«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ағайым тирәктәре



10.05.2013 Ағайым тирәктәре

Ағайым тирәктәреУҙған көҙ ағайымдың 91 йәше тулған булыр ине. Ә ул Словакия ерендә ятып ҡалды. 18-е тулып уҙғайны ғына. Ғәжәп хәл: район хәрби комиссариаты уның 16-һы тулғанын көтөп торған булып сыҡты. Бала сағымда мин быны аңлап еткермәй торғайным. Әнейем һамаҡлай килде: «Үҫеп буйға етмәйенсә алынды, ун алтыһы тулып, ун етегә сығып өлгөргән мәле ине. Ул һуғыштың нимә икәнен аңлағанмы ни?!»
Һүҙем бер туған ағайым Миңләхмәт Хәбибнәжәр улы Вахитов тураһында. Ул Ғафури районының Ҡотлоғужа ауылында 1926 йылдың ноябре уртаһында тыуған, Словакияла 1945 йылдың 1 ғинуарында һәләк булған. Уның яҡты донъяла йәшәгән йылдарын һәм көндәрен нисәмә-нисә тапҡыр һанап ултырғаным бар. Һығымта бер: Миңләхмәт аяҙ күк, яҡты ҡояш аҫтында 18 йыл һәм 46 көн йөрөп ҡалған. Бик аҙ кеүек, әммә һанап китһәң, ҡылған эштәре бер ҙә аҙ күренмәй.
…Хәтеремдә ҡалған беренсе ваҡиға колхоз һарайы янында булып күҙ алдына баҫа. Ағайым аттар араһында, һыҙғыра-һыҙғыра ҙур ағас улаҡтан ат эсерә. Шунан мине атҡа атландырҙы. Малҡайға ипле генә атлап китергә бойорҙо. Әммә бер шуҡ малай сыбырт­ҡыһын шартлатып ебәрмәһенме?
Атым ҡапыл алға ынтылыуға, мин «доңҡ» итеп ергә ҡолап төштөм. Эйе, уға «ат ене» ҡағылғайны. Алтынсы синыфты тамамлағас та тулыһынса ат ҡарау эшенә сумды. «Ҡыҙыл ялан» колхозының нығын­ған, көсөнә ултырған мәле. Ике оҙон һарай тулы ат, ҡара, һары айғырҙарҙың донъяны шаңҡытып йөрөгәне әле лә күҙ алдында.
Ауылыбыҙҙа 26-сы йылғылар күп ине. Малайҙарҙың барыһын да һанап китһәм, егерменән аша. Береһе ҡалмай алынды, биш-алтыһы ғына иҫән ҡайта алды.
Ағайым миңә бер нисә яҙыу тоттора һәм тиҫтерҙәренә «командировка»ға ебәрә. Латин хәрефтәре ҡушып уҡырға биш йәшемдә өйрәнгәйнем, шуға күрә һәр яҙыу­ҙы тейешле кешеһенә тапшырып сығам. Шунан малайҙар йә шар атырға сыға, йә башҡа уйынға.
Ирмен тигән ирҙең үҙ ғүмерендә өс бурысты үтәргә тейешлеген, бәлки, ишетеп белгәндер. Ун йәше тулғанда ағайым өй янында тирәк ултыртты.
Беҙҙең шатлыҡҡа, уның яҡты иҫтәлегенә ул үҫеп китте. Эргәһендә икенсе тирәк. Беҙ улар­ҙы «ағайым тирәктәре» тип йөрөтәбеҙ. Үҙҙәре, ҡарағайға оҡшап, һомғол һәм тирәккә хас киң сатырлы. Яҙ етеүгә дәррәү уянып, япраҡ яралар, хуш еҫ тараталар. Гүйә, тормош, дауам итә, тип иҫкәртәләр. Тыуған тупрағыбыҙҙа һәммәгеҙ тамырланығыҙ, тип әйтәләр һымаҡ. Йәйге ямғыр­ҙарға ҡойоноп, тағы ла гүзәлерәк күренәләр, шифалы күләгәгә саҡырып торалар. Тик шуныһы моңһоу хистәр тыуҙыра: көҙ етеүгә тирәктәр гүйә уҙған ғүмеркәйҙәргә һығымта яһай − япраҡтарын ҡоя, әйтерһең дә, тормош ғәҙел­һеҙлектәренә рәнйей, ҡырыҫлығына һыҙлана. Уйлана торғас, күңелдә шиғри юлдар тыуа.
Тәрбиғәттең уйсан мәле –
Бөтә донъя моңлана:
Тирәктәрҙең ботағынан
Япраҡ түгел, йәш тама.
Ағайым китер көндә, иртә таңда, тирәктәре менән дә хушлашты. Уларҙы ҡосаҡлап, мине көтөгөҙ, тип үтенде.
Эйе, егеттәрҙе фронтҡа бик иртә алдылар. Әле әсә ҡосағынан айырылып бөтмәгән саҡтары, беренсе һөйөү хистәрен дә татыр-татымаҫ мәлдәре. Ҡыҙҙарҙың өмөт сәскәләренә ҡырау һуҡҡан көндәр. Беҙгә һәм тирәктәренә ҡарап: «Ҡайтырмын, көтөгөҙ», − тине. Әммә ағайым киләсәк яҙмышын төҫмөрләгән булғандыр − тирәктәрҙең береһендә шундай яҙыу ҡалдырғанлығы беленде: «Китһәм, ҡайталмам инде, тағы ла ҡайтып илкәйемә, сәскә аталмам инде». Был йән әрнеткес һүҙҙәр ағас олонона яҙылған. Ҡайырыһы бер сама ҡуптарып алынған да, яңынан урынына ҡуйылған. Ә ҡәләм осон батырып яҙылған юлдар (ғәжәп?) оҙаҡ йылдар һаҡлана килгән. Беҙ тирәктәргә ҡарата битараф булманыҡ, ҡулдан килгәнсә уларҙы һаҡланыҡ һәм әлеге яҙыуҙың күҙгә салынмай ҡалыуы мөмкин түгел ине.
Ағым һыуҙай ғүмеркәйҙәр аға тора. Һуғыш тамамланыуға ла етмеш йыл тулып килә. Был ике тирәктә күпме ботаҡ үҫеп, күпме япраҡ таралғандыр, күпме һайрар ҡош ышыҡ тапҡандыр. Ҡоштар менән бергә тирәктәр ҙә шатлан­ғандыр. Нимә генә тимә, болот­тар­ға табан баш тартып һуҙып үҫәләр, донъяға йәм биреп шатланалар бит әле. Тик шуныһы үкенес: хужалары Миңләхмәт кенә әйләнеп ҡайта алманы.
Ағайым кавалерияға эләкте. Ҡыш айҙары Туймазыла үтте, үҙебеҙсә әйткәндә, учениела яттылар. Яҙған хаттары йән әсеткес һағышлы, һағыныулы, әрнеүле булыр ине. Унан һуң Дон далаларынан яҙҙы. «Был яҡтар шыҡһыҙ, ҡола ялан, күҙ күреме тигеҙлек, ышыҡланыр ағасы юҡ. Үҙебеҙҙең илкәйҙәр әйтеп бөтөргөһөҙ матур икән!» − тип яҙа килде. Икенсеһендә: «Иҫән-һау ҡайта алһам, хуш еҫле тирәктәремде ҡосаҡлап илар инем шатлығымдан, уларға һағыштарымды һөйләр инем», − тип вәғәҙә биргәйне.
Хат һайын һағыныу, һағыштарға түҙеүҙең ҡыйынлығы ярылып ята ине. Белеме самалы ғына булһа ла, хистәр тулҡынына бай булғанлығына әле килеп һоҡланып ҡуябыҙ. Шулай булмай һуң? Кем былай яҙа ала:
Туғайҙарҙа еләк бешкән,
Өҙөп ҡабайым әле.
Һағыштарға тағы бер аҙ
Түҙеп ҡарайым әле.
Хаттарының күбеһе ошо рәүешле моңло-хәсрәтле шиғри юлдар менән үрелеп килә ине. Иҫән-имен ҡайтҡан тәҡдирҙә, уҡыу насип булған хәлдә шағирлыҡ һәләте үҫеп китер ине. Кем белә − ҡайта алманы Миңләхмәт.
Көҙҙәр етһә, ағайымдың һуғыш­ҡа алыныу күренеше яңынан күҙ алдына килә лә тора. Ул уртаса буйлы, киң яурынлы, көслө егет буласаҡ ине. Шырпы ҡабы дәүмәлендә генә берҙән-бер фотоһы һаҡлана. Туймазыла сағында төшкән. Башында пилотка, иңендә гимнастерка. Әнейебеҙ уны ҡырҡ нисәнсе йылда ҙурайттырып алғайны. Ағайыбыҙға рәхмәт, иҫтәлек булһын, тип тырышҡан фотоға төшкәнендә.
Фашист ғәскәрҙәренә ҡаршы атлы ғәскәрҙәрҙең һөжүм итеүе күптәргә аңлашылмай. Һәм был хәл тәбиғи. Шуныһы хаҡ, ағайым атҡа атланған хәлдә Дон далаларын ғына түгел, Украина киңлектәрен дә, Карпат тауҙарын да үтеп сыға алған. Быны аңлауы еңел түгел. Сөнки атлы һалдат − дошман өсөн иң ҡулай сәп. Һыбайлының үҙенә теймәгәндә лә, атын һөрлөктөрөү ауыр түгел. Хәҙер килеп беләм: һуғыш юлдарын уңышлы үтеү һирәк ирҙәргә бирелгән бәхет икән. Миңләх­мәткә был бәхет бирелмәне.
«Извещение
Ваш сын гвардии казак рядовой Вахитов Ахмет Назарович, уроженец БашАССР, Гафуринский район, с. Кутлугузы в бою за Социалистическую Родину, верный воинской присяге, проявив геройство и мужество, погиб 1 января 1945 года.
Похоронен в селении Кальница в 6 км севернее города Левице (Словакия).
Основание: извещение 302 гв. Кубан. Казач. Кавполка».
Иҫтәлеккә фотоһына өҫтәп ошо «извещение» һаҡлана. Үлем хәбәрен алғас, атайыбыҙ (ул Ленин­град фронтында минаға эләгеп, уң аяғын ҡырҡтырып ҡайтҡайны) Ҡөрьән уҡыны. Беҙ, биш бер туған һәм әнейебеҙ, зар иланыҡ.
Билдәле, адрес буйынса ғәскәри часҡа хаттар яҙып ҡараныҡ. Үҫә килә, мин төрлө тарафтарға яҙҙым. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигәндәй, ҡырҡынсы, илленсе йылдарҙа һәләк булған, юғалған һалдаттарҙы эҙләү мәшәҡәтенең ваҡыты етмәгәйне әле.
Эҙләнеүҙәрҙе алтмышынсы йылдарҙа дауам иттем. Хәйер, нимә эҙләргә? Маҡсатым, теләгем − ғәзиз ағайым тураһында нимә лә булһа белеү ине, һис юғында ҡәберенең урынын, фотоһын алып булмаҫмы, полкташтарынан кем дә булһа ҡош телендәй хат яҙмаҫмы…
Етмешенсе йылдарҙа бер белдекле кешенән Прага ҡалаһынан хат алдым. Имеш, ағайым һәләк булған төбәктә меңдәрсә совет һалдатының ғүмере өҙөлгән. Еңеүҙең 20 йыллығы мәлендә улар­ҙың һөлдәләре Штурово ҡа­лаһы уртаһында туғандар ҡәберлегенә күсерелгән. «Һеҙҙең ағайығыҙҙың кәүҙәһе лә шунда күсерелгән булыуы ихтимал» тигән һығымта яһағайны мөхтәрәм эҙәрмән. Ләкин Словакияға барып булманы.
Йылдар тирәк япраҡтары һымаҡ ҡойола тора. Ағайым үҙ ғүмерен фиҙа ҡылыуы хаҡына беҙ ҙә тыныс тормошта үҙ өлөшөбөҙгә төшкән бурыстарҙы намыҫ менән үтәп йәшәнек, етмеш-һикһәнде лә уҙып киттек. Бөгөн, бәхетле тормошто яулағанда миллиондарса ил һалдаты менән бер ҡатарҙан гвардия казак рядовой Миңләхмәттең дә өлөшө бар, тип ғорурланабыҙ.
Үткән заман үткән дә бөткән түгел, ул беҙҙең хәтерҙә, ә һәләк булғандарҙың рухы − беҙҙең күңелдәрҙә. Тормош шулай дауам итә.

Фәрит ВАХИТОВ.
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға