«Йәшлек» гәзите » Хәтер » 60 йылдан һуң



10.10.2014 60 йылдан һуң

60 йылдан һуңМораҡ педагогия училищеһын тамамлауыбыҙға 60 йыл да үтеп киткән. Тәүге күрешеүҙәр, танышыуҙар, студент йылдары мәңге онотолмаясаҡ. Шул уңайҙан быйыл курс­таштар менән йыйылышып осрашырға булдыҡ. Мин, Филүзә Шаһиева (Иҙелбаева), Өфөгә, үҙемә ҡунаҡҡа саҡырҙым. Бөтә курсташтарым да килә алмаһа ла, биш ҡыҙға осрашырға насип булды. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Күгәрсен районынан Зәйтүнә Тураева, Дәүләкән районынан Лилиә Ғә­зизо­ва (Ғәлиулли­на), Шишмә районынан Ғәлиә Юлдаш­баева (Зы­я­ба­е­ва), Көйөр­гә­ҙе районынан Клара Әйүпова бергә йыйылдыҡ. сәй эсеп, үткән йылдар хә­тирәһенә бирелеп, ва­ҡыттың үткәне һиҙелмәне лә.
Һөйөклө һабаҡташтарым менән ошолай осраша алғаныма сик­һеҙ шатмын, бары­ғыҙға ла ҙур рәхмәт. Һәммә­геҙҙе лә оло байрамыбыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайым. Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, тыныс тормош теләйем.

Филүзә ШАҺИЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға