«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Аҡыл ынйылары ҡалдырҙы



22.11.2013 Аҡыл ынйылары ҡалдырҙы

Алдымда "Фәһем шишмәһе" исемле китап ята. Уны миңә авторы Ғәбит ағай Садиҡов: "Риф ҡустым, ошо китапты эшеңдә ҡулланһаң, шәп булыр ине", – тигән теләк менән тиҫтә йылдар элек (йыйынтыҡ 1994 йылда сыҡҡан) бүләк иткәйне. Ысынлап та, мин уны эшемдә – "Һәнәк" журналының яңы һа­нын туплағанда йыш ҡулландым. Хәйер, быға тиклем дә фәһем шишмәләрен – замана әйтемдәрен, мәҡәлдәрен, тап­ҡыр һүҙҙәрҙе, төрлө һынамыштарҙы туплаған тос, яңы хикмәтле фекерҙәрен яҙып килтерер ине. Тормоштоң һәр хәл-ваҡиғаһынан, кешенең эш-ҡыланыштарынан, холоҡ-ҡы­лыҡтарынан тупланған һығымталарҙан уйланырға рухи аҙыҡ, ҡулланырға баҙыҡ булған лирик та, сатирик та һүҙ табырға мөмкин ине.

Утыҙ йылдан ашыу "Һәнәк"тә "Әйтелмәгән әйтемдәр" исеме менән баҫыла башлаған мәҡәлдәргә сәбәпсе Ғәбит ағай Садиҡов булды. Дөрөҫөрәге, уның әйберҙәрен баҫыр өсөн уйлап табылды был рубрика. Тик һуңынаныраҡ автор "Һәнәк"тә һәм башҡа баҫмаларҙа сыҡҡан күпләгән мәҡәл-әйтемен бергә туплап, республиканың "Китап" нәшриәтендә телгә алынған йыйынтыҡ айырым китап булып донъя күрҙе.
Хәҙер мәҡәлдәрҙең тарихына әҙ генә туҡталайыҡ. Ғәрәп телендә "мәҡәл" термины, "урынлы йәки кәрәк ерҙә әйтелгән һүҙ" тигән мәғәнәне аңлата. Боронғо башҡорт телендә иһә уны "бабайҙар һүҙе", "боронғолар һүҙе" тип тә йөрөткәндәр. Әйтелгәнде көсәйтеү, раҫлау, йә булмаһа, кире ҡағыу өсөн телмәр ағышына индерелгән мәҡәл-әйтемдәрҙе ҡулланыу фекергә ҡеүәт, телмәргә йөкмәтке һәм йәм өҫтәй. Афористик ижадтың ошо гүзәл төрө үҙенең тыуыуы менән сәсәндәргә – халыҡтың мәшһүр һүҙ оҫталарына бурыслы, әлбиттә. Уларҙың тыуыуы ла туҡтауһыҙ барған өҙлөкһөҙ процесс, төрлө замандың төрлө быуын кешеләренең поэтик ижад емеше. Юҡҡа халыҡ, уларҙың әһәмиәтен билдәләп: "Йөҙ күрке – һаҡал, һүҙ күрке – мәҡәл", – тимәгән. Сөнки был фәһемле һүҙҙәр тормошто, донъяны, айырым кешеләрҙе күҙәтеүҙән, оло тәжрибәгә таяныуҙан тыуғандар. Шуға ла халыҡтың ауыҙ-тел ижады, төрлө быуын сәсәндәренең, шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың яҙма әҙәбиәте уларҙың төп сығанағын тәшкил иткән. Ә бына мәҡәл, әйтем кеүек тапҡыр һәм мәргән һүҙҙәр ижад итергә бөтә һәләтен, маһирлығын, аҡыл-тәжрибәһен арнағандарҙы быуындар, хатта быуаттар һуҙымынан да табыуы ҡыйын. Һуңғы осорҙа иһә ана шундай сәсән-әҙип булып – алдыбыҙға китабын һалып һүҙебеҙҙе башлаған мәҡәл-афоризмдар оҫтаһы булып Ғәбит ағай Садиҡов йәшәне, ижад итте.
Бай аҡыл йыйған сәсән телле шәхес булыу өсөн башта тормоштоң төрлө юлдарын, яҙмыштың билдәһеҙ бейеклектәрен үтергә, кешеләрҙең көллөһөн күрергә, аңларға, сағыштырырға – донъяның әсе-сөсөһөн татырға тура килә уға. Быны аңлау өсөн Ғәбит ағайҙың ҡыҙыҡлы һәм фәһемле биографияһына ҡыҫҡаса ғына күҙ һалайыҡ.
Ул 1923 йылдың 25 октябрендә Шишмә районының боронғо башҡорт ауылы – Урта Хәжәттә тыуа. Тыуған ауылында башланғыс, күрше Ябалаҡлыла тулы булмаған урта белем ала. 1937 йылда Өфөләге төҙөлөш техникумына уҡырға инә. 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китә. Өфөлә ойошторол­ған 214-се уҡсылар дивизияһы составында Степной, Сталинград, икенсе Украина фронттарында Украинаны, Молдавияны, Румы­нияны, Венгрияны азат итеүҙәге ҡанлы бәрелештәрҙә ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр яралана, контузия ала. Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, "Сталинградты обороналау", ике "Батырлыҡ өсөн", "Германияны азат итеү өсөн" һәм 12 тапҡыр төрлө юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. 1944 йылдың аҙағында танк-техник училищеһына ебәрелгәс, йәштән яратҡан һөнәре – спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлап, ике йылда йөҙөү буйынса спорт мастеры исемен, еңел атлетика буйынса 1-се разряд яулай. Курсанттар ротаһы старшинаһы булараҡ, хәрби-сәйәси әҙерлек программаларын үҙләштереү буйынса ойошторолған түңәрәктәр менән етәкселек итә.
Һуғыштан һуң Салауат ҡалаһындағы "Башкирэнерго" берекмәһенә ҡараған йылылыҡ селтәре, 1970 йылда ойошторолған ҙур коллективлы "Салауатнефтехимстрой" тресының производство-техник начальнигы вазифаларын башҡара. Туғыҙ йылдан Өфөләге "Башнефтехимстрой" тресына технолог итеп билдәләнә. Бында нефть институты ғалимдары менән берлектә күп кенә техник яңылыҡ индерә һәм патент танытмалары ала. Ғәбит ағай, производствола уңышлы һәм ижади эшләүе менән бер рәттән, ситтән тороп Урал политехник, Мәскәү үҙәк патент институтын уңышлы тамамлай.
Бына уның үткән хәтәр йылдарға, уҙған утлы юлдарға, уларҙан һуң эш хеҙмәте, һөнәре менән бәйләнешле ҡалаларға, төрлө ойошма-идараларға ҡағылышлы ҡоро ғына күрһәтелгән ҡыҫҡаса биографияһы. Хәйер, аңлаған кешегә ошо һаран йылдар-юлдар һаналышында ла Ғәбит ағайҙың яу һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын, һәр өлкәлә, һәр нәмәлә маһир, иң мөһиме, ижадсы булыуын күреү-аңлау ҡыйын түгел. Юҡҡа ғына ул бер мәҡәлендә: "Ижад толпарына атланғанда йүгәнде үҙең кей", – тип әйтмәй. Эйе, йүгәнде ул йәштән генә үҙе кейә, йөгөн үҙе тарта. Һуғышта ла, тыныс тормошта ла, ижадта ла. Хеҙмәт яратыу, егәрле булыу, сыҙамлылыҡ менән ныҡышмалылыҡ кеүек бала сағынан үк килгән сифаттары мыҡты кәүҙәле, һабантуйҙар батыры, 34 йәшендә генә вафат булып ҡалған атаһы Мөхәмәтғата бабайҙан, бигерәк тә әсәһе Хәбибъямал инәйҙән йоҡҡандыр, моғайын. Ябалаҡлынан 16 йәшендә генә Урта Хәжәткә килен булып төшкән һылыу ҡатын таҡмаҡ-йырға, фәһемле әйтем-мәҡәлдәргә, кинәйәле һүҙгә отҡор була. Үҙ теленән дә улар кәрәк мәлендә ағылып тора.
Уҡығанда математиканан бөтә мәсьәләләрҙе иң тәүҙә сисеп өлгөрөүсе һәләтле егеттә әсәһе һәләте лә иртә асыла. Һуғышҡа тиклем Өфөлә уҡығанда "Йәш төҙөүсе" гәзите биттәрендә балалар өсөн яҙылған хикәйәләре, шиғырҙары күренгеләй башлай. Ишеткән-уҡыған тапҡыр, фәһемле һүҙҙәр менән бергә, үҙ күңеленә килгән төрлө һынамыштарҙы, мәҡәл-әйтемдәргә яҡын фекерҙәрҙе ҡуйын дәфтәрҙәренә теркәп ҡуйыу күңел ихтыяжына, ғәҙәтенә әүерелә бара. Бигерәк тә абруйлы журналист Ф. Комиссаров, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың хуплауҙарын ишеткәндән, ярҙамдарын күргәндән һуң...
Ғәбит ағайҙың маһир һөнәр оҫтаһы, күп яҡлы тынғыһыҙ ижадсы булыуын раҫлаусы тағы ла хәҡиҡәткә әүерелгән ваҡиғаға туҡталып үтке килә.
1975 йылда Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың патент-техник әҙәбиәте бүлегенең уҡыу залында Ғәбит ағайҙың ул саҡтағы Башҡорт дәүләт медицина институтының офтальмология кафедраһы доценты, һуңынан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры, академик Марат Аҙнабаев менән көтөлмәгән осрашыуы була. Ошо ябай осрашыу уйлап табыу өлкәһендәге оло ижади хеҙмәттәшлеккә әүерелә. Күптәргә билдәле булыуынса, беҙҙең республикала балаларҙың күҙен дауалау, һуҡыр тыуған сабыйҙарға операция яһау өлкәһендә илдә, хатта донъяла беренсе башлап ҡыйыу аҙымдар яһала. Был иҫ киткес нескә микрохирургияны тор­мош­ҡа атҡарыу өсөн әллә күпме яңы операция ҡорамалы, яңы техник ҡулайлама һәм ысул уйлап табырға тура килә. Бына ошонда фән һәм техниканың, ике кеше маһирлығының, йөҙәрләгән оҫтаның эше күренә лә инде – улар һоҡланғыс һөҙөмтәләргә өлгәшә. Сөнки был медицина өлкәһендә яңы асыш булһа, Ғәбит ағайҙың ижади илһамы, дәрте менән ғәмәлгә атҡарылған ҡорамалдары нескәнән-нескә операцияларҙы ике-өс тапҡыр тиҙерәк эшләргә ярҙам итә, күҙ туҡымаларын төрлө йәрәхәттәрҙән ҡотҡара. Уларҙы башта Ҡазандағы заводта күпләп сығаралар, тора-бара бөтә Рәсәйҙә файҙаланалар.
"СССР уйлап табыусыһы" билдәһен йөрөткән Ғәбит ағайға 1997 йылда "Башҡортостандың атҡа­ҙан­ған уйлап табыусыһы" тигән исем бирелеүе лә – үтә нигеҙле һәм хаҡлы яуланған дәрәжә. Был өлкәлә үткән йылдарҙа ла, күп тәҡдиме һәм уйлап табыуҙа өлгәшкән яңылығы өсөн әллә нисә тиҫтә патент авторы булған һөнәр оҫтаһы ине ул Ғәбит ағай Садиҡов, Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алыныуы ла ғәҙел һәм ваҡытлы ине.
Уның хаҡындағы һүҙемде әҙиптең "Фәһем шишмәләре" исемле китабынан башлағайным. Ике тиҫтә йыл "Һәнәк" журналында эшләү дәүерендә миңә Ғәбит ағайҙың, әйтелмәгән әйтемдәренән тыш, шиғырҙарын да, хикәйә-юморескаларын да, мәҙәктәрен дә – төрлө жанрҙағы әйберҙәрен дә тәүләп уҡырға, редакторларға тура килде. Мәҡәл-әйтемдәре кеүек ҡыҫҡа, тос фекерле, сатира һәм юмор, кинәйәле һүҙ менән һуғарылған әҫәр­ҙәренән һәр кем аҡылына ем, күңеленә кинәнес, йылмайыр-уйланыр һүҙ табыр ине. Үҙе менән аралашҡанда һәр кем ысын ир-егеттәрҙә, аҡыллы ағайҙарҙа ғына була торған алтын сифаттарын күреп-тойоп һоҡланып, үрнәк алыр, тәжрибә туплар ине. Үҙ-ара уртаҡлашыр, серләшер өсөн быларҙан да ҙурыраҡ байлыҡ буламы ни?!

Риф МИФТАХОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға