«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Уның тормош юлы – оло тарих



01.08.2014 Уның тормош юлы – оло тарих

Уның тормош юлы – оло тарих90 йәшкә етеп тә, әсәйебеҙ шул уҡ матурлығын юғалтмай, кескәй саҡта ҙур әсәйҙән алған белемен, дини йолаларҙы, сүрәләрҙең серҙәрен беҙгә генә түгел, беҙҙең балаларыбыҙға ла өйрәтеп ултыра.

Май айында әсәйебеҙҙең 90 йәшен билдәләнек. Халыҡта кеше ғүмерен, күҙ менән ҡаш араһы, тиҙәр. Ә бына минең ҡәҙерле кешемдең, ябай булмаған ғүмер юлын, башынан үткән һынауҙарҙы байҡаһаң, иҫ китерлек.

Беҙҙең әсәйебеҙ – Зәйнәп Йәнсәйетова 1924 йылдың матур май айында Хәйбулла районының Иҫке Иҫәнғол ауылында донъяға килә. Ҡартатайыбыҙ Ғәббәс Иҫәнбаев, ике туған ағаһы Йомабай олатай Иҫәнбаев кеүек үк, оҫта ҡурайсы булған. Нәҡ шул ҡурай моңдары менән, дуҫына ҡунаҡҡа барған ерендә, һылыулығы менән күҙҙең яуын алып торған йәш ҡыҙҙы үҙенә ғашиҡ итеп, икенсе кәләшлеккә алып ҡайта. Ошо йәш кәләштән беренсе бала булып беҙҙең әсәйебеҙ тыуа. Тәүгеһенән гел малайҙар тыуғанғамы, был ҡыҙ баланы беренсе булып оло кәләш ҡулына ала һәм, бик яратып, Зәйнәп тип исем бирә.
Әсәйемдең әйтеүенсә, был татыу ғаиләгә ауыл кешеләре бик ҙур хөрмәт менән килгән. Оло кәләш, Ҡөрьән серен асып, доғалар өйрәтһә, ҡартатай менән Йомабай йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән. Бигерәк тә Йомабай олатайға Зәйнәптең, ҡара оҙон сәстәрен ялбырлатып, ҡурай көйөнә оҫта итеп тыпырлатып баҫыуы оҡшаған. Был сибәр ҡыҙ бейеүсе булыр, тип фаразлаған. Оло әсәй, ауыҙынан сыҡҡан һәр бер доғаны отоп алып, шартлатып уҡып ултырған зирәк балаға һоҡланып, бик белемле кеше сыға бынан, тип юраған.

Үкенескә күрә, ғаиләнең бәхете оҙаҡҡа бармай. Көнсөл кешеләр арҡаһында ике кәләше, өс һыйыры булған өсөн генә ҡартатайыма кулак исеме тағып, уны тарҡаталар. Ул ваҡытта кулак исеме алған бөтә кешеләр менән бергә ул да һөргөнгә оҙатыла. Күп тә үтмәй, Төмән яҡтарынан, үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп үлеп ҡалды, тигән хәбәр килә. Шулай итеп, ете йәшендә етем ҡалған әсәйебеҙҙе өләсәһе үҙенә ала, һеңлеһе Ғәлиәне балалар йортона ебәрәләр, икенсе һеңлеһе Хәмдиәне ауылдағы балаһыҙ ғаилә үҙҙәренә алып ҡала. Өләсәйебеҙҙе Магнитогорск ҡалаһына заводҡа эшкә ебәрәләр. Ҙур әсәй, балаларын алып, ауылына ҡайтып китә.

Илдә һуғыш, аслыҡ башлана. Ир-егеттәр фронтҡа китә. Бөтә ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ, балалар иңенә төшә. Әсәйебеҙ ҙә беренселәрҙән булып тракторсылар курсына уҡырға инә һәм «тимер ат»та хеҙмәт юлын башлай. Ул йылдарҙы иҫкә алып һөйләһә, тыныс күңел менән тыңлап булмай.

1944 йылдың йәй айҙары. Бейек тауҙар араһында урынлашҡан бәләкәй генә Мырҙа ауылына мина шартлағандан ҡаты яра алған һалдат ҡайтарыла. Ауылда – аслыҡ, бар халыҡ эштә. Шул ваҡыт ауылдың аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйыла. «Илебеҙ былай ҙа күп юғалтыу кисерә, ауылыбыҙға ауыр яраланып ҡайтҡан Ғәйзулланы ҡотҡарып ҡалырға тейешбеҙ», – тиҙәр. Шул ваҡыт аранан берәү, уны өйләндерергә кәрәк, тип кәңәш итә. Тик ауыр хәлдә ятҡан һалдатҡа кем кәләш булып килер һуң, тип баш ватҡанда, береһе бер ауылда етем ҡыҙ барын, өләсәһе менән генә көн күреүен, сабырлығы, уңғанлығы менән айырылып тороуын әйтә. Иртәгәһенә, совхоздан ат һорап, Хәмит ҡартатай ҡыҙҙы әйттерергә китә.

Борондан килгән һынамыш буйынса, беренсе һорап килгән яусының ишеген фәрештә аса, имеш, кире ҡаҡһаң, ҡыҙ баланың бәхете булмаҫ. Юрауға ныҡ ышанған өләсәһе, баҫыуҙа ер һөрөп йөрөгән Зәйнәпте иҫкәртеп тә тормай, кейәүгә бирә.

Бына шул көндән башлана ла инде һалдат ғүмере өсөн көрәш. Төрлө үләндәр, халыҡ араһында таралған им-том ярҙамында әсәйебеҙ атайыбыҙҙы аяҡҡа баҫтыра. Тәүҙә бер-береһенә йәлләү тойғоһо булһа, көндәр үтә, ауырлыҡтарҙы еңә-еңә, был тойғо ихтирамға әйләнә. Шулай ғүмер үтә, ике йәш йөрәк араһында оло мөхәббәт ярала. Шул мөхәббәт емеше булып туғыҙ бала донъяға килә.

Атайыбыҙ ҙа яраларына һыҙланып ултырманы, совхозда көнө-төнө көтөү көттө. Уны төшкө аш ваҡытында ғына осрата инек. Ул эштән ҡайт­ҡанда йоҡлаған булһаҡ, иртәнсәк беҙ йоҡонан уянғанда, эшкә киткән була. Өйҙәге бөтә эш, мал ҡарау балалар араһында бүлеп бирелә. Шуға күрә мәктәптән ҡайтыу менән һәр беребеҙ үҙ эшен башҡара торғайны. Әсәйебеҙ көнө-төнө шәл бәйләне, беҙҙе, ҡыҙҙарын да, үҙ һөнәренә өйрәтте. Унан алған килем ғаиләгә ҙур ярҙам ине.

Йәйгеһен баҡса тултырып картуф, йәшелсә үҫтерҙек, яланға сығып, төрлө емеш-еләк, үлән йыйҙыҡ. Санаңды йәй әҙерлә, тигәндәй, беҙ ҙә ҡышҡылыҡҡа ныҡ әҙерләндек. Бөтәбеҙ ҙә бергә тырышҡас, аслыҡ-яланғаслыҡты күрмәнек. Өй буйындағы баҡсаға ла, һәр беребеҙҙең исемен биреп, алма ағастары, емеш ҡыуаҡтары ултыртыу ғаилә традицияһына әүерелде.

Мәктәптә лә һынатманыҡ, һәр ерҙә алдынғыларҙан булдыҡ.

Йырҙағыса, яҙмыш көслөләргә генә бирә һынау, тигәндәй, атайым менән әсәйемә лә бер-бер артлы һынауҙар ебәреп кенә торҙо. 1972 йылда улдары Исламетдин буранда аҙашып өшөп үлһә, 1974 йылда, армия сафтарынан иҫән-һау ҡайтып, ике ай үтеүгә, баһадир кәүҙәле улдары Аҡмалетдиндың бер сәбәп­һеҙ, киске уйындан ҡайтып килгәндә ғүмере өҙөлә. Яман ғәҙәте булмаған, эсеү-тартыуҙы белмәгән егеттең шундай хәлдә табылыуы әлегә тиклем ауыл кешеләре өсөн сер булып ҡала. Ололар ғына, ҡустыһын һағынып, юғалтыуҙы кисерә алмай, эстән янып үлгән, тине.

Әлбиттә, был атай-әсәйебеҙҙең һаулығына ныҡ тәьҫир итте, тик улар­ға һынырға ла, бөгөлөргә лә ярамай ине. Бер-бер артлы тыуған кескәй балалары бар, уларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Әсәйебеҙҙең төн уртаһында йоҡоһонан уянып, ауыр ҡайғыһын баҫа алмай, йоҡлаған балаларын уятмаҫ өсөн, һыҡтап-уфтаныуҙары, Аллаһы Тәғәләнән башҡа балаларына бәхет, оҙон ғүмер биреүен теләп ялбарыуы күңелгә уйылып ҡалған.

Ябай булмаған был тормошта беҙҙең ғаиләне төрлө юғалтыуҙар һағалап ҡына торҙо.

1994 йылдың йәмле йәй айы. Балалар үҫтереп, уларға белем биреп, гөрләтеп туйҙар үткәреп, ҡыҙҙарын кейәүгә оҙатып, улдарына кәләш әйттереп, матур йәшәгән атай-әсәйҙең 50 йыл бергә ғүмер итеүен үткәрҙек.

Балалары, туғандары, яҡын-тирә, дуҫ-иш­тәр йыйылып, оло табын ҡорҙоҡ. Шул ҡыуанысыбыҙға шатланып, ләззәтләнеп тә өлгөрмәнек, 40 көн үтеүгә ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәттәре, янғын сығып, көлгә әйләнде.

Эйе, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтарҙы кисерһәк тә, яҙмышҡа ла, тәҡдиргә лә үпкәбеҙ булманы. Шул ауырлыҡтар артынан Хоҙай ярҙамын да әҙерләп торҙо. Ағас та бит тамыры менән көслө. Ул йылдар­ҙағы Дәүләт Думаһы депутаты, ике туған ағайыбыҙ Әхмәтғәли менән апайыбыҙ Мәрхәбәнең ярҙамы арҡаһында бер ай эсендә, һалҡын төшкәнсе, яңы өйгә сыҡтыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайыбыҙ менән бергә тыл һәм хеҙмәт ветераны, Герой-әсә булған әсәйебеҙгә «Матрай» совхозы етәкселеге лә бик ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡәҙерле кешеләребеҙгә 56 йыл бергә йәшәргә насип булды.
Беҙ, ете бала, уларҙан алған тәрбиәгә тап төшөрмәҫкә тырыштыҡ. Әлеге көндә барыбыҙ ҙа иҫән-һау, үҙ мәшәҡәттәребеҙ менән илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙға ла үҙебеҙ алған тәрбиәне бирергә тырыштыҡ. Барыһы ла юғары белем алып, республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып, төрлө өлкәлә хеҙмәт итә.

Әлеге көндә әсәйебеҙ Сибай ҡалаһында хөкүмәтебеҙ ауыр һуғыш йылдарында күрһәткән хеҙмәте өсөн биргән фатирҙа йәшәй. Мәхтимә ҡыҙы менән Тимур кейәүенә бик рәхмәтле ул. Сөнки улар әсәйебеҙҙе матур итеп тәрбиәләп, хөрмәт күрһәтә.

Атай нигеҙен һаҡлап, кинйә улы Юлай ғаиләһе менән донъя көтә. Аҙбар тулы мал аҫрай­ҙар. Беҙ тыуған йортобоҙҙо һағынып ҡайт­ҡанда, ҡолас йәйеп ҡаршы алалар, һый-хөрмәт күрһәтәләр.

Быйыл да ауылыбыҙҙа йыйылдыҡ. Ә бит бала сағыбыҙ үткән йортобоҙ, бәләкәй генә булһа ла, күңелебеҙгә яҡын, ҙур бер алтын һарай булып уйылып ҡалған, төштәребеҙгә инеп, сабый саҡты иҫләтеп тора.

90 йәшкә етеп тә, әсәйебеҙ шул уҡ матурлығын юғалтмай, кескәй саҡта ҙур әсәйҙән алған белемен, дини йолаларҙы, сүрәләрҙең серҙәрен беҙгә генә түгел, беҙҙең балаларыбыҙға ла өйрәтеп ултыра. Ауыр саҡта уның иңенә башыбыҙҙы һалып, ҡеүәт алһаҡ, доғаларын уҡып-өшкөрөүҙән сихәт алабыҙ. Нисә генә йәштә булһаҡ та, әсәйебеҙ беҙҙең өсөн яҡты йондоҙ, әле лә кәңәшенә, ярҙамына мохтажбыҙ. Үткән тормош юлын байҡап ҡарайбыҙ ҙа, үҙебеҙгә фәһем алабыҙ, өлгө итеп ҡуябыҙ.

Зәкирә РАЙМАНОВА.
Күгәрсен районы,
Йомағужа ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға