07.02.2014 Бәхил бул, ғалим!
80-се йәшендә билдәле башҡорт ғалимы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров донъя ҡуйҙы.
Әнүәр Закир улы 1934 йылдың 15 майында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1958 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Башҡортостанға ҡайтып, Өфөнөң 1-се мәктәп-интернатында (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы) тарих уҡытыусыһы булып, һуңынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. XVIII һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Башҡортостандың сәйәси, ижтимағи-иҡтисади тарихы проблемаларын, төбәгебеҙҙең ауылдар һәм ҡалалар тарихын өйрәнә. Башҡорт, мишәр, типтәрҙәрҙең хәрби хеҙмәте, кантон идаралыҡ системаһының үҙенсәлектәре, башҡорттарҙа ғаилә һәм ғаилә ҡороу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына.
1974 йылдан алып Әнүәр Әсфәндиәровтың тормошо һәм ижады Башҡорт дәүләт университеты менән тығыҙ бәйләнә.
Ул 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 20-нән ашыу китап һәм монография сығарған. Был – ғалимдың Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Ҡазан, Пермь, Һарытау, Һамар, Силәбе һәм башҡа ҡалалар архивтарында күп йылдар тикшеренеү һөҙөмтәһе.
Әнүәр Әсфәндиәров республика вуздары өсөн уҡыу китаптары авторҙашы ла булды.