«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Яугир ҡартатайым



10.05.2013 Яугир ҡартатайым

Яугир ҡартатайымКилсенбай һәм Сәлихә Әлибаевтарҙың йортонда 1920 йылдың 10 июнендә бер ир бала донъяға килә. Уға яратып, бәхет теләп, Мостафа тигән исем бирәләр.
Уға бер йәш тә тулмаған саҡта, 1921 йылғы аслыҡта, өс балаһын етем ҡалдырып, әсәһе үлеп китә. Күп тә үтмәй, атаһы ла был яҡты донъя менән хушлаша. Өс бәләкәй бала үкһеҙ етем ҡала. Ашарҙарына, йәшәргә урындары ла булмаған ас-яланғас, етем балалар кемгә кәрәк­һен инде? Бер айҙан ағаһы ла вафат була. Икенсе көндө ике баланы – малай менән кескәй Фатиманы балалар йортона урынлаштыралар.
1937 йылда 17 йәшлек егет, үҙен бер йәшкә өлкән итеп яҙҙырып, әрме сафына китә. Өс йыл хеҙмәт итеп, ҡайтыр ваҡыты еткәс, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын хәбәр итәләр. Ул һалдат кейемен сисеп өлгөрмәйенсә, ҡулына ҡорал алып, Тыуған илен һаҡларға сафҡа баҫа. Ленинград фронтының 24-се мотоуҡсылар полкында шофер була, һуңынан 1068, 172-се уҡсылар полкында отделение командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың февралендә һәм 1944 йылдың июлендә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә.
Ленинград, Карелия, Балтик диңгеҙ фронттарында һуғыша яугир. “Карелияны еңгән өсөн”, “Совет Полярьеһын обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, “Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 – 40 йыл”, “СССР Ҡораллы көстәренә 50 – 60 йыл” юбилей миҙалдары, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградланған ул.
1946 йылдың сентябрендә ҡартатайыма тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтырға насип була. Ҡайтыу менән бер туған һеңлеһе Фатиманы эҙләй. Ул бәләкәй булғанлыҡтан, үҙенең Әлибаева икәнен онотоп, атаһының исемен фамилия итеп, Килсенбаева булып йөрөй. Ғүмеренең һуңғы һулышына тиклем туғанын шул хәтле көтә, ләкин уларға күрешергә яҙмай.
1947 йылда ошо уҡ ауылдан Әбүбәкеровтар нәҫеленән Өммө­гөлсөм исемле ҡыҙға өйләнә.
Ҡайтҡас та ҡартатайым ең һыҙғанып эшкә тотона. Тылдағы бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмаштырып, тракторсы булып эшләй башлай. ”Красный доброволец” колхозында уға төрлө эштәрҙе ышанып тапшыралар: малсы, тракторсы, һөтсөлөк фермаһы мөдире, тракторсылар бригадаһы бригадиры, иҫәпсе.
Ҡартатайым яҡшы баҡсасы булараҡ та билдәлелек алған. Баҡса­һында ҡыяр, помидор, кишер, сөгөлдөр, хатта ҡауын менән ҡарбуз да сәсеп, күрше-тирәгә ауыҙ иттергән.
Йыр-моң уның тоғро юлдашы булған. Оҙон көйҙәрҙән ”Фатима”, “Урал”, “Сәлимәкәй”, “Илсе Ғай­са”ны йөрәккә үтеп инерлек итеп йырлаған, 70 йәшендә лә шаян башҡорт, матрос бейеүҙәрен өҙә баҫып бейегән.
Өләсәйем менән ҡартатайым һигеҙ балаға ғүмер бүләк итеп, бөтәһен дә уҡытып, оло тормош юлына баҫырға ярҙам иттеләр. Тыныс тормошта ҡартатайым һуғыш һәм хеҙмәт ветераны исемен лайыҡлы йөрөттө.
Уны һәр бер байрамда ололап, хөрмәтләп, мәктәпкә һәм мәҙәниәт йортона төрлө осрашыуҙарға са­ҡыр­ғандар. Уларҙа күҙ йәше аша һуғыш михнәттәрен хәтерләп һөйләр булған. Бер телем икмәкте бергәләп ашап, бер йотом һыуҙы бүлешеп эскән яуҙаштары, һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған йәш кенә һалдат дуҫтарының ошо матур донъяла йәшәй алмағаны өсөн йөрәге әрнеп, гел илар булған. Һуғыш тураһында шиғыр­ҙар, йыр­ҙар, кинофильмдарҙы күҙ йәшен түкмәйенсә ҡарай алмаған.
Йөрәктәргә уңалмаҫлыҡ яра һалып, 1992 йылда ҡартатайым яҡты донъя менән хушлаша.
Бөйөк Ватан һуғышының шаңдауы, ауыр йылдары беҙҙән йылдан-йыл алыҫлаша бара.
Тыуған ил, киләһе быуын тыныс тормошта йәшәһен өсөн йәнен-тәнен аямай, ауыр һуғыш михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған, ҡыйыу, батыр, ҡурҡыу белмәҫ, изге күңелле, аҡыллы, эшһөйәр, илһөйәр ҡартатайым булыуы менән бик ғорурланам. Уның кеүек йәшлектәренең иң матур сағын ҡәһәрле һуғыш урлаған яугир һалдаттар, беҙгә шулай тыныс тормош яулап биреүегеҙ өсөн беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа мәңге бурыслы.

Ғәлиә ҒИЛӘЖЕТДИНОВА,
Хәйбулла районы Байғусҡар урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға