«Йәшлек» гәзите » Хәтер » Ҡорос ҡанаттар ныҡлығы



10.05.2013 Ҡорос ҡанаттар ныҡлығы

Ҡорос ҡанаттар ныҡлығыТуғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған ветеран Сабит Йосопов, һуғыш китаптарҙа тасуирлағандан күпкә ҡурҡыныс, ти
Бөгөн төштәге кеүек кенә күренһә лә, ул дәһшәтле йылдар, әжәл туҡ­тау­һыҙ һағалап торған утлы ғәрәсәт эсендә йөрөгән мәлдәр һис тә онотолмай. Ҡасандыр тимер ҡошта дошмандарға ут яуҙырған ваҡыттары Сабит Таһир улын хәҙер төштәренә генә инеп һиҫкәндертә. Тыуған илде сикһеҙ яратыу, антҡа тоғролоҡ, совет халҡының иңенә төшкән һынауҙы берҙәм күтәреүе, фиҙакәрлеге булмаһа, мең михнәт менән яуланған Еңеү ҙә булмаҫ ине, тип уйлай ветеран. Бөгөнгө йәштәр­ҙең битарафлығы, намыҫ, патриотлыҡ төшөнсәләренең, рухи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сыға барыуына борсола кисәге яу­гир. Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йә­шәү­се Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабит Таһир улы Йосопов бөгөн туғы­ҙынсы тиҫтәһен ҡыуа. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә йә­мәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәй – райондың ветерандар сове­ты рәйесенең беренсе ярҙамсыһы.
Еңеү көнөн Сабит Таһир улы, йылдағыса, тулҡынланып ҡаршылай. Ә бит уның күпме ҡорҙашы, тиҫтере һуғыш арҡаһында нәҫел сылбырын дауам итә, һөйгәндәренә һөйөү серен аса алманы, хатта бит үҙ аяҡтары менән тыуған ерҙәренә ҡайтыу өмөтөнән яҙҙы. Ғүмере булғас, уға яҙмыш мәрхәмәтлек күрһәтте − яуҙан иҫән ҡайтты.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Сабит быуыны ла нығынып етмәгән үҫмер ине. Ниғмәтулла ауылында йәшәүсе Йосоповтарҙан тәүгеләрҙән булып ағалары Әбелхәйерҙе һуғышҡа алдылар. Аталары Таһир Йәндәлип улы, оло йәштә булғас, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ ине, уны Новоси­бирскиға хеҙмәт армияһына ебәр­ҙеләр. Ә 1942 йылда 16 йәшлек Сабитты ла Ташлы ауылына шахтаға эшкә оҙаттылар. Ярты йыл эшләп өлгөрҙөмө-юҡмы, 1943 йылдың ноябрендә егеткә лә хәрби комиссариаттан повестка килеп төштө. «Барыһын да һуғышҡа ебәреп бөттөм, инде һине лә иҫән көтөп алаламмы инде?!» − тип зар илап оҙатып ҡалды уны өләсәһе.
Башҡортостандан килгән 26 егет араһынан һауа стрелоктары-радистарын әҙерләү буйынса Лево­нецкий исемендәге Хәрби-дингеҙ авиация училищеһына уҡырға ебәрелеүселәр араһында мыҡты кәү­ҙәле Әлшәй егете лә бар ине. Ғүмерендә лә самолетты яҡындан күрмәгән ябай ауыл малайы күкте иңләйәсәк тимер ҡошто ошонда тәүге тапҡыр күрҙе.Тиҙләтелгән уҡыу программаһы буйынса дүрт ай уҡығандан һуң йәш курсанттарҙы Ҡара диңгеҙ флотындағы диңгеҙ авиацияһының хәрби һауа көстәренә оҙаттылар. Һуғыштың ҡыҙған мә­ле. Дошман самолеттарҙы бәреп төшөрөп кенә тора, ара-тирә беҙ­ҙең осоусыларҙың да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанламай һәләкәткә тарыуҙары хаҡында хәбәрҙәр ишетелеп ҡала. Сөнки йәш авиаторҙарҙың тәжрибә тупларға ваҡыттары ла юҡ. Нимә генә булмаһын, хәрби заданиены өҙөргә ярамай. Уяуыраҡ булмаһаң, төнгө ҡараңғылыҡты ярып, көтмәгәндә немец истребителенең килеп сыҡҡанын көт тә тор. Өҫтәүенә, осоу­сының күҙен сағылдырыу өсөн төндә ерҙән прожекторҙар менән яҡтырталар. Транспорт самолеттарында боеприпастар, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, ҡорал ташый Сабит Йосоповтың экипажы. Яу яландарынан кире ҡайт­ҡанда яралыларҙы госпиталдәргә алып килә. Самолеттың физюляжында ултырған радист-атыусыға ер, фронт менән бәйләнеш тә тоторға, дошманға ҡаршы ут асырға ла кәрәк.
− Немецтарҙың Мессершмит, Хейнкель самолеттары хәтәр ҡеүәтле була торғайны. Беҙҙең авиаторҙар ҙа юғалып ҡалманы. Бер юлы бер нисә дошман самолетын бәреп төшөргән ҡаһарман летчиктар ҙа булды. Авиация мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һынатманы, − тип ул йылдарҙы хәтерләй кисәге радист.
− Һуғыш совет китаптарында яҙылған батырлыҡтарҙан ғына торманы. Күпме яҙмыш селпәрәмә килде, тотош ғаиләләр юҡҡа сыҡты, халыҡ аслыҡтан да күпләп ҡырылды. Хатта ҡайһы берҙә һуғыш үткән ерҙәрҙә мәйеттәрҙе йыйырға ла кеше юҡ ине, − тип һуғыштың тетрәндергес мәлдәрен хәтерләй фронтовик.
1944 йылда Севастополде азат иткәс, ҡалала кеше ҡалмай. Үлек­тәрҙе йыйып ерләүселәр юҡ. Мәйеттәр эҫе һауала тарҡала, эпидемия башлана. Сир таралғас, хәрбиҙәр йыйылып, ҙур соҡорҙар ҡаҙып, үлектәр түшәлгән ерҙе бульдозерҙар менән һөрөп күмә. Ҡайҙан инде уларҙың шәхесен асыҡлау!
Ҡорос ҡанаттарҙа осҡан яугир Еңеүҙе Абхазияла ҡаршылай. Хәрби һауа көстәрендә хеҙмәт иткән Сабит Таһир улы 1951 йылда ғына мобилизациялана. Йәш, белемле офицерҙы ҡайтҡас та ауыл советына сәркәтип итеп тәғәйенләйҙәр. 1953 йылда партия тәҡдиме менән эске эштәр органдарына эшкә ебәрелә. Әбдрәшит ауылы һылыуы Вәҡиә менән тормош ҡороп ебәрә күпме ҡыҙҙың йөрәген яндырып йөрөгән йәш офицер. Ун йыл милиция участка уполномоченныйы булып эшләй. Алабуғалағы милиция мәктәбендә белем алғас, уны Әлшәй райо­н эске эштәр идаралығының енәйәти эҙләү бүлегенең өлкән уполномоченныйы итеп үрләтәләр. 1974 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы һаҡтан тыш хеҙмәт бүлеге менән етәкселек итә тәжрибәле белгес. Киров исемендәге колхоз рәйесе урынбаҫары ла, Раевка шәкәр заводында ла эшләргә тура килә майор званиеһында хеҙмәтен тамамлаған тынғыһыҙ йөрәкле, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмаған Сабит Таһир улына. Үҙ эшендә танылыу алған, белемле балалар үҫтергән Йосопов­тарҙың ғаиләһен Раевкала белмәгән кеше һирәктер. Ике ҡыҙға, өс улға ғүмер биргән улар. Шамилдары – подполковник, оҙаҡ йылдар ДАИ-ла эшләй, хәҙер Раевкала ДОСААФ етәксеһе, Рәмил зоотехник һөнәренә эйә була, Рәмзиә хәрби комиссариатта эшләй, Рөстәм − Арбитраж суд идарасыһы. Иң өлкән ҡыҙҙары менән Рәмилгә генә ата-әсәһенең бәхетле ҡартлыҡ кисереп ултырғанын күрергә насип булмай, йәшләй мәрхүм булып ҡала.
− Баларыбыҙ − ғорурлығыбыҙ. Уларҙың береһе лә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, әле лә ярҙамдарын тойоп йәшәйбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡында хәстәрлек күргән Хөкүмәтебеҙгә лә рәхмәт. Теләгән ваҡытыбыҙҙа дауаханала ятып сыға алабыҙ. Район дауаханаһы табиптары өйгә үк килеп, сәләмәтлегебеҙҙе тикшереп тора. Беҙгә, ҡарттарға, хәҙер бер йылы һүҙ ҙә ҙур иғтибар кеүек тойола, − ти Сабит Таһир улы.
Ҡорос ҡанаттар ныҡлығы ғүмере буйына оҙата барғандыр уны, яҙмышын да яҡты, мәрхәмәтле иткәндер, күрә­һең. Бер яҡтан, ут эсендә йөрөп тә, улар ҡыйралмай яңы ғүмер бирһә, икенсе ныҡлы ҡанаты − хәләле Вәҡиә Биктимер ҡыҙы менән татыулыҡта 62 йыл ғүмер кисереп, тормош даръяларында һынауҙарға тарығанда, юғал­тыуҙар һағалағанда ла бирешмәгән ул. Ә был бәхеттең үҙе түгелме?!

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға