04.10.2013 Вәлидигә һәйкәл булырға тейеш!
БДУ профессоры, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәриповтың “Йәшлек” гәзитенең 12-се һанында баҫылған “Афарин, Хәмзә хажи!” исемле мәҡәләһен уҡығас: “Афарин, егеттәр! Халҡыбыҙҙа милли рух һүнмәгән икән әле", – тип әйтке килә. Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға республикабыҙҙың баш ҡалаһында һәйкәл ҡуйыуҙы тулыһынса хуплайбыҙ. Сөнки ул күптән хәл ителергә тейеш бик тә мөһим мәсьәлә.
Шуны әйтергә кәрәк, әгәр икенсе милләттең бөтә донъяға билдәле шәхесе булһа, бындай проблеманы күптән хәл итерҙәр ине. Беҙгә, башҡорттарға, тупланып, арҙаҡлы шәхестәребеҙ күтәргән мәсьәләне аҙағына еткереп ҡуйырға кәрәк. Йәмәғәтселек, фән эшмәкәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәйкәл ҡуйыу тураһында үҙ һүҙен асыҡтан-асыҡ әйтте бит инде. Тик баш ҡала хакимиәтенең был мәсьәлә буйынса битараф ҡалыуы аптырата.
Беҙ Темәстә – Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһында – тәүге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең 110 йыллығына 2000 йылда бюст эшләүгә тотоноп, бер йылдан Темәс тарих музейы алдында уны асыуға ирештек. Уның авторы – Хәйҙәр Ғарипов. Бюсты эшләүгә Башҡортостандың беренсе Президенты М. Рәхимов үҙенең фатихаһын бирҙе, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы И. Ситдиҡов был мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Марат Ҡолшәриповтың милли шәхестәребеҙҙең исемдәрен мәңгеләштереү тураһындағы фекере маҡтауға лайыҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең Темәс ауылында ниҙәр эшләнә һуң?
Иң тәүҙә Темәстә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы астыҡ. Ул беренсе Башҡорт Хөкүмәтенә арналған, уның ағзаларының балауыҙ һындары, тарихи документтар урынлаштырылған. Әхмәтзәки Вәлиди эшләгән өҫтәл, ултырғыс иһә төп экспозиция булып тора. Беҙ, темәстәр, рәсми рәүештә булмаһа ла (бәлки, рәсмиләштереү кәрәктер) үҙебеҙҙең музейҙы З. Вәлидигә, беренсе Башҡорт Хөкүмәтенә арналған тип йөрөтәбеҙ. Ә музей алдын Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге майҙан тип атайбыҙ.
Үҙәк урамдарҙың береһе булған К. Маркс урамын 1990 йылда уҡ Ә. Вәлиди исеменә, Смоленск полкы урамын Муса Мортазин исеменә үҙгәрттек. Темәс ауылы тарихы менән бәйле арҙаҡлы шәхестәребеҙ Ш. Бабич, М. Аҡмулла, Ш. Хоҙайбирҙин, Ш. Ғафаров исемдәрен урамдар йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта ауылыбыҙҙың абруйлы кешеләренең исемдәрен мәңгеләштереүҙе лә онотмайбыҙ.
Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостандың баш ҡалаһы төҙөргә уйлаған урында – “Ҡарағайморон” тип аталған тәбиғәт ҡомартҡыһы урынында стела эшләтеп ҡуйҙыҡ. Бөйөк юлбашсыбыҙ Темәстә булғанда туҡталып киткән өйгә таҡтаташ урынлаштырылды.
Ауылда Вәлиди уҡыуҙары, конференциялар, викториналар даими ойошторола. Әйткәндәй, Вәлидиҙең балалары – Сүбидәй әфәнде менән Иҫәнбикә ханым шәкерттәре менән Темәстә булғанда аталарының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн беҙгә оло рәхмәтен белдерҙе, һоҡланыуҙарын йәшермәне.
Шуны әйтергә кәрәк: әгәр ҙә беҙ, башҡорттар, үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе үҙебеҙ ҙурламаһаҡ, кем ҙурлар ҙа, кем яҡлар?! Әхмәтзәки Вәлиди исеменә яла яғырға маташыусылар менән ҡаты һәм суд органдары аша һөйләшергә ваҡыттыр инде. Тешебеҙҙе ваҡытында күрһәтмәһәк, артабан да башыбыҙға һуғылып йәшәйәсәкбеҙ. Шуны ла онотмайыҡ: беҙ үҙебеҙҙең аҫаба еребеҙҙә – Башҡортостаныбыҙҙа йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙ өсөн көрәшергә бурыслыбыҙ.
Рауил Йәнсурин,
Темәс ауыл биләмәһе
башлығы, Темәс
башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.