«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Йәмғиәт » Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...



05.09.2014 Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...

Әбйәлил районының Буранғол ауылында хәлфә Мөхәммәт Садиҡовтың вариҫтары нәҫел ептәрен барланы.

Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...“Туғаныңдан биҙмә – нәҫелең ҡорор”, – тиелә башҡорт халыҡ мәҡәлендә. Эйе, нәҫел ағасының яңынан-яңы ботаҡтар ебәреүе туғандарҙың татыулығына бәй­ле. Юҡҡа ғына йырҙа ла бит: “Ете яттар туған түгел, үҙ туғаныңдың ҡәҙерен бел”, – тип йырламайҙар.

...Иртәнән бирле яуған ямғыр ҙа, көндөң һалҡынлығы ла туғандарҙың бер-береһенә булған йылы ҡарашына, йылы мөнәсәбәтенә, үҙ-ара яғымлы мөғәмәләһенә һалҡынлыҡ өрә алманы.

Эйе, йәй уртаһы булһа ла, тәбиғәттең көҙгө көн кеүек ҡырыҫыраҡ бер мәлендә йыйылды Мөхәммәт хәлфәнең вариҫтары шәжәрә байрамына.
Был уларҙың тәүге генә осрашыуы түгел икән: Садиҡовтар һәм Мөхәммәтовтар Һәйетҡол ерендә, төп йортта, быға тиклем ике тапҡыр туғанлыҡ ептәрен барлаған булған. Ә был көндө иһә машиналар бер-бер артлы Мөхәммәт Садиҡ улының Буранғолда йәшәүсе ейәне, утыҙ йылға яҡын ауыл мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүсе Вил Мөхәммәтовтың өйөнә табан ағылды.

Ҡырҙа, тәбиғәт ҡосағында үткәрелергә тейешле сара Буранғол ауыл биләмәһенең мәҙәниәт йортона күсерелһә лә, һис тә байрам тантанаһы кәмемәне. Киреһенсә, туғандарға ошондай мөмкинлек биргән биләмә башлығы Фуат Шәрәфетдин улына ҡарата рәхмәт һәм ихтирам тойғоларын арттырҙы.
Мөхәммәт Садиҡ улының балалары ике фамилия йөрөтә. Оло улы Биктимер һәм уның балалары фамилияһын Мөхәммәтов тип алһа, һуңғылары Садиҡов көйө ҡала.

Кем һуң ул Мөхәммәт Садиҡ улы Садиҡов?

Мөхәммәт 1887 йылда Һәйетҡол ауылында донъяға килә. Атаһынан ҡалғанда уға алты йәш кенә була. Әсәһенең ҡулында йәнә ике улы һәм бер ҡыҙы ҡала.
Һәйетҡол ауылында мәктәп булмай, шуға күрә, 14 йәше тулғас, Мөхәммәт Ҡаҙмаш һәм Рысҡужа ауылдарында белем ала. Үтә ҡыҙыҡһыныусан үҫмер дини белем биргән мәктәптәр менән ҡәнәғәтләнмәй, 1904 йылда Троицкиға китә. Белем алыуға ынтылышы шул тиклем көслө булғандыр инде, ул әсәһен һуңғы һыйырын һатырға күндерә. Ул саҡта киң танылыу алған “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенә йәйәү килеп етә.

Уҡыу осоронда егеткә тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татырға тура килә. Үҙен аҫрау өсөн ул бай малайҙарына хеҙмәт итә, уларға ашарға әҙерләй. Тәүге уҡыу йылы тамамланғандан һуң ҡаҙаҡ байҙарының малын көтә, ә унан һуңғы йәйге каникулда уларҙың балаларын уҡыта.

Мәҙрәсәне тамамлағас, зирәк һәм белемле шәкертте “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡытыусы итеп алып ҡалалар. Ул ике йыл шунда балалар уҡыта, һуңынан тағы ике йыл Златоуст өйәҙенең Иҙелбай ауылында эшләй.

Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...Шәжәрә ул – байрам ғына түгел...Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, Мөхәммәттең күңеле тыуған яғына тартыла. Һәйетҡол ауылына ул һигеҙ йылдан һуң, 1912 йылда ғына ҡайтып төшә һәм күп тә тормай, мәктәп астырыуҙы юллап, тейешле ҡағыҙҙар йыя башлай. Ауылдашы Кираметдин Камалов менән Тамъян-Түңгәүер кантоны үҙәге булған Белорет ҡалаһына юллана. Сәфәре уңышлы була. Мөхәммәт Садиҡ улына Һәйетҡолда мәктәп төҙөргә, малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы бергә яңыса уҡытырға, ғәрәп яҙмаһын, арифметиканы һәм, әлбиттә, ислам динен өйрәтергә рөхсәт итәләр.

Мәктәп шул уҡ 1912 йылда әҙер була, ләкин уны төҙөү еңел генә бармай. Сөнки был башланғысҡа ҡаршы кешеләр бик күп була. Мөхәммәт белем йортон үҙенең туғандары менән эшләй, ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе – Кираметдин Камалов һәм уның улы Ғүмәр ҙә ярҙам күрһәтә.

Шулай итеп, Мөхәммәт Садиҡ улы 20 генә өйлөк Һәйетҡол ауылында ярлы балалары өсөн мәктәп астырыуға өлгәшә. Ауыл халҡын балаларын мәктәпкә йөрөтөүгә күндерә.

Йәш уҡытыусы егеткә эшләп китеүе еңелдән булмай. Балаларҙы яңыса уҡытҡаны өсөн бай улдары һәм уларҙың ярамһаҡтары Мөхәммәткә көн күрһәтмәй, уны төрлөсә хурлайҙар, кәмһетәләр. Ләкин егет бирешмәй, уҡытыуын дауам итә.

Егерменсе йылдар башында, аслыҡ осоронда, Мөхәммәт Садиҡ улы һәм уның ярҙамсылары мәктәптә ашхана астырып, унда балаларҙы көнөнә бер тапҡыр бушлай ашатыуҙы ойоштора.

Мөхәммәт Садиҡ улы астырған мәктәп Һәйетҡолда 60-сы йылдар уртаһына тиклем хеҙмәт итә. Ә уның беренсе уҡытыусыһы, район мәғарифына нигеҙ һалыу­сы­лар­ҙың береһе – Мөхәммәт Садиҡ улы Са­диҡов унда ҡайһы бер өҙөклөктәр менән пенсияға сыҡҡансы эшләй. Халыҡ үҙенең уҡытыусыһын бик хөрмәт итә һәм “Мөхәммәт хәлфә” тип кенә йөрөтә.

Тамъян-Ҡатай кантоны Түңгәүер улусының халыҡ мәғарифы бүлеге ҡарары менән Мөхәммәт Садиҡов 1925 – 1932 йылдарҙа Буранғол ауылында уҡыта. Һуңынан ике йыл Таштимер мәктәбендә эшләй һәм тыуған ауылына кире ҡайта.

Утыҙынсы йылдарҙағы репрессия Мөхәммәт хәлфәне лә урап үтмәй. Унан Буранғол ауылында йәшәүсе Ғәбиткә донос яҙыуын талап итәләр, ләкин хәлфә баш тарта. Бының өсөн ул 1936 йылда эшенән сығарыла. Тик ике йылдан һуң ғына яратҡан эшенә кире ҡайта ала. 1938 йылдың октябрендә уны Буранғол мәктәбенә мөдир итеп ҡуялар, ә һуңынан Һәйетҡол мәктәбенә уҡытыусы итеп күсерәләр. Бында ул 1948 йылға тиклем эшләй.

Мөхәммәт Садиҡовтың халыҡ алдында абруйы ҙур була. Хәлфәнең уҡытҡан уҡыусылары ныҡлы белемгә эйә булалар. Күптәре урта һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уның шәкерттәренән күп кенә офицер сыға. Улар аяуһыҙ һуғышта немец илбаҫарҙарын еңеүгә ҙур өлөш индерә. Илгә файҙалы, тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн 1949 йылда Мөхәммәт Садиҡ улы Ленин ордены менән наградлана. Уның балаларға арымай-талмай белем биреүҙәге фиҙакәр хеҙмәтен шулай уҡ “1941 – 1945 йылдарҙағы хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы ла дәлилләй.

Мөхәммәт һәм уның ҡатыны – Таштимер ауылы ҡыҙы Хәжәр ғаиләһендә һигеҙ бала үҫеп ир етә, ғаилә ҡора: Биктимер, Иштимер, Хәҙисә, Фәтих, Нәсих, Алмас, Азат, Ҡөррәт. Үткәрелгән байрамға ла ошо һигеҙ баланың балалары, ейәндәре, бүләләре йыйылғайны. Әйткәндәй, был күркәм сараны ойоштороусылар – Мөхәммәт хәлфәнең иң өлкән улы Биктимерҙең балалары – ҡыҙҙары Сәриә, Гөлсирә, улдары Фәнгиз һәм Вил. Бигерәк тә кинйә улы Вилдең ғаиләһе күп яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, әүҙемлек күрһәтте.

Мәҙәниәт йортона килеп ингән ерҙә ҡолаҡтар араһы шәжәрәһе эшләнгән ҙур баннер эленеп тора. Уны төҙөүҙә Вил Биктимер улының улы, БДУ студенты Ғәзиз Мөхәммәтов күп тырышлыҡ күрһәткән. Ул шәжәрәне олатаһы Биктимер Мөхәммәтовтың яҙмаларына, инәһе Вәсилә Садиҡова һәм уның ейәнсәре, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгендә эшләүсе, тарих фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Бүләкованың эшләгән шәжәрәһенә (әйткәндәй, был шәжәрә республика конкурсында “Шәжәрә төҙөүҙә ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланған өсөн” номинацияһына лайыҡ булды) нигеҙләнеп төҙөгән. Шәжәрә ағасы һынланған баннер янынан бер минутҡа ла кеше өҙөлмәне. Туғандар ошонда бигерәк тә йәнле аралашты.

Сара Мөхәммәт Садиҡ улының, уның хәләл ефете Хәжәрҙең, уларҙың ваҡытһыҙ мәрхүм булған балаларының, ейәндәренең яҡты рухына аят бағышлау менән башланып китте. Аятты Мөхәммәт хәлфәнең оло улы Биктимерҙең Үтәгән ауылында йәшәүсе ҡоҙаһы Ҡасим Ғәбделкәбир улы Йәһүҙин уҡыны.
Кисәне Биктимер Мөхәммәтовтың килене, Буранғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Нурсилә Ҡасим ҡыҙы Мөхәммәтова, уның Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләп сығарыу техникаһы колледжында эшләүсе ҡыҙы Лилиә, улы Ғәзиз бик матур итеп алып барҙы.

Мөхәммәт хәлфәнең һәр бер балаһының балалары, ейәндәре, бүләләре бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Ата-әсәһен хөрмәтләп, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар, үҙҙәре тураһында һөйләнеләр.

Мөхәммәт Садиҡовтың балалары ла, мөғәл­лимлеккә тоғро ҡалып, аталарының юлынан китә. Уның баш балаһы Биктимер 1942 йылда Мәйгәште ауылында уҡытыусы булып эшләй башлай. Шул уҡ йылда 17 йә­шендә генә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Немец илбаҫар­ҙарына ҡаршы ҡаһармандарса һуғыша ул. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Биктимер орден һәм миҙалдар менән наградлана. Фронттан ҡайтҡас, тағы ла яратҡан эшенә – уҡытыусылыҡҡа тотона. Ләкин уға оҙаҡ йәшәргә насип булмай, һуғыш яраларынан мандый алмай, 46 йәшендә генә мәрхүм булып ҡала. Уҡыусылары, ауылдаштары әле лә Биктимер Мөхәммәт улын йылы һүҙ менән иҫкә ала.

Шулай уҡ улы Фәтих, ҡыҙҙары Хәҙисә һәм Ҡөррәт, ейәндәре Вил, Зифа, Флүрә, Әсмә, Хәснә, Әлфиә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Бүләләре Лена, Лилиә, Зөлфиә, Гүзәл, Данил, Сәлиә, Вәлиә, Дилә, Гөлйемеш, Гөлсәсәк, Алһыу, Гөлназ педагогик белемгә эйә булды. Улар олаталарының изге эшен лайыҡлы дауам итә.
Хәлфәнең балалары араһында башҡа һөнәр эйәләре лә байтаҡ.
Икенсе улы Иштимер, металлургтар техникумын тамамлап, Белорет металлургия комбинатында участка начальнигы булып эшләй. Пенсияға хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер сифатында китә.

Өсөнсө улы Фәтих Темәстә – педучилище һәм Мәскәү юғары партия мәктәбен тамамлай, Учалы районында “Россия” колхозы рәйесе булып эшләгәндә фажиғәле вафат була.

Улдары Нәсих һәм Алмас ғүмер буйы колхозда эшләй. Ғаиләләре менән, әсәй усағын һүндермәй, атай нигеҙен ҡоротмай, тыуған ауылында төпләнәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужалар күптән мәрхүм, хужабикәләр Вәсилә һәм Мөбинә еңгәләренең ишеге алыҫтағы туғандары өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Магнитогорск тау институтын һәм Юғары марксизм-ленинизм мәктәбен тамамлаған кесе улы Азат Садиҡов – Тверь ҡалаһындағы комбинатта участка начальнигы булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да ваҡытһыҙ вафат була.

Бөгөн Мөхәммәт Садиҡ улының һигеҙенсе балаһы Ҡөррәт Рамаҙанова Асҡар ауылында йәшәй. БДУ тамамлағандан һуң, ул 34 йыл ғүмерен балаларға биология серҙәрен төшөндөрөүгә арнаған.

Был күркәм сараға Мөхәммәт Садиҡ улының бер туған ҡусты-һеңлеләренән таралған, йәғни шәжәрә ағасының икенсе ботағын хасил иткән туғандары ла саҡырылғайны. Улар исеменән Буранғол ауылында йәшәүсе Гөлнур Мырҙагилдина сығыш яһаны.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә сығыштар йыр-моң, нәфис һүҙ менән үрелеп барҙы. Ҡунаҡтар бигерәк тә Ғәзиз Мөхәммәтовтың йырҙарын кинәнеп тыңланы.
Буранғол ауыл хакимиәте башлығы Фуат Мәхмүтовтың Садиҡовтар һәм Мөхәммәтовтар шәжәрәһенә тарихи күҙлектән баһа биреүе байрамға мәртәбә генә өҫтәне. Уның “Шәжәрәләрҙе киләсәк быуынға ҡалдырыу – беҙҙең бурыс. Шәжәрәләр – халыҡ тарихы. Улар өйрәнелергә тейеш. Көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, уҡымышлылар затынан булған Садиҡовтар, Мөхәммәтовтар шәжәрәһе онотолорға, юғалырға тейеш түгел. Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ”, – тиеүе байрам сараһының ҡарары һымаҡ яңғыраны.

Туғандар киләһе йыйынды ла ҡасан үткәрергә икәнен билдәләп ҡуйҙы. Буласаҡ яуап­лы һәм мөһим сараны Мөхәммәт Садиҡ улының өсөнсө улы Фәтихтең балалары һәм ейәндәре үҙ өҫтөнә алды.

Алла бойорһа, шәжәрә ағасының яңынан-яңы ботаҡтарын барлау дауам итәсәк әле.

... Тантаналы өлөштән һуң күптән күрешмәгән туғандар тәмле бишбармаҡ ашаған ваҡытта ла, сәй эскәндә лә үҙ-ара аралашыуҙан, үткәндәрҙе, атай-олатайҙарҙы хәтерләүҙән туҡтаманы. Ололар үҙ-ара аралашҡан ваҡытта ейәндәр һәм бүләләргә мәҙәниәт йортоноң иркен фойеһында йыр-бейеү ярыштары, төрлө уйындар ойошторҙолар.
Саранан туғандар ҙур дәрт, илһам алып таралышты.

Мәрйәм СӘЛМӘНОВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға