13.09.2013 ИҪТӘ, ҺАМАН ДА ИҪТӘ…
Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов (27.8. 1933, БАССР-ҙың Бөрйән районының Яңы Монасип ауылында тыуған. Иҫке Собханғол ауылында теркәлгән – 20.6.1986, Измир ҡалаһы, Төркиә, Өфөлә ерләнгән), башҡорт фольклорсыһы, филология фәндәре кандидаты (1965). Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәттәре институтында аспирантурала уҡый. 1964 – 1986 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор һәм сәнғәт секторында кесе, 1970 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 60-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Ул – башҡорт эпосының 15-тән ашыу ғилми һәм ғилми-популяр йыйынтығын, «Башҡорт халыҡ ижады» йыйылмаһының китабын, «СССР халыҡтары эпостары» серияһында (Мәскәү, 1977) «Башҡорт халыҡ эпосы» йыйынтығын төҙөүсе. «Боронғо башҡорт ҡобайырҙары» (1987), «Башҡорт халыҡ эпосының мифологик һәм тарихи нигеҙҙәре» монографиялары авторы. Яҡутия (Саха) башҡорттары араһында тәү башлап фольклор материалдары йыйған. «Әҙәби мираҫ» серияһында уның «Ғүмерлеккә ҡалған яра» (1993) тигән хикәйәләр, юлъяҙмалар һәм ғилми-популяр мәҡәләләр йыйынтығы сыҡҡан. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған (үлгәндән һуң, 1987). 1995 йылда Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында музейы асылған. Шунда уның бюсы ҡуйылған (ҡайһы бер өҫтәмәләр менән Башҡортостан: ҡыҫҡа энциклопедия / Баш мөхәррир. Рәшит Шәкүров. – Өфө, 1997/ – 545-ce б.).
Тимәк, фольклор ғилеменең мәшһүр белгесе, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мөхтәр Сәғитов был көндәрҙә үҙенең һикһән йәшен билдәләгән булыр ине. Үкенескә күрә, яҙмыш уны бындай бәхеттән мәхрүм итте… Әммә хәтер тигән ҡиммәтле төшөнсә бар. Шул уны һәр саҡ арабыҙҙа кеүек тойорға, шул тойғо менән йыуанырға форсат бирә. Әле һүҙ ана шул хаҡта.
Хеҙмәттәштәренең,
дуҫтарының әйткәне
Элегерәк Башҡортостан ғалимының халыҡ-ара ғилми форумдарға саҡырылыуы һирәк була торған тарихи күренеш кеүек баһалана ине. Ә Мөхтәр Сәғитовты ике мәртәбә халыҡ-ара конгресҡа саҡырҙылар. Уларҙың береһе 1981 йылда Төркиәлә үткәрелгәйне. М. Сәғитов юлға сығырға әҙерләнеп бөтөүгә, уға яуаплы бурыс та йөкмәтелә: унда Ҡарағалпаҡстандан филология фәндәре кандидаты Рәйсә Ҡадырбаева, Әзербайжандан СССР Дәүләт премияһы лауреаты Нәби Бабаев (Нәби Һәҙи), Үзбәкстандан академик Марат Нурмөхәмәтов һәм филология фәндәре кандидаты Түрә Мирзаевтарҙан торған Советтар иле делегацияһының етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Ошондай ғилми форумдар уға яңынан-яңы коллегалары менән фәнни бәйләнеш урынлаштырырға ярҙам итә.
Союздың төрлө-төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе ғалимдар һәм Венгрия, Югославия, Румыния, Төркиә, Италия, ГФР фольклорсылары менән таныш булыу бик тә мөһим, тип иҫәпләй ине М. Сәғитов.
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, академик Зиннур Ураҡсиндың әйткәне: «Бөгөн беҙгә Төркиәгә барып ҡайтыу, Өфөнән Бөрйәнгә барып килеү кеүек, ғәҙәти хәлгә әүерелде. Яманаты сыҡһа ла, үҙгәртеп ҡороуҙың ыңғай бер һөҙөмтәһе был. Ә бит Мөхтәр Төркиәгә бара башлағанда ҡырҡ төрлө ҡыл иләктән иләйҙәр ине.
Сәйәси яҡтан дағаң бушаҡ булһа, сит илгә сығыу хаҡында уйлап ҡарарға ла ҡыймаҫһың. Мөхтәр шул иләктәрҙән еңел иләнде. Бөгөн беҙ төрөк ғалимдары менән аралаша алабыҙ икән, икеләнмәйенсә, теләк булһа, стажерҙар менән алмаша алабыҙ икән, был бәйләнештәрҙең башы Мөхтәр Мофаззал улынан башланды, тип әйтә алабыҙ.
Мөхтәрҙе, бөгөн булһын, Төркиәлә яҡшы хәтерләйҙәр. Мин, унда барған саҡта, быға үҙем шаһит булдым. Төрөк ғалимдары уны йыш телгә ала» (Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 1993 йылдың 15 сентябрендә үткән ғилми советының киңәйтелгән ултырышынан).
БДПИ доценты, кафедра мөдире, тәржемәсе Ида Арнольдовна Сухованың әйткәне: «Беренсе тапҡыр Төркиәгә саҡырылғас, Мөхтәр Мо- фаззалович миңә килде. Ул ҡатнашаһы конгрестың рәсми теле инглиз, немец, француз, төрөк, ғәрәп телдәре икән. Ул үҙенең докладын төрөксә, башҡортса, русса әҙерләгән, немец телендә лә әҙерләргә теләй икән. Докладын немец теленә тәржемә иттем. Шунан һәр һүҙҙе, һәр һөйләмде ҡат-ҡат ҡабатлап, дөрөҫ әйтергә өйрәттем. Мөхтәр Мофаззалович һәр һүҙҙең мәғәнәһе тыңлаусыларға дөрөҫ барып етеүен ҡайғыртты...
Төркиәнән ҡайтып килгәс тә, осраштыҡ. Конгреста уңышлы сығыш яһаған икән. Тағы шуны белдем. ГФР ғалимдары уның докладын ныҡ оҡшатҡан. Ҡабат сит илгә сығыр булһа, гел докладын минән үткәреп алыр булды. Мөхтәр Сәғитовтың һәр хеҙмәте тейешле кимәлдә баһаланырға тейеш».
Шағир һәм халыҡ ижады томдарының тәржемәсеһе Ғәзим Шафиҡовтың әйткәне: «Йылы һүҙҙәр беҙҙә ниңәлер кеше бар сағында әйтелмәй. Беҙҙең аранан киткәс кенә, унда ла юбилейҙарҙа ғына әйтелә. Уныһына ла шөкөр! Ҡыйырһытыуға әүәҫ, кеше яҙмышын хәл итеп ултырыусылар тиҙ онотола. Мөхтәр кеүектәр ундайҙар иҫәбенә инмәй.
Мөхтәр Сәғитов республика кимәлендә генә түгел, тотош илебеҙ кимәлендә лә Төркиә менән бәйләнештәрҙе башлаусы булды.
Ул миңә эпостарҙы аңларға ярҙам итте. Эпосты тәржемә итеү – тотош бер курс үтеү менән бер булды. Уның кәңәше буйынса, ҡырғыҙҙың «Манас»ын да, ҡалмыҡтың «Жангар»ын да уҡыным. Шунан Мөхтәр ағай: «Ә хәҙер сағыштыр», – ти. Сағыштырҙым. Нимә астым үҙем өсөн? «Урал батыр» эпосында йыртҡыслыҡ юҡ. Бына нимәгә төшөндөм мин. Башҡа тәржемәләрҙән айырмалы рәүештә, эпосты руссаға булғанынса әйләндерҙем. Эпостың тел төбөн, фәлсәфәһен, эстетикаһын аңларға, аңлатырға тырыштым. Бына шулай итеп, рифма артынан ҡыумаҫҡа, уны матурламаҫҡа өйрәндем.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын ныҡлап аңлай башлауым менән Мөхтәр ағайға бурыслымын» (Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының киңәйтелгән ғилми советының киңәйтелгән ултырышынан).
И. Сухованың йылдар аша тағы бер әйткәне: «Тәлиға кеүек үк, мин дә – БДПИ (хәҙер Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ) уҡытыусыһы. Ул – физика-математика факультетында, мин – сит телдәрҙекендә. Беҙҙе ижади эш тә яҡынайта ине. Яҡын йәшәй ҙә инек. Ғаиләләребеҙ менән аралаштыҡ. Сәғитовтар менән дуҫлашырға форсат биргәне өсөн яҙмышыма ҙур рәхмәтлемен. Мөхтәр Мофаззал улының Төркиәлә һөйләй торған докладтарын немец теленә тәржемә иткәндә, уның менән эшләүе рәхәт ине.
Мөхтәр Сәғитов бик тә бирелеп эшләй торған ғалим ине. Уның өсөн ваҡ-төйәк тигән төшөнсә булманы. Үҙ-үҙенә талапсан булараҡ, ғалим кеше үҙенең эшенә нисек ҡарарға тейеш икәнен дә ул төшөндөрҙө. Яуаплылыҡ тойғоһона өйрәтте. Уның шул кәңәштәре миңә диссертация әҙерләүҙә лә, уны яҡлап, фән кандидаты тигән ғилми дәрәжә алыуҙа ла ярҙам итте. Бының өсөн мин Мөхтәр Мофаззал улына ғүмер буйы рәхмәтлемен. Шуға ла уны үҙемдең уҡытыусым тип беләм.
Үҙемдең студенттарыма башҡорт теле, башҡорт фольклоры хаҡында һөйләп: «Ә һеҙ Мөхтәр Сәғитов тигән башҡорт фольклорсыһы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?» – тип һорайым. Улар иңбаштарын йыйырһа, мин: «Ул саҡта тыңлағыҙ әле», – тим дә уның хаҡында тотош лекция һөйләйем. Студенттарым һоҡланып китеп, ихлас тыңлай.
Беҙҙең уны беләүебеҙгә, уны хәтерләүебеҙгә Мөхтәр Мофаззал улы үҙенең бөтә ғүмере, ғилми ижады, бөтә хеҙмәттәре менән лайыҡ» (Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми советының киңәйтелгән ултырышынан).
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография һәм антропология бүлеге мөдире Наил Бикбулатовтың әйткәне: «Мөхтәр Мофаззалович ғәжәп итмәле ҙур маҡсаттар менән йәшәгән кеше ине. Уның характерын иҫәпкә алмаһаң, хеҙмәттәрен аңлау ҡыйын. Уны үтә ябай итеп күрһәтергә ярамай. Намыҫ яғы самалы ҡайһы бер коллегалары уның хаҡында шулай уйлап, йыш ҡына һемәйәләр ине. Хеҙмәттәре лә шулай уның.
Мөхтәрҙең дуҫтары күп ине. Ҡарағалпаҡта ла, Алматыла ла, Себерҙә лә, Төркиә менән Румынияла ла... Башҡа ғалимдарҙың бик күптәренә бындай бәхеттең тәтегәне булманы» (Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми советының киңәйтелгән ултырышынан).
Наил Вәли улы әйткәнгә ҡеүәт. Үҙем шаһит булғандарҙан. Илле йәшен билдәләргә йөрөгән көндәрҙең береһендә Мөхтәр ағайҙың фатирында булдым: «Румыниянан, Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар киләсәк», – тип, эләгеп-йығылып, фатирын һипләштереп йөрөй ине. 1979 йылда башҡорт телен өйрәнеү маҡсатында БДУ-ға стажировкаға килгән Йожеф Торма (беҙҙең арала ул үҙен Йософ тип кенә йөрөттө. Миңә яҙған хаттарының аҙағына «Йософ ҡустың» тип ҡул ҡуя торғайны) һәм Эстер ханым менән ул ныҡ дуҫлашып өлгөрҙө. Эстер алдараҡ ҡайтты. Бына шул венгр егете ҡайтып китер алдынан Мөхтәр ағай уны өйөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙҙә ҡунаҡ ашына саҡырыу йолаһы бар бит. Шул йоланы йола итеп, мине ҡунаҡ ҡашына алды. Ҡунаҡтан мине ҡалдырмауының икенсе сәбәбе лә бар ине. Йософ ҡусты менән беҙ был саҡта эҫенешеп өлгөргәйнек. Филология факультетының мин эшләп йөрөгән башҡорт-рус бүлегендә дүртенсе курста уҡыған яҡташым Ғәҙилә Ғәликәева башҡорт теле буйынса уға консультант итеп беркетелгәйне (әйткәндәй, венгр дуҫыбыҙ Бөрйән районына ошо ҡыҙҙың тыуған ауылы Әбделмәмбәткә барып, урындағы һөйләш буйынса диссертацияһына материал йыйғайны). Венгр студенттары өсөн башҡорт теле буйынса Йософ ҡусты төҙөгән дәреслектәге текстарҙы шул ҡыҙ менән икәүләп башҡорт телендә «һөйләшмәле» иткәйнек. Ҡунағыбыҙҙың башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһыныуы ла беҙҙе ныҡ яҡынайтты. Мин уға башҡорт халыҡ әкиәттәре, легенда, риүәйәттәр бүләк иттем. Мөхтәр ағайҙың табынында ла риүәйәттәр, милли йолалар, фольклор хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Иленә ҡайтып киткәс тә, Йожеф Мөхтәр ағайҙы онотманы, хат яҙып торҙо. Быны мин Сәғәт ҡалаһынан Йожеф миңә яҙған хаттарҙан да белеп торҙом.
1995 йылда Ҡырғыҙстан мәшһүр «Манас» эпосының 1000 йыллығын байрам итте. Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән миңә шул байрамда Башҡортостандың рәсми ҡунаҡтары сифатында ҡатнашыу һәм шул тантана барышында үткән халыҡ-ара конгреста сығыш яһау бәхете тейҙе. Шул мәлдә, Мәхмүт Ҡашғариҙан алып Сыңғыҙ Айытматовҡа тиклем ҡырғыҙҙың мәшһүр шәхестәренә бағышланған һәйкәлде асыу тантанаһына барғанда: «Әхмәт ағай!» – тине таныш тауыш. Әйләнеп ҡараһам, йылмайып Йожеф ҡусты тора. Ирҙәрсә ҡосаҡлашып күрештек. Шунда белдем: ул Венгрияның Урта Азия һәм Ҡаҙағстан буйынса тулы хоҡуҡлы илсеһе булып киткән икән. Әле илселек резиденцияһы урынлашҡан Алматынан килеп кенә тороуы, имеш.
Барлағандай итеп, Өфөләге таныштарын һорашыр алдынaн, Йожеф ҡусты иң элек Мөхтәр ағайҙың һәләк булыуын ауыр кисереүен белдерҙе: «Тәлиғә еңгәй менән Юлай ҡустыға, Гөлшат ҡарындашҡа сәләм күндер, Әхмәт ағай», – тине (ул кандидатлыҡ диссертацияһын беҙҙең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы һөйләше буйынса яҙғайны. Беҙҙә ир-ат үҙенән бәләкәй ҡыҙ-ҡырҡын затына, әҙәби телдә ҡабул ителгәнсә, «һеңле» тип түгел, ә «ҡарындаш» тип әйтә. «Һеңле» һүҙен ҡатын-ҡыҙ заты үҙенән бәләкәй ҡыҙ-ҡырҡын затына ҡарата ҡуллана. Шуға күрә лә Йожеф ҡустының, Гөлшат ҡарындашҡа, тигәненә аптырамағыҙ).
Теге мәлдә, йәғни 1979 йылда, Йожефтың стажировкаһы тамамланыуға Мөхтәр ағай ҡорған табында улар ҡабат-ҡабат осрашып торорға, ғилми мәғлүмәттәр менән алмашырға һүҙ ҡуйышҡайны. Бешкәктә осрашҡан саҡта, Йожеф үкенес менән шуны ла иҫенә төшөрҙө.
...Мөхтәр ағай Эстер ханым менән дә бәйләнештә торҙо. Йожеф бер хатында Эстерҙың Венецияла йәшәүен хәбәр иткәйне. Оҙаҡламай уның үҙенән хат алдым. Башҡорт әкиәттәрен һорағайны. Мин тап шул дәүерҙә башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әкиәттәренән ике том төҙөп, нәшриәткә тапшырғайным. Шуларҙың ҡул аҫтындағы нөсхәләрен Эстер ханыма ебәрҙем.
1993 йылдың 25 ғинуарында В. Сидоров миңә бер бит яҙма тотторҙо. Уға күҙ һалыу менән, уны кем ҡулы яҙғанын таныным: ул Эстерҙың 1985 йылдың 1 ноябрендә Мөхтәр ағайға яҙған хаты булып сыҡты (хатты биреүсенән уның нисек уға барып юлыҡҡанын һорашып торманым. Бәлки, йөкмәткеһе ғүмер буйы Сидоров шөғөлләнгән темаға мөнәсәбәтле булғанға, Мөхтәр ағай уны үҙе үк биргәндер). Был хаттан мин Эстерҙың Мөхтәр ағайға фотолар ебәреүен, Италияға килгәс тә, уның кәңәше буйынса, әкиәттәр менән шөғөлләнә башлауын белдем (хатта бындай һүҙҙәр ҙә бар ине: «Когда я вернулась в Италию, снова начала работать над сказками, благодаря Вам»), Эстер шулай уҡ төрөк теле менән шөғөлләнеүсе бер студентының Салауат Юлаев хаҡында диплом эше яҙыуы һәм «ниндәйҙер Игнатьевтың мәҡәләһен» (күрәһең, ул ХIХ быуатта Башҡортостанды өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән Руф Игнатьевты күҙ уңында тотҡан) табыуын хәбәр итеп, шул кеше телгә алған шиғырҙар нисек һаҡланған, улар башҡорт телендә лә осрамаймы, бүтән шиғырҙары бармы, юҡмы, уның шиғырҙары хаҡында кем нимә яҙған һ. б. тураһында һорашҡан-һорашҡан да: «Һеҙ ярҙам итә алырһығыҙмы?» – тип үтенес белдергән.
Академик Раил Кузеевтың әйткәне: «Нияз Мәжитов менән күптән түгел Бешкәкта ғилми семинарҙа ҡатнашҡайныҡ. Мөхтәр Сәғитовты белгән төрөк ғалимдары ла бар ине. Уларҙан шуны белдек: уны Төркиәлә барыһы ла яҡшы хәтерләй, юғары баһалай икән.
...Ғилми совет үҙ ғалимдарын иҫкә ала, баһалай. Бик яҡшы. Әммә улар тере саҡта баһалағанда, тағы ла шәберәк булыр ине.
Мөхтәр Сәғитов принципиаль ғалим ине. Үҙ принциптарында ул ныҡ торҙо. Билдәле, ундайҙарға еңел түгел. Принципиаллеге Мөхтәргә лә байтаҡ ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы.
Ғалим булараҡ, уның бары менән генә хушһынмауы, эҙләнеүе, яңынан-яңы әҫәрҙәр табыуы, ғилми интуицияһы һоҡландырғыс ине. Аңлап етмәгән һорауҙар тыуһа йә икеләнгән саҡтарында тартынманы, ҡат-ҡат миңә мөрәжәғәт итер ине.
«Бала бәшнәк»те ул һинд-европа, фин-уғыр ҡомартҡыларына бәйләп өйрәнде. Был иһә уға киң һәм тәрән фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирҙе.
Башҡорт фольклор ғилеменә Мөхтәр Мофаззал улы индергән өлөш баһалап бөткөһөҙ».
БДУ профессоры Ирек Аҡмановтың әйткәне: «Беҙ Мөхтәр менән БДПИ-ла (БДУ-ла) бер факультетта уҡыныҡ. Ул тарих-филология факультеты тип атала ине. Икенсе-өсөнсө курста уҡығанда уҡ филолог студенттар ғына түгел, беҙ ҙә, тарихсылар ҙа, Мөхтәр Сәғитовтың ғалим буласағын белә инек инде.
Миңә Мөхтәрҙең шул яғы оҡшай ине: бәхәсле мәсьәләләр килеп сыҡһа, ул, үҙем генә хаҡлы, тимәне. Уртаҡ фекергә килә белде.
Башҡорт халыҡ ижады өлкәһендә ул күлдәге балыҡ кеүек йөҙҙө. Шуға ла халҡыбыҙ ижады хаҡында уның хеҙмәттәренән башҡа фекер йөрөтөү мөмкин түгел. Уның хеҙмәттәрен, ул төҙөгән фольклор әҫәрҙәре йыйынтыҡтарын тарихсылар ҙа, телселәр ҙә, философтар ҙа өйрәнә, шуларға таянып, диссертация яҙалар.
Мөхтәр Сәғитов, асылда, докторлыҡ диссертацияһын яҙып бөткәйне...»
Филология фәндәре кандидаты Әхмәр Аҙнабаевтың әйткәне: «Ирек Ғайса улы кеүек үк, Мөхтәр менән вузда биш йыл бергә уҡыным. Беҙҙең уҡыу төркөмөнән Ғәлим Дәүләтов тигән шағир, Зыя Әбсәләмов тигән телсе-ғалим һәм башҡалар үҫеп сыҡты.
Беренсе курстан уҡ беҙ уҡытыусы булыу хаҡында ғына хыялландыҡ, Мөхтәр баштан уҡ ғилми эшкә сумды. Фольклор йыйҙы. Имтихандарға әҙерләнгән дәүерҙә лә шуның менән булышты. Бер-ике көн ҡалғас ҡына һынауға әҙерләнә башлар ине...
Ул Мәскәүҙә диссертация яҡлағанда, Әхиәр Хәкимов менән мин дә булдым. Советта ғалимдар күп ине. Шуларҙан Кавказдан килгән берәү (үкенескә күрә, исем-аты хәтерҙә ҡалмаған) былай тине: «Мухтар, дорогой, я желаю тебе, чтобы ты сделал ручкой то, что не успел сделать славный Салават Юлаев саблей!» (Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми советының киңәйтелгән ултырышынан).
Филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершинаның әйткәне: «Бына беҙ, Мәскәү мәктәбе лә Мәскәү мәктәбе, тибеҙ. Ысынлап та, Мәскәү мәктәбе бик ҙур әйбер. Ләкин ниндәй тупраҡҡа төшөү ҙә мөһим бит әле. Мәскәү мәктәбенән ҡайтып та, бында тейешле тупраҡ булмаһа, Мөхтәрҙең шулай, эштәрен яйға һалып, эшләп китеүенә мөмкинлеге лә булмаҫ ине. Ни өсөн тигәндә, институтта кемдәр эшләй, унда ниндәй атмосфера. Ә беҙҙең институтта бик ҙур ғалимдар бар ине. Былар ҙа бик мөһим. Әҙәбиәт һәм фольклор секторында Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргән, Ғайса Хөсәйенов мөдирлек итте. Раил Кузеев менән Мөхтәр яҡшы мөнәсәбәттә булды. Шулай уҡ тарихсы Ғәниев, археолог Анатолий Пченичнюк менән аралашты. Наил Бикбулатов менән Мөхтәр Сәғитов бик дуҫтар ине. Наил ағай фольклорсы ла, этнограф та, тарихсы ла ине. Мөхтәр үҙенең иллe йәшен үткәргәндә, ҙур-ҙур ғалимдар булды. Ҡаҙағстандан академик Рәхмәтулла Бирҙебаев килгәйне. Ул Мөхтәргә думбыра бүләк итте, ҡаҙаҡ еләне кейҙерҙе» (Мөхтәр Сәғитовтың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми советының киңәйтелгән ултырышынан).
Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.