«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Атаҡлы көрәшсене иҫкә алып



25.04.2014 Атаҡлы көрәшсене иҫкә алып

Атаҡлы көрәшсене иҫкә алыпТарихи шәхестәребеҙ менән бер ҡатар­ҙан әлеге ваҡытта ла халыҡ күңелендә яҡты эҙ ҡалдырған кешеләр бар. Улар үҙҙәренең башҡарған эше, изге ниәттәрен бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә ошондай ихтирамға лайыҡ. Бай тарихлы Көйөргәҙе ерендә Иршат Исмәғилев шундай шәхестәрҙең береһе.
Баймаҡ районында тыуып үҫкән Иршат Ибраһим улының байтаҡ тормош осоро Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында үтә. Күмертау педагогия училищеһын тамамлаған егет хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо яҡтарҙа дауам итә. Шул яҡ һылыуына өйләнә, мәктәптә балалар уҡыта. Ә уҙған быуаттың 90-сы йылдарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай. Бәләкәйҙән ҡурай уйнарға, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға өйрәнеп үҫкән Иршат ҡаланың һәм райондың ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. Спортты үҫтереүгә лә күп көс түгә. Әгәр үткән йөҙ йыллыҡтың һуңғы ун йылында ошо төбәктә булған фольклор төркөмдәре, милли музыка ҡоралдарында уйнаусылар ансамблдәре артабан үҫеш алған, яңылары барлыҡҡа килгән, көрәш спортына ылығыусылар артҡан икән, бында йәш эшҡыуар Иршат Исмәғилевтың да хеҙмәт өлөшө ҙур. Рухлы егет үҙешмәкәр коллективтарҙы төрлө кимәлдәге конкурс, фестивалдәргә йөрөтөүгә булышлыҡ итеүгә аҡсаһын йәлләмәй. Көрәш буйынса спорт мастеры, Рәсәй чемпионы Иршат Исмәғилев ҡалала һәм районда халҡыбыҙҙың боронғо алыш төрөнә уҡыу­сыларҙы, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеүгә айырыу­са иғтибар бүлә.
Тик рәхимһеҙ ауырыу 2002 йылда 48 йәшлек Иршат Исмә­ғилевтың ғүмерен өҙҙө, ләкин уның хаҡында халыҡта, бигерәк тә спортсыларҙа, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусыларҙа яҡты хәтирәләр һәм һағыш ҡалды. Бына бер нисә йыл инде Көйөргәҙе ерендә балалар, үҫмерҙәр һәм ололар араһында милли көрәш буйынса Башҡортостан кимәлендә уның исемендәге турнир уҙғарыла. Быйыл ул унынсы тапҡыр үткәрелде. 120-гә яҡын көрәшсе килгәйне. Иршаттың бер туған ағаһы Марат, ҡатыны Динара, башҡа яҡын кешеләренең, республиканың көрәш федерацияһы етәксеһе Вәкил Ильясовтың килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Ике келәмдә лә ете сәғәт буйы йәш көрәшселәр һәм ололар араһында көсөргәнешле алыш барҙы. Еңеүселәр араһында Бай­маҡтан Айбулат Аслаев, Күмер­тауҙан Рәмил Әйүпов, Азат Иҫән­бир­ҙин, Федоровка районынан Ил­ги­зәр Ҡантимеров, Венер Аҡ­сурин, Өфөнән Салауат Йосопов, Ауырғазы районынан Рушан Ильясов бар. Команда зачетында үҫмерҙәр араһында Күмертау ҡалаһы батырҙары 1-се урынды алды, икенсе-өсөнсө күрһәткес – Баймаҡ һәм Көйөргәҙе райондарында. Ололар төркөмөндә иң ҙур уңышҡа ауырғазылар өлгәште, 2 – 3-сө урындарҙы Көйөргәҙе һәм Күмертау спортсылары бүлеште.
Дөйөм алғанда, арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә арнал­ған турнир бик юғары кимәлдә ойошторолдо, тамашасылар көрәш байрамынан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Урал ҠӘЙҮПОВ.
Көйөргәҙе районы.
Автор фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға