17.05.2014 Башҡорт ғилмиәтендә яҡты йондоҙ ине
Учалы егетенең ғилми хеҙмәттәре ҡасан китап итеп сығарылыр икән?
1934 йыл, 17 май. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәүсе Хәләф һәм Мәүзифа Минһажетдиновтарҙың ғаиләһендә оло ҡыуаныс. Яҡты донъяға бәһлеүән малай тыуа. Исемен Марат тип нарыҡлайҙар. Ҡәһәрле 37-се йылда ең һыҙғанып балаларға белем биреп йөрөгән Хәләф Минһажетдинов ҡулға алына. Өс йәшлек малай атаһының ҡайҙа юғалғанын аңламай ҙа әле. Мәүзифа инәй итәк тулы балалары менән шулай яңғыҙы тороп ҡала. Ауыр һуғыш йылдары, ашарға наҡыҫ, күмәстең һәр валсығы ҡәҙерле. Күңеле тулы һағышты оло йөрәкле әсә көндәлек эш менән баҫа, балаларын ҡурсалап, төндәрен әкиәттәр һөйләй, моңло итеп бишек йырҙарын ишеттерә.
Йылдар үтә тора. Марат та буй еткереп, өйҙә ҙур ярҙамсыға әйләнә, мәктәптә яҡшы уҡый. Белорет педагогия училищеһы – егет өсөн оло юлға сығыу мәктәбе. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хыялы – Башҡорт дәүләт университетына инеп, математик булыу. Әммә конкурстан үтеү өсөн бер балл ғына етмәй. Филология факультетының ул мәлдәге деканы Бәһиә апай Мәғәсүмова Маратты ҡулынан етәкләп тигәндәй ректорға алып инә. Тырыша торғас, мәсьәлә ыңғай хәл ителә – егет студент билетын ала. Һәр яҡтан өлгөр Марат факультет, тотош университет тормошонда ҡайнай.
«… Бына шулай, егеттәр, Өфөгә математика уҡытыусыһы булам тип килеп, филолог булырымды башыма ла индермәгәйнем. Хәҙер үкенмәйем, үҙ урынымды таптым, шикелле», – тип беҙгә әйткәне әле лә хәтерҙә. Эйе, яҙмышы булмышына тора-бара тап килеүенә, туған тел һәм әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғариф, халыҡ ижады донъяһына баштан аяҡ сумып эшләүенә педагог-ғалим, әлбиттә, һайлаған юлының хаҡлығына ныҡ инана ла ине.
Икенсе курстан уҡ ғилемгә тартыла ул. Күп уҡый, көндәлектәр алып бара, әҙәби лекторийҙарҙы ҡалдырмай, мәҡәләләр яҙа. Матбуғат уның яҡын дуҫына, серҙәшенә, күңел терәгенә әйләнә. Бер үк ваҡытта халыҡ ижадының серле хазиналарын өйрәнә, күп кенә эпос-легенданың йөкмәткеһен байҡай, ятлап бөтә. Студенттарға йөкмәткеле лекциялар һөйләй, ҡыҙыҡлы семинарҙар алып бара. Беҙ уҡығанда ла алпамыша кәүҙәле уҡытыусының эргәһенән, бүлмәһенән уҡыусылары өҙөлмәне. Һәр кешене диҡҡәт менән тыңлай, һинеңсә, нисек, бына мин шулай уйлайым, тип ихлас йылмайып, кәңәштәрен дәлилләп бирер ине.
… 1972 йылдың 18 майында утыҙ һигеҙ йәш ине уға. Июнь айында Баймаҡ районы буйлап студенттар менән фольклор экспедицияһында ғүмере өҙөлдө. Ошо ижади ғүмерҙең бер тиҫтәһендә генә Марат Хәләф улы Минһажетдинов хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтеп китте. Уның 1962 – 1972 йылдарҙағы мәғариф, йәш кадрҙар әҙерләү, башҡорт әҙәбиәте ғилеме, әҙәби тәнҡит һәм халыҡ ижадының поэтик концепцияһын төҙөй башлау өлкәһендә ҙур роль уйнаған ижад лабораторияһын өйрәнеү, яңы быуат күҙлегенән баһа биреп, йәш быуынға еткерә барыуҙы үҙебеҙҙең бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Уйлайым-уйлайым да, ҡайһы саҡ күңелде ҡырырлыҡ күренештәргә, бәғзе әҙәм заттарының, тураһын әйткәндә, ваҡытында Марат Хәләф улының көндәлек хәстәрлеге, ярҙамы арҡаһында кеше булғандар бына нисәмә йыл инде оло ғалим-педагогтың эшмәкәрлегенә, яҡты иҫтәлегенә ҡарата, исмаһам, бер ауыҙ йылы һүҙ әйтһәсе! Ә яҡташтары ғалимды онотмай. Уҡытыусыбыҙҙың тиҫтәгә яҡын хәтер кисәһен ойошторҙоҡ, тыуған ауылында музейын астыҡ, уның исемендә район хакимиәте премияһы бирелеп килә.
Һүҙ юҡ, ҡайһы бер кисәләргә Өфөнән саҡырылған ҡунаҡтар килә, әммә улар «туй генералдары» рәүешендә ҡунаҡ булып, матур һүҙҙәр әйтеп, буш вәғәҙәләр биреп, ҡайтып китеүсән. Килеүҙәренә, әлбиттә, рәхмәт! Вәғәҙә биргәс, үтәргә ине лә бит... Мәҫәлән, Марат Хәләф улы хаҡында «Яҡты хәтер» китабын яҙғанда, хеҙмәттәрен туплап, нәшриәткә әҙерләгәндә (был турала ун йылдан ашыу гәзит-журналдарҙа сығыш яһайбыҙ – Р. Ш.) уның ул дәүерҙәге аспиранттарынан, һанап бөткөһөҙ шәкертенән матбуғатта сығыштар көткән булам! Әлеге көнгә тиклем өндәшмәгән шәкерттәре, замандаштары, коллегаларына ҡарата әйтелгән үпкә һүҙҙәрҙән ғәйеп эҙләмәйенсә генә шул уҡыу йылдарын уйлаһағыҙ ине лә, ҡош телендәй генә хаттар яҙһағыҙ ине, мөхтәрәм иптәштәр!
Әлеге көндә Өфө ғилми үҙәгенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедралары, БДУ-ның филиалдары, тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор секторы арҙаҡлы ғалимдың хеҙмәттәре буйынса (ә улар йөҙҙән ашыу – Р. Ш.) махсус лекция-семинарҙар үткәреп, реферат, курс һәм диплом эштәре яҙҙырһын ине ул! Ә уның хәтер кисәһен университет кимәлендә үткәреп булмаймы ни? Үкенескә күрә, әлегә бындай тәҡдимдең береһенән дә сыҡҡаны юҡ. Хәҙер ҙур кешеләр булғандар бит, ваҡыттары юҡтыр, күрәһең…
Марат Хәләф улының бер нисә хеҙмәте «Ҡәләмендә ҡөҙрәт бар» (төҙөүселәре – шәкерттәре, бөгөнгө профессорҙар Т. Килмөхәмәтов, Ә. Сөләймәнов. Өфө. Китап. 1995) исемле китабында донъя күргәйне. Быға хәтһеҙ ваҡыт үтеп киткән, ә хеҙмәттәре яңы йыйынтыҡты көтөүен онотмайыҡ.
«…Ҡыҙыҡ өсөн бер тапҡыр баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәремдең библиографияһын төҙөп ҡараным әле. 80-дән ашып киткән икән…» – 1970 йылда әйтелгән был һүҙҙәр. Ә күпме эш атҡарылған. Был хеҙмәттәр эсендә «Һәҙиә Дәүләтшина: Тормошо һәм ижады» (1960), «Башҡорт легендалары» (1970) исемле китаптары, халыҡ ижады буйынса теоретик планда яҙылған «Фольклор народов РСФСР» тигән даими йыйынтыҡтарҙа нәшер ителгән тәрән йөкмәткеле, актуаль мәҡәләләре айырылып тора. Шуны ла билдәләү кәрәктер: был хеҙмәттәр ул ваҡытта йәмәғәт башланғысында бушлай, гонорарһыҙ сығарылды. Был совет осорондағы «энтузиазмдың бер оло сағылышы ла ине». Был ғына түгел, Марат Минһажетдинов күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады»ның мөһим бүлеген тәшкил иткән әкиәт томдарын бушлай, бер ниндәй эш хаҡы алмайынса әҙерләне.
Марат Хәләф улының педагогик эшмәкәрлеге лә иғтибарға лайыҡ. Факультеттың башҡорт әҙәбиәте кафедраһында фольклор фондын киңәйтеү, байытыу уның төп шөғөлөнә әйләнә. «Башҡорт халыҡ ижады» тип исемләнгән айырым махсус курсты ойоштороусы ла ул. Йыл һайын йәй айҙарында студенттар менән фольклор экспедицияларын уңышлы етәкләп, ҙур табыштар менән ҡайта ине.
Ғалим-педагог, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны, тиҫтәләгән дәреслек, методик әсбаптар авторы Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов ғалим тураһында йылы хистәр һаҡлай:
– Марат Хәләф улының тәрән белеме, нескә эрудициялы уҡытыусы булыуы тураһында күптәр яҙып үтте инде. Мәктәптә уҡығанда халыҡ ижадына иғтибар итмәгәнмен, ахыры. Ә Марат ағайҙың лекциялары халыҡ ижадына ҡарата фекерҙәремде бөтөнләй үҙгәртте. Аллаға шөкөр, бөгөн халыҡ ижадының күп томлы йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Был эштә Марат ағайыбыҙҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. Мин дә Марат Хәләф улы Минһажетдиновтың, мәшһүр яҡташыбыҙҙың, халҡына хеҙмәт иткәнен күреп үҫтем, уның ҡулында юғары филологик белем алдым. Китаптарын сығарайыҡ, хеҙмәттәрен бөгөнгө уҡыусыға ҡайтарайыҡ.
Эйе, был – һәр беребеҙҙең намыҫында!..
Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты.
Учалы районы.