«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Йырҙары уның үлемһеҙ



02.08.2013 Йырҙары уның үлемһеҙ

Йырҙары уның үлемһеҙ“Ашығамын – кешеләргә
Әйтә торған һүҙҙәрем бар,
Ашығамын – алдарымда
Артылаһы үрҙәрем бар”, – данлыҡлы композитор Салауат Низаметдинов был йырын, әйтер­һең дә, яҙмыш тәҡдирен һиҙеп яҙған – ошо көндәрҙә ул ваҡытһыҙ, 57-се йәшендә, арабыҙҙан китеп барҙы.
Башҡортостан Республи­каһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ. Сәләм исемендәге дәүләт, Рәсәй Композиторҙар союзының Д. Шостакович исемендәге, Халыҡ-ара «Филантроп» премиялары лауреаты Салауат Низаметдинов­ты һуңғы юлға оҙатырға туғандары, коллегалары һәм чиновниктар килде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында энә төртөрлөк тә урын юҡ – ысын мәғәнәһендә талантҡа эйә, бар ғүмерен музыкаға бағышлаған композитор республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә, сит тарафтарҙа ла танылыу яулаған шәхес ине. Ете опера, симфониялар, хор һәм бихисап йыр, романстар авторының үлеме барыһын да шаңҡытты, башҡорт музыкаһы оло юғалтыу кисер­ҙе.
Граждандар йыназаһын БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмә­рова асты.
– Композитор вафаты алдынан ғына “Мин һине яратам!” исемле операһын тамамлаған, был әҫәр­ҙең постановкаһына күптән түгел БР Пре­зиденты тарафынан грант биреү хаҡында Указ сыҡҡайны. Опера сәхнәләштереләсәк, Салауат Әхмәҙи улының сағыу ижады хаҡында оҙаҡ йылдар күңелдәрҙә яҡты хәтирәләр ҡалһын, йырҙары быуындан-быуынға тапшырылһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тип ышандырҙы ул.
Яҡты донъяны күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, Салауат Низаметдинов был донъяла сәләмәт кешеләрҙең көс-хәленән килмәҫтәй эштәр атҡар­ҙы, халыҡ араһында уның йырҙары шунда уҡ популярлыҡ яуланы, йотлоғоп тыңланды.
Музыкант Өфө ҡалаһының Көньяҡ зыяратында ерләнде.
«Йәшлек» гәзите коллективы композитор­ҙың туғандары, яҡындары һәм ижадын һөйөүселәр­ҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға