«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Бәләкәй ауылдың оло шәхесе



11.07.2014 Бәләкәй ауылдың оло шәхесе

Ғөмүмән, башҡорт халҡының элек-электән һаҡланып килгән бер етешһеҙлеге бар. Үҙенең тарихи шәхестәрен янында, күҙ алдында йөрөгәндә күрмәй, ҡәҙерен белмәй, тейешенсә баһаламай. Дәүер үтеп, ҡәҙерлеләребеҙ аранан китһә, һа­ғынабыҙ, ер тырнап табып алғандай булабыҙ ҙа – тик һуң була.

Бәләкәй ауылдың оло шәхесеБыл яҙмам бәләкәй ауылдың бөйөк шәхесе, класташым, балалыҡ дуҫым Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәровтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Мәрхүмдең күңелен шат ҡылыу ниәтендә уның рухына ҡыҫҡаса аят бағышлап, зарлы бала сағы тураһында бер аҙ иҫкә алырға булдым. Әгәр ғүмере булған булһа, 15 майҙа ғалимдың 80 йәшен билдәләр инек.

…Ҡот осҡос ауыр заман. 1941 – 42 уҡыу йылында, белем-тәрбиә алырға, уҡырға-һанарға өйрәнергә тип, шатланышып, мәктәпкә 1-се класҡа ашығабыҙ. Тау башындағы мәктәптә уҡытыусылар Ғәфүр ағай Мотаев, ауылға тәүгә уҡытырға килгән йәш уҡытыусы Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Белем көнө уңайынан ҡотлайҙар. Ҡайһы берҙәребеҙҙең арҡаһынан һөйөп, бәке менән ялтыр итеп ҡырылған баштарыбыҙҙан һыйпап класҡа индерҙеләр. Зекериә ағай ауылға тәүгә килгәс, беҙҙең ғаилә, көнкүреш хәлдәребеҙ тураһында хәбәр­ҙар түгел, исемдәребеҙҙе генә белә.

Ғәфүр ағай беҙҙең тормошто үтәнән-үтә күреп торғас, аталы балаларҙы бергәрәк, етемдәрҙе үҙ-ара айырыбыраҡ, парталарға бүлеп ултыртты. “Аталы бала арҡалы” тигәндәй, уларҙың күңелдәре көр, шаярыуҙары ла, тауыштары ла икенсе төрлөрәк.

Әнүәр менән мине бер партаға ултырттылар. Мин – ярты, ул – үкһеҙ етем. Үҙ йортомда әсәй менән йәшәйем. Әнүәр, үкһеҙ етемлектән тыуған йортонан айырылып, Мырҙый ауылында өләсәһе Ғәйниямал инәйҙә көн итә. Уның өләсәһе әсәйем менән парлашып урманда утын ҡырҡа.

Биргән китаптарын, ҡәләмдәрен, буй, сатраш, ҡыя һыҙыҡлы дәфтәрҙәрен ағас сумкаға һалып, парта аҫтына ҡуйғас, эшкә керештек. Өйҙән эшләп алып килгән ун бөртөк таяғыбыҙҙы парта өҫтөнә теҙеп һалып, уҡытыусы ыңғайына ҡысҡырып унға тиклем уңға һәм һулға һанайбыҙ. Үҙ алдыбыҙға һанаһаҡ, буталабыҙ. Өйрәнергә шул тиклем тырышабыҙ. Парта бейек булғас, аяҡтарыбыҙ иҙәнгә етмәй.

Ғәфүр ағай мәктәп буйынса ҡыңғырау шылтыратҡас, эркелешеп тәүге тәнәфескә тышҡа сығабыҙ. Әллә ниндәй ҙур эш башҡарғандай булып, бөтәбеҙ ҙә бер юлы өйкөлөшөп алыҫтағы бәҙрәфкә сабабыҙ. Тәүге дәрес, тәүге тәнәфес. Бөтә кешенең дә күңелендә ныҡ һаҡланалыр ул. Уҡыуҙар башланып бер аҙ ваҡыт үткәс, ауылдан бер нисә кешене фронт­ҡа оҙаттылар. Класта тағы етемдәр һаны артты.

Халыҡҡа күп итеп һалым һалдылар. Икмәк нормаларын кәметтеләр. Урман ҡырҡыусыларға – 200, ә балаларына – 100-әр грамм. Барлыҡ халыҡты дөйөм ҡайғы баҫты. Нисек теләһәң, шулай йәшә, үлмә, эшлә. Дошманды тиҙерәк тар-мар итергә. Ошондай тормош ҡуйған ҡаты талапты һәр кем үҙенсә хәл итә. Ситтән ярҙам көтөрлөк урын юҡ. Парталаш дуҫым Әнүәрҙең нисек беҙҙең ауылға килеп эләккәнен аңлап та етмәйем. Беҙгә ҡарағанда, сағыштырмаса матур кейенгән. Өҫтөндә фабрикала тегелгән өр-яңы һорғолт пинжәк, салбар, фуражка. Аяғында яңы ботинка. Ундай кейем класыбыҙҙа берәүҙә лә юҡ. Икебеҙ ҙә бер үк йәштә булһаҡ та, ул миңә ҡарағанда йәтеш кәүҙәле. Күңеле һәр саҡ бойоҡ. Малайҙар менән шаярып та бармай. Беҙҙең исемдәребеҙҙе лә белмәй. Ипләп кенә, тауышы сығыр-сыҡмаҫ ҡына һөйләшә. Үҙе тиҙ генә илап бара. Күрәһең, кесе йәштән етемлек баҫҡанға шулай булғандыр инде. Беҙ ҙә ярты етем булһаҡ та, әсәй ҡулында үҫкәс, һәр төрлө ҡаршылыҡтарға бирешеп бармайбыҙ, еңеп сығырға тырышабыҙ. Мин Әнүәр менән ныҡлап дуҫлашып киттем. Уның өләсәһе әсәйем менән бергә эшләгәс, улар ҙа әйткәндер инде.

Бер-беребеҙҙе аңлап, ныҡлы дуҫлашып алғас, 1942 йылдың февраль айҙарының аҙаҡтарында Әнүәр юҡ булды. Мине икенсе урынға күсереп ултырттылар. Байтаҡ көндәр үткәс, өләсәһенән һорағайным: “Ҡайтып китте, ҡабат беҙгә килмәй”, – тине лә ҡуйҙы.

– Ҡайһы ауылға? – тип һорағас,
– Нуғайға, үҙенең ауылына, – тип яуапланы. Ул дәүерҙә Икенсе Этҡолдан башҡа ауылды күргәнем юҡ ине.
1948 йылда ауылда дүртенсе класты тамамлағас, 5-се класҡа Икенсе Этҡол мәктәбенә уҡырға барҙым. Беҙҙең менән бергә уҡыған балалар араһында Үрнәк, Нуғай ауылдарынан да уҡыусылар бар ине. Үрнәктән килгән Әкрәм Мырҙаҡаев, Нуғай егете Әбделхәй Раев, Рәжәп Кәримовтан да Әнүәрҙе һорашып ҡараным. Улар, беҙҙең класта Әнүәр исемле малай булманы, тип аңлаттылар. Байтаҡ ваҡыт үтте. Үҫтек, ҙурайҙыҡ.

– Ярай, берәй осрар әле, барыбер танырмын әле, – тип үҙемде тынысландырып йөрөнөм. Һәм шулай булды ла... 37 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ир ҡорона тулғас, уйламаған урында осраштыҡ. Темәс урта мәктәбендә директор булып эшләп йөрөгән ваҡытта, 1978 йылдың октябрендә урта мәктәп директорҙарын Өфө ҡалаһына өс көнлөк семинарға саҡырҙылар. “Ағиҙел” ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Ул дәүерҙә районда мәғариф бүлеге мөдире булып эшләгән Рәфҡәт Абдуллин менән киске сәғәт 4 – 5-тәр тирәһендә мәктәп йомошо менән БДУ-ға киттек. Эштәребеҙҙе башҡарғас, ҡайтырға сыҡтыҡ. Тупһаға килеп еткәс: “Бер килгәндә ағайҙың да хәлен белеп сығайыҡ әле”, – тип, Рәфҡәт Фәтхулла улы мине кире бороп индереп, 1-се ҡаттағы уң яҡтағы тәүге ишекте асып, мине лә бүлмәгә индерҙе. Бүлмәлә шкаф тулы ҡалын-ҡалын китаптар, өҫтәл өҫтөндә төрлө эш ҡағыҙҙары ята.

Ингәс, уның тарих фәндәре кафедраһы мөдире бүлмәһе икәнен аңланым. Өҫтәл артында ултырған олпат кәүҙәле, күҙлекле, ҡуйы ҡара мыйыҡлы кеше менән өҫтәл аша ынтылып күрештек тә, һәр беребеҙ үҙ урындарыбыҙға ултырыштыҡ. Мин ситтәрәк, ишек төбөндәрәк, урынлаштым. Үҙ-ара дөйөм темаға мәрәкәләшеп һөйләшә башланыҡ.

Тулы йөҙлө, мыҡты кәүҙәле, дәрәжәле кабинет хужаһы үҙ-ара һөйләшкән ваҡытта туҡтауһыҙ миңә бик иғтибарлы ҡарай. Мин, уңайһыҙланып, үҙ етешһеҙлектәремде йәшерергә тырышып, аяҡтарымды рәтләп ҡуйҙым. Костюмымдың салғыйҙарын һиҙҙермәй генә тартҡылайым, һаман да ҡарағас: “Ауыл кешеһе икәнлегем һиҙелеп торалыр”, – тип, һиҙҙермәй генә галстугымды төҙәткеләп ебәр­ҙем. Уңайһыҙланыуҙан танау остарым тирләп, йөҙөм, ҡолаҡтарым ҡыҙарып киткәндәй булды. Аңғармаҫтан, ул:

– Әллә, Сәлимйән, һинме? – тип һүҙ ҡушты.
– Эйе, мин, – тинем. – Әнүәр, әллә һинме?
– Эйе, мин.

Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, икебеҙ ҙә урындарыбыҙҙан һикереп тороп, иҙән уртаһында ҡосаҡлашып күрештек. Ул, мине билемдән һыға ҡосаҡлап алып:
– Сәлимйән, ҡалай ҙурайып киткәнһең, – тип, күкрәгенә ҡыҫҡан килеш күтәреп, иҙән уртаһында бер әйләндерҙе. Үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡыҫа ҡосаҡлап, күтәреп:
– Ҡайһылай йыуанайып, ауырайып киткән­һең, – тип, иҙән уртаһында бер әйләндергәс, икебеҙ ҙә үҙ урындарыбыҙға барып ултыр­ҙыҡ.

Үҙем дә һиҙмәҫтән, 37 йыл буйы күңелдә төйөн булып йөрөгән һорауҙы ҡысҡырып әйттем дә ҡуйҙым:
– Һин, Әнүәр, нишләп беҙҙе ташлап киттең дә, юғалдың да ҡуйҙың?
Ул, көтөлмәгән һорауға яуап бирергә уңай­һыҙланып, өҫтәлдә ятҡан китаптарын бер ситкәрәк өйөп һалып, һул ҡулына ҡыҙыл ҡәләмен алып, өҫтәлдәге быяла өҫтөндә әкрен генә һелкетеп, аҫҡа ҡараған килеш моңһоуланып һүҙ башланы. Аҫҡы ирендәре ҡалтыранып китте.
“Нишләп, уйламайынса, теләһә ниндәй һорау бирәм икән”, – тип үҙемә эстән генә көйәм.

– Эээйй, Сәлимйән, ул ауыр заманды үҙең беләһең бит инде, – тип, миңә тағы ла бер ҡалҡып ҡарап ҡуйҙы. – Әсенеп һөйләмәһәк тә, ул ғазаптарҙы күрҙек бит инде. Ҡар яуып һыуытҡас, һыйырҙар һыуалғас, бөтәбеҙҙә лә бер үк хәл ине, өшөйбөҙ, асығабыҙ. Ул көндө өләсәйем бәләкәй сана һөйрәп урыҫ ауылына картуф эҙләп сығып киткәйне. Төн уртаһында Мәғәтифә апай (сатан апайы) мине уятып кейендерҙе лә: “Ҡайҙан килгәнһең, шунда кит, беҙгә тамаҡ яуы булып йөрөмә. Һиңә түгел, үҙебеҙгә ашарға юҡ”, – тип, таяҡ алып, Икенсе Этҡол юлы буйлап туҡмай-туҡмай ҡыуа башланы... Бөркөт яланының уртаһына тиклем эткеләп-төрткөләп баҫтырып килде. Шул китеүҙән киттем... Мырҙый ауылын һағынам, әле лә күргем килә. Өләсәйемдең өйөнөң нигеҙ урынына барғым килә лә, барып булмай шул… – тип һүҙен тамамланы.

Икебеҙ ҙә ауыр итеп тын алып ҡуйҙыҡ. Уйлап ҡараһаң, күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Ҡыш көнө, ҡараңғы төндә, аслы-туҡлы йөрөгән 1-се класс балаһының илай-илай 50 саҡрымдан да ашыу алыҫлыҡтағы Сыңғыҙ ауылына ҡайтып барыуын... Юл буйында Икенсе Этҡол, Үрнәк һәм башҡа бер нисә ауыл аша үтә. Ул дәүерҙә кем балаһы кемгә ғәзиз. Төн уртаһында, берәүҙе лә белмәгәс, кемгә барып ишек ҡаҡһын. Кем индер­һен, кемгә кәрәк тамаҡ яуы – етем бала... Һәр кем ул осорҙа үҙ балаһын туйҙыра алмай ғазаплана...

Уның бала сағы тураһында, йөрәгенә яра һалмайым тип, ҡабат бер һүҙ ҙә ҡуҙғатманым. Төрлө темаларға бер аҙ һөйләшкәндән һуң, кискелеккә “Ағиҙел” ресторанына саҡырҙым. Мин, Рәфҡәт Фәтхулла улы, Әнүәр, уның дуҫы – дүртәүләп ял иттек.

1979 йылда Иҫән ял йортона килгән ваҡытында Ирәндек тауы ҡуйынында тағы ла осраштыҡ. Һарыҡ һуйып, машинаға һоҫҡо, сипсы, самауыр тейәп барып, ут яғып, ҡаҙан аҫтыҡ. Йәшел үләнгә кәзә йөнөнән һуғылған биҙәкле балаҫ йәйеп, өҫтөнә ҡорама юрғандар түшәп, сигелгән тышлы яҫтыҡтар һалып, шартына килтереп, байрам ойошторҙоҡ. Табында минең ғаилә, йырсы Гөлнур Лоҡманова, Рәфҡәт Фәтхулла улы, Әнүәр һәм профессор Дамир Вәлиев булды.
1984 йылда Әнүәр ғаиләһе менән Талҡаҫта ял иткәндә Темәскә саҡырып, оло бер байрам ойошторҙоҡ. Ҡунаҡҡа үҙе менән бергә ял иткән Беренсе Этҡолда уҡығанда тәүге мәктәп директоры Мирза Мәхмүт улы Мостафинды ла алып килде. Иртәгәһенә көслө йәшенле ямғыр булыу сәбәпле, Мырҙыйға бара алманыҡ.
Ҡыҫҡаһы, Әнүәр дуҫымды һәм уның хәләл ефетен үҙемдең ғаиләм менән бөтә ихласлығыбыҙ менән ҡәҙер-хөрмәт иттек. Бала саҡта һалынған йөрәк яраларын бөтөрөү өсөн тырыштыҡ, күңеленә рухи байлыҡ өҫтәнек.

Яҙмамда Әнүәр Зәкир улының артабанғы яҙмышы, ғаилә хәлдәре, ижади эштәре, хеҙмәттәре тураһында һанап торманым. Уның фәнни хеҙмәттәре һанап бөткөһөҙ икәнлеген бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Тик шуны өҫтәп әйткем килә – ул үҙенең хеҙмәте менән башҡорт халҡының һанын арттырыуға ҙур өлөш индер­ҙе. Быға ҡәҙәр онотолоп бөткән тарихи шәхестәребеҙҙе асыҡланы.

Үҙенең телен, динен, илен, шәжәрәһен, нәҫелен, йыр-моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын онотоп бөткән затлы аҫаба халҡыбыҙҙы сит-яҡтарҙан соҡоноп эҙләп, башҡорт итеп танытыуҙағы хеҙмәттәре ҙур тарихи әһәмиәткә эйә.

Әнүәр Әсфәндиәровтың яҙмалары буйынса юғалып бөтөп барған башҡорттарҙың фольклор ҡомартҡыларын йыйып, тергеҙеп, халыҡҡа еткереүсе ҡурайсы Юлай Ғәйнетдиновҡа ла ҙур рәхмәт.

Сәлимйән ВӘЛИЕВ,
РФ-ның мәғариф отличнигы,
БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
мәғариф ветераны,
«Атайсал» клубы рәйесе.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға