йөрәге янында урын алған мина ярсығының әрнетеүенә лә ҡарамай, шағир үҙе әйтмешләй, “тотам да ҡалмай”. Уны “хатта уҙырға ла форсат” таба. Артабан автор шулай ти: “Мин бисәмдең һағыш тулы күҙҙәренә ҡарайым. Йыр өҙөлмәй.

“Йәйгенәһен бында, ай, йәйләнем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа йәйләйем?”

Йырҙың был һүҙҙәрен моңға һалғанында, яралы офицер ҡатыны Бейеш һүҙҙәрен үҙенекеләй күреп йырлағандыр. Хәйер, был фаразды Рауза ханым үҙе үк ҡеүәтләгән, имеш. Ана ул ни тигән иренә: “Был йырҙы мин өсөнсө йыл һин Мәскәү больницаһында хәл эсендә ятҡан көн­дәрҙә радионан отоп, өйрәндем. Ҡайғылы сағында кешене йыр, илатып булһа ла, йыуата икән. Йырлап илайым да йыуанам төҫлө. “Бейеш” ул заманда беҙҙең билдәһеҙ, шомло яҙмышыбыҙ тураһында һөйләй һымаҡ ине” (“Бейеш”. – 4-се том, 315-се б.).

Ҡатыны шулай тигән. Ә шағир, Биргетауҙа яңғыраған “Бейеш” йырының берҙән-бер тыңлаусыһы ни тигән? Бына ул: “Һуңғы өндәрҙе ел алып китте. Ә моң минең ҡан тамыр­ҙарыма күсте, күсте лә тулап тибә башланы. Иләҫ-миләҫ ғүмерем оҙая... Үҙем тау башындамын. Эргәмдә Ҡояш, аяҡ аҫтында ел... Янымда хәләл йәрем. Күңелемдә ғүмерлек бүләк – “Бейеш”. Бәхет түгелме ни ошолар? ... Бына шулай. “Бейеш” – минең йырым ул. Үҙемдеке. Ҡайҙа ғына кем генә йырламаһын. Тик минең өсөн генә яңғырай ул. Осмотон да ҡалдырмай, йән-тәнемә һеңдерәм. Һеңдерәм, ә танһығым ҡанмай” (4-се том, 315-се б.).
Шағирҙың “Бейеш” тигән сәсмә әҫәрен башҡорттоң ошо уҡ исемдәге йыры йөҙөндә халҡымдың тотош йыр хазинаһына мәҙхиә тип атарға булыр ине.

“Классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ”

... Бер мәл Мостай ағай, Иш­мөхәмәт Ғәләүетдинов һәм мин фәҡирегеҙ Биология институтында бүлек мөдире булып эшләгән академик Фәнғәт Хәзиевтың юбилейынан күңелле генә ҡайтып киләбеҙ. Һүҙ эйәрә һүҙ китте лә, уның осо башҡорттоң оҙон көйлө йырҙарына килеп төртөлдө. Шунда Мостай ағай: “Башҡорттоң оҙон көйлө һәр йыры классик операларҙағы иң ауыр арияларҙан да былайыраҡ. Уны, шул классик арияларҙы башҡарғандағы һымаҡ, фрак кейеп, бабочка тағып ҡына йырларға ине. Ана, Мәғәфүр шулай итә (шағир Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллинды күҙ уңында тота ине – Ә. С.). “Һандуғас” менән “Урал”ды сәхнәнән ул шулай ғына башҡара”, – тигәйне.
Башҡорт йырына, башҡорт моңона табыныуы, шулар хаҡында әйткән йылы һүҙҙәре ихлас булмаһа, шағир былай тип әйтер инеме:

Башҡорт һүҙе, башҡортомдоң моңо
Ҡолағыңа тик бер сағылыр.
Бер сағылыр... Сәхәр ваҡытында
Шул моңдарҙы күңелең һағыныр.
(“Ғәрәп ҡыҙы Ләйлә”, 1965).

Башҡорт йырына, башҡорт моңона мөхәббәте ихлас булмаһа, ҡурай­ҙың һүҙһеҙ моңонан тарихыбыҙҙы уҡый алыр инеме лә, ошолайтып яҙып ҡуйыр инеме шағир?!

Ни ғәжәп был? Ҡапыл, йән тетрәтеп,
Ғәрәсәтле, шомло сәғәттә
Илаһи моң килде... Ҡурай моңо
Дауыл түбәләрен артылды.

Ҡурай иңрәй, ҡурай маҡтау йырлай,
“О, Уралым, минең Уралым!..”
Ошо минутта мин ярһыу атта
Ун быуатҡа ҡайтып ураным.
Тамырҙарым буйлап моңдар аҡты,
Моңдар ташты, моңдар яндылар.
...Ергә һеңеп, бер саҡ мин
тынырмын,
Диңгеҙ шаулар. Моңдар яңғырар.
Эй, һөйөклөм!
Ҡара мәрмәр ҡуйма. Һорайым:
Яҙ еткәс тә, йәп-йәш ҡурай ултырт,
Көмөш суҡлы Урал ҡурайын...
(“Кистән дауыл ҡупты...”, 1971).

Халыҡ шағирының замана йырҙары хаҡында әйткәне

Мәғлүмдер ки. Шундай заман килде. Һәр гармунсы үҙен композитор итеп тоя башланы, буғай. Тегенән-бынан көй өҙөктәренән ҡо­рама көйҙәр туҡыу ғәҙәти хәлгә инә бара. Был эшкә компьютерҙы тотона башланылар. Улай ғына ла түгел, башҡорт йыры тип танытырға ты­рыш­ҡандарының бәғзеләре рус, ҡаҙаҡ, ҡытай, һинд, төрөк һәм баш­ҡаларға хас көйҙәрҙән сәлдермеш киҫәктәрҙән туҡыла ла, композитор Рим Хәсәнов әйтмешләй, “баштарына түбәтәй кейҙерелә”. Шуныһы ҡыҙыҡ, хәҙер ҡайһы йыр башҡорттоҡо, ҡайһыныһы татарҙыҡы, ҡайһыныһы төрөктөкө, ҡаҙаҡтыҡы, үзбәктеке – айырып булмай башланы. Ә улар­ҙы башҡарыу­сылар, радио һәм телевидениебыҙға ышанһаң, кәмендә “йондоҙ”ҙар, хатта “күҙ ҡамаша”. Эфирға, сәхнәгә сығырға дәғүә итеүсе йырҙар элек художестволы совет иләгенән үтер ине. Хәҙер ундай “ОТК”-лар ҙа юҡ. Заманында халыҡ шағиры Назар Нәжми “киң ҡулланыу” тауарҙарын хәтерләтеүсе ундай бер көнлөк көйҙәрҙе лә “һөйәлдем һөйәндәргә” (быны икенсе төрлө “һөйәнер өсөн, йүкә ағасының йүкәһен һыҙырып ташланым да шуға һөйәндем” тип аңларға кәрәктер), ҡырҡ тапҡыр “яратам”, “ауылымды һағындым” йә “2 х 2 = 4”, “Ағиҙел – Камаға, Кама – Волгаға, Вол­га – Каспийға ҡоя” тибындағы, йәғни образлылыҡтың “о”һо ла, художестволылыҡтың “х”һы ла булмаған, булырға ла уйламаған, әммә моңһөйәрҙәребеҙгә йыр тип тәҡдим ителгән, йәш-елкенсәктең ҡул бол­ғай-болғай, ҡысҡыра-ҡысҡыра, са­тай-ботай һикрәңләүенә иҫәп тот­ҡан, тик шаҡылдыҡ та туҡылдыҡҡа ҡоролған нәмәләрҙе ҡаты тәнҡитләп торор булды. Халҡыбыҙҙың гүзәл йыр ҡомартҡылары хаҡында юғары фекер йөрөтөп тә, йыр сәнғәте менән уртаҡлығы булмаған ундай күренештәргә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә хуш күңел менән ҡарауы мөмкин түгел ине. Ысынлап та, замана йырҙары уны ла хәүефлән­дер­ҙе. Бер осраҡта ул, мәҫәлән: “Заман йырҙары тураһында уйланам. Ә күңелемдә “Бейеш”, “Сәлимәкәй”, “Буранбай”, “Ҡолой кантон”, “Һандуғас”, “Түрәкәй”, “Сибай”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар” һ.б., һ.б. Был йырҙарҙың һыны, кәүҙәләнеше, еҫе, төҫө, хайран ҡалырлыҡ моңо бар. Һәр береһенең асылында тәрән драматизм ята. Бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫа”, – тиһә (“Көндәлек”, 31. 05. 1998), икенсе осраҡта: “Хәҙерге йырҙарҙың күпселеген тыңлау – төбө тишек бокалдан шарап эсеү шикелле. Шарапты һоҫоп алаһың, ауыҙыңа еткәнсе түгелеп бөтә. Әлеге йырҙар ҙа күңелгә еткәнсе һауала шартлап, юҡ була. Ундай йырҙарҙың ике генә һүҙе бар: беренсеһе – яратам, яратам, яратам, яра, яр... Икенсеһе – әсәйемде һағынам, һағынам, һағынам, һағын... һағ... һа...”, – тип яҙҙы (“Көндәлек”, 31. 05. 1998).

Халҡыбыҙ шағиры хаҡ һүҙ әйткән. Тик радио ла, телевидение ла, мәҙәниәт министрлығы ла, мәҙәни усаҡтар етәкселеге лә һаман да сәхнәгә, эфирға тәҡдим ителгән йыр репертуарының сифатына иғтибар бирмәй. Шуныһы үкенесле.

Башҡа халыҡтарҙың йырҙарына мөнәсәбәте

1942 йылдың 25 авгусында алған яралары төҙәлгәс, кесе лейтенант Мостафа Кәримовты резервҡа сығарып, Мәскәүгә оҙаталар. Поезға ултырып, шунда китеп барғанында, “яҡында ғына үҙәк өҙгөс моңло тауыш” яңғырағанын ишетеп ҡала:

В стране золотой,
Объятой мечтой
И нежным сном,
В весеннем свете
Я девушку встретил,
Как свет зари.
Прекрасна ты, Роз-Мари...
(“Память песен”; “Роз-Мари”. – С. 36 – 37)

Ошо йырҙы ишетеүҙән яугир шағир ныҡ әҫәрләнә. “Сит телдәге ят йыр йөрәккә ошо тиклем ҡапыл бәреп инмәй торғайны. Был мине, әсир итеп, зәңгәр күк аҫтындағы алыҫ далаларыма алып китте, шишмәләремдең сылтырауын ҡабатланы, ҡоштарымды һайратты. Мине көтөп зарыҡҡан кәләшем менән ҡауыштырҙы”, – ти шағир үҙе был хаҡта. Бындай хистәр кисереүгә йырҙа телгә алынған ҡыҙҙың исеме Мостай Кәримдең кәләшенең аҙашы булыуы ла сәбәпсе булғандыр. Юҡһа шағир: “Роз... Роза. Ниндәй ҡәҙерле, ниндәй танһыҡ исем. Минең кәләшем төптө Рауза түгел, Роза, паспортында ла шулай яҙылған. Был йыр бит минең һөйөүем, минең һағыныуым тураһында”, – тимәҫ ине (“Роз-Мари”. – т. 4, 306, 307-се б.). Әммә, халыҡ йырҙары хаҡында әйткәндәрен иҫкә төшөрһәк, хикмәт унда ғына ла түгел икәненә төшөнөрбөҙ. Кемгә нисектер, һәр хәлдә, миңә ҡалһа, шағирҙың “Роз-Мари” тигән был ят йырҙы шул тиклем дә күңеленә яҡын итеп ҡабул итеүенең бер сере уны башҡорттоң классик мөхәббәт йырҙары аша ҡабул итеүендә. Шуларҙың береһендә ғашиҡ егет йән һөйгәнен тиңһеҙ һылыу тип таныуын:

Шәүрә килен кейгән, ай, еләндең
Итәк осҡайҙары мунсаҡлы.
Айға ла ғына көнгә тиңләмәйем,
Һылыулығың, Шәүрәм, шул саҡлы, – тип белдерһә (“Шәүрә килен”), икенсеһендә:
Күктә лә генә болот, ай, йөҙөр,
Ерҙә лә генә ҡырау ирейҙер.
Йөрөмәсе, йәнем, күҙ алдымда,
Күҙ алмаҡайҙарым ирейҙер, –
тип аңлата (“Күктә лә генә болот…”).

Яуҙа йөрөгән сағында, осраҡлы рәүештә һағышлы һалдат ауыҙынан “әллә ҡайҙа ятҡан Канадалағы Мари” хаҡындағы ят йырҙы ишетеп, уны ошондайыраҡ йырҙарыбыҙ аша ҡабул итеп тетрәнмәһә, һуғыштан һуң яҙған бер шиғырында шағирҙың:

“Юҡ, сибәрҙәр – сибәр түгел,
Һөйгәндәр генә сибәр”, –
тигәне (“Һөйгәндәр генә сибәр”) шуларҙың барыһын да дөйөмләштереү кеүек аңлашылыр инеме ни.

Күңеленең һаңғырау түгеллеген, ишетә белеүен, һағыштарына, дәрттәренә йыр нисек үлсәү булыуын, зиһенен дауалауын әйтеп кенә китмәгән шағир, тасуирлап уҡ биргән.

1955 йылда Мостай Кәримгә Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән бергә Вьетнам Халыҡ Республикаһына барып ҡайтыу насип була. Азияның арғы осонда ятҡан шул илдә ҡырҡ ете көн эсендә күргән-кисергәндәрен теркәгән яҙмаларында ла йыр хаҡында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре бар.
“Донъяла бер көс бар – ул йыр. Йыр кешеләге бөтә тойғоларҙы үҙ эсенә ала һәм уларҙы үҙ ихтыярына буйһондора. Вьетнам ҡыҙҙары һәм егеттәре йыр башлай. Йыр вагондан вагонға күсә. һүҙҙәренә төшөнмәһәләр ҙә, көйгә беҙҙең артистар ҙа ҡушыла. Был моңдо улар күптән беләләр. Дуҫтар менән бергәләшеп вьетнам, рус, башҡорт, тажик телдәрендә күпме йыр йырланды уҙған аҙналар эсендә! Был йырҙың яңы һүҙҙәрен әле генә сығарып алғандар икән. Тәржемәсе До Тхи иптәш уны, бышылдап ҡына, юлын-юлға тәржемә итә бара:

Мәскәүгә ос һин, аҡ ҡауҙы.
Өфөгә ос һин, аҡ ҡауҙы,
Һин изге ҡош, һин яҡты ҡош,
Оҙата бар ҡунаҡтарҙы.
Ҡанат йәйеп, дуҫтарҙы һин
Эҫенән һәм елдән һаҡла,
Гел шатлыҡлы хәбәр алып,
Әйләнеп ҡайт тыуған яҡҡа...

Бына шулай тип йырлайҙар хушлашыу йырын”, – тип яҙа Вьетнамға дуҫлыҡ гастроленә барған башҡорт артистары төркөмө етәксеһе Мостай Кәрим (“Вьетнам алыҫ түгел”. – 5-се том, 62-се б.).

“Татар, рус йырҙары ҡолағымда. …”Ҡара урман”, “Степь да степь кругом”, “Есть на Волге утес”, “Славное море – священный Байкал”. Был йыр­ҙарҙың һыны, кәүҙәләнеше, еҫе, төҫө, хайран ҡалырлыҡ моңо бар. Һәр береһенең асылында тәрән драматизм ята. Бөтәһе лә күҙ алдына килеп баҫа” (“Көндәлек”, 31. 05. 1998).

“Әле лә хәтеремдә: Еңеү көнөндә, Австриялағы Линц ҡалаһы янында американдар менән осрашҡандан һуң, беҙҙең һалдаттар машиналарға тейәлешеп үҙ частарына ҡайтып баралар ине. Арттағы грузовиктың кузовына бер йәш кенә һалдат (ни ғиллә менәндер) яңғыҙы тура килгән. Ул баҫып бара, баҫҡан урынында һикергеләп бейеп тә ала һәм, күкрәк киреп, бар булған тауышына ҡысҡырып йырлай; үҙе йыр ыңғайына, йә йәшелләнеп ятҡан сәсеүлектәргә, йә юл ситендәге Америка һалдаттарына, йә ҡаршы осраған крәҫтиәндәргә мөрәжәғәт иткәндәй, ҡулдарын ҡанат һымаҡ йәйеп-йәйеп ебәрә. Уның бөтә торошон әле лә хәтерләйем. Йыры ла күңелемдә:

Так будьте здоровы, живите богато,
А мы уезжаем до дому, до хаты...

Хикмәт йырҙың һүҙҙәрендә генә түгел, ә йәш һалдаттың күңеле тап бына ошо һүҙҙәрҙе йырларға те­ләүендә, уның дүрт йыл буйына ҡоторонған янғындан һәм дауылдан һуң иҫән-имен ҡалған бөтә тереклек күренештәренә ҡарата изге теләктә булыуында” (“Еңеү ағасының тамыр­ҙары”. – 5-се том, 162-ce б.).
Рус халыҡ йырҙары хаҡында һүҙ алып барғанында, шағир: “…был… йыр ғүмер-ғүмергә йөрәккә, аңға үтеп инде, ул үҙенең моңо һәм һүҙҙәре менән күңел түренән урын алды”, – тип, бик тә фәһемле ошо куплетты теркәп ҡуйған. һоҡланырлыҡ йырҙы ла хәтергә ала шағир:

Когда, милый, когда, милый,
Бросать станешь,
Не рассказывай, не рассказывай
Про что знаешь...
(“Ул бар ерҙә”. – 5-се том, 252-се б.).

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап

Үткән быуаттың 90-сы йылдарының ахырынан алып Туймазы ҡалаһында ике йыл аша башҡорт халҡының оҙон көйлө йырҙарын башҡарыу оҫталарының бәйгеһе уҙғарыла тора. Мин жюриҙа ултыр­ған заманда үткәненең сираттағыһында биш йәштән етмеш туғыҙ йәшкә тиклем йөҙ ҙә ҡырҡҡа яҡын һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты. Ике турҙа сығыш яһаған һәр йырсыны тыңлағанда, юҡ, һәр береһе өсөн борсола-борсола, сәхнәнән яңғыраған йырҙарҙың бөтәһен дә ҡабат-ҡабат йөрәк аша үткәргәндә, халҡыбыҙ моңоноң күңелем ҡылдарының иң нескәләренә ҡағылып, уларҙы ла көй ыңғайына сыңларға мәжбүр иткәненә ғәжәпһенеп, берсә – утҡа, берсә боҙло һыуға төшкәндәй ултырылды. Үҙенә 85 йәш тула торған йылды Мостай Кәримдең: “Мин, ғүмер буйы төрлө ерҙәрҙә йөрөп, үҙебеҙҙең оҙон көйҙәрҙән дә тетрәндергес йыр ишеткәнем булманы. Быны мин иман килтергәндәй әйтәм”, – тигәне (“Йәшлек”, 2004., 27.05; 2005., 22.09) ҡабат-ҡабат хәтеремә килде лә ҡолағым төбөндә генә уның яғымлы тауышы яңғырап торғандай булды:

Көйө бар әҙәмдәр көй көйләһен,
Тартынмаһын, ундай һәләт булғас,
Иман итеп шуға ышанайыҡ:
Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ.
(“Илгизгә”, 1990).

“Радионан моңло милли йырыбыҙ ишетелде. Тимәк, өмөттө өҙөргә ярамай. Йырыбыҙ иҫән әле…” (“Көн­дәлек”, 7. 11. 1993). Туймазыла уҙған йыр бәйгеһе шағирҙың мең тапҡыр хаҡлы икәненә тағы бер өҫтәмә дәлил булды. Башҡалары һымаҡ уҡ, Мостай Кәримдең был һүҙҙәре лә васыят мәғәнәһенә эйә. Ул васыятты һәр бер башҡорт, Ғайса ахун һымаҡ, “оят булмаҫ микән” тип тормайса, тартынмай йырларға, йыр хазинабыҙҙы ишәйтеүгә, үҙ-үҙебеҙ булып ҡалырға, үҙ йөҙөбөҙҙө һаҡларға саҡырыу ҙа, шуға фатиха биреү ҙә тип ҡабул итер, тим.

Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ!
(“Ҡоролтайға ҡотлау”. – 1-ce том, 294-се б.)

Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға