«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Гөлләмәләр – оло хәтер



10.05.2013 Гөлләмәләр – оло хәтер

Гөлләмәләр – оло хәтерКисә, Еңеү көнөндә Башҡортостан Президенты етәкселегендәге делегация Өфөнөң Еңеү паркында тантаналы сарала ҡатнашты. Мәңгелек ут мемориалы янында, йола буйынса, почетлы ҡарауыл ҡуйылған, тынлы оркестр ҙа үҙ урынында.
Республиканың һәм баш ҡаланың яуаплы хеҙмәткәр­ҙәре, ветерандар, ҡала халҡы һәр 9 май һайын ошонда килеп, Мәңгелек утҡа сәскә гөлләмәһе һалыу тантанаһында ҡатнаша, бер минут тын ҡалып, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә ала. Иҫләй тиеү, бәлки, дөрөҫ тә түгелдер, сөнки бөгөнгө замандаштарҙың һәр береһенең йә атаһы, йә ағаһы, йә олатаһы һәм ҡатын-ҡыҙ яҡындары һуғыштан ҡайтмаған. Уларҙы онотоу мөмкинме ни?!
Гөлләмәләр – оло хәтерБыл көндө паркта махсус төркөмдәр, офицер һәм курсанттар маршы уҙҙы. Маршты БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, рәсми шәхестәр, ветерандар ҡабул итте. Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ Александр Матросов (Шәкирйән Мөхәмәтйәнов) менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәлдәренә, Миңлеғәле Шайморатов һәм таһир Күсимов һындарына, Муса Гәрәев ҡәберенә лә сәскәләр һалынды.
Т. АМАНОВ.
В. КАРАБАНОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға