«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Түҙҙек, еңдек



10.05.2013 Түҙҙек, еңдек

Түҙҙек, еңдек
Тәпәй баҫып, уйнап үҫкән ерҙәр
Ут эсендә янып ҡалһа ла,
Ә йөрәктәр еңеү көнөн һанап
Һаман типте, һаман, һаман да.

Үлемдән дә хатта ауыр ине
Сигенгәндә Тыуған ереңдән.
Юҡ, был сигенеү түгел, еңеү ине
Яуҙың беренсе үк көнөнән.

Утҡа инһә һалдат, янманы ул,
Һыуға төшһә, һыуҙа батманы.
Пуля тейһә, ергә ауманы ул,
Ул еңеүҙе йәндә һаҡланы.

Дон далаһын ҡара һөрөм япҡас,
Кире ҡағып дошман һөжүмен,
Тауҙай торҙо баҫҡан ерен һаҡлап,
Үҙе һымаҡ ҙурлап еңеүен.

Йорттар ауғанда ла, ауманы ул,
Сәсе ағарһа ла, күнде ул.
Таштар ваҡланһа ла, һау ҡалды ул,
Сыҙаны ул, түҙҙе, еңде ул.

Яҡуп Ҡолмой.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға