26.09.2014
Тракторсы Хөмәйрә
Ҡатын-ҡыҙ ҡулы теймәгән, уның күңел йылыһы менән һуғарылмаған бер эш тә юҡтыр ул. Ир-ат эшләгән тракторҙа ла гүзәл заттың ҡатнашлығы бар. Һүҙебеҙ Баймаҡ районының Байым ауылында үткән быуаттың 30 – 40-сы йылдарында «тимер ат»тарҙы «ауыҙлыҡлаусы» тракторсы Хөмәйрә Вәлиулла ҡыҙы Йылҡыбаева (1918 – 1998) тураһында. Уның яҙмышында – ил яҙмышы, шуға ла исеме ауыл тарихына яҙылған. Оло быуын кешеләре Хөмәйрә апайҙың тракторҙа ауыл буйлап үтеп китеүен һәр саҡ ғорурланып һөйләй торғайны. Үҙе иҫән саҡта миңә лә уның менән әңгәмәләшеп ултырыу форсаты тейгәйне.
Хөмәйрә инәйҙең яҙмышы, кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә, тигәндәй, бала саҡтан ауыр була. Байым ауылы Ырымбур – Темәс юлында урынлашҡан. Граждандар һуғышында уны берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар инеп талаған, мал-мөлкәтте тартып алып, халыҡты бөлгөнлөккә төшөргән. Ә 1921 йылғы аслыҡ байымдарға ҙур бәлә-ҡаза килтерә. Ошо аслыҡтан ҡыҙҙың ата-әсәһе лә, туғандары ла вафат була, үҙе лә үлемдән саҡ ҡала. Өс йәшлек сабыйҙы атаһының ағаһы Хәйрулла тәрбиәгә ала. Етем ҡыҙ эшһөйәр булып үҫә. Тик тейешле белем генә ала алмай. 1930 йылда ауылда колхоз төҙөлгәс, Хәйрулла ағай, тейешле иғәнәһен биреп, колхозға инә. Хөмәйрә лә шул йылдарҙан күмәк хужалыҡ эшенә егелә.
Тылда ла хәрби тәртип булды, ауылға ҡайтарманылар. Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарында ла, үҙәккә үтеп ингән әсе ел-ямғырҙа ла эш туҡтаманы. Һәр кем үҙ нормаһын тултырырға тырышты. Ул осорҙа насар, илке-һалҡы эшләүселәр бөтөнләй булманы. Бер кем дә ваҡыт менән иҫәпләшмәне. Сөнки социалистик ярыштың киң йәйелгән сағы ине. Көндө төнгә ялғап, бер һыныҡ икмәк, бер туҫтаҡ ҡатыҡ менән 17 – 18 сәғәт эшләнек. Колхозсылар эшләгән ерҙә «Ҡыҙыл таҡта» менән «Ҡара таҡта» элеүле булды. Алдынғыларҙы – «Ҡыҙыл таҡта»ға, артта ҡалғандарҙы «Ҡара таҡта»ға – хурлыҡ таҡтаһына яҙырҙар ине. Кемдең «Ҡара таҡта»ға төшкөһө килһен?! Шуға һәр кем тырышып эшләне лә эшләне.
«Мин 12 йәштә колхоз баҫыуҙарына эшкә сыҡтым. Ат менән ер һөрөү, тырматыу, сәсеү, утау, ураҡ менән иген урыу, орлоҡ ташыу кеүек эштәрҙең береһе лә ҡалманы. Колхоз малын да ҡараным. Бөтә эш ат һәм ҡул көсө менән башҡарылды. 1934 йылда колхозға тәүге тракторҙар ҡайтарыла башлағас, уларҙы йөрөтөргә хыялландым. Йәнәһе, бар эште лә трактор менән эшләп еңеләйтәсәкмен.
1935 йылдың октябрендә Байым ауылында тракторсылар курсы асылыуын ишеткәс, бригадирыбыҙ Ғибат ағай Ғәлиндан (1906 – 1943) мине лә курсҡа яҙыуын үтендем. Ул: «Бик һәйбәт, Хөмәйрә һеңлем, яҙырбыҙ. Тик был ирҙәр эшен туғандарың оҡшатырмы?» – тип әйткәйне», – тип хәтирәләр ебен һүтә башланы.
– Курс асылыу менән Һаҡмар, Ирәндек буйҙарынан 85 кеше йыйылды. Улар араһында йәш кенә ҡыҙҙар ҙа бар ине. Беҙҙе ярты йыл Н. Сөләймәнов, Я. Ҡәҙерғолов ағайҙар «ҡорос ат»тарҙы «йүгәнләргә» өйрәтте. Ысынлап та, һөнәремде ауылда хупламанылар. Хатта күҙемә ҡарап: «Хөмәйрә, ғүмер буйы майға ҡатып йөрөрһөң. Кәрәсин, мазут еҫе һеңгән ҡыҙҙы кем яратһын! Яңғыҙ ҡалырһың әле», – тиеүселәр күп булды. Тик барыбер уҡыуымды дауам иттем. Тракторҙың серҙәренә төшөнөргә тырыштым. Алты ай һиҙелмәй ҙә үтеп китте. 1936 йылдың апрелендә миңә тракторсы танытмаһы менән тимер тәгәрмәсле «ХТЗ» тракторын тапшырҙылар.
Ул ваҡытта тәүҙә тракторҙарҙы газ генераторына чурка (ҡыҫҡа утын) яғып эшләтһәк, һуңынан кәрәсин ҡулландыҡ. Аҙаҡ колхозға «ЧТЗ» тракторҙары килә башланы. Иң ҡыйыны бер ҡасан да һөрөлмәгән сиҙәм ергә тәүге бураҙналар һалыу ине. Тәжрибә юҡ, трактор тыңламай. Һин борған яҡҡа бармай, бураҙнаны сығып китә. Көс етмәй, мотор ҡыҙа, йә һүнеп ҡуя. Һүнһә, үҙе бер этлек, кире тоҡандырырмын тимә. Үтә ҡыйынлыҡ менән трактор йөрөтөүҙең серҙәренә төшөнөп алдым. Ул да, ат һымаҡ, тәрбиәне ярата. Һуңға табан минең трактор ҙа арыу-талыуҙы белмәй эшләне лә эшләне. Боҙолһа, үҙем йүнәтәм. Шулай итеп, ун йыл буйы (1936 – 1946) «ХТЗ», «ЧТЗ», «НАТИ» тракторҙарында эшләргә, ауырлыҡтарға сыҙарға тура килде.
Һуғыш һалған тәрән яралар әле лә онотолмай. Ил өҫтөнә төшкән бөтә ауырлыҡтар быуындары ла ҡатып етмәгән йәш егеттәрҙе, ҡыҙҙарҙы түҙемле һәм сабыр булырға өйрәтте. Һуғыш йылдарында яланда ятып сменалап эшләйбеҙ. Тылда ла хәрби тәртип булды, ауылға ҡайтарманылар. Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарында ла, үҙәккә үтеп ингән әсе ел-ямғырҙа ла эш туҡтаманы. Һәр кем үҙ нормаһын тултырырға тырышты. Ул осорҙа насар, илке-һалҡы эшләүселәр бөтөнләй булманы. Бер кем дә ваҡыт менән иҫәпләшмәне. Сөнки социалистик ярыштың киң йәйелгән сағы ине. Көндө төнгә ялғап, бер һыныҡ икмәк, бер туҫтаҡ ҡатыҡ менән 17 – 18 сәғәт эшләнек. Колхозсылар эшләгән ерҙә «Ҡыҙыл таҡта» менән «Ҡара таҡта» элеүле булды. Алдынғыларҙы – «Ҡыҙыл таҡта»ға, артта ҡалғандарҙы «Ҡара таҡта»ға – хурлыҡ таҡтаһына яҙырҙар ине. Кемдең «Ҡара таҡта»ға төшкөһө килһен?! Шуға һәр кем тырышып эшләне лә эшләне.
Бригада буйынса хисапсы Зөбәйҙә Ҡәйепҡолова һәр саҡ: «Хөмәйрә, һин бөгөн дә «Ҡыҙыл таҡта»ла, шулай алдынғылыҡты бирмә», – тип маҡтап китә торғайны. Бер саҡ норманы үтәйем тип йөрөп, йоҡлап киткәнмен, тракторым менән ағас араһына барып ингәнмен. Саҡ килеп сыҡтым.
Һуғыш ваҡытында, ураҡ етһә, төндә ер һөрәбеҙ, көндөҙ комбайн тағып, иген урабыҙ. Ул ваҡытта яғыулыҡҡа өҙөклөк булманы. Уны ауылдың 70 – 80 йәшлек ҡарттары Һиҙиәт Әминев, Минһаж Абдулов, Тәхәү Биктимеров, Ғәббәс Ғәлин аттар, үгеҙҙәр менән Магнитогорск станцияһынан мискәләрҙә килтерә ине. Был осорҙа үҙ тамағыбыҙҙы үҙебеҙ туйҙырҙыҡ.
Ул йылдарҙы иҫкә төшөрһәң, аптырарлыҡ та, ғәжәпләнерлек тә хәл-ваҡиғалар күп булды. Күпме ҡатын-ҡыҙ итәк тулы бала менән тол ҡалды. Ир-аттар һуғышҡа китеп бөттө, ваҡ балаларым бар тип, эшкә сыҡмай ултырыусылар булманы. «Барыһы ла фронт өсөн!», «Барыһы ла Еңеү өсөн!» тип тырыштылар.
Бөйөк Еңеү тураһындағы шатлыҡлы хәбәрҙе Саҡмағош буйында ер һөрөп йөрөгәндә, 10 май көндө генә ишеттем. Сөнки ул ваҡытта ауылда бер кемдә лә радио ла, телефон да юҡ ине. Беҙҙе «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы рәйесе Муса Уйылданов Бөйөк Еңеү менән ҡотланы. Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергәнебеҙ өсөн маҡтаны.
Эйе, һуғыш беҙҙе сабырлыҡҡа, түҙемлеккә, берҙәмлеккә, татыулыҡҡа өйрәтте. Минең берҙән-бер теләгем: беҙ күргәнде киләсәк быуын күрмәһен ине. Әле бик күп ерҙә барған һуғыштарҙы телевизор аша ҡарап, йөрәк әрней. Еребеҙ һәр саҡ тыныс, имен булһын.
Хөмәйрә Вәлиулла ҡыҙы Йылҡыбаева Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының Указы менән күп кенә орден һәм миҙал менән бүләкләнде. Бөйөк Еңеүҙең 30, 40, 50 йыллыҡ юбилей миҙалдарына лайыҡ булды.
А. ТАЖЕТДИНОВ,
мәғариф ветераны.