«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Үткәне данлы, киләсәге яҡты Ғафуриҙың



09.11.2010 Үткәне данлы, киләсәге яҡты Ғафуриҙың

Үткәне данлы, киләсәге яҡты ҒафуриҙыңЯңыраҡ Ғафуриҙа күркәм сара – район ойошторолоуҙың 80 йыллығы һәм Табын ырыуының күренекле шәхесе, XVI быуат урталарында табындарҙың арҙаҡлы юлбашсыһы булған Күрпәс бейгә һәйкәл асыу һәм ауыл хужалығы эшсәндәрен хөрмәтләү кисәһе үтте
Бөйөк Сыңғыҙ хандың юлдашы, данлы Майҡы бейҙең вариҫы, бөгөнгө табындар­ҙың алыҫ олатаһы Күрпәс бей, халҡы менән кәңәшләшеп, әле алыҫ 1556 йылда уҡ Тамъян, Юрматы, Мең ырыуҙары башлыҡтары менән бергәләп Аҡ батшаға барып, көнбайыш табындарҙың аҫаба ерҙәренә жалованная грамота алып ҡайта. Артабан уларҙың юлынан башҡа ырыу башлыҡтары ла юлланған. Тимәк, Күрпәс бейҙе бөйөк рус халҡы менән быуаттарға һуҙылған дуҫлыҡҡа һәм хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыусы тип нарыҡларға мөмкин. Һәйкәлдең тап “Красноусол” шифаханаһы биләмәһендә урынлаштырылыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки әле һәйкәл ҡуйылған ерҙән 150 – 200 метр самаһы алыҫлыҡта XVI – XVII быуаттарҙа Күрпәс – Табын тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы эшләп килгән. Быны тарихи документтар ҙа раҫлай. Шуға ла һәйкәлдең тап ошо ергә урынлаштырылыуы тарихи дөрөҫлөктө тергеҙеү ҙә булып торҙо.
– Заманында Күрпәс бейҙең аҡыллы аҙымы арҡылы ғына төбәккә рус һәм башҡа халыҡтар килеүенә юл асыла, сәйәси бәйләнештәр урынлаша, төбәк иҡтисадын яңыса үҫтереү мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Шуға ла арҙаҡлы Күрпәс бей хөрмәтенә ҡуйылған, халыҡтар дуҫлығын, башҡорт халҡының аҫаба ерҙәренә хоҡуғын һынландырған һәйкәл, мәғрур ҡаяларыбыҙ кеүек, тарихи үткәнебеҙҙе данлап, киләһе яҡты көндәребеҙҙә беҙҙең өсөн рухи таяныс, һүнмәҫ маяҡ булып мәңге торһон! – тине үҙенең сығышында Ғафури районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Әнүәр Муллағолов.
– Табындарҙың үҙ тарихи шәхестәрен ололоҡлауы хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ. Күрпәс бей менән бер ҡатар йөрөгән юрматыларҙың Аҙнай һәм Тәтегәс бейҙәренә лә берәй заман һәйкәл асылыр тигән өмөттә ҡалам, – тине юрматыларҙың ҡорбашы Риф Иҫәнов.
Ысынлап та, дөйөм көс менән башҡарыл­ған эш дан килеп сыҡҡан. Һәйкәлдең төп өлөшө өсөн ауырлығы 30 тонналыҡ мәрмәр таш Учалының данлыҡлы Мансур ятҡылығынан килтерелгән. Тәбиғи мәрмәрташ ослайып барып бөтә. Ташты ырып, Табын ырыуының киң таралған тамғаларын урынлаштырғандар. Уның алғы яғына Күрпәс бей хаҡында барельеф урынлаштырылған. Ә таш үҙе бейек постаментҡа урынлаштырылып, ҡорос сынйыр менән уратып алынған.
Ғафури районының үткәне илебеҙ һәм Башҡортостан тарихы, уның мөһим этаптары менән тығыҙ бәйле һәм айырылғыһыҙ.
Билдәле булыуынса, Ғафури районы, илдәге бик күп райондар кеүек, 1930 йылда ойошторола. Үҙәге итеп Красноусол ауылы билдәләнә һәм районға ла Красноусол исеме бирелә. Ә 1940 йылдың 23 ноябрендә БАССР Юғары Советы ҡарары менән башҡорт һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 60 йыл тулыу уңайы менән уға Ғафури исемен бирергә ҡарар ителә. Ошо йылдар арауығында районда бик күп хәл-ваҡиғалар булып үтә. Үткән быуаттың 30-сы йылдары илдә коллектив хужалыҡтар ойоштороу осоро булараҡ тарихта ҡалған. Районда ул осорҙа һәр ауылда тиерлек, ә ҡайһы бер ауылдарҙа 2 – 3-әр колхоз була. Мәҫәлән, 1940 йылда бөтәһе 89 колхоз булыуы билдәле. Уларҙы ике – Бурлы һәм Яңғыҙҡайын МТС-тары техника менән хеҙмәтләндергән. Ул осорҙағы колхоз рәйестәренән Камал Сәғәҙиев (Сәйетбаба) менән Кашфулла Йәнбәков (Яңғыҙҡайын) район тарихында тәрән эҙ ҡалдыр­ған. Район хеҙмәтсәндәренең тәүге хеҙмәт ҡаҙаныштарын таныу билдәһе булараҡ колхозсыларҙың Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыуҙары тора.
1931 – 1932 йылдарҙа Красноусол быяла заводында ҙур реконструкция эштәре уҙғарылып, быяла етештереү машина ысулына күсерелә. Ул осор, техник үҫеш, коллектив хужалыҡтарҙың көсәйә барыуы менән бер рәттән, хәлле крәҫтиәндәрҙе “раскулачивать” итеү менән дә тарихта тәрән һәм юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, райондан 700-ҙән ашыу кеше “халыҡ дошманы” тип иғлан ителә. Йәғни, ғаиләләре менән иҫәпләгәндә, дүрт мең кешенең яҙмышы, тигән һүҙ. Башҡортостанда репрессия ҡорбанына “вәлидовсы”лар эләкһә, районға ғына хас күренеш булып “халиҡов­сы”ларҙы эҙәрлекләү тора. Оло Үтәш мәҙрәсәһенә нигеҙ һалыусы Хатип Халиҡовтың уландары, нәҫелдәре З. Вәли­ди менән бер ҡатар Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкә күтәрелгән аҫыл заттар була.
Райондың тыныс тормош шарттарында үҫешенә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы аяҡ сала. Илен, Ватанын һаҡларға 13 меңдән ашыу Ғафури ир-егете һәм ҡыҙы яуға китә. Уларҙың алты мең ярымдан ашыуы яу яланында башын һала, 10 мең­дән ашыуы батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Район биләмәһендә данлыҡлы Идрица дивизияһы ойошторола. Биш кеше – Закир Әсфәндиәров, Зәйнетдин Әхмәтйәнов, Анатолий Горин, Антон Ковальский, Иван Пятери илдең юғары наградаһы – Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Уларға өҫтәп, тағы бер геройҙы – Игенйылға ауылында тыуып үҫкән, Дан орденының тулы кавалеры Хөснулла Йәркәевты (Алексей Яркалов) әйтеп үтергә кәрәктер. Ул һуғыштан һуң Төркмәнстан һәм Тажикстанда йәшәй. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте лә маҡтауға лайыҡ.
Бөгөн районда 67 һуғыш ветераны иҫән-һау. Уларға дәүләт һәм урындағы власть тарафынан һәр йәһәттән ярҙам һәм хәстәрлек күрһәтелә. Быйыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 37 яугирға һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың 47 тол ҡатынына торлаҡ һатып алыуға сертификаттар тапшырылды.
Ғафуриҙарҙың тыныс тип иҫәпләнгән шарттарҙа Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыусы Камил Мерәҫев (Еҙем-ҡаран ауылынан) кеүек геройы ла бар. Шулай уҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булыусы Миңлегөл Санъярова (Үзбәк), Фахразый Таһиров (Үтәш), махсус задание үтәгәндә ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булыусы Фәрүәт Яҡупов (Бурлы) менән дә хаҡлы ғорурлана ғафуриҙар. Тантанала Фахразый Таһиров үҙе лә ҡатнашып, уға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтелде.
Әлбиттә, райондың төп байлығы булып уның уңған, эшсән, тырыш халҡы тора. Төбәгебеҙ илебеҙгә бик күп шәхестәр үҫтергән. Шуларҙан Башҡортостан совнархозының тәүге рәйесе Петр Зуев, БАССР Министрҙар Советы рәйесе Насыр Уразбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Анатолий Копсев, граждандар һуғышы геройы Михаил Калмыков, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, билдәле сәсәндәр Килдеш Агиев менән Вәлиулла ҡоломбәтов, Башҡортос­тандың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡов, башҡорттар араһынан тәүге телсе-ғалим, бөтә донъяға билдәле төркиәтсе Жәлил Кейекбаев, Башҡортостандан тәүге минералогия фәндәре докторы, донъяға билдәле геолог Григорий Вахрушев, башҡорттарҙан тәүге археолог, академик Нияз Мәжитов, шулай уҡ академиктар Ғәбделхаҡ Халиҡов, Ғиниәт ҡунафин, Әбүбәкер Ишмырҙин, Шәүрә Ғилманова, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары – рәссамдар Рәшит Зәйнетдинов һәм Рафаил ҡадиров, халыҡ артистары Зәки Мәхмүтов менән Лира Фәйзуллина һәм башҡалар.
Тантана барышында район үҫешенә тос өлөш индереүсе төрлө тармаҡ хеҙмәтсәндәренең исемдәре лә хөрмәт менән телгә алынды.
Был көндө бик күп хеҙмәт алдынғыһына төрлө наградалар, Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Шулай ҙа өс кешене атап үтмәү мөмкин түгел – ”Красноусол” шифаханаһы директоры, район советы депутаты, медицина фәндәре докторы Фаяз Мәжитов, барлыҡ ғүмерен балаларға тәрбиә биреүгә арнаған, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһы мөдире булып эшләүсе, бөгөн хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып барыусы Роза Чушкина, “Урожай” крәҫтиән хужалығының ғына түгел, оҙаҡ йылдар буйы райондың ал­дынғы механизаторы, уңған ғаилә башлығы, алты бала атаһы Рәшит Яҡупов райондың почетлы гражданы исемен йөрөтөүселәр һанын тағы ла өсәүгә арттырҙы.
Байрам сараһы район һәүәҫкәрҙәренең сығыштары менән бергә үрелеп барҙы.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға