«Йәшлек» гәзите » Хәтер » «Барыбер тик уны ғына һайлар инем»



27.09.2013 «Барыбер тик уны ғына һайлар инем»

«Барыбер тик уны ғына һайлар инем»Арыҫлан Йәнбәковтың ҡатыны Розалия иренең үҙ-үҙенә ҡул һалыуына һис ышанмай
– Юҡ, Арыҫлан, ҡалдыр мине. Ильясыбыҙҙы тәрбиәләргә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Теймә миңә, ваҡыты етһә, Хоҙай ҡушыуы буйынса үҙем яныңа барырмын… Беҙ һинең менән мотлаҡ ожмахта булырбыҙ… Аңла мине, улыбыҙҙы тома етем итмәйексе! – был һүҙҙәр­ҙән һуң ир оҙаҡ уйланып торҙо һәм ҡатындың аҡ кофтаһын урынына һалды. Һағыш тулы күҙҙәре менән бер әйләнеп ҡараны ла башын эйеп сығып китте…
Тап ошо ерҙә Розалия уянып китте, бүтәнсә уның күҙенә йоҡо эленмәне. Һөйгән йәре бөгөн тағы төшөнә инде, бына нисәнсе тапҡыр инде, хәйер, уларҙың аралары төштә һис өҙөлгәне юҡ.

Арабыҙҙан иртә киткән талантлы йырсы, актер һәм режиссер Арыҫлан Йәнбәковтың үҙе лә, ижады ла талантлы һәм сағыу ине. Егеттең үлеме күптәр өсөн, башҡа күҫәк менән һуҡҡандай, көтөлмәгәндә булды. Һәм барыһы ла тиерлек нишләптер, Арыҫлан үҙ-үҙенә ҡул һалған, тиеү менән өнһөҙ ризалашты. Бына тигән төҫ-башы, һәләте, белеме, ғаиләһе, бик күп дуҫы булған кешенең башын элмәккә тығыуына, ай-һай, бер ҙә ышанғы килмәй. Йыш ҡына мәсет тупһаһында йөрөгән, һәр саҡ мосолман ҡанундарын күҙәтергә тырышҡан егет был аҙымдың ислам динендә оло гонаһ икәнлеген, әлбиттә, белгәндер. Етмәһә, ғаилә ни бары бер ай элек Өфө районы ауылдарының береһендә үҙ йортон һатып алыу хыялын тормошҡа ашыра. Уны яҡындан белгән кешеләр ҙә, актерҙың йомшаҡ күңелле булыуын билдәләй, әммә көсһөҙ характерлы итеп түгел. Бәлки, Арыҫлан Йәнбәковтың, ниһайәт, үлеме сәбәбен асыҡларға һәм, яҡты донъянан үҙе теләп китте, тигән хурлыҡлы ярлыҡты алып ташларға ваҡыт еткәндер?!
«Был ҡәҙимге көн ине. Иртәнсәк Арыҫлан эшкә китте. Төшкө аш әҙерлә, ашарға ҡайтам, тине. Һәм беҙгә уны бүтән иҫән күрергә яҙмаған булып сыҡты, – тип хәтерләй ҡатыны. – Интернетта, үҙ-үҙенә ҡул һалған, тигән хәбәр яҙғайнылар, барыһы ла шуға ышанды. Кеше һүҙе арҡаһында ғүмерен ҡыйҙы, тигән ялған фекер таратылды».
Кеше һүҙе тигәнебеҙ, хәтерләүегеҙсә, Мәскәүҙә театр институтының режиссура бүлеген тамамлап ҡайтҡан Арыҫлан Йәнбәков яңы миҙгелгә Салауат Әбүзәровтың «Хыялый» лирик комедияһын әҙерләү менән мәшғүл ине. Йәнәһе, премьераға бер аҙна самаһы ваҡыт ҡалғас, спектаклде оҡшатмай, әҫәр урын-еренә еткереп эшләнмәгән, тип әрләйҙәр һәм был ҡаты тәнҡит режиссерҙы үҙ-үҙенә ҡул һалыу хәленә еткерә. Ә ысынында иһә, фәҡәт был көндө театрҙан Арыҫлан менән бергә сыҡҡан сценарист былай ти:
– Уның тормошондағы һуңғы ваҡиғаларҙың шаһиты булараҡ, былай тип белдерәм – Арыҫландың спектаклен бер кем дә тәнҡитләмәне. Һәр кемдең тормошонда ниндәй­ҙер көсөргәнешле мәлдәр була, ә ижад кешеләренә, режиссерҙарға бындай күңел торошо – ғәҙәти күренеш. Актерҙар, етәкселек быға күнегеп бөткән. Кем һаман да, премьераһы арҡаһында йәш, талантлы режиссерҙың ғүмере өҙөлдө, тип иҫәпләй икән, ул төптө яңылыша. Арыҫлан йомшаҡ күңелле, аралашыусан, изгелекле кеше булды, уны барыһы ла яратты һәм ярҙам итергә ынтылып торҙо.
Иренең ниндәй шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашыуы Розалияға әлегәсә бер минутҡа ла тынғылыҡ бирмәй. Беренсенән, ир йорт янындағы ЛЭП бағанаһында элмәктә килеш табыла. Кешенең яңғыҙы ғына ундай бейеклеккә менә һәм аҫылына алыуына бер ҙә ышанып булмай. Икенсенән, мәйетте йыуғанда тәнендәге бихисап күгәргән ерҙе, тәрән сыйылған сикәһен (әйткәндәй, бысаҡтың осо менән йәрәхәтләнгәнгә тартым), йолҡҡоланған керпектәрен нисек аңларға? Өсөнсөнән, йорттоң да, хужаның машинаһының да ишектәре бикһеҙ була, гүйә кемдер ирҙе һөйләшергә генә ихатанан саҡырып сығарған... Дөйөм алғанда, карьераһы гөрләп сәскә атҡан, ең һыҙғанып телевидениела эшкә тотонған, киләсәккә оло пландар менән йәшәгән, яҡындары өсөн өҙөлөп торған, ныҡлы ҡалҡан булған Арыҫландың үҙ теләге менән ғаиләһен ташлап китеүе бөтөнләй ышандырмай! Етмәһә, йорт өсөн ипотека яуаплылығын ҡатынының иңенә ҡалдырып!
– Быйыл Арыҫланһыҙ ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Өйҙә аят уҡытырға хәлемдән килмәгәс, ошо арала мәсеткә барып, хәйер бир­ҙем һәм мулланан мәрхүмдең рухына аят бағышлауын һораным. Ләкин быға ғына ризалаштымы икән, тип кискә тиклем уйланып йөрөнөм, – тип һөйләй Розалия. – Ә ул тотто ла төшөмә инде – көләс йөҙлө, матур кейенгән, ҡайным менән ҡәнәғәт йылмайышып килеп инделәр. Тимәк, барыһы менән дә риза булғандар.
Аллаһы Тәғәлә ебәргән билдәләргә лә ышанмау мөмкин түгел. Иренең үлеме алдынан ҡатын ҡурҡыныс төш күрә – имеш, Арыҫланды ҡара кейемле ике кеше, ҡулдарын шаҡарып тотоп, ҡайҙалыр алып китә. Был төштө шунда уҡ оноторға тырыша, төштәренең раҫ килеүенә өйрәнеп бөтһә лә, быныһын инҡар итә. Ҡыҙғаныс, һынау алдынан иҫкәртеү барыбер Розалияның алдына килә. Һөйгәнен фажиғәле юғалтҡас, Арыҫлан бик йыш уның төшөнә инә һәм һорауҙарына яуап бирә, хатта үҙе менән саҡыра. Әлбиттә, тәү сиратта, ҡа­тын ире менән ысынында нимә булыуы хаҡында ҡыҙыҡһына. Төш­тәрендә Арыҫлан ике ирҙең уны нисек язалауын, башына күк целлофан ҡапсыҡ кейҙереп, тонсоҡ­тороу­ҙарын һөйләү түгел, хатта күрһәтеп бирә. Кемдер быға ышанмаҫ, ләкин фажиғә урынынан алыҫ түгел тап күк төҫтәге ҡапсыҡ ятҡан була. Тик ул мәлдә ҡайғынан һығылып төшкән туғандарҙың береһе лә быға әһәмиәт бирмәй.
Рус мәҡәле әйтмешләй, урманға төпкәрәк ингән һайын, ул ҡараңғылана бара. Ни сәбәптәндер, мәйетте тикшереү буйынса экспертиза актын ҡатындың ҡулына бик оҙаҡ тапшырмайҙар. Ниһайәт, документты алғас, барлығы 8 биттән торған акттың ни өсөндөр 7 битлек кенә булыуы асыҡлана. Был Розалияға сәйер тойола, актта ниндәйҙер ҡырын эш һиҙелеп тора. Ул эксперттың тикшереү һөҙөмтәләрен таныш табипҡа күрһәтергә ҡарар итә. Оҙаҡ йылдар суд-медицина экспертизаһы өлкәһендә эшләгән белгес акттың илке-һалҡы яҙылыуын, күп фактҡа күҙ йомолоуын, ҡайһы бер һығымталарҙың бөтөнләй логикаға һыймауын аңлата. Уның әйтеүенсә, баш ҡалала түгел, хатта райүҙәктәрҙә, ауыл кимәлендәге белгестәр бындай компетент­һыҙ һығымталарҙан алыҫ тора.
Һынауҙар Розалияны һындырмаған, ә, киреһенсә, сыныҡтырған ғына. Ҡарар күҙгә сибек кенә ҡатын өҫтөнә өйөлгән ауырлыҡтарҙан өҫтөнөрәк булырға тырыша, уның ихтыяр көсөнә һоҡланырлыҡ. Бөгөн Розалияны бер ниндәй хоҡуҡһыҙ, юридик нигеҙһеҙ йортһоҙ ҡалды­рыр­ға маташыусылар, ҡурҡытыу-янау менән шөғөлләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Күпте көҫәп, башҡаларҙың әйберенә хужа булырға теләүсе­ләр­ҙең күңелендә кешелеклек, иман, Хоҙай ҡәһәренән ҡурҡыуҙың әҫәре лә юҡ, күрәһең. Нәҫел-нәсәбең ныҡлы, ышаныслы булғанда ғына йәбер-йолоуға бирешеп бармайһың, тиҙәр. Әгәр ҙә улар үҙҙәре һиңә ҡара ҡоҙғондай ташланһа, һәр аҙымыңды күҙәтеп, үсләшергә, йолҡҡоларға әҙер торһа?!
Арыҫландың үлемендә ғәйеплеләрҙе табырға һәм язаға тарт­ты­рыр­ға мөмкин, бында Роза­лияның шиге лә юҡ. Ҡабаттан экспертиза уҙғарырға, енәйәт эше ҡуҙғатырға теләге ҙур уның, тик хәленән килерме? Яңғыҙының енәйәтселәргә ҡаршы сығырға көсө етерме? Ауыр ҡайғыны лайыҡлы күтәрә алған ҡатын иң беренсе улы Ильясты хәстәрләй. Малай – әсә өсөн йәшәү мәғәнәһе лә, тормош биҙәге лә. Ярҙам ҡулын һуҙған, яралы йөрәген дауаларға тырышҡан ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары һәм коллегаларына рәхмәте сикһеҙ Розалияның.
«Ваҡытты кире ҡайтарыу мөмкинлеге булһа, Арыҫланға ҡыҫҡа ғына ғүмер бирелгәнен белеп тә, барыбер ҡабаттан тик уны һайлар инем. Йөҙөнән йылмайыуы китмәгән, бер һүҙле, асыҡ, изге күңелле, эшкә тырыш, шаян һәм берҙән-бер – был донъяла уға тиңдәр юҡтыр. Мин Арыҫлан менән сикһеҙ бәхетле булдым», – тине ул хушлашҡанда, татлы хәтирәләргә сумып. Башын эймәй, нескә кәүҙәһен тура тотоп, әсе көҙгө елгә бирешмәй алға атлаған ҡатындың артынан оҙаҡ ҡарап ҡалдым. Был сабыр, оло йөрәкле, маҡсатлы затҡа һис йәлләп түгел, ә һоҡланыу менән баҡтым мин. Хоҙай уны ғүмер һуҡмағында хыянатсы, намыҫһыҙ бәндәләрҙән аралаһын, юлдарына гөлдәр һипһен, тип теләнем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға